Башҡорт теле дәрестәрендә электрон дәреслектәрҙе ҡулланыу

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Һеҙҙең иғтибарға "Башҡорт теле дәрестәрендә электрон дәреслектәрҙе ҡулланыу" исемле темаға эшемде тәҡдим итәм.

Бөтәбеҙгә лә билдәле, 2011 йылдың 1 сентябрендә Рәсәй мәктәптәренең башланғыс кластарында яңы федераль дәүләт стандарттары индерелде.

Яңы быуын стандартының төп маҡсаты - уҡытыу сифатын күтәреү. Элек мәктәп белем биреү үҙәге булһа, хәҙер иһә уҡытыусы баланы тормошта маҡсат ҡуйып, уны үтәүгә ирешергә, мәғлүмәт табыу юлдарын өйрәтергә тейеш. Бала ҡуйылған маҡсатын ғәмәлгә ашырыу планын төҙөргә, фекерен асыҡ итеп еткерә белергә, һаулығын һаҡлау юлдарын да өйрәнеп сығырға тейеш мәктәптән. Китапты аҙағынаса яттан һөйләп, күнекмәләрҙе дөрөҫ итеп дәфтәренә күсереп кенә бала уҡыу алдынғыһы була алмай. Төрлө проблемаларҙы, мәсьәләләрҙе ижади сисеү юлдарын тапҡан уҡыусыларҙы тәрбиәләргә кәрәк беҙгә дәрестәрҙә.

XXI быуат уҡытыусыһы иң һуңғы мәғлүмәткә, инновацияларға эйә булырға тейеш. Шуға күрә, башҡорт теле дәрестәрендә электрон ресурстарҙы ҡулланыу - актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Башҡорт теле дәрестәрендә электрон ресурстарҙы ҡулланыу түбәндәге

маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота:

  • уҡыу сифатын күтәреү;

  • уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә өйрәтеү;

Бурыстар:

  • яңы электрон ресурстарҙы үҙләштереү;

  • уҡыусылар менән электрон белем биреүҙең мөмкинлектәрен файҙаланыу;

  • белем биреү процесын мауыҡтырғыс итеп үткәреү;

Яңы стандарт талаптарына ярашлы, беҙ уҡыусыларҙы яңы мәғлүмәти арауыҡта ориентирлашырға өйрәтергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта стандарт булмаған мәсьәләләр сисергә, командала эшләй белергә, эште үҙ аллы планлаштырырға һәм анализларға өйрәтеү ҙә - беҙҙең бурыс.

Усманова Минһылыу Ғөбәйтовна һәм Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилметдиновна авторлығындағы электрон дәреслектәрҙе лә бик уңышлы эш практикамда ҡулланам. Был эш төрөнөн ыңғай яҡтары күп. Беренсенән, уҡыусыларҙы бындай төр дәреслектәрҙә эшләп өйрәтһәң, улар үҙ аллы кәрәкле тема буйынса мәғлүмәт таба ала. Икенсенән, рус мәктәптәре өсөн махсус тәғәйенләнгән электрон дәреслектәр бар, был уҡыусыларға теманы аңлауҙы еңелләштерә генә, сөнки күп темалар рус телендә лә аңлатып бирелгән. Өсөнсөнән, рус балалары башҡорт телен сит тел булараҡ ҡабул итә, шунлыҡтан электрон дәреслектәрҙең тыңлау өсөн күнегеүҙәрен эштә ҡулланыу - ныҡ уңышлы алым, тип һанайым.

Электрон ресурстарҙы башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу бик отошло тип уйлайым, сөнки уҡыусыларым дәрестәрҙә башҡортса аралашырға, телмәрҙе аңларға өйрәнәләр, кәрәкле мәғлүмәтте үҙҙәре эҙләйҙәр, предмет буйынса төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә ирешәләр.


© 2010-2022