Рабочая программа по башкирскому государственному языку (7кл.)

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с.Улькунды

муниципального района Дуванский район Республики Башкортостан

Рассмотрено Cогласовано: Утверждаю:

на заседании МО Зам.директора по УВР Директор МБОУ СОШ

протокол №___ от___ _______Л.Д.Валиахметова с.Улькунды

«___»_августа_2015 г. «_31 » августа 2015 г. ________Р.Р.Рахимова

Руководитель ШМО Приказ № « » августа 2015г.

__________________

Рабочая программа

по башкирскому (государственному) языку

для 7 класса

на 2015-2016 учебный год


Составила учитель башкирского (государственного) языка

Валиахметова Лилия Данировна

Учебно-методический комплект:

Учебник «Башкирский язык и литература» рекомендован Министерством образования и науки Российской Федерации.

Авторы учебника: Хуснутдинова Ф.А., Тикеев Д.С., Гафарова Б.Б.

Год издания - 2010 год (по II учебной линии класс занимается с

2011г.)

Авторы программы: Хуснутдинова Ф.А., Тикеев Д.С., Гафарова Б.Б.

Количество часов:

в год/в неделю 68 часов/ 2 часа/

2015 - 2016 учебный год

Рабочая программа составлена в соответствии со следующими нормативными документами:

- Федеральный закон «Об образовании в Российской Федерации» от 29.12.2012г. № 272 -ФЗ;

- Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 30.08.2013г. № 1015 «Об утверждении порядка организации и осуществления образовательной деятельности по основным общеобразовательным программам - образовательным программам начального общего, основного общего и среднего общего образования»;

- Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 09.03.2004г. № 1312 «Об утверждении федерального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных учреждений Российской Федерации, реализующих программы общего образования» (в ред. Приказа Минобрнауки РФ от 01.02.2012 № 74);

- Приказ Министерства образования Республики Башкортостан от 29.05.2015г. № 905 «О рекомендуемых базисном учебном плане и примерных учебных планах для общеобразовательных организаций Республики Башкортостан на 2015-2016 учебный год»;

- Закон республики Башкортостан «Об образовании в Республики Башкортостан» от 01.07.2013г. (в ред. Закона РБ от 26.12.2014 № 171-а);

- Конституция Российской Федерации;

- Закон Российской Федерации «О языках народов Российской Федерации» от 25.10.1991 года №1807-1;

- Федеральный закон «О национально-культурной автономии» от 17.06.1996г. № 74 - ФЗ;

- Федеральный закон «О государственном языке Российской Федерации» от 01.06.2005 г. № 53 - ФЗ;

- Приказ Министерства образования и науки РФ от 6 октября 2009 г. N 373 "Об утверждении и введении в действие федерального государственного образовательного стандарта начального общего образования";

- Приказ Министерства образования и науки РФ от 29 декабря 2014 г. N 1643 "О внесении изменений в приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 6 октября 2009 г. № 373 "Об утверждении и введении в действие федерального государственного образовательного стандарта начального общего образования";

- Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 17 декабря 2010 г. № 1897 « Об утверждении федерального государственного образовательного стандарта основного общего образования";

- Приказ МБОУ СОШ с.Улькунды от 01 сентября 2015 г. № 116 « О перечне учебников, используемых в образовательном процессе в 2015-2016 учебном году»;

- Гигиенические требования к условиям обучения в общеобразовательных учреждениях СанПиН 2.4.2.2821 - 10;

- Основная образовательная программа основного общего образования МБОУ СОШ с.Улькунды на 2015-2020 учебный год (Приказ № 90 «01» сентября 2015 г.);

- Учебный план МБОУ СОШ с.Улькунды муниципального района Дуванский район Республики Башкортостан на 2015-2016 учебный год.

- Календарный учебный график учебного процесса на 2015-2016 учебный год МБОУ СОШ с.Улькунды (Приказ № 89 от 01.09.2015г.);

- Положение о рабочих программах по учебным предметам Муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа с.Улькунды муниципального района Дуванский район Республики Башкортостан. (Введено в действие: Приказ № 66 от 28 июня 2013 года)


































Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафарова Б.Б.- Өфө: Китап, 2010.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафарова Б.Б.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафарова Б.Б.- Өфө: Китап, 2010.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре : Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғафарова Б.Б. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Дыуан районының Өлкөндө урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының " уҡыу планына" ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Респубиҡаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар:

  1. Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  2. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  3. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  4. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  5. Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  6. 5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  7. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

  8. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:

I. Теле барҙың-иле бар (6 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы һәм мәктәп тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

Грамматика:

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

II. Ауыз-тел ижады (9 сәғәт)

Ауыз-тел ижады, ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр, йырҙар, риүәйәттәр һәм легендалар, таҡмаҡтар уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләм төҙөлөшө.

III. Алтын көҙ. (4сәғәт)

Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, әкиәттәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

Бойроҡ һөйкәлеше ҡылымдары.

IV. Уҡыу - белем шишмәһе (3 сәғәт)

Уҡыуға яхшы караш тәрбиәләү. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу.

Грамматика:

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

V. Дуҫлыҡта - берҙәмлек (4 сәғәт)

Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары.

VI. Хеҙмәте юҡтың-хөрмәте юҡ. ( 7сәғәт)

Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым төркөмсәләре. Исем ҡылым. Сифат ҡылым.

VII. Башҡортостан-ғәзиз ерем.(2 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика:

Уртаҡ ҡылым.

VIII. Ап-аҡ ҡарҙар яуа. (4 сәғәт)

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү.

Грамматика:

Хәл ҡылым.

IX. Ир намыҫы-ир куңелендә. (7 сәғәт)

Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Р.Шәкүр. Һаҡта тора илдең улдары. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Рәүеш төркөмсәләре, дәрәжәләре. Рәүештәрҙең яһалышы.

Х. Ғәҙиҙдәрҙән-ғәҙиҙ әсәләр (6 сәғәт)

Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. "Катын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Грамматика:

Теркәүес тураһында төшөнсә.

XI. Эх, күңелле яҙ килә (4 сәғәт)

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү.

Грамматика:

Бәйләүестәр тураһында төшөнсә.

XII. Тел-тере шишмә (5 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә. Киҫәксәләрҙең бүленеше, дөрөҫ яҙылышы.

XIII. Йәмле йәй (9 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

7 класс өсөн телмәр күнекмәләре:

  1. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;

  2. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

  3. Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

  4. Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  5. Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

  6. Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

  7. Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

  8. Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

  9. Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

  10. Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

  11. Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

  12. Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

  13. Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

  14. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

  15. Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  1. башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  2. тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  3. дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  4. һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  5. тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Һорауҙарға яуаптар-1

Диктант- 5

Изложение - 4

Инша - 4

Календарь -тематик планлаштырыу

Дәрестең темаһы

Сәғәт һаны

Дата

Өҫтәлмә

материал

Иҫкәрмә

Үтәсәк ваҡыты

Үткәрелгән көнө

I сирек - _18__ сәғәт

1.

Теле барҙың-иле бар.

Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр.

1

01.09.

2.

Хайуандар тураһында әкиәттәр.

1

04.09.

3.

Тылсымлы әкиәттәр.

1

08.09.

4.

Тормош-көнкүреш әкиәттәре.

1

11.09.

5.

Фонетика, һүҙьяһалыш һәм морфология буйына ҡабатлау.

1

15.09.

6.

Т.ү. Изложение. Мәктәпкә тәү барған көн.

1

18.09.

7.

Хаталар өҫтөндә эш. Риүәйәт һәм легендалар. Етегән йондоҙ.

1

22.09.

8.

Ҡылым. Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар.

1

25.09.

9.

Ҡылым һөйкәлеше. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәреше.

1

29.09.

10.

Инеш диктант. Әрем.

1

02.10.

11.

Хаталар өҫтөндә эш. Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында йырҙар.

1

06.10.

12.

Ҡытын-ҡыҙ яҙмышы тураһындағы йырҙар.

1

09.10.

13.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.

1

13.10.

14.

Таҡмаҡтар.

1

16.10.

15.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының киләсәк заманы.

1

20.10.

16

Көҙ тураһында шиғырҙар.

1

23.10.

17

Контроль диктант. Ҡара алтын.

1

27.10.

18

Хаталар өҫтөндә эш.

Т.ү. Инша. Минең дуҫым.

1

30.10.



Дәрестең темаһы

Сәғәт һаны

Дата

Өҫтәлмә

материал

Иҫкәрмә

Үтәсәк ваҡыты

Үткәрел-

гән көнө

II сирек - _16__ сәғәт

19.

Бойроҡ һөйкәлеше ҡылымдары.

1

06.11.

20.

Уҡыу-белем шишмәһе. Р.Байбулатов. Күңел күҙҙәре.

1

10.11.

21.

Н.Мусин. Тайғаҡ баҫма.

1

13.11.

22.

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

1

17.11.

23.

Дуҫлыҡта-берҙәмлек. Дуҫлыҡ тураһында шиғырҙар.

1

20.11.

24.

Р.Байбулатов. Һарыбай.

1

24.11.

25.

Ә.Бикчәнтәев. Бакенщиктар илаҡ булмай.

1

27.11.

26.

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары.

1

01.12.

27.

Хеҙмәте юҡтың-хөрмәте юҡ. М.Ғафури. Гөлдәр баҡсаһында.

1

04.12.

28.

Ж.Кейекбаев. Оморҙаҡ бабай.

1

08.12.

29.

Ҡылым төркөмсәләре. Исем ҡылым.

1

11.12.

30.

Контроль диктант. Янғантау.

1

15.12.

31.

Хаталар өҫтөндә эш. Ж.Кейекбаев. Туғандар һәм таныштар.

1

18.12.

32.

Сифат ҡылым.

1

22.12.

33.

Т.ү. Инша. Башҡортостан-тыуған төйәгем.

1

25.12.

34.

Башҡортостан-ғәзиз ерем. Башҡортостан тураһында шиғырҙар.

1

29.12.





Дәрестең темаһы

Сәғәт һаны

Дата

Өҫтәлмә

матери ал

Иҫкәрмә

Үтәсәк ваҡыты

Үткәрел-гән көнө

III сирек - _20__ сәғәт

35

Уртаҡ ҡылым.

1

15.01.

36

Ап-аҡ ҡарҙар яуа. Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеле.

1

19.01.

37

Хәл ҡылым.

1

22.01.

38

Ә.Әһлиуллин. Биҙәкле сана.

1

26.01.

39

Т.ү. Изложение. Таштау.

1

29.01.

40

Ир намыҫы-ир куңелендә. Р.Шәкүр. Һаҡта тора илдең улдары.

1

02.02.

41

Ф.Аҡбулатова. Атай икмәге.

1

05.02.

42

Рәүеш. Рәүештәрҙең белдергән мәғәнәһе.

1

09.02.

43

В.Исхаҡов. Кеше күңеле-тәрән даръя.

1

12.02.

44

Рәүеш төркөмсәләре, дәрәжәләре. Рәүештәрҙең яһалышы.

1

16.02.

45

А.Баһуманов.Ҡайҙа һин, генерал.

1

19.02.

46

Т.ү. Изложение. Ер һатыу.

1

23.02.

47

Ғәҙиҙдәрҙән-ғәҙиҙ әсәләр. Әсәйҙәр тураһында шиғырҙар.

1

26.02.

48

Ф.Иҫәнғолов. Бер йомғаҡ май.

1

01.03.

49

Ә.Бикчәнтәев. Яраланған бүре күҙҙәре.

1

04.03.

50

Г.Яҡутова. Әсәйҙәр ниңә ҡартая. Мейес әбей.

1

08.03.

51

Теркәүестәр.

1

11.03.

52

Контроль диктант. Шәжәрә.

1

15.03.

53

Хаталар өҫтөндә эш.

Эх, күңелле яҙ килә.

Яҙ тураһында шиғырҙар.

1

18.03.

54

Т.ү. Инша. Ҡоштар-беҙҙең дуҫтарыбыҙ.

1

22.03.



Дәрестең темаһы

Сәғәт һаны

Дата

Өҫтәлмә

материал

Иҫкәрмә

Үтәсәк ваҡыты

Үткәрел-гән көнө

IV сирек - _19__ сәғәт

55

Һ.Дәүләтшина. Айбикә.

1

05.04.

56

Бәйләүестәр.

1

08.04.

57

Т.ү. Изложение. Һандуғас тауышы.

1

12.04.

58

Тел-тере шишмә. Ҡ.Аралбаев. Башҡорт теле.

1

15.04.

59

М.Кәрим. Оҙон-оҙаҡ баласаҡ.

1

19.04.

60

Киҫәксәләр.

1

22.04.

61

Киҫәксәләрҙең бүленеше, дөрөҫ яҙылышы.

1

26.04.

62

Йәмле йәй. М.Ғафури. Болон.

1

29.04.

63

Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

1

03.05.

64

Ымлыҡтар.

1

06.05.

65

Контроль диктант. Ололар ни әйтә?

1

10.05.

66

Хаталар өҫтөндә эш. С.Әлибай. Ямғыр теләү.

1

13.05.

67

Н.Игеҙйәнова. Өйрөлмәк.

1

17.05.

68

Ә.Сәетов. Бесәндән ҡайтыу.

1

20.05.

69

Т.ү. Инша. Хәрәкәттә-бәрәкәт.

1

24.05.

70

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Морфология буйынса үтелгәнде ҡабатлау.

1

27.05.

71

Әҙәбиәттән үтелғәндәрҙе ҡабатлау.

1

31.05.





Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар:

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафарова Б.Б.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәе» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.

  4. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. - Өфө: Китап, 2009. - 128 бит.

  5. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә берҙәм талаптар.

  6. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  7. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  8. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбаптар.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  9. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.

  10. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. - Өфө, 2004.

  11. Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. - Өфө, 1997.

  12. Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. - Өфө, Китап, 2006.

  13. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. - Өфө, Китап, 2006.

  14. Башҡортостан энциклопедияһы. Шәкүров Р.З. - Өфө, Китап, 1997.

  15. Балалар әҙәбиәте антологияһы. Әлибаев С. - Өфө, Китап, 1999.

  16. Электрон дәреслек. Башҡорт (дәүләт) теле. 5-11 - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  17. Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  18. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008. - 96 бит

  19. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

Материаль-техник ҡулланмалар

  1. телевизор;

  2. компьютер;

  3. принтер;

  4. DVD-проигрыватель,

  5. Аудио-видеомагнитофон.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафарова Б.Б.- Өфө: Китап, 2010.

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  4. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. - Өфө, Китап, 2007.

  7. Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. - Өфө, Китап, 2003

  8. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.

  9. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008

  10. Мостай Кәрим ижадында милли тәрбиә нигеҙҙәре. Вәлиев И.И. - Өфө, Китап, 2005.

© 2010-2022