Өләсәйемдең ҡул эштәре

Тема: Өләсәйемдең ҡул эштәре Маҡсат. Өләсәйҙәр яҙмышы ил яҙмышы менән бер икәнлекте төшөндөрөү, мәктәп менән ғаилә бәйләнешен нығытыу, өләсәй¬ҙәргә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү. Йыһазландырыу. Плакаттар, лозунгы¬лар, укыусыларҙың һүрәттәре, фотоальбом-дар. Байрам барышы 1 -се укыусы. Мин дәрестән арып ҡайтһам, Йылмайып ҡаршы ала. Самауыры — гел өҫтәлдә, Ашығып ашын һала. Кем ул? Бергә. Өләсәй! 2-се укыусы. Күҙлек кейеп, кис ултырып, Бәйләй ойоҡ, бейәләй. Нисә ейән — бөтәһен дә Һис рәнйетмәй...
Раздел Другое
Класс -
Тип
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Өләсәйемдең ҡул эштәре

Маҡсат. Өләсәйҙәр яҙмышы ил яҙмышы менән бер икәнлекте төшөндөрөү, мәктәп менән ғаилә бәйләнешен нығытыу, өләсәй­ҙәргә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Плакаттар, лозунгы­лар, укыусыларҙың һүрәттәре, фотоальбом­дар.

Байрам барышы

1 -се укыусы.

Мин дәрестән арып ҡайтһам,

Йылмайып ҡаршы ала.

Самауыры - гел өҫтәлдә, Ашығып ашын һала.

Кем ул? Бергә. Өләсәй!

2-се укыусы.

Күҙлек кейеп, кис ултырып,

Бәйләй ойоҡ, бейәләй. Нисә ейән - бөтәһен дә

Һис рәнйетмәй, теүәлләй.

Кем ул? Бергә. Өләсәй!

3-сө укыусы.

Атайым да, әсәйем дә

Унан кәңәш һорайҙар.

Ғаиләбеҙҙә бөтәһе лә

Ололоҡлап ҡарайҙар.

Кем ул?

Бергә. Өләсәй!

Укытыусы. Кәҙерле балалар һәм ҡу­наҡтар! Һеҙ бөгөнгө кисәнең өләсәйҙәргә бағышланғанын аңлағанһығыҙҙыр инде. Рәхим итегеҙ, өләсәйҙәр!

(Талғын музыка. Уҡыусылар өләсәйҙәр­ҙе сәхнәгә сығарып ултырта. Алып барыусы улар менән таныштыра.)

Алып барыусы. Халҡыбыҙҙа "Матур ғаилә - ил күрке" тигән мәҡәл бар. Шул ма­тур ғаиләләрҙең нигеҙ ташы - өләсәйҙәр. Улар беҙҙең тормоштоң йәме, иң аҡыллы, иң һәйбәт кешеләр. Улар булмаһа, донъя йәмһеҙ булыр ине. Өләсәйҙәр - тормош йәме, донъя тотҡаһы. Был хаҡта беҙ һеҙ яҙған иншаларҙан уҡып белдек. Ә хәҙер ҡайһы бер иншаларҙан өҙөктәр уҡып ишет­терәйек. ҡыу.)

Укытыусы. Рәхмәт, балалар. Өләсәйҙә­регеҙҙең ауыр ҙа, бәхетле лә, ғазаплы ла, шатлыҡлы ла мәлдәр кисереүен дөрөҫ аңлағанһығыҙ һәм тасуирлағанһығыҙ.

Алып барыусы. Бай тормош юлы үткән өләсәйҙәрегеҙ. Сөнки уларҙың тормошо илебеҙ, халҡыбыҙ тормошонан айырылғы­һыҙ. Хәҙер һүҙҙе өләсәйҙәргә бирәйек.

(Һорауҙар алдан уҡ тәҡдим ителде: Иң тәүге һорауыбыҙ : -алып килгән ҡул эштәрегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ.

1) Һеҙҙең тормошоғоҙҙағы иң иҫтә ҡалған, иң бәхетле минуттарығыҙ? 2) Һәр кем тормош­та үҙ урынын табырға тейеш.Һеҙ үҙ уры­нығыҙҙы таба алдығыҙмы? 3) Йәш сағығыҙ-ҙағы хыялығыҙ тормошҡа аштымы? Нимә тураһында хыялланғайнығыҙ? 4) Тормошта үкенгән саҡтарығыҙ булдымы? 5) Иң ярат­ҡан шөғөлөгөҙ нимә? 6) Балаларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?)

(1-се өләсәй һөйләй.)

Алып барыусы. Балалар, һеҙ Баныу инәйҙең бик ҡатмарлы тормошо тураһында ишеттегеҙ. Ләкин ул ауырлыҡтарға һис би­решә торған кеше түгел. Әле лә актив йәшәүен дауам итә. Үҙенә милли кейемдәр тектереп, концерттарҙа ҡатнаша.

Хәҙер Гәүһәр инәйҙең һөйләүен тыңлайыҡ.

(2-се өләсәй һөйләй.)

...- Мин һеҙгә, һуғыш йылдарындағы ризыҡтан ауыҙ иттермәксе булып, күстәнәс итеп талҡан һәм ҡурмас алып килдем.

(Ҡыҙҙар лирик бейеү башҡара.)

(3-сө өләсәй һөйләй. Һәр сығыштан һуң уға бағышлап, номер башҡарыла.)

Уҡытыусы. Ҡәҙерле өләсәйҙәр! Һеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һеҙгә арнап шиғырҙар ҙа ижад иттеләр. Шиғырҙарҙы авторҙар үҙҙәре уҡый. (Бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ.)

Ләйсән.

Оло инде өләсәйем,

Байтаҡ ғүмер кисергән.

Атайымды, туғандарҙы

Яҡшы итеп үҫтергән...

Лилиә.

Туған телде һаҡлап ҡалған

Хәҙерле өләсәйҙәр.

Ил менән бергә ҡайғы күргән -

Улар бит өләсәйҙәр.

Үҙ ғүмерендә әллә күпме

Яу күргән өләсәйҙәр.

Етмеш ҡайғы, етмеш шатлыҡ

Кисергән өләсәйҙәр.

Эй ғәзиз өләсәйҙәр.

Зөлфирә.

Оло булһа ла өләсәй,

Ҡулдары уның йомшаҡ.

Тәмле аштарын бешерә,

Өҫтәле тулы һәр саҡ.

Вадим.

Етеп килгән байрам менән

Ҡотлайым, өләсәйҙәр.

Тыуыр көндә шатлыҡ менән

Йәшәгеҙ, өләсәйҙәр.

Айрат.

Мин һеҙҙе алҡышлайым,

Хәҙерле өләсәйҙәр.

Ҡайғы-хәсрәт күрмәгеҙ,

Шат булһын һеҙҙең йөҙҙәр.

Алып барыусы. Ә хәҙер, хөрмәтле өлә­сәйҙәр, һеҙ ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә иң иркә һүҙҙәрегеҙҙе әйтегеҙ. (Әйтәләр.)

(Концерт номеры.)

Алып барыусы. Беҙҙең өләсәйҙәр ир-кәләүсе генә түгел, бик яҡшы педагогтар ҙа. Ышанмаһағыҙ, тыңлап ҡарайыҡ.

(Һәр өләсәйгә алдан конверт бирелә. Унда педагогик ситуация яҙылған. Улар тү­бәндәгесә булырға мөмкин:

Телевизорҙа ҡыҙыҡлы тапшырыу ба­ра. Һеҙ ейәнегеҙҙе өс тапҡыр ашарға са­ҡырҙығыҙ, ул урынынан да ҡуҙғалмай. Ни эшләрһегеҙ?

Шаярып йөрөгән кескәй ейәнегеҙҙе нисек йоҡларға күндерерһегеҙ?

3) Магазинда ейәнегеҙ, тегене алып
бир, быны алып бир, тип мыжый. Ни эшләр­
һегеҙ?

4) Еңмешләнеп, үкһеп илаған ейәнсәре­
геҙҙе нисек әүрәтерһегеҙ?

5) Ейәнегеҙ "2" алып ҡайтҡан. Һеҙҙең
мөнәсәбәтегеҙ?

6) Уҡытыусы ейәнегеҙҙең тәртип боҙоуы
тураһында көндәлегенә яҙып ҡайтарған.
Һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙ?)

(Өләсәйҙәр яуап бирә. Алҡыштар. Ҡот­лау номеры.)

Алып барыусы. Өләсәйҙәр бәләкәстәр­ҙе һамаҡлап һөйөргә яраталар. Ниндәй һөй­ҙөргөстәр белә икән улар? (Һөйҙөргөс әйтә­ләр.)

Алып барыусы. Хөрмәтле өләсәйҙәр, һеҙ ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең һәнәрен ҡарап, ҡыуанып ултырҙығыҙ. Әйҙәгеҙ, хәҙер үҙе­геҙҙең һөнәрҙе күрһәтегеҙ. Сәхнә түре һеҙгә!

(Кемдер йәшлек йырын башҡара, кем­дер мөнәжәт әйтә, бәйет сығара, һамаҡлай, бейей, көләмәс һөйләй, сәңгелдәк йырын йырлай һ.б.)

Уҡытыусы. Эйе, тормош ауыр булһа ла, өләсәйҙәрегеҙҙең рухын һындыра алмаған. Йөҙҙәре шат, күҙҙәре нурлы, күңелдәре көр уларҙың. Рәхмәт һеҙгә, өләсәйҙәр.

Алып барыусы. Һеҙ яҡшы уҡып, үҫеп етеп, ғәҙел, уңған етәкселәр, ҙур ғалимдар булып, тормошобоҙҙо гел алға алып барһа­ғыҙ, улар тағы ла шат булырҙар. "Бушҡа йәшәмәгәнбеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрҙе бушҡа үҫтермәгәнбеҙ", - тиерҙәр.

4-се уҡыусы.

Төндәр буйы йоҡламайса,

Сәңгелдәкте йырлап бәүеткән.

Ғүмер биреп, буй үҫтереп,

Ата-әсәйемде кеше иткән.

Кем ул? Бергә. Өләсәй!

5-се уҡыусы.

Ауыр замандар маңлайына

Буй-буй һырҙар һалдырған.

Репрессия һәм һуғыш уны

Бәләкәйҙән етем ҡалдырған.

Кем ул? Бергә. Өләсәй!

6-сы уҡыусы.

Бирешмәгән һис тә ҡайғыларға,

Еңеп сығырға ул күнеккән.

Тракторҙы ауыҙлыҡлап алып,

Ерҙе һөргән, иген ул иккән!

Кем ул?
Бергә. Өләсәй!

7-се уҡыусы.

Һыйыр һауған һыуыҡ фермаларҙа,

Бесән ташыған ул яландан.

Өйгә ҡайтҡас, балаларын ҡарап,

Кейем теккән һәм дә яманған.

Кем ул? Бергә. Өләсәй!

8-се уҡыусы.

Йырлай-йырлай ашҡа ярма төйгән,

Килеләргә һалып бойҙайын.

Тирмән тартҡан саҡта, кеше юҡта

Көйгә һалған йөрәк моң-зарын.

Кем ул?





Ҡурай -

башҡорт ере

тыуҙырған үҫемлек

Асыҡ дәрес







Үткәрҙе:

башҡорт мәҙәниәте

уҡытыусыһы

Н.Н. Вәлеева


2009











Өләсәйемдең ҡул эштәре

Асыҡ дәрес







Үткәрҙе:

технология

уҡытыусыһы

Н.Н. Вәлеева



2010

© 2010-2022