Ә. Вахитовтың Аҡһаҡал аманаты хикәйәһен өйрәнеү (5 класта)

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

5-се синыфтың башҡорт төркөмөнә дәрес планы.Дәреслек авторҙары:В.И.Хажин,Ә.Х.Вилданов.Өфө,"Китап"2005.

Тема:Әнүр Вахитов "Аҡһаҡал аманаты".

Маҡсат:автор тураһында белешмә биреү,әҫәрҙең йөкмәткеһенә төшөндөрөү,тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу,һүҙлек запастарын,һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү.

Күргәҙмәлелек:авторҙың портреты,шәжәрәләр төшөрөлгән плакаттар,"Аманат"журналдары.

Дәрес барышы:1) ойоштороу.2)Эмоциональ комфорт тыуҙырыу.3) яҙыусы тураһында:Әнүр хисмәт улы ( 1932-1984) Ғафури районының Туғай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.Әҙәбиәт белгесе,тәнҡитсе,филология фәндәре кандидаты була.Тәүге китабы "Салауат к үпере",2-сеһе" Ҡайын суҡтары"тип атала.

Һүҙлек эше үткәреү:тарих,йәдкәр,әүлиә,дәғүә,түрә,фатиха,ҡалтағай-саңғы,хәнйәр,шаһит.

"Аҡһаҡал "һүҙе аңлашыламы?Кем ул аҡһаҡал?Ә нимә ул аманат? Ошо һүҙҙәрҙең аңлатмаһын биреү.

Аҡһаҡал-Ҡүпте күргән,күпте белгән хөрмәтле оло кеше.Мәҫәлән:ырыу аҡһаҡалы.Аҡһаҡалдар йыйыны.

Аманат-1)Һаҡларға ҡушып бирелгән нәмә.Аманат итеп һаҡлау.2)Әйтеп ҡалдырылған һүҙ,үтәлергә тейеш васыят.Аманат итеп әйтеү.

Нимә ул шәжәрә?Һеҙ үҙегеҙҙең шәжәрәгеҙҙе нисә быуынға тиклем беләһегеҙ?

Шәжәрә-билдәле бер нәҫел-ырыуҙың килеп сығышын,таралышын күрһәткән генеологик яҙма.Ырыу шәжәрәһе.шәжәрәне төҙөү.

( шәжәрәләр ҡарау)

- Ни өсөн күп шәжәрәләр ағас кеүек эшләнгән?Ул нимәне аңлата?

Шәжәрә ғәрәп телендә "ағас"тигән һүҙ.Ағастың тамырҙары- үткән тормошто,олоно-бөгөнгөнө,ботаҡтары-киләсәкте аңлата.

ял итеп алыу,физкультминут үткәреү.

Килештәрҙе иҫкә төшөрөү.Таҡталааманат,шәжәрә һүҙҙәрен килештә үҙгәртеү.

төп өлөш:әҫәрҙе уҡыу,йөкмәткеһенә төшөндөрөү.

Маҡсатты билдәләтеү.Уҡыусылар төп маҡсатты әйтәләр.Үҙем һорауҙар ҡуям:

- Хәсән аҡһаҡал ниндәй ҡаһарманлыҡ эшләй? Ул ниндәй аманат ҡалдыра?

- Аҡһаҡал ауыл шәжәрәһен өндәшмәҫ,сыҙамлы егеткә бирә. Ни өсөн?

- Кем ул Әлимбай?

Әҫәрҙе абзацлап уҡытыу.Аңлатмалар биреп барыу.

Әҫәрҙең йөкмәткеһе өҫтөндә эш.Үрҙәге һорауҙарға яуап алыу.

-Хикәйәлә ауыл халҡы менән Әлимбай араһындағы көрәш тик шәжәрә әсән генә барамы?

-Әҫәрҙәге ваҡиғалар ҡайһы осорҙа бара? Башҡорт халҡының шул замандағы тормошо тураһында һеҙ нимәләр беләһегеҙ?

- Әхмәҙулла бабайҙы һеҙ нисек күҙ алдығыҙға килтерҙегеҙ? Һеҙҙең ауылда ундай бабай ҙар бармы?

- Хәсән аҡһаҡал тураһында ниҙәр әйтерһегеҙ?

Шәжәрәнең әһәмиәте тураһында әңгәмә ойоштороу.

дәресте йомғаҡлау:

Шәжәрәләр төҙөү кәрәкме? Ни әсән? Улар башҡорт халҡының тарихында ниндәй роль уйнаған? Хәсән аҡһаҡалдан беҙ ниндәй өлгө алырға тейешбеҙ?

Әҫәргә,дәрескә йомғаҡ яһау.

Уҡыусыларҙы баһалау.

Өйгә эш:ғаилә шәжәрәһен төҙөргә,әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнергә.


© 2010-2022