Рабочая программа и календарно тематический план по башкирскому языку 10 класс

Раздел Другое
Класс 10 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10- сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы:

  • Дөйөм белем биреү буйынса дәүләт федераль стандарттары (РФ ММ 05.03.2004 йыл, 1089-сы бойороҡ),

  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М.Ғ. - Ижевск: "КнигоГрад", 2008.

  • Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. - Өфө: Китап, 2009.

Башҡортостан Президентының 1990 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа,урыҫ теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо Указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының "Мәғариф тураһында" Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың, айырым алғанда, башҡорт телен уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде. Концепцияла былай әйтелә: "Ҡайһы ғыны проблеманы алма: уҡытыусылар әҙерләүме, программалар һәм дәреслектәр яҙыумы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүме - барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк". Былар түбәндәгеләр:

  1. Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.

  2. Башҡорт мөхитендә үҫмәгән, урыҫ һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған,башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар.

  3. Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар урыҫ мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып әйрәнәләр.

Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған программалар һәм дәреслектәр ҙә үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу урыҫ телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

  2. Башҡорт теле - балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

  3. Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.

  4. Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.

Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙың башҡорт теленән белемдәрен баһалау нормалары

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-проект, презентациялар төҙөү һ.б.

Программаның үтәлеү ваҡыты - 2014-2015 уҡыу йылы.

2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү, һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары

Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, уҡытыу урыҫ телендә барған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һәйләгәндә, уҡығанда,радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  2. Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һәйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  3. Һәр синыф өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу ҡулламанмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған "Йәншишмә", "Аҡбуҙат", "Аманат", "Шоңҡар", "Йәшлек" гәзит - журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү (чтение).

  4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙә күсереп һәм үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу (элементарное письмо).

  5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һ.б. менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Үрҙә һаналғандарҙан күренеүенсә, программа башҡорт телен өс йүнәлештә - телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү ,бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

  1. Уҡыу планында предмет урыны

Оло Ҡуғанаҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының 2014-2015 уҡыу йылының уҡыу планына ярашлы башҡорт (дәүләт) теле аҙнаһына 2 сәғәт уҡытыла, эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән.

Программа кимәле : базис. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының "Мәғариф тураһында" аконы;

  • Башҡортостан Республикаһының "Уҡытыу һәм тәрбиә биреү" концепцияһы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Программала һәр ҙур тема, мәғәнәүи ситуация һайын үтеләсәк грамматик темаларҙың исемдәре бирелә. Фонетик, лексик, грамматик материалды үҙләштереү уҡыу өсөн бирелгән әҫәрҙәр өҫтөндә эшләгәндә лә, уҡытыусы тарафынан теманы аңлатыу өсөн алынған махсус күнегеүҙәр ярҙамында ла тормошҡа ашырыла.

  1. Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

  1. Художество әҫәрҙәре ( шул иҫәптән драма әҫәрҙәрен) тасуири уҡыу.

Уҡылған әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма йәки телдән һөйләп биреү. Өйрәнелә торған әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу, һорауҙарға тулы яуап биреү. Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү.

2.Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итә белеү; тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

  • газета- журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;

  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

3.Һүҙбәйләнеш, һүҙбәйләнештә эйәртеүсе һәм эйәрсән киҫәктәрен ( аныҡлаусы, хәлдәр) айыра белеү.


  1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1.Белем көнө. ( 9 сәғәт).

1 сентябрь- Белем көнө, Ватан, тыныслыҡ, мәктәп, уҡыу һәм уға мөнәсәбәт тураһында текстар уҡыу дауам итә. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш даими дауам итә. Мәктәп, Тыуған ил, тыуған төйәк хаҡында әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика: 9-сы класта үтелгәнде ҡабатлау. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Күңел, һағыныу, тойғо, ғәзиз, күңелле, моң, төркөм, кәңәш, онотолоу, иҫтән сығыу, ғүмер, ҡыңғырау, мәктәп йылдары, заман, имтихан, хөрмәт, рөхсәт, һуңынан, бәхет, йүләр, кәйеф, бөтһә, дөрөҫ юл һайлау.

2.Башҡортостан ҡоштары. (8 сәғәт)

Башҡортостан ҡоштары, уларҙың көн итеүҙәре , һәр ҡош төрөнөң үҙенсәлекле яҡтары менән таныштырыу. Яҙыусы, шағирҙарҙың ҡоштар тураһында яҙған әҫәрҙәрен уҡыу. Улар ярҙамында уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, телмәр үҫтереү. Башҡортостанда ҡышлаусы һәм осоусы ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Грамматика: Исемдең 1-се зат ялғауҙары. Бер составлы һөйләмдәр. Сифат дәрәжәләре. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ҡоштар, ҡанат, ҡауырый, ҡарлуғас, һандуғас, сәпсек, аҡ сәпсек, сәүкә, һайыҫҡан, һуйыр, ҡор, сел, ҡоҙғон. кәкүк, тумыртҡа, сыйырсыҡ, турғай, ҡарға, торна, бүҙәнә, бөркөт, ҡарсыға, төйлөгән, ҡарабаш турғай, һабантурғай, күгәрсен, файҙалы, ҡорт, зарарлы.

3.Башҡорт йолалары, ғөреф- ғәҙәттәре, әҙәп ҡәғиҙәләре. (6 сәғәт)

Башҡорт халҡының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәп-ҡағиҙәләре менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Һәр йоланың үҙенсәлекле яҡтарын билдәләү, башҡорт халыҡ йолаларын башҡа халыҡ йолаларынан айырмалы яҡтарын билдәләй белеү. Күренекле шәхестәрҙең фәһемле һүҙҙәре, яҙыусы, шағирҙарҙың әҫәрҙәре менән танышыу.

Грамматика: Бер һәм ике составлы һөйләмдәр. Алмаштың килеш менән үҙгәреүе. Ҡылымдың заман формалары.

Алмаш төркөмсәләре. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Йола, ғөрөф-ғәҙәт, әҙәп ҡағиҙәләр, ғаилә, тәрбиә, донъяға ҡараш, тыйыуҙар, тәртип, ғәҙәт, аралашыу, ҡунаҡсыллыҡ, бойороҡ, йомарт, сабырлыҡ, ололау, тыйнаҡ, намыҫлы, ышаныслы, һаҡлау, әссәләмәғәләйкүм, хәйерле көн (иртә. кис) , оҙон ғүмерле булһын! Ҡотло булһын! Еңел аяғың менән! Ҡул-аяғың еңел булһын! Һабантуй, ҡарға бутҡаһы, кәкүк сәйе, өмә. Ҡаҙ өмәһе. Һаумыһығыҙ,ауылдаштар! Аулаҡ өй, кис ултырыу.

4.Башҡортостанда ҡыш. (7 сәғәт)

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре, балаларҙың ҡышҡы уйындары һәм байрамдары тураһында уҡыу. Тәбиғәтте күҙәтеү, ҡыш йәнлектәр һәм ҡоштар тормошо тураһында уҡыу, һөйләү, танышыу. Был турала уҡыусыларҙы дөрөҫ, аныҡ,тулы итеп һөйләргә өйрәтеү маҡсатын тормошҡа ашырыу өҫтөндә даими эш алып барыу.

Грамматика: Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре. Алмаштың килеш менән үҙгәреүе. Ҡылым формалары. Ҡушма ҡылымдар.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Ынйы, ғәжәп, хайран ҡалыу, һуйыр, илгәҙәк, ҡоралай, юллатыу, шәм, бәҫ, тылсымлы, селтәрле, әңгәмә, тамаша, тантана, шыршы, саңғы, көрт, һырғалаҡ өйөү, һунар, өң, эҙ, айыу, ҡышҡы йоҡо, мылтыҡ, һыуыҡ,буран, өйөрмә, ҡояш байый.

Диалог темалары: Тауҙа уйнағанда. Яңы йыл байрамы. Ҡыш һауа торошо. Ҡыш тураһында һынамыштар, мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар.

5.Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле байрам. ( 9 сәғәт).

Ҡатын- ҡыҙҙар, һөйөклө әсәйҙәр тураһында һөйләшеү, уларға ҡарата хөрмәт, уларға иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙы тәрбиәләү.

Грамматика: Ҡылымдарҙың башланғыс формаһы.

Элек, хәҙер, тормош, илау, сәңгелдәк йыры, иртә, наҙлы, ҡайғы килтереү, яратҡан, ғәҙел, хыял, хыялланыу, лайыҡ, мохтаж, батырлыҡ, серләшеү.

6.Һөнәрҙәр.( 6 сәғәт) Грамматика: Ҡушма ҡылымдар. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Һөнәр, кәсеп, теләк, һайлау, оҫта, ялҡау, егәрле, уңған, үҙ эшен ярата, эшһөйәр, ҡулы оҫта, алтын ҡуллы, етеҙ, бейеүсе, йырсы, сәхнә оҫтаһы, быҙау ҡараусы, һауынсы, үлсәү, һыйыр һауыу, иртә, йылмайыу.

7.Башҡортостандың иҫтәлекле урындары. (5 сәғәт)

Башҡортостандың күренекле урындары тураһында уҡыусыларҙы һөйләргә өйрәтеү. Уҡыусыларға ла Башҡортостан Республикаһындағы данлыҡлы урындар тураһында материалдар йыйҙырыу, улар буйынсы башҡорт телендә уҡыусылар менән уртаҡлаштырыу. Уҡыусыларҙа үҙ республикаһына , тыуған төйәккә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырыу.

Грамматика: Тура телмәрле һөйләмдәр. Эш-хәрәкәт һәм эшмәкәрлек ҡылымдары. Телмәр ҡылымдары. Өн оҡшатыу ҡылымдары.

Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Мәмерйә, иҫтәлек, иҫтәлекле урын, тарих, һүрәт, баҫҡыс, быуат, таш кимтеге, тәрәнлек, боҙ, мәңгелек, осор, ҡарауылсы, музей, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, кәшәнә, ғалимдар, мираҫ, тәбиғи ҡомартҡы, раҫлау, бейеклек, төрөү, баҫҡыс тутыҡҡан, өҫкө ҡат, донъя күләмендә.

8.Башҡорт музыка ҡоралдары. (7 сәғәт)

Башҡорттарҙың рухи һәм материаль культураһында халыҡ музыка коралдарының әһәмиәтле урын алып тороуы менән таныштырыу.. Ул өлкәлә данлыҡлы кешеләрҙең тормош юлы һәм ижады менән танышыу. Улар тураһында уҡыусыларҙың дөрөҫ итеп һөйләүенә өлгәшеү.

Грамматика: Бәйләүестәр. Ҡушма исемдең яһалышы. Ҡылымдың киләсәк заманы. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:

Рухи донъя, музыка ҡоралдары, милли көй, башҡорт композиторҙары, боронғо ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр, мәғлүмәт, элек, быуат, сәсән, юлдаш, ил батырҙары, дан, тыуған ер, батша, хөкүмәт, ижад, өйрәнеү, тырышыу, яратыу, йырларға яратыу, көй сығарыу, композитор, үҙешмәкәр, йыр буйынса ярыш уҙғарыу, бер аҙ, талантлы, үткән йыл, Өфө сәнғәт институты, халыҡ артистары.

9. Бигерәк йәмле йәй көндәре. (9 сәғәт)

Бәйләнешле телмәр үҫтереү буйынса төрлө эш төрҙәре үткәреү. Йәй миҙгеле, байрамдар, һуңғы ҡыңғырау шылтырауы, йәйге ял темаһы буйынса әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу.

Грамматика. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.

Ҡыңғырау, оя, йорт, таныш исем, заман, ваҡыт, имтихан, бурыс, өлкән, юл, һанау, маҡсат, ашхана, таң, төндә, серҙәш, бөҙрә, яңғыҙ,бер үҙе, бер кем дә, кеҫә, ҡулъяулыҡ, ялҡын, ял итеү, бейек, юғары, бөйөк, тәлгәш, тапшырыу, намыҫ, васыят, хәтерҙә, иҫтә, өмөт, ышаныс, ғорур.

6. Тематик планлаштырыу

Дәрестең лексик темаһы

Грамматик темаһы

Дата

Иҫкәрмә

Планлаш

тырған

Үткәр-гән

1.

Белем көнө

9 класта үтелгәнде ҡабатлау

03.09.

2.

Һ.Дәүләтшина тормошо һәм ижады

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар

05.09

3.

Йәйҙе иҫкә төшөрәйек

Һүҙ төркөмдәре

10.09

4.

З.Биишева.Беренсе сентябрь

Сифат

12.09

5.

Көҙ етте.

Ҡылым

17.09

6.

Рафаэль Сафин. Ерем моңо

Исем

19.09

7.

Исемдең килеш ялғауҙары

Килештәр

24.09

8.

Исемдең эйәлек ялғауҙары

Эйәлек заттары

26.09

9.

Үтелгәнде йомғаҡлау.

"Исем. Ҡылым"

01.10

10.

Ҡоштар - беҙҙең дуҫтарыбыҙ

Исемдең 1-се зат ялғауҙары

03.10

11.

Ҡоштарҙы беләһегеҙме?

Бер составлы һөйләмдәр

08.10

12.

Ҡош юлы

Телмәр үҫтереү

10.10

13.

Кәкүк - яңғыҙ ҡош

Хаталар өҫтөндә эш

15.10

14.

Ҡыҙылтүш - йомарт ҡош

Сифат дәрәжәләре

17.10

15.

Ҡарҙағы серле тамғалар

Сифат дәрәжәләре

22.10

16.

Башҡортостанда йәшәүсе ҡоштар

Телмәр үҫтереү

24.10

17.

Йомғаҡлау . "Башҡортостанда йәшәүсе ҡоштар»

Тикшереү эше.45-се күнегеү

29.10

18.

Һаулыҡ һораша беләһеңме?

Бер һәм ике составлы һөйләмдәр

05.11

19.

Башҡорт халыҡ йолалары

Алмаштың килеш менән үҙгәреүе

07.11

20.

Һабантуй - борондан килгән йола.

Ҡылымдың заман формалары

12.11

21.

Ҡунаҡ һәм килен ҡаршылау

Алмаш төркөмсәләре

14.11

22.

Туй йолаһы. Нигеҙ ҡороу йолалары

Эйә менән хәбәрҙең бирелеше

19.11

23.

Контроль эш "Һабантуй"

21.11

24.

Тәүге ҡар яуҙы

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре

26.11

25.

Декабрҙә тәбиғәт

Ҡылым формалары

28.11

26.

Урмандағы эҙҙәр

Алмаштың килеш менән үҙгәреүе

03.12

27.

Ҡыш тураһында һынамыштар

Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы

05.12

28.

Яңы йыл кәңәштәре

Ҡушма ҡылым

10.12

29.

Врач кәңәштәре

Ҡушма ҡылым

12.12

30.

Контроль эш «Ҡышҡы урман»

17.12

31.

Х.Ғиләжев "Әсә моңо»

Аныҡлаусының айырымланыуы

19.12

32.

Әсәйем, күҙ нурым.

Аныҡлаусының айырымланыуы

24.12

33.

Ҡ.Әлибаев "Әсәйем ҡулдары»

26.12

34

Әсәйҙәр ниңә ҡартая?

Ҡылымдың башланғыс формаһы

16.01

35.

Бәхет сығанағы

Ҡушма һүҙҙәр

21.01

36.

Бүләк - хөрмәт билдәһе

Текст буйынса конспект төҙөү

23.01

37.

Нәжиб Иҙелбай "Әсәкәйем»

Ҡылым - ҡабатлау

28.01

38.

Донъяла иң ҡәҙерле кеше - әсәй!

«Минең әсәйем"

30.01

39.

Ҡабатлау тема "Ҡәҙерле байрам»

Хаталар өҫтөндә эш

04.02

40.

Беренсе хөрмәт

Айырымланған хәл

06.02

41.

Батыр Вәлид.

Хәл әйтеменең айырымланыуы

11.02

42.

Игенсе - иң яҡын һөнәр.

Ҡушма ҡылымдар

13.02

43.

Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр

Ҡушма ҡылымдар

18.02

44.

Минең буласаҡ һөнәрем

Телмәр үҫтереү

20.02

45.

Йомғаҡлау тема «Һөнәрҙәр»

Тикшереү эше: 138-се күнегеү

25.02

46.

Башҡортостандағы иң ҙур мәмерйә

Тура телмәрле һөйләмдәр

27.02

47.

Башҡортостан ҡурсаулығы

Эш-хәрәкәт һәм эшмәкәрлек ҡылымдары

04.03

48.

Республикабыҙҙың данлыҡлы урындары

Телмәр ҡылымдары

06.03

49.

Ҡаруанһарай

Телмәр ҡылымдары

11.03

50.

Ҡаруанһарай

Өн - оҡшатыу ҡылымдары

13.03

51.

Контроль уҡыу "Шүлгәнташ мәмерйәһе менән танышыу»

18.03

52.

Үтелгәнде ҡабатлау«Башҡортостандың иҫтәлекле урындары»

Хаталар өҫтөндә эш

20.03

53.

Башҡорт музыка ҡоралдары

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе

01.04

54.

Ҡурай моңо

Бәйләүестәр

03.04

55.

Думбыра сыңы

Ҡушма исемдең яһалышы

08.04

56.

Ҡурайсы

Ҡылымдың киләсәк заманы

10.04

57.

Үтелгәнде ҡабатлау"Башҡорт музыка ҡоралдары"

Һөйләмдәрҙе составы буйынса тикшереү

15.04

58.

Яҙма эш- ҡылымдың заман менән үҙгәреүе

Тикшереү эше: 166-сы күнегеү

17.04

59.

Йомғаҡлау. «Ҡылымдар»

Хаталар өҫтөндә эш

22.04

60.

Иртә яҙ

Исемдең килеш ялғауҙарын ҡабатлау

24.04

61.

Умырзая - тәүге сәскә

Мөнәсәбәт һүҙҙәр

29.04

62.

Йәйге селлә

Тура телмәрҙә тыныш билдәләре

02.05

63

Рәшит Назаров

Ярҙамсы һүҙҙәр

06.05

64.

Бәпембәнең файҙаһы

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе

08.05

65.

Тере барометрҙар

Ҡылымдың шарт һөйкәлеше

13.05

66.

Үтелгәнде ҡабатлау "Йәмле йәй көндәре»

15.05

67.

Телмәр үҫтереү "Йәмле йәй»

20.05

68.

Йомғаҡлау «Бигерәк йәмле йәй көндәре»

Хаталар өҫтөндә эш

22.05

69.

Телмәр үҫтереү "Мин кем булырға теләйем».

27.05

70.

Йомғаҡлау дәрес

29.05



7.Уҡыу-уҡытыу ҡулланмалар исемлеге

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. - Өфө: Китап, 2009. - 128 бит.

  2. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008. - 96 бит.

  3. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  4. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  6. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.

Һүҙлектәр:

  1. Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап,2006.

  2. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.-Өфө"Китап"

  3. Хисаметдинова Ф.Г. , Сиразетдинов З.А. Русско- башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан.- Уфа: Китап, 2001.

  4. Ф. И. Гарипов, З.Г. Ураҡсин, Г.З. Хасанов, Г.К. Кунафина, Г.Г. Галеева, З.Ф. Гарипова, Ю.З. Ураксин. Русса- башҡортса иҡтисади терминдар һүҙлеге.Өфө:"Китап" 2007.

  5. Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге.- Өфө "Китап",2006.

  6. Усманова М.Г., Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И. Башкирско-русский, русско-башкирский учебный словарь.% Уфа-2006.

  7. Әхмәтов М.Х. Грамматика һүҙлеге: һүҙ үҙгәреше.- Өфө: Китап, 2007.

  8. Хисаметдинова Ф.Г., Р.З. Шакуров, З.А. Сиразетдинов, Ю.Х.Юлдашбаев. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан.-Уфа: Китап,2005.

  9. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәндәр үҙәге Тарихһәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы Гуманитар фәндәр бүлеге. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге. -Өфө:2004.

  10. Ф.Ф. Асадуллина,З.Г.Сахипова .Русско-башкирский учебный словарь. -Уфа: Китап.2003.


  • Әҙәбиәт исемлеге


  1. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11 синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. һ.б. - Өфө: Китап, 2005

  2. Салихова М.Т., Шафикова С. Х. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы (1-4-се кластар өсөн) - Өфө: Китап, 1997.

  3. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  4. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

  6. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  7. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.


10


© 2010-2022