Открытый урок по башкирскому языку Мәктәптең серле юлдары

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

МӘКТӘПТЕҢ СЕРЛЕ ЮЛДАРЫ

Мәктәптең серле юлдары

Хыялдарға үрләтә.

Бөтәбеҙҙе бер ояла

Күгәрсендәй гөрләтә.



Мәктәп - ул көмөш ҡыңғырау

Сыңлай йөрәк түрендә.

Уҡытыусы ғүмер буйы

Балҡый күел күгендә.



Мәктәптең серле юлдары

Ҡанат ҡуя йөрәккә.

Уҡытыусы шул юлдарҙан

Аҙашмаҫҡа өйрәтә.



Мәктәптең серле юлдары

Әйҙәй күктә йәшнәргә.

Уҡытыусы өйрәтә бит

Нисек ерҙә йәшәргә.

© 2010-2022