Минең һөнәри философиям. Эссе

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Минең һөнәри фәлсәфәм

Мин өләсәйемдән «терелткән дә тел, үлтергән дә тел» тигән мәҡәлде йыш ишетә торғайным. Бәләкәй саҡта мәҡәлдең айышына төшөнмәгәнгәнмен, был һүҙҙәргә бик иғтибар итмәгәнмен икән. Йәшәй бирә ошо һүҙҙәрҙең ҡиммәтен, асылын аңлай башланым һәм өләсәйемдең ни тиклем аҡыллы, тапҡыр һүҙле булғанына һоҡландым. Ысынлап та, мәҡәлле һүҙ-аҡыллы һүҙ, тип халҡым бушҡа әйтмәгәндер, сөнки, минеңсә, мәҡәл - ул аҡыл да, тәрбиә лә, белем дә. Ғөмүмән, башҡорт халыҡ ижады - ул бик ҙур байлыҡ, хазина, сер. Уның һәр бер жанр төрөндә һоҡланырлыҡ, уйланырлыҡ, фәлсәфә итерлек, борсоған һорауҙарға яуап табырлыҡ, һығымта эшләрлек урындар бик күп.

Ил, тел, ғаилә тураһында ҡалай тапҡыр, аҡыллы итеп әйткән халҡым! Бөтәбеҙгә лә таныш «Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар» мәҡәле 1999 йыл башында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышында Закондар сығарыу палатаһы тарафынан ҡабул ителгән, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһындағы Закон»дың тормошҡа ашырыла башлауында сағылғандай тойола миңә. Әйтерһең дә, башҡорт теленең киләсәген, уға дәүләт теле статусы кәрәклеген алдан күҙаллап әйткән ул. Шулай уҡ, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, йәғни патриотик тәрбиә биреүҙә лә мәҡәлдең роле әйтеп бөткөһөҙ. Шуға ла дәрес, кластан тыш сара булһынмы, халҡымдың зирәк һүҙе - мәҡәл һәр саҡ урынлы.Ғаиләне, ата-әсәне «алтын ҡанат» менән сағыштырып, ғаиләнең йәмғиәттәге урынын күрһәтә. Сөнки ныҡ, татыу ғаиләле ил генә көслө була ала!

Башҡорт халыҡ ижады жанр төрлөлөгө менән дә бик бай. Йомаҡмы, әкиәтме, легендамы, йырмы - барыһы ла үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ, ҙур мәғәнәгә эйә булған ижад. Батыр, ғорур, изге күңелле халҡымдың быуаттар буйына йыйған, туплаған аҡылы ул - халыҡ ижады. Бәләкәй генә шишмә йылғаға, йылға диңгеҙгә ҡойған кеүек, халыҡ ижадының һәр бер жанр төрө - ынйыһы халыҡтың күңел даръяһын барлыҡҡа килтерә. Һәм, ошо байлыҡ минең эшемдә лә ҙур урын алып тора. Шунлыҡтан, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, үҙемдең хеҙмәтемде ошолай күҙаллайым:

Ил

тел өйрәнеү

мәктәп тирә-йүн ғаилә

ата-әсә уҡытыусы дуҫ, таныш

уҡыусы- шәхес

аралашырға өйрәтеү

телмәр үҫтереү тел.граммат.өйрәнеү

шәхес тәрбиәләү

һүҙ - БХИ - алым

(мәғлүмәти,

проблемалы уҡытыу,

проектлау технологиялары, һ.б.)

Минеңсә, ниндәй илдә йәшәйһең, шул илдең, халыҡтың телен белергә тейешһең. «Кеше шул тиклем кеше - күпме ул тел белә» тигән һүҙҙәр ҙә бар бит.

«Тыуған илгә булған һөйөүемде

Әйтермен тик туҒан телемдӘ», - тип яҙған минең яратҡан шағирым Р.Назаров.

Телде һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереүгә ҡоролған Дәүләт программалары ла шуға йүнәлтелгән.

Телде өйрәнеү ҡатмарлы процесс, сөнки унда ғаилә лә, мәктәп тә, тирә-йүн дә мөһим роль уйнай. Ошо бөтөнлөктә ғаиләлә-ата-әсә, тирә-йүндә - дуҫ-таныш,мәктәптә - уҡытыусы тоташтырыусы рәт булып тора. «Һәр ғаилә - үҙенә күрә бер дәүләт» (Д.Исламов), ә дуҫтар - таяныусы кешеләр икәнлеген иҫәпкә алып, уларҙың балаға булған мөнәсәбәте билдәле. Ә беҙ уҡытыусы, уның балаға булған мөнәсәбәтен, йоғонтоһон тикшереп ҡарайыҡ.

Педагог булараҡ, уҡыусы минең өсөн шәхес,үҙенең уйҙары, теләге, күңел донъяһы, ҡарашы, фекере булған ҡабатланмаҫ шәхес.Һәр бала шәхес булараҡ ихтирамға, иғтибарға лайыҡ. Халҡыбыҙ ҙа «бер олоно, бер кесене тыңла» тип, балаға шәхес итеп ҡарарға кәрәклекте әйткән.

Шәхескә телде өйрәтеүҙә төп маҡсат - башҡорт телендә аралашырға өйрәтеү тип билдәләнем.Маҡсаттан өс төрлө бурыс - үҫтереүсе, белем биреүсе, тәрбиәүи - барлыҡҡа килә.

Үҫтереүсе:

- һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү.

Һөйләү телмәрен үҫтереүгә килгәндә, бөйөк философ Сократтың «Һөйлә, һәм мин кем икәнлегеңде күрермен» тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Ысынлап та, «кеше кеше менән һөйләшеп таныша», йәки уның кем икәнлеген белеп була. Йәнле һөйләү телендә, телмәр - кешенең күңел көҙгөһө, ә фәнни телдә, телмәр - ул һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләп, дөрөҫ итеп фекерҙе белдереү. Ошо яҡтан ул икенсе бурыс - телдең грамматик ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә килтерә. Был ике бурыс та уҡыусыны шәхес итеп күрһәк кенә тормошҡа аша ала.

Ошо бурыстарҙы дәрестә үтәр өсөн, иң беренсе, төп «ҡорал»ды асыҡларға кәрәк.Ул-һүҙ. Ә «алтын» һүҙ - башҡорт халыҡ ижады ынйылары. Ошо «алтын» һүҙҙәрҙе заман талаптарына ярашлы, йәки төрлө уҡытыу технологиялар менән биҙәп тормошҡа ашырырға тырышам. Сөнки телде өйрәнер өсөн баланы ҡыҙыҡһындырыу - мөһим шарттарҙың береһе булып тора. Бигерәк тә, хөҙер компьютер, Интернет заманында мәғлүмәти технологиялар, дәрестә төрлө электрон дәреслектәр,һүҙлектәр, белемдәрҙе тикшергәндә компьютерҙа тест үткәреү бик отошло. Фекерләргә өйрәтеү, үҙеңдең фекереңде дәлилләп иҫбатлау, йәки шәхестең ижади һәләттәрен үҫтереү - проект технологияһының төп бурысы. Шуға ла проект технологияһы үтелгән темалар буйынса «логик-мәғәнәүи модель» төҙөү, белемдәрҙе тәрнәйтеү, тикшереү һәм системалаштырыуҙа бик мөһим. Һәләтле шәхес үҫтереүҙә проблемалы уҡытыу технологияһының элементтарын ҡулланыу ҙа бик отошло. Сөнки, төрлө кимәлдәге күнегеүҙәр эшләп, һорауҙарға яуап табып, уҡыусы фекерләүен үҫтерә, арттыра. Иң мөһиме - уҡытыуҙың заманса технологиялары системалы булып, дөйөм бер бөтөндө төшкил итергө тейеш. «Был донъяла бөтә нимә лә бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Бер яҡтың үҙгәреүе, икенсе яҡтың үҙгәреүенә килтерә», - тип әйтелә диалектика ҡанундарында ла.

Яҙмаларымды Учалы районынан Р. Кәлимова яҙған шиғыр юлдары менән тамамлайым:

Тел дәресе бирәм балаларға,

Әсәм йыры менән һуғарып.

Шиғриәттең илһам арғымағын

Сабый күңеленә туғарып.

Кескәй йөрәктәрҙе елкендереп,

Үрәпсеп тә сапһын хыял - ат.

Тик был ерҙә изге аманат

Ҡылынмаһын һис бер хыянат!

Тел дәресе бирәм балаларға,

Милли рух ул - йәшәү асылы.

Халҡым ынйыларын тиҫбей-тиҫбей,

Бөйөкләнә сабый аҡылы.












© 2010-2022