Внеклассное мероприятие Мәләүез ере таланттары

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

"Мәләүез ере таланттары"

Залда талғын ғына ҡурай моңо ағыла.

1-се уҡыусы

Сәләм һеҙгә, дуҫтар-туғандар,

Йөрәктәре моңға тулғандар!

Хозур Урал - беҙҙең илебеҙ,

Сәскә атһын ғәзиз еребеҙ.

Бергә:

Күңелдәрҙә беҙҙең бер теләк-

Дуҫ йәшәйек әйҙә бергәләп.

2-се уҡыусы

Күккә ашҡан урман-тауҙары,

Сыңлап аға көмөш һыуҙары.

Ер ожмахы Башҡортостандың-

Һиңә, миңә уртаҡ Ватандың.

3-сө уҡыусы

Ел тирбәткән ҡайын япрағы,

Иген үҫкән изге тупрағы,-

Торғаны бер оло бәрәкәт,-

Янамаһын уға һәләкәт.

4-се уҡыусы

Тотонайыҡ ҡыҫып ҡулдарҙы,

Яҡын итеп алыҫ юлдарҙы.

Тығыҙ сафта бергә атлайыҡ,

Ватаныбыҙ ҡотон һаҡлайыҡ.

5-се уҡыусы

Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,

Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ.

Хужалары илдең үҙебеҙ,-

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ.

Бергә:

Күңелдәрҙә беҙҙең бер теләк-

Дуҫ йәшәйек әйҙә бергәләп.

1-се уҡыусы

Тыуған илем Урал тауы-

Башҡорттоң сәңгелдәге.

Раҫлай шуны риүәйәттәр

Халҡым күңелендәге.

Тәүге бында бөтә нәмә:

Тәүге усаҡ яғылған.

Кешелектең Тәүтарихы

Бында ташҡа яҙылған.

Боронғоға тере шаһит

Һәр сусағы, йылғаһы,

Бында ята Инсаниәт

Юл башының тамғаһы.

2-се уҡыусы

Йәнбирҙе менән Йәнбикә-

Тәүатай һәм Тәүәсәй.

Шулар ҡотонан түл йыйып

Башҡорт Уралда йәшәй.

Урал батыр ҡылысынан

Ҡара көстәр ҡыйылған.

Аҡбуҙаттың даға эҙе

Ҡаяташҡа уйылған.

Йәншишмәнең тере һыуын

Бөркөп йәнтөйәгенә.

Үлемһеҙлек биргән Урал

Барса йән эйәһенә.

3-сө уҡыусы

Изге мираҫ Йылҡысыҡҡан

Һүрәттәре Шүлгәндең.

Үткәне,

Киләсәге юҡ

Тарихын белмәгәндең,

Мәңгелектең Тәүкөнөнән

Йәшәй башҡорт Уралда.

Тәңрем үҙе хәстәр күргән

Халҡым, һинең тураңда.

Меңәр йылдар төпкөлөндә

Халҡым тамыры минең.

Ошо тамырҙан һут ала

Башҡортостаным - илем.

Ҡалҡан булыр беҙгә һәр саҡ

Уралтауҙың ҡоросо.

Илен һаҡлау,халҡын яҡлау

Һәр башҡорттоң бурысы.

1-се алып барыусы

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе ҡалабыҙҙың 4-се мәктәбендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Әҙәбиәт йылына, Мәләүез районына 85 йыл тулыуға арналған "Мәләүез ере таланттары"исемле кисәбеҙҙе асырға рөхсәт итегеҙ.

2-се алып барыусы

Мәләүез ере бай ҙа, һоҡландырғыс матур ҙа. Тәбиғәтебеҙ хозур, халҡыбыҙ ҡунаҡсыл, һәр яҡлап оҫта. Район тарихы яҡташтарыбыҙҙың данлы хеҙмәте менән яҙылған. Улар араһында әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған шәхестәребеҙ бихисап.

1-се алып барыусы

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта район-ҡалала ғына түгел, республикала ла киң билдәле яҡташтарыбыҙ.

Булат Рафиҡов, Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премиялар лауреаты, "Мәләүез таңдары" әҙәби берекмәһе етәксеһе, шағирә, журналист Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы Күсмәева.

2-се алып барыусы

Хәрби диңгеҙ флоты ветераны, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты, "Аманат" башҡорт фольклоры һәм мәҙәниәт үҙәге етәксеһе, үҙешмәкәр рәссам, композитор Фәнил Сафуан улы Яманаев.

1-се алып барыусы

Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Балалар ижады һарайының "Урал" ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Сәйет Ишмөхәмәт улы Күҙәшев.

2-се алып барыусы

Ә хәҙер саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ менән яҡындан таныштырып үтәбеҙ.

1-се алып барыусы

Мәрйәм Күсмәева Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Балалыҡ һәм үҫмер йылдары Мәләүез районының Ерек ауылында уҙа. Бәләкәй Мәрйәм тирә-йүндә дан алған һунарсы олатаһы Яҡуп ҡарттың мажараларын тыңлап, тәбиғәт балаһы булып үҫә. Тәүге шиғырын һигеҙ йәштә яҙа, ә туғыҙ йәшендә беренсе шиғыры донъя күрә. Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы лайыҡлы тормош юлы үтә. Өс китабын ҡулына ала. Оҙаҡ йылдар район - ҡала хакимиәтендә эшләй. "Мәләүез таңдары" әҙәби берекмәһен етәкләй. "Сатурн" телевидениеһында тапшырыуҙар алып бара, радио аша сығыш яһай. Һуңғы осорҙа проза жанрында әүҙем эшләй. Мәрйәм апай Күсмәева йәш быуынды әҙәбиәткә ылыҡтырыу, туған телгә һөйөү тәрбиәләү эшенә бөтә көсөн һала.

В.Р. Ә хәҙер 5-се класс уҡыусылары Мәрйәм Күсмәева шиғырҙарын уҡып ишеттерә. Рәхим итегеҙ!

Башҡортостан, тимен

Мин бит үҙем- күҙгәнәге генә

Янып торған баллы кәрәҙҙең.

Бушап тормай икән ошо кәрәҙ,

Илем, һиңә барҙыр кәрәгем.

Башҡортостан- Башҡортостан, тимен,

Гөл-сәскәләр иле, нур иле.

Мин бәхетле, һәммә кешенең дә

Өмөт менән тыуһа һәр көнө.

Тулы булһын кәрәҙ-күҙгәнәктәр,

Тулып торһон ырҙын-келәттәр.

Тыныс атһын таңдар, килһен яҙҙар,

Берүк изге булһын теләктәр.

Башҡортостан, Башҡортостан, тимен,

Гөл-сәскәләр иле, нур иле.

Мин бәхетле, һәммә кешенең дә

Өмөт менән тыуһа һәр көнө.

Ерем, телем, халҡым

Ерем, телем, халҡым! Һеҙҙең өсөн

Күпме ир-егеттәр яу сапҡан.

Дунай, Днепр, Сена буйҙарында

Һыу эсергән атын, ашатҡан.

Маңғайҙарға мөһөр-тамға һуҡҡан

Әбей батша. Һинме һуң ҡараҡ?

Тыуған ерен һаҡлап, Рогервикта

Мәңгелеккә ҡалды Салауат.

Бығауҙары сыңы, шаңдау булып,

Йәрәктәргә бөгөн саң ҡаға.

Салауаттай илен, халҡын һөйгән

Күпме икән батыр доъяла?!

Ил, тел өсөн көрәш туҡталмаған,

Ҡыҙа бара һәр көн, һәр сәғәт.

Ҡылыс тотоп түгел, аҡыл менән

Беҙ яҡларбыҙ һине, рухиәт.

Ерен һаҡлар ир-егеттәр барҙа,

Телен һөйгән халҡы булғанда,

Ҡурай уйнар милләттәштәр барҙа,

Башҡортостан йәшәр донъяла.

2-се алып барыусы

Һеҙҙең иғтибарға "Изге ерем - Мәләүезем" йыры. Мәрйәм Күсмәева һүҙҙәре, Зөһрә Кинйәғолова музыкаһы. "Созвездие" вокаль студияһы башҡара. Етәксеһе - Людмила Михайлова.

1-се алып барыусы

Һүҙҙе ошо юлдар авторы Мәрйәм Тимерхан ҡыҙына бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

М Күсмәева сығышы.

2-се алып барыусы

Бала саҡ хыялына тоғро ҡалған кеше бәхетле була, тиҙәр. Фәнил Сафуан улы Яманаев Мәләүез районының Оло Моҡас ауылында ҙур ғаиләлә тыуып үҫә. Бала сағынан уҡ һүрәт төшөрөргә ярата. Егерме йылдан ашыу Төньяҡ флотта атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә. Тыуған төйәккә ҡайтҡас, Фәнил Яманаев буш ваҡытының күп өлөшөн һүрәт төшөрөүгә бирә. Фәнил Сафуан улы үҙе яҙған шиғырҙарын көйгә һала. Ауыл сәхнәһендә сығыш яһай башлай. Аҙаҡ инде район - ҡала, республика кимәлендәге сараларҙа уңыш яулай. Яманаевтар ғаиләһе тәбиғәтте, спортты ярата. Улдары ла аталары юлынан киткән - хәрби һөнәр һайлаған.

Бөгөн Фәнил Сафуан улы "Аманат" үҙәге менән берлектә боронғо көйҙәр, халыҡ йырҙары, милли көй ҡоралдары, ауыҙ-тел ижадын артабан үҫтереүгә күп көс һәм тырышлыҡ һала.

1 - се алып барыусы

Фәнил Сафуан улына һүҙ бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

Ф. Яманаев сығышы.

2-се алып барыусы

Ҙур рәхмәт, Фәнил Сафуанович! Кисәбеҙ дауам итә.

(Фәнүр Әбдрәшитов. Баязит Бикбайҙың "Туған тел" шиғыры).

2-се алып барыусы

8-се класс уҡыусыһы Ҡолсобаева Элина "Аҡ ҡайын" йырын башҡара.

1-се алып барыусы

"Бөрйән ҡыҙы"бейеүе. Фәйзи Ғәскәров хореографияһы, Ғәлиә Ғәйетова постановкаһы.

1-се алып барыусы

Һәр йырҙың үҙ моңо, һәр ерҙең үҙ таланты бар. Сәйет Ишмөхәмәт улы Күҙәшев Ейәнсура районы Яңыбай ауылында донъяға килә. Халыҡ сәнғәтенә ғашиҡ егет Кострома музыка училищеһында белем ала. Ике тиҫтә йылға яҡын Сәйет Ишмөхәмәт улы Октябрьский ҡалаһының музыка мәктәбендә һәм училищеһында эшләй. Тыуған яҡтарға яҡыныраҡ булыу теләге Мәләүез ҡалаһының Шәкәрселәр ҡасабаһына алып килә. Ҡасабала беренсе булып ҡурай класы аса, " Ағиҙел" ансамблендә ҡурайҙа уйнай, музыка мәктәбендә лә эшләргә өлгөрә. Үҙ ҡулдары менән ниндәй генә инструмент эшләмәй ул: думбыра, дөңгөр, һорнай, ҡурай, ҡумыҙ, һыбыҙғы. Ул етәкләгән ансамбль халыҡ исемен йөрөтә, төрлө фестиваль - конкурстарҙа лауреат була. Сәйет Күҙәшев ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше - эшен дә, нәҫелен дә лайыҡлы дауам итеүселәре бар.

2-се алып барыусы

Сәйет Ишмөхәмәт улы, һеҙгә һүҙ бирелә.

Сәйет Күҙәшев сығышы.

2-се алып барыусы

Рәхмәт, Сәйет ағай!

Һеҙҙең иғтибарығыҙға 3-сө класс уҡыусылары башҡарыуында "Ватаным" йыры.

1-се алып барыусы

3-сө класс уҡыусыһы Карина Иҫәнғолова Мостай Кәримдең шығырын уҡый.

2 - се алып барыусы

"Созвездие" вокаль студияһы башҡарыуында

" Башҡортостан" йыры.

Етәксеһе - Людмила Михайлова.

1-се алып барыусы

Ҡәҙерле ҡунаҡтар, балалар! Мәләүез ере таланттарына арналған осрашыуыбыҙ аҙағына яҡынлаша. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Яңынан осрашҡанға тиклем!

Һау булығыҙ!



© 2010-2022