Сығыш Ҡылым һәм уның үҙенсәлектәре

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:


Инеш

Тикшереү эшенең темаһы «Башҡорт телендә ҡылым һәм уның үҙенсәлектәре ».

Беҙ туған тел дәрестәрендә үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе һөйөргә, уның матурлығын тәрәнерәк аңларға, һүҙҙең нәфислеген һәм көсөн тойорға өйрәнәбеҙ.

Шулай уҡ үҙ фекерҙәребеҙҙе грамоталы бирә белергә, төрлө характерҙағы яңы мәғлүмәтте үҙләштерергә һәм шул турала һөйләп биреү күнекмәләрен өйрәнәбеҙ.

Башҡорт телендә морфологияға ҙур урын бирелә. Морфология үҙ эсенә бер нисә һүҙ төркөмсәһен ала.

Башҡорт телендә ҡылымдарҙы өйрәнеү ҙур әһәмиәткә эйә. Дәрестәрҙә уларҙың төркөмсәләрен, һөйкәлештәрен, категорияһын, һөйләштәге ролен өйрәнәбеҙ.

Бик күп ғалимдар ҡыҙыҡһынып был тема өҫтөндә тикшеренәләр. Мәҫәлән: Н.К. Дмитриев, А.И. Харисов, Ж.Ғ.Кейекбаев, М.В.Зәйнуллин, Н.Х.Ишбулатов, К.Ғ.Ишбаев һ.б.

Тикшереү эшенең түбәндәге объектын билдәләргә мөмкин: ҡылым һәм уның үҙенсәлектәре.

Предмет: ҡылымдарҙың төркөмсәләре;

Маҡсат: ҡылымдарҙы өйрәнеү;

Ошо маҡсаттан сығып бурыстар билдәләнә:

  1. Ҡылымдарҙы тикшереү;

  2. Ҡылымдарға дөйөм төшөнсә биреү;

  3. Ҡылымдарҙың бүленештәрен, ҡарау, практик эш башҡарыу.

Тикшереү эше структур яҡтан: инештән, 3 бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылган әҙәбиәттән тора.

















Ҡылым тураһында дөйөм төшөнсә

Ҡылым кешеләрҙең, предметтарҙың эш-хәрәкәтен, хәл-торошон аңлата. Уның бер нисә морфологик категорияһы бар: һөйкәлеш категорияһы, зат категорияһы, заман категорияһы, йүнәлеш категорияһы, күләм категорияһы. Быларҙан тыш, ҡылымдың түбәндәге һөйкәлештәре бар: хәбәр һөйкәлеше, бойороҡ һөйкәлеше, шарт һөйкәлеше, теләк һөйкәлеше. Йәнә ҡылымдың шундай төркөмсәләре бар: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым.

Хәбәр һөйкәлеше эш-хәрәкәтте, процессты аңлата. Ул зат менән үҙгәрә: I зат: уҡыйым, эшләйем, уҡыйбыҙ, эшләйбеҙ. II зат: уҡыйһың, эшләйһең, уҡыйһығыҙ, эшләйһегеҙ. III зат: уҡый, эшләй, уҡыйҙар, эшләйҙәр. Хәбәр һөйкәлеше заман менән үҙгәрә.

Бойороҡ һөйкәлеше берәй эш-хәрәкәтте башҡарырға йәки башҡармаҫҡа ҡушыуҙы, бойороуҙы аңлата. Бойороҡ һөйкәлешенең башҡа һөйкәлештәрҙән айырмаһы шунда: был һөйкәлештең 1-се зат формаһы юҡ. Берлек һәм күплек һандың 1-се зат формалары( барайым, барайыҡ) бойороу мәғәнәһен белдермәй: был формалар башлыса теләк, саҡырыу, өндәү мәғәнәләрен белдереү менән сикләнә. Шуға күрә улар теләк һөйкәлеше формалары тип ҡарала.

Шарт һөйкәлеше берәй эш-хәрәкәттең башҡарылыуы өсөн икенсе эш-хәрәкәттең шарт булыуын аңлата. Миҫал: Дуҫың булһа, һаҡла, булмаһа - эҙлә, тапһаң - юғалтма. (Халыҡ мәҡәле.)

Мәғәнә яғынан шарт һөйкәлеше ике төргә бүленә:

  1. Реаль шарт, йәғни тормошҡа ашырлыҡ эш-хәрәкәт, процесс. Мәҫәлән: Саҡырһалар, барырбыҙ.

  2. Ирреаль шарт, йәғни тормошҡа ашмай торған, теләктәге, хыялдағы эш-хәрәкәт, процесс. Мәҫәлән: Ҡанаттарым булһа, осоп барып һине күрер инем.

Теләк һөйкәлешенең беренсе формаһы һөйләүсенең берәй эш-хәрәкәтте башҡарырға теләге, ниәте барлығын аңлата. Ул -ғы, -ге, -ғо, -гө һәм -ҡы, -ке, -ҡо, -кө ялғаулы ҡылым эргәһенә «килә» ҡылымын ҡуйыу менән яһала. Миҫалдар: Донъялағы бар кешегә рәхмәт һүҙе әйткем килә, уларҙы яратам косаһы килә. Теләк һөйкәлешенең икенсе формаһы нигеҙ ҡылымға -маҡсы, -мәксе ялғауҙарын ҡушыу юлы менән яһала. Был ҡылым «була» менән дә бергә ҡулланыла ала. Миҫал: Эштәрем ҡулымдан килмәгәс, ял итмәксе булған инем. Теләк һөйкәлешенең өсөнсө формаһы шарт һөйкәлешенә -сы, -се киҫәксәләрен ҡушыу юлы менән яһала. Миҫал: Матур итеп кейенеп килһәңсе, килешеп торор ине. Теләк һөйкәлешенең дүртенсе формаһы шарт һөйкәлеше менән «ине» ярҙамлыҡ ҡылымдан яһала. Миҫал: Был ауыр донъяла яңғыҙлыҡҡа бирелмәһәк ине. Теләк һөйкәлешенең бишенсе формаһы уртаҡ ҡылым менән өсөнсө зат бойороҡ һөйкәлешенән яһала. Миҫал: Уртаҡ шатлыҡтар, оло бәхет, татыулыҡ менән тыныс күк аҫтында йәшәргә булһын.

Ҡылым төркөмсәләренә килгәндә улар түбәндәгеләр: сифат ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым, хәл ҡылым.

Был ҡылым төркөмсәһе сифат менән ҡылымдың үҙенсәлегенә эйә, шунлыҡтан ул сифат ҡылым тип йөрөтөлә. Уның үткән заман, хәҙерге заман, киләсәк заман формалары бар.

Хәл ҡылым төп ҡылымдан аңлашылған эш-хәлдең, хәрәкәттең башҡарылыу рәүешен белдерә. Хәл ҡылымдар һөйкәлеш, заман, зат-һан категориялары менән үҙгәрмәйҙәр.

Исем ҡылымдар ымлыҡтарҙан да яһала, улар әҙәби әҫәрҙәрҙә йыш ҡулланыла. Миҫалдар: Ат тояҡтарының зыйҡылдауы менән сана табандарының жыйылдауы ғына тын яҡтан ҡар далаһының тыныслығын боҙа ине. (Һ.Дәүләтшина.)

Исем ҡылым һөйләмдә эйә, хәбәр, аныҡлаусы ролен башҡара. Был осраҡта исем ҡылым менән аныҡлаусы һүҙ араһында «кеүек» бәйләүесе ҡулланыла, ул аныҡлаусы составына инә.

Уртаҡ ҡылым - затһыҙ ҡылымдарҙың үҙнсәлекле бер төрө. Уның төп семантик - грамматик йөкмәткеһе маҡсат мәғәнәһен белдереүгә ҡайтып ҡала. Уртаҡ ҡылым нигеҙ ҡылымға -ырға, -егрә, -орға, -өргә, -рға, -ргә аффикстары ҡушылып яһала: барырға, эшләргә, төҙөргә. Юҡлыҡ формаһы -маҫҡа, -мәҫкә аффиксиары ярҙамында яһала: бармаҫҡа, эшләмәҫкә.

Ҡылым йүнәлеше эш-хәрәкәттең кемгә йәки нәмәгә йүнәлеүен аңлата. Башҡорт телендә ҡылымдың биш йүнәлеше бар: төп йүнлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше, уртаҡ йүнәләш.

Ҡылым күләмдәре эш-хәрәкәттең, процестың көсәйеүен йәки аҡрынайыуын, дауам итеүен, тиҙ башҡарылыуын, башланып китеүен йәки тамамланыуын белдерә.

Башҡорт телендә ҡылым күләмдәре ике төргә белдерелә: ялғауҙар ярҙамында һәм ярҙамлыҡ ҡылымдар менән.

Ҡушма ҡылым ике ҡылымдан тороп, бер төшөнсә аңлата. Ул һыҙыҡса аша яҙыла, түбәндәгесә яһала: бер үк мәғәнәле, бер үк формалағы ҡылымдарҙың ҡабатланыуы ярҙамында; бер үк ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары йәнәшә килеп ҡушма ҡылым яһай; бер үк мәғәнәле ике ҡылымдан тороп, тәүге ҡылымға -ған, -дан, -ғандан, -гәндән ялғауы ҡушыла; мәғәнәләре - ике төрлө, формалары бер төрлө ҡылымдар ҡушма ҡылымды хасил итә.


Ҡылымдың зат - һан категорияһы үҙенсәлектәре

Төрки телдәрендә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә, ҡылымдың һүҙ үҙгәреш системаһын тасуирлағанда зат һәм һан категорияларының бәйләнеше хаҡында йыш телгә алына. «1-се заттың күплек һаны», «2-се заттың берлек һаны» кеүек ғәҙәти әйтемдәр ниндәйҙәр дәрәжәлә зат һәм һан категорияларының дөйөмлөгөн күрһәтә. Башҡорт телендә зат категорияһының күрһәткестәре һан категорияһы өсөн дә уртаҡ һанала; ошо сәбәпле тел ғилемендә был ике грамматик категорияны берләштереп, «зат-һан» категорияһы тип йөрөтөү урын алған.

Һүҙ үҙгәреш күҙлегенән ҡарағанда, ҡылымдың зат-һан категорияһы төрки телдәрендә өс (1-се, 2-се, 3-сө) зат күрһәткесенең ике һан (берлек һәм күплек) эсендә ҡапма-ҡаршы ҡуйылыуы менән ҡылыҡһырлана. Был категория хәбәр ителә торған фактта ҡатнашыусылар (эш-хәрәкәтте башҡарыусылар) менән ошо хәбәрҙе ҡабул итеүселәр (әңгәмәселәр) араһындағы бәйләнеште асыҡлай. Әлеге осраҡта эш-хәрәкәтте башҡарыусыларҙың әңгәмәлә ҡатнашыуҙары мотлаҡ түгел. Киреһенсә, тыңлаусыларҙың үҙҙәре ҡатнашмаған эш-хәл хаҡында ишетергә теләүе тәбиғи һанала.


берлек

күплек

1 зат

Мин

Беҙ

2 зат

һин

Һеҙ

3 зат

ул

улар

Шул рәүешле, зат-һан категорияһы телмәр ситуацияһында ҡатнашыусыларҙың ролен аңлатыуға ҡайтып ҡала: 1-се зат һөйләүсене күҙ уңында тота, 2-се зат - тыңлаусыны, 3-сө зат - һөйләүсене лә, тыңлаусыны ла түгел, күпселек осраҡта - эш-хәрәҡәтте башҡарыусыны.

Зат-һан категорияһы ярҙамында эште башҡарыусы менән ошо турала хәбәр итеүсе араһындағы бәйләнештәрҙең түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була.

1-се заттың берлек формаһы һөйләүсенең үҙе башҡарған эш-хәрәкәтен тасуирлай: Мин кешенекенә теймәйем, һорамайынса алмайым. Был форма монологик йәки диалогик телмәрҙә айырыуса йыш осрай: Ауылда үҫкәнмен, эштән ҡурыҡмайым. Бөтә эште лә эшләйем.

Төп /парагматик/ мәғәнәһенән тыш, 1-се заттың берлек формаһына күсмә мәғәнәләр ҙә хас: а) дөйөмләштерелгәнзат формаһында ҡулланыу: Үҙемде тота алмайым; б) адресат рәүешендә ҡулланыу: Ниңә саҡырҙың? Ашағанда үҙем ашайым, үҫтергәндә апай кил; в) затһыҙ субъект формаһында ҡулланыу: Ҡояш әйтте: нур һибермен булдыра алған тиклем.

1-се заттың күплек формаһы, ҡағиҙә булараҡ, һөйләүсенең башҡа заттар менән бергәләп башҡарған эшен аңлата: Ауылдаштарҙы саҡырып алырбыҙ, исемде лә бер юлы ҡуштырырбыҙ.

Синтагматик кимәлдә был форманың ҡулланылышы шаҡтай киң; ул һөйләүселәрҙең күплеген, һөйләүсе менән адресат, һөйләүсе менән бер нисә адресат, һөйләүсе менән әңгәмәлә ҡатнашмаусы кешеләр, һөйләүсе менән билдәһеҙ зта һ.б. араһындағы мөнәсәбәттәрҙе аңлатып килә ала.

2-се заттың берлек формаһы ярҙамында, ғәҙәттә, әңгәмәлә ҡатнашыусының / тыңлаусының/ эш-хәрәкәте күрһәтелә: Ошо сәғәттән башлап һин уҡытыусы булырһың. һөйләү телмәрендә уҡыйһың, яҙаһың формалары урынына уҡыйың, яҙаң кеүек ҡыҫҡартылған варианттар ҙа йыш осрай. Башҡорт телендә 2-се заттың күплек формаһы әңгәмәлә ҡатнашыусының башҡа заттар менән берлектә башҡарған эш-хәрәкәтен күрһәтә: Кеше күрмәгәндә барғалайһығыҙ, ә барыбер беҙгә уны еткерәләр.

3-сө заттың берлек формаһы эш-хәрәкәттең был әңгәмәлә ҡатнашмаған башҡарыусыһын аңлата, шул уҡ ваҡытта теге йәки был предметҡа ҡарата мөнәсәбәтте лә күрһәтә ала: Йәштәр эште ашыҡтырмаҫ, ә яңы аҫыштар яһарҙар. Башҡорт телендә, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, 3-сө заттың күплек формаһы ярҙамында хәрәкәт йәки процесс менән предметтар йәки әңгәмәлә ҡатнашмаусы башҡа заттар араһында бәйләнеш урынлаштырыла: Инде нисәнсе тапҡыр ауыл халҡын ташлап киткән хужаға бер аҙ ҡурҡыбыраҡ ҡарайҙар.

3-сө зат күплек формалы ҡылымдар -лар/-ләр аффиксының айырым осраҡтарҙа ҡулланылмауын ғалимдар традицион рәүештә телдәге «экономия законы» менән бәйләй. Әйтәйек, әзербайжан һәм ҡумыҡ телдәрендә һөйләмдең эйәһе йәнле предметты белдерһә, хәбәрҙә -лар/-ләр аффиксы ҡуйылырға ла, ҡуйылмаҫҡа ла мөмкин; эйә йәнһеҙ предметты белдерһә, һөйләмдең хәбәренә -лар/-ләр аффиксы, ғәҙәттә, ҡушылмай; яҡут телендә иһә -лар/-ләр аффиксы хәбәргә бөтә осраҡта ла ялғана.

Профессор Ж.Ғ.Кейекбаев фекеренсә, башҡорт телендә 3-сө заттың күплек формаһы түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла: а) күплек һандағы эйә абстракт төшөнсә аңлатҡанда: Ҡояш нурҙары донъя буйлап уйнай, йүгерә, һикерә; б) һөйләмдең эйәһен аңлатыусы һүҙгә / исемгә/ эйәлек категорияһы аффикстары ҡушылғанда: Көндәр йылытҡас коштар беҙҙең яҡтарға ҡайтты; в) һөйләмдең эйәһе йәнһеҙ предметтарҙы белдергәндә: Ямғыр туҡтаны, ҡояш сыҡты.

Башҡорт телендә байтаҡ ҡылымдарҙың зат-һан менән үҙгәрешендә сикләү бар - улар 3-сө заттың берлек формаһын ғына ҡабул итә алалар. Мәҫәлән, тәбиғәт күренештәрен, төрлө хис - тойғоларҙы белдереүсе ҡылымдарҙа эш-хәрәкәтте башҡарыусының кем икәнлеге билдәле түгел, шунлыҡтан улар тик ошо формала ғына ҡулланыла алалар: һыуыта, асыҡтыра, өшөтә, ҡалтырата һ.б.

3-сө заттың күплек формаһы йыш ҡына дөйөмләштереп затты күрһәтә: Себеште көҙ һанайҙар(Мәҡәл). Контексҡа ярашлы 3-сө зат күплек формаһы һөйләүсе тарафынан башҡарылған эш-хәрәкәтте лә аңлатып килә ала: Ул ҡабатлағанды яратмай. Аңлаттылар бит, башҡаса юҡ.

Төрлө контекстуаль-ситуатив шарттарҙа зат-һан категорияһы төрлө модаль мәғәнәләргә эйә. Был мәғәнәләр ҡарап үтелгән катергорияның формаль-грамматик мәғәнәһе менән тап килмәҫкә лә мөмкин. Зат-һан категорияһы менән модаллек категорияһының үҙ-ара бәйләнеше шунда күренә: ҡайһы бер һөйкәлеш формаларында затлы ҡылымдарҙың ҡулланылышы төрлөсә була. Мәҫәлән: теләк-өндәү һөйкәлешенең тик 1-се зат формаһы ғына булһа, бойороҡ һөйкәлешендә 2-се һәм 3-сө зат формалары ғына файҙаланыла: императивтың бойороу мәғәнәһендә ҡулланылмаған 2-се зат берлек формаһы ла төрлө модаль-экспрессив һәм стилистик биҙәктәргә эйә күсмә мәғәнәләрҙе бирә ала.


Йомғаҡлау

Был эштән сығып ошондай һығымта яһаныҡ: ҡылымдарҙы өйрәнеү, тикшереү ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙың төркөмсәләрен, һөйләмдәге ролен, ҡулланылышын, дөрөҫ яҙылышын мотлаҡ белергә кәрәк. Шулай уҡ ҡылымдарҙың барлыҡҡа килеүе һәм телмәрҙә ҡулланылыуы башҡорт теленең формалашыу һәм уның артабанғы үҫеү, камиллашыу процессы менән тығыҙ бәйләнештә тора. Ҡылымдарҙы өйрәнеү һәм тикшереү бик ҡатмарлы эш. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың яһалыу юлдарын, килеп сығышын белергә кәрәк.

Эш барышында бөтә ҡуйылған маҡсаттар ҙа ҡаралды. Ғөмүмән, был тема әленән - әле ентекле өйрәнеүҙе талап итә һәм бик ҡыҙыҡ, әһәмиәтле тип иҫәпләнә. Был тема өҫтөндө эшләп бик күп ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Ҡылымдар башҡорт телендәге башҡа темалар менән бик тығыҙ бәйләнгән, шунлыҡтан был теманы өйрәнеп башҡорт теленең байлыҡтарын да белергә мөмкин. Ләкин башта үҙендә ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк. Үҙеңдә ҡыҙыҡһыныу уятҡан осраҡта ғына был тема өҫтөндә эшләп була.

Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Аҙнабаев Ә.М., Псәнчин В.Ш. Башҡорт теленең тарихи морфологияһы.-Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976.

  2. Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теле.-Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966.

  3. Ишбаев К.Ғ. Ҡылым // Хәҙерге башҡорт теле. -Өфө: 1986.

  4. Хәҙерге башҡорт теле: Педагогия институтының башланғыс кластар факультеты студенттары өсөн дәреслек / З.Ғ.Ураҡсин, К.Ғ.Ишбаев редакторлығында.-Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.

  5. Мөхәмәтова З.М. Хәбәрҙең ҡылым һөйкәлеше менән бирелеүе. Башҡортостан уҡытыусыһы - 2008.-№7 -39-41б.

  6. Абдуллина Г.Р. Ҡылымдың зат - һан категорияһы үҙенсәлектәре. Башҡортостан уҡытыусыһы - 2009.-№6 -7-10б.

  7. Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Фонетика. Морфология / Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек/ - Өфө , 2002.

  8. Хәсәнова Л.М. Хәҙерге башҡорт телендә хәл ҡылым формалары. Башҡортостан уҡытыусыһы - 2009.-№4 -18-20б.

7


© 2010-2022