Сценарий мероприятия по башкирскому языку на тему Урал батыр бәйгеһе

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Сценарий мероприятия по башкирскому языку на тему Урал батыр бәйгеһе






Нефтекама ҡалаһы

9-сы урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы: Рәхмәтуллина

Юлиә Ғилмулла ҡыҙы

Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар, уҡыусылар, уҡытыусылар!

Һеҙҙе ошо байрамда күреүбеҙгә бик шатбыҙ. Күрәм, йөҙҙәрегеҙ ҡояш кеүек балҡып тора.

Ошондай яҡшы кәйеф менән бәйгебеҙ байрамға әүерелһен.

"Урал батыр" эпосын башҡарыусылар

Йәш ҡыҙҙар һәм малайҙар,

Үҙҙәренең оҫталығын күрһәтеүселәр,

Был бәйгегә килгәндәр.

Быйылғы бәйгене асып ебәрәйек

Ҡатнашыусыларға илаһи илһам,

Еңеү ҡомары, тел асҡысы теләйек.

Урал батыр юлына сығарған,

Юл күрһәткән ата- әсәләргә,

Уҡытыусыларға мең рәхмәт әйтәйек.

Бәйгене башлар алдынан жюри ағзалары менән танышайыҡ.

___________________________

___________________________

___________________________

Ә хәҙер беренсе турҙы башлайыҡ.

"Урал батыр" - ҡоба йыр,

Башҡортомдоң ҡурайы,

Уны белгән баланың

Һаны ғорур турайыр.

Сәхнәгә 2-се мәктәп уҡыусыларын саҡырабыҙ.

"Урал батыр"- ҡобайыр,

Уны белгән ҙурайыр,

Аҡыл алыр, дан алыр,

Бөтә донъя таң ҡалыр!- ти халыҡ.

Әйҙәгеҙ әле, бергәләп ҡул сабып сәхнәгә 4-се мәктәп

уҡыусылары саҡырайыҡ.

Беҙ тарихтан килдек байрамға,

Беҙҙән алҡыш, беҙҙән фатиха,

Урал батыр тере һыу бөрккән,

Ата- баба ихлас донъя көткән, тиҙәр 6-сы мәктәп уҡыусылары.

Гүзәл ерҙә һеҙгә йәшәргә,

Белем алып, тырышып эшләргә.

Тыуған илде, ерҙе яҡларға,

Батыр аманатын аҡларға, тигән маҡсат

менән 7-се мәктәп уҡыусылары ла бәйгегә килеп еткән.

Ата- бабам - Урал батыр рухы-

Саҡырыуы менән ҡалҡындым,

Йылдар аша өндәшәмен һеҙгә,

Ғәзиз балалары халҡымдың, ти беҙгә

халыҡ.

Сәхнәгә 11-се мәктәп уҡыусыларын

саҡырабыҙ.

Бына инде бәйгебеҙҙең беренсе туры тамамланды.

Икенсе турҙа "Урал батыр" эпосы буйынса өҙөк сәхнәлештерелә.

Эпос- тере шишмә һәм таш ҡая . Ул мәңгелек эсендәге миҙгел, йыһандағы- нур, зиһендәге- аҡыл, йөрәктәге- хис, ти ҡурайсы Рөстәм Рәжәпов.

Шулай итеп, икенсе турҙы 2-се мәктәп уҡыусылары башлап ебәрә.

Башҡортостан балаларының "Урал батыр" эпосын ятлауы- үҙе бер фәһем, үҙе бер дәрес.

Беҙ ҙә ошо һүҙҙәр менән килешәбеҙ һәм сәхнәгә 4-се мәктәп уҡыусыларын саҡырабыҙ.

"Урал батыр" тәүтормош осорҙан бөгөнгәсә һәм киләсәккә лә етерлек донъяуи белем, фәлсәфә туплаған бөйөк әҫәр,- тип яҙған беҙгә Фәнүзә Нәҙершина

Ошо бөйөк әҫәргә бағышланған бәйгегә 6-сы мәктәп уҡыусылары ни менән килде икән бергәләп ҡарайыҡ .

"Урал батыр" эпосын ятлаған балалар ғүмергә етерлек аң- белем туплай һәм ата- бабаларҙың рухын яңырта.

Был ысынлап та, шулай. Алдағы ҡатнашыу сыларыбыҙ сәхнәгә 7-се мәктәп уҡыусылары сығарға ашҡынып торалар.

"Урал батыр" эпосы берәүҙәр өсөн - тарих, икенселәргә- тел үрнәге,

өсөнсөләргә- сәнғәт әҫәре, дүртенселәргә - милли идеологияны

сағылдырған мәшһүр ҡомартҡы,- тип яҙған Әхиәр Хәкимов.

Беҙ башҡорт халҡы ошондай рухи ҡомартҡыларыбыҙ менән байбыҙ.

Ошо эпосы өйрәнеүсе уҡыусыларыбыҙ менән ғорурбыҙ. Ошондай тырыш, уңған, булған

уҡыусылар хәҙер сәхнәгә сыға.

Улар 11-се мәктәп уҡыусылары.

Ошо ҡомартҡыны өйрәнеп, сәхнәләштереп 9-сы мәктәп уҡыусылары

килгән. Һүҙ һеҙгә йәш артистар..

Эйе, эпосы булған халыҡ- боронғо халыҡ. Эпостар башҡорт халҡын Уралтауға мәңгегә ҡаҙаҡлап ҡуйған.

Беҙҙең икенсе тур ҙа тамамланды.

Ә хәҙер беҙҙең жюри ағзалары һығымта

яһағансы уйын уйнап алайыҡ.

Жюри ағзаларына һүҙ бирәбеҙ.

Бына еңеүселәр ҙә табылды. Әммә минең бөгөн еңеү яулау алмаған уҡыусыларға шуны әйтәһем килә. Һеҙҙең тормошта был башланғыс бәйгеләрҙең береһе генә, күңелдәрегеҙҙе төшөрмәгеҙ.

Урал батыр эпос буйынса беҙҙең киләһе йылдарҙа ла байрамдар, бәйгеләр буласаҡ әле. Һеҙ бөгөндән башлап тағы ла ныҡлабыраҡ өйрәнергә тотоноғоҙ һәм алдағы йылды үтәсәк бәйгелә һеҙҙе тағы ла көтөп ҡалабыҙ.

Ә еңеүселәргә лә теләктәребеҙ бар. Был уңыш менән сикләнмәҫкә, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә үрләргә.


.




© 2010-2022