Конкурсная работа «Современный урок» Н. Мусин «Слезы»

Описание конкурсной работы «Современный урок» Автор (ФИО, ОУ, должность) Давлетова Галия Гильмулловна, муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа № 7 муниципального района Давлекановский район Республики Башкортостан, учитель башкирского языка и литературы Название Урок родного языка и литературы Форма Разработка урока, презентация, Учебный предмет, класс Родной язык и литература , 6 класс Название темы или раздела учебного курса Н.Мусин . «Слезы» П... Содержание дидактического материала (раскрыть подробно) Дидактический материал полностью отвечает требованиям учебного плана. Презентация состоит из слайдов, видеоролика, которая разработана по программе Windows Movie Maker Используемые источники информации (литература, Интернет, и др.) Учебник башкирского языка и литературы, 6кл , Интернет ресурсы
Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат rar
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Ноғман Мусиндың "Күҙ йәше" нәҫерен өйрәнеү

Маҡсат: халыҡ яҙыусыһы Н.Мусиндың тормошо һәм ижады менән танышыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу, Ватан һуғышы батырҙарына ихтирам тәрбиәләү

Йыһазландырыу: компьютер, интерактив таҡта, балаларҙың һүрәттәренән күргәҙмә.

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу мәле

1) Тел асҡысы - иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм:

Әссәләмәләйкүм!

II. Фонетик- орфоэпик күнегеүҙәр:

А) һуҙынҡы өҫтәп уҡы:

Ҡ-л, ҡ-р, ҡ-н,ҡ-ш, ҡ-ҙ,к-н,т-н

Б) тартынҡы өҫтәп уҡы:

Ө-ө,о-о,у-ы,а-а,ә-ә,э-ә,я-а

В)ребусты уҡы:

1гә, 1ҙәм, к3, 6н, 7ҙ

Г) Күҙ йәштәрен юҡҡа түкмәйек,

Улар ҙа бит дәүләт байлығы.

Ул байлыҡты әрәм итмәйек.

М.Кәрим

Д) Юҡҡа түгелгән күҙ йәштәре заяға аҡҡан алтын шишмәләргә бәрәбәрҙер, бәлки.Күҙ йәштәре күңел йәштәре лә бит ул.

М.Кәрим

Уҡытыусы:

- Ошо ике кескәй текстың ниндәй уртаҡлығы бар? Уларҙа нимә тураһында һүҙ бара?

III.Яңы темаға күсеү

Уҡытыусы:

-Бөгөн дәрестә беҙ Н.Мусиндың "Күҙ йәше"тигән нәҫере менән танышасаҡбыҙ. Дәресебеҙҙең маҡсаты - Н.Мусиндың тормош юлы һәм ижады менән танышыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, яҙыусының ижадына, бөйөк Ватан ҡаһармандарына ихтирам тәрбиәләү.

Уҡытыусы:

-Кем һуң ул Ноғман Мусин?

Был һорауға яуап бирергә беҙгә терәк - схема ярҙам итер:

Ҡайҙа? Ҡасан?

Нисә? НОҒМАН МУСИН Ниндәй?

Кем?

ҠКонкурсная работа «Современный урок» Н.Мусин «Слезы»Конкурсная работа «Современный урок» Н.Мусин «Слезы»айҙа? Ҡасан?

1931 йылдың 17июлендә

Ишембай районы

Ҡолғона ауылында тыуған

НКонкурсная работа «Современный урок» Н.Мусин «Слезы»Конкурсная работа «Современный урок» Н.Мусин «Слезы»исә? НОҒМАН МУСИН Ниндәй?

Унлап романы, Башҡортостандың "Һуғыш төш түгел"

Утыҙлап повесы, Халыҡ "Аҡ бурандар"

бКонкурсная работа «Современный урок» Н.Мусин «Слезы»ик күп хикәйәләре, яҙыусыһы "Атайымдың ос һәнәге"

8 томлыҡ йыйылмаһы

Кем?

( терәк схема бөтә балаларға ла таратып бирелә)

Уҡытыусы:

(интерактив таҡтанан терәк схемаларға таянып яҙыусы тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирә)

1)Ҡайҙа?Ҡасан?

Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә хәҙерге Ишембай районы Ҡолғона ауылында тыуған. Башта ул үҙ ауылдарында 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Ҡолғонаға уҡытыусы булып ҡайта.

1958 йылда "Ағиҙел" журналына эшкә килә, ошонан һуң әҙәбиәттән айырыла алмай.

2)Нисә?

Унлап романы, бик күп хикәйәләре, утыҙлап повесы, әлеге көндә 8 томлыҡ йыйылмаһы өҫтөндә эшләй.

3)Ниндәй?

Ул - үткер күҙле прозаик. Ижады 1953 йылда "Минең дуҫ" тигән хикәйәнән башлана.

Тәүге повесы "Зөһрә" 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда "Әҙәби Башҡортостан журналында донъя күрә.Артабан "Тревога алдынан","Ер биҙәге","Ауылым юлы","Кеше йылмая","Күксә урманында","Һинең мөхәббәтең" тигән повестар,күп кенә хикәйәләр бер-бер артлы баҫылып сыға.1968 йылда "Өҙәрем юл кешеләре" тигән тәүге романын баҫтырып сығара. Тәүге романын уҡыусылар йылы ҡабул иткәс, яҙыусы тағы ла дәртләнеберәк ижад эшенә сума."Һайлап алған яҙмыш",ике китаптан торған "Мәңгелек урман""Зәңгәртауҙа аҡ болан","Яралы кеше тауышы","Таң менән сыҡ юлдарға""Һуңғы солоҡ","Шунда ята батырҙар һөйәге" романдарын һәм бик күп хикәйәләр,повестар яҙырға өлгөрә ул.

Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин үҙенең әҫәрҙәрендә күберәк тәбиғәткә дан йырлай,кешене лә ана шул тәбиғәттең бер балаһы итеп күрһәтә.

4)Кем?

Н.Мусин Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

"Ноғман Мусин- замана яҙыусыһы, ижады тамырлы, төрлө жанрлы әҫәрҙәрендә кеше бәҫе, дәрәжәһе алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундарының тормошсанлығы һәм матурлығы данлана"- ти уның хаҡында Роберт Байымов.

Уҡытыусы:

- Ғөмүмән, яҙыусының әҫәрҙәре эмоциональ яҡтан бик бай.

IV. Яңы тема өҫтөндә эш

1) Уҡытыусының тасуири уҡып күрһәтеүе

2) Сылбырлап уҡыу

3) Һүҙлек эше

Нәҫер- эмоционаллеге, ритмлығы менән шиғри телмәргә яҡын торған йөкмәткеле проза әҫәре

Ҡара ҡағыҙ- фронттағы һалдаттарҙың үле хәбәре

Күкрәк ҡапҡасы - грудь

Хәсрәт тулы- ҡайғылы

(уҡыусыларҙың үҙҙәренә таратып бирелә)

4) Йөкмәткеһе буйынса һорауҙар

Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, нәҫерҙең һуңғы юлдарын тағы бер тапҡыр ҡысҡырып уҡып сығайыҡ, әле.

Уҡыусылар уҡыйҙар:

…Күҙ йәштәре төрлө була, тиҙәр. Шатлыҡтан тамған күҙ йәштәре бигерәк аҡ, бигерәк саф була икән.

Уҡытыусы:

  • Күҙ йәше саф,аҡ тигәнде һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

Икенсе төрлө быны нисек атарға була?

- Күҙ йәшенә эпитеттар һайлап китәйек. Улар араһында ыңғай ҙа, кире лә эпитеттар булһын:

(уҡыусылар быны таҡтала эшләйҙәр)

ӘКонкурсная работа «Современный урок» Н.Мусин «Слезы»Конкурсная работа «Современный урок» Н.Мусин «Слезы»се татлы

ЗКонкурсная работа «Современный урок» Н.Мусин «Слезы»Конкурсная работа «Современный урок» Н.Мусин «Слезы»Конкурсная работа «Современный урок» Н.Мусин «Слезы»Конкурсная работа «Современный урок» Н.Мусин «Слезы»арлы күҙ йәше саф

Моңло аҡ

Уҡытыусы:

-Күҙ йәштәре ҡасан ҡасан әсе, моңло,зарлы була?

- Текста ошондай күҙ йәштәре тураһында ҡайҙа яҙылған? Шул турала уҡып күрһәтегеҙ әле.

Уҡыусылар уҡыйҙар:

-Атайымдың һуғышта һәләк булыуы тураһында "ҡара ҡағыҙ" килгәс,әсәйем бик оҙаҡ,башын эйеп,өнһөҙ ултырҙы.Шунан тәрән итеп көрһөндө лә, башын ҡалҡытып, апайым менән миңә:

- Иламағыҙ,балаларым,- тине, - бер беҙҙең башҡа түгел, бөтә ил өҫтөнә килгән ҡара яу бит.

Ошонан аҙаҡ ул аҙ һүҙле,ҡырыҫыраҡ булып китте, күҙгә күренеп ҡартайҙы. Шулай ҙа мин уның ҡайғылы күҙҙәрендә бер ваҡытта ла йәш күрмәнем.

Уҡытыусы:

-Эйе, уҡыусылар, ҡанлы һуғыш йылдарын иҫкә төшөрһәң, күҙ алдына миллионлаған халыҡтың илауы, уларҙың әсе күҙ йәштәрен түгеүе килеп баҫа. Күпме һағыш, ҡайғы килтергән ул ауыр һуғыш.Күпме балалар атаһыҙ ҡалған, күпме ҡатындар ирҙәрен юғалтып, тол ҡалған, күпме әсәләр улдарын һуғыш яланынан көтөп ала алмай һарғайған.(слайдта)

-Тыныс тормош булһа ла бөгөнгө көндә лә илай ветерандар.Үткәндәрен күҙ йәшенән башҡа хәтерләй алмай улар.

Уларҙың күҙ йәштәре бер яҡтан әсе, яуҙа бик күп дуҫтарын юғалтҡандар.Икенсе яҡтан татлы ла, сөнки улар яуыз дошманды еңгәндәр.

Уҡытыусы:

-Әйҙәгеҙ,уҡыусылар, хәҙер экрандан һуғыш күренештәрен ҡарап, үҙебеҙсә баһа ҡуяйыҡ. (видеоролек ҡарап китеү)

Уҡытыусы был ваҡытта Ғ.Әмириҙең "Түгелмәһен әсәләрҙең күҙ йәше" шиғырын уҡый:

Һәр бер әсә ғүмер бүләк итә

Балаһына оҙаҡ йәшәргә.

Һәм балаһын яуға оҙатҡанда,

Бер үк төрлө илай әсәләр

Әсә күҙҙренән тамған йәштәр

Берҙәй әсе барлыҡ илдәрҙә

Әсә йөрәгенән сыҡҡан аһ-зар

Берҙәй ауыр бөтә телдәрҙә.

Дуҫтар. Дуҫтар. Һиҙгер булайыҡсы!

Сыланмаһын әсә керпеге

Яуҙан улын көтөп, ағармаһын

Әсә сәстәренең бөртөгө

Уҡытыусы:

- Ошондай күренештәрҙе ҡарау беҙҙә бик ауыр тойғолар ҡалдыра, Беҙ һуғыштың ауыр булыуы тураһында барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Шуға күрә беҙ барыбыҙ ҙа тыныслыҡ булһын, тибеҙ. Балаларҙың,әсәләрҙең күҙ йәштәре юҡҡа түгелмәһен, тибеҙ.

V. Йомғаҡлау

Уҡытыусы:

Бөгөнгө дәресебеҙҙе йомғаҡлар өсөн төркөмдәр менән эш эшләп алабыҙ:

1 -се төркөм яҙыусының биографияһы буйынса тест һорауҙарына яуап бирә.

Тест һорауҙары:

1.Н.Мусин ҡайҙа тыуған ?

А)Салауат районы Арҡауыл ауылында

Б)Ишембай районы Ҡолғона ауылында

В) Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында

2. Яҙыусы ҡасан тыуған?

А) 1919 йылдың 20 октябрендә

Б) 1932 йылдың 12 февралендә

В) 1931 йылдың 17 июлендә

3."Күҙ йәше"

А) нәҫер

Б) хикәйә

В) шиғыр

4.Тәүге әҫәренең исеме

А)"Аҡ бурандар"

Б)Атайымдың ос һәнәге"

В)"Минең дуҫ"

2 -се төркөм .Авторҙың беҙгә нимә әйтергә теләүен аңлата

3 -сө төркөм: Күҙ йәштәре һүҙбәйләнешенә һүҙҙәр ҡуша барып,һөйләм төҙөргә.(Түгелмәһен күҙ йәштәре әсәләрҙең, балаларҙың тигән һөйләм килеп сығырға тейеш)

Баһалау. Өй эше. "Беҙ тыныслыҡ яҡлы" тигән темаға плакаттар яһайбыҙ. Ошо темаға иншаға әҙерләнергә.



Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районы

хакимиәтенең мәғариф бүлеге муниципаль учреждениеһы



Ноғман Мусиндың

"Күҙ йәше"нәҫерен өйрәнеү

(6 класс)

(Урыҫ телле балаларға башҡорт телен өйрәтеү)







Башҡарыусыһы:

Дәүләкән районы муниципаль

районының 7-се һанлы дөйөм

белем биреү мәктәбенең муниципаль

бюджет учреждениеһы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Дәүләтова Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы



ДӘҮЛӘКӘН - 2010


© 2010-2022