Презентация внеклассного мероприятия Башҡорт иле-дуҫлыҡ ере

Был кластан тыш сарала Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың үҙ ара татыу һәм килешеп йәшәүҙәренә һәм ғүмер итеүҙәренә төшөнөү,Уҡыусыларға һәр милләткә хас милли үҙенсәлектәрҙе хөрмәт итеү хистәре тәрбиәләү,тыуған еребеҙҙәге милләттәр араһындағы татыулыҡтың ҡәҙерен белеү, уны һаҡлау тойғоһо уятыукеүәк маҡсаттар ҡуйылды. был сарала шулай уҡ үҙ районыбыҙҙа йәшәп ижат итеүселәрҙең шиғырҙары ла файҙаланылды. Балалар әҙерлек барышында милли кейемдәр менән дә ҡыҙыҡһындылар. Һәр милләткә хас йырҙар.бе...
Раздел Другое
Класс -
Тип Презентации
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:



Башҡорт иле-дуҫлыҡ ере.

Әҙәби-музыкаль кисә.

Маҡсат: Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың үҙ ара татыу һәм килешеп ғүмер итеүҙәренә төшөнөү,уҡыусыларға һәр милләткә хас милли үҙенсәлектәрҙе хөрмәт итеү хистәре тәрбиәләү,

Тыуған еребеҙҙәге милләттәр араһындағы татыулыҡты ҡәҙерләү.һаҡлау тойғолары уятыу.

Йыһазландырыу:ноутбук,темаға ярашлы слайдтар, ӨСәскә ат,Илешем" видеоязмаһы,экран, магнитофон.


Төҙөүсеһе: 4-се һанлы ҮргеЙәркәй урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Миназева Рәфәғә Йыһандар ҡыҙы

/ Уҡыусылар төрлө милләт халыҡтарының милли кейемдәрендә/

1-се уҡыусы

Башҡортостан- башҡорт иле

Шунда беҙҙең тамырҙар.

Беҙҙең ҡайнар ҡаныбыҙҙа

Сал тарихтың даны бар.

2-се уҡыусы

Башҡортостан-башҡорт иле,

Торна булып сыңрар ил ,

Сор ҡурайҡай һыҙҙырғанды

Ғәләм өнһөҙ тыңлар гел.

3-се укыусы

Һыҙҙырт,ҡурай,үткән ҡайғыларҙы

Өҙҙөрт,ҡурай, йөрәк ҡылдарын.

Һиҙҙерт,ҡурай , ҡайнар тойғоларҙы,

Һөйҙөрт көйләп башҡорт моңдарын.

4-се укыусы

Килде заман,инде шатлан,ҡурай,

Йәмле тауышың илгә яңғыраһын.

Кыуанып китһен урман, сахра, туғай,

Бүҙ турғайҙар ҡыуанып һайраһын.

5-се уҡыусы

Уйна,ҡурай,күктән йәм шаулаһын,

Нур уйнаһын баштар өҫтөнән.

Ҡоштар тынып торһын бер аҙға

Гөлдәр үҫҫен таштар өҫтөндә.

/ Ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәре уйнала /

6-сы уҡыусы

Башҡортостан-йырсы Урал .

Нисә милләт һиндә яралған?!

Зур йөктәрҙе бергә күтәреп,

Көрәштәрҙә бергә дан алган.

7-се уҡыусы

Башҡортостан-гүзәл гөлөстан!

Иреклеләр менән юлдарың…

Балҡыһындар яҡты уйҙарың,

Ғорурлана ҡыҙ һәм улдарың.

8-се уҡыусы

Башҡортостан!

Халыҡ дуҫлығы!

Мәңге күрмә күңел тарлығы!

Аҡыл сәсеп йәшә,

Нур булып,

Яңраһын данлы йырҙарың!

/ Тыуған яҡ тураһында йыр /

9-сы уҡыусы

Башҡортостан-Салауаттың иле,

Ниндәй иркен ,урман ,ҡырҙарың,

Данлы илем,йөрәгемдә минең-

Моңло ҡурай үҫкән Уралым.

10-сы уҡыусы

Тыуған ерем - гүзәл Башҡортостан,

Башҡорт теле-тыуған ер теле,

Күңелдәрҙе тетерәндерә торған,

Йырлап туймаҫ, данлы йыр теле.

1-се уҡыусы

Һөйөп уҡыйым ,йомшаҡ иркә телле

Башҡорт әҙиптәре әҫәрен.

Уңыштары өсөн гел һөйөнөп,

Гел үҙ итеп,ғорур йәшәймен.

2-се уҡыусы

Башҡортостан-иген даръяһы,

Нефть шишмәләре сыңлауы.

Ниндәй матур байлыҡ,бөтмәҫ көс-

Һинең эшсән ул һәм ҡыҙҙарың.

3-сө уҡыусы

Татар теле -туған анам теле,

Башҡорт теле-тыуған ер теле,-

Ә рус теле-бөйөк Ватан теле,

Өсөһө лә минең үҙ телем.

/ Рус халыҡ йыры /

4-се уҡыусы

Был ер миңә бик ҡәҙерле,

Мин шул ерҙә йәшәйем.

Бында мин тәпәй баҫҡанмын,

Бында минең әсәйем.

5-се уҡыусы

Нисек яратмайһың уның

Туғай, урман,күлдәрен…

Игендәрзең сәсен һыйпап

Иҫкән наҙлы елдәрен.

6-сы уҡыусы

Тыуған ерем- гүзәл баҡсам,

Һиндә йәшәйбеҙ йырлап.

Һиндәй юҡ бүтән, ер шарын

Мең ҡат сыҡһаң да урап.

/ Татар халыҡ бейеүе/

7-се уҡыусы

Башҡортостан! Шиңмәҫ гөлдәр иле,

Илешкәйем- уның бер гөлө.

Тыныс тормош,тырыш хеҙмәт менән

Үтә Илешемдең һәр көнө.

8-се уҡыусы

Башҡортостан! Шиңмәс гөлдәр иле.

Ә Илешем -уның бер гөлө.

Хеҙмәт тәме ,йәшәү йәме менән

Илешленең үтә һәр көнө.

9-сы уҡыусы

Бәрәкәтле Илеш тупрағында

Күкерәп ята иген ҡырҙары.

Ситтә түгел ,нигеҙендә таба

Үҙ бәхетен улы -ҡыҙҙары.

/Башҡорт бейеүе /

10-сы уҡыусы

Илеш иле-игенселәр иле,

Иңдәрендә тоя ил ғәмен.

Байрамдарҙа ҡунаҡ өҫтәленең

Иң түренә ҡуя икмәген.

1-се уҡыусы

Илеш иле-аҡ ҡайындар иле.

Илешлелә-Ватан хаҡлығы.

Һәр кешелә изгелек һәм сафлыҡ,

Һәр күңелдә ҡайын аҡлығы.

2-се уҡыусы

Илеш иле -һандуғастар иле.

Халыҡ бында йырға табына.

Сөнки күңелдәргә бишектән үк

Мәңге һүнмәҫ бер моң һалына.

3-сө уҡыусы

Илеш иле -ысын шағирҙар иле.

Шиғыр кеүек көҙө, яҙы ла.

Ағиҙелдә, Сөндә, Баҙыла,

Аҡ ҡағыҙға ал да яҙ ғына.

4-се уҡыусы

Илеш иле,күрһәң ине,

Шишмә лә инеш кенә.

Шишмәләре ,инештәре,

Һыуҙары көмөш кенә.

5-се уҡыусы

Илеш иле -икмәк иле,

Еләк тә емеш кенә.

Халыҡтың төп маҡтанысы

Хеҙмәт кенә,эш кенә.

6-сы уҡыусы

Илеш иле- дуҫ-иш кенә,

Таныш та белеш кенә.

Байрамдары шау -гөр килә-

Йырлаш та бейеш кенә.

7-се уҡыусы

Гүзәллектең тыуған яғы

Һин генә-Илеш кенә.

Йәшә,Илеш,ошо килеш,

Гел гүзәл килеш кенә.

/Мари халыҡ бейеүе

8-се уҡыусы

Башҡа матурлыҡтар кәрәк түгел,

Һеҙгә- һәр бер йөрәк тибешем.

Һеҙ мәңгегә күңелемдә минең

Башҡортостан менән Илешем. //

9-сы уҡыусы

Башҡортостан -дуҫлыҡ йорто,

Татыулыҡта уның ҡото.

Туғанлыҡта -уның ҡуры,

Тоғролоҡта-уның уты.

10 уҡыусы

Башҡортостан-дуҫлыҡ иле

Һәр милләте туған телле.

Йыры- моңо төрлө-төрлө.

Булһын мәңге рухлы,түлле.

Мәңге йәшә,дуҫлыҡ иле!

Мәңге йәшә,башҡорт иле!

/ Йыр « Туған телемдә һөйләшәм»/


© 2010-2022