Конспект урока по башкирскому языку на тему Ватан (3 класс)

Раздел Другое
Класс 3 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округаның

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учрежденияһы

9-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе


Дәрес өлгөһө.

Дәрестең темаһы:

Конспект урока по башкирскому языку на тему Ватан(3 класс)

Дәрестең маҡсаттары:

-Назар Нәжмиҙең "Ватан" шиғыры менән таныштырыу;

-уҡыусыларҙың телмәрен, логик-образлы фекерләүҙе үҫтереү;

-Тыуған илгә, телгә һөйөү уны һаҡлау һәм яҡлау кеүек патриотик тойғолар тәрбиәләү.

Класс: өсөнсө А,Б

Нефтекама ҡалаһы 9-сы урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

Рәхмәтуллин Юлиә

Ғилмулла ҡыҙы




Нефтекама

Психологик комфорт булдырыу.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!

Дәресте шиғыр юлдары менән башлап китәйек:

Башланып китте дәрес

Беҙ матур ултырабыҙ.

Дүртле, бишле билдәләрен

Көн һайын алабыҙ.

-Афарин, уҡыусылар. Әҙәгеҙ, матур итеп ултырып, яҡшы баһалар алыр өсөн, тырышып эшләйек.

Уңыш ситуацияһын ойоштороу.

- Ә хәҙер, телмәрҙе шымартып алайыҡ.

Слайд.

Ҡа- кә-

Ҡо- кө-

Ҡу- кү-

Ҡы- ке

-Был ижектәр менән һүҙҙәр төҙөйөк.

-Уҡыусылар, өй эшен тикшереп алайыҡ. (Үҙең менән таныштыр.)

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу ситуацияһы.

-Уҡыусылар, мин һеҙгә кроссворд төҙөп килдем, әҙәгеҙ әле бергәләп сисәйек.

  1. Бүре һүҙе тәржемәһе.

  2. Уҫал ҡырағай йәнлек.

  3. Ҡойроғо көлтә,

Хәйләкәр үтә.

Эҙен артынан

Һепертеп үтә.

4. Атай һүҙенән ай хәрефтәрен алып ҡуйғас нимә

килеп сыға.

5.Аҡ кейем кейгән,

Ҡолағы ергә тейгән.

Конспект урока по башкирскому языку на тему Ватан(3 класс)-

-Ә Ватан нимә ул?

- Дөрөҫ, афарин, һеҙ беләһегеҙ, ләкин беҙ бөгөн тулыраҡ яуаптар бирергә тырышырбыҙ.

Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

-Был һорауға яуап табыр өсөн Назар Нәжмиҙең "Ватан" шиғыры ярҙамға килер.

-Дәфтәрҙәрҙе асып числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

Хәҙер беҙҙең ниндәй ай?

Уҡыусылар, Назар Нәжми ҙә 5 февралендә тыуған 1918 йылда. Ул хәҙер беҙҙең донъяла түгел, ләкин шағир бик күп шиғырҙарын беҙгә ҡалдырған.

Беҙҙең дәреслектә уның "Ватан" шиғыры бирелгән. (123-сө бит)

Слайд. Һүҙҙлек эше.

Аҫыл- благородный зифа- матур

көн һайын- ежедневно бөйөк- великий

һәр ваҡыт- постоянно балҡый- сияет

күктәргә ашып тора- вознеслись до небес

Шиғырҙы уҡытыусы уҡый.

Шиғырҙы аңлар өсөн сылбырлап уҡып,

тәржемә итеп барайыҡ.

-Уҡыусылар автор кем менән һөйләшә?

-Автор ниндәй һорауға яуап бирә?

-Был шиғыр һеҙҙә ниндәй кәйеф тыуҙыра?

Слайд.

Был һорауға яуап бирер өсөн,

һеҙҙең алдығыҙҙа һүҙҙәр бар.

Һайлап алың.

(матурлыҡ, шатлыҡ, ғорурлыҡ,

насарлыҡ, илһамлылыҡ, яҡшы

кәйеф, ҡайғы, тыныслыҡ)

Ял минуты.Слайд.

Уҡыусылар экранға ҡарағыҙ әле,

һеҙ нимә күрәһегеҙ?(ҡояш) Ул ни эшләй?

Әйҙәгеҙ әле беҙҙә шулай итеп, бер берегеҙгә

йылмайып ҡарағыҙ.

Шиғыр юлдарын иҫкә төшөрәйек. Унда күктәр ниндәй ине. Күктәргә ашып тора. Күктәр кеүек ҙур булайыҡ.

Урмандар ни эшләй?Урмандар шаулап тора.Урмандың шаулауын күрһәтегеҙ әле.

Шиғырҙың ҡайһы юлдары һеҙгә матурырыҡ булып күренде?

Автор Ватанды нимә менән сағыштыра?

Был шиғырға һеҙ ниндәй һүрәт төшөрөр инегеҙ? Һеҙгә ҡағыҙ менән ҡәләмдәр әҙерләп ҡуйҙым. Бына ошо шиғырҙы уҡығас, ошо (Слайд.) видиояҙмаға ҡарап һүрәт төшөрөгөҙ әле. Һүрәтте яҡлау.

Ошо шиғыр ярҙамында модель эшләп алығыҙ. Ватан нимә ул?

Конспект урока по башкирскому языку на тему Ватан(3 класс)

Конспект урока по башкирскому языку на тему Ватан(3 класс)



Әйҙәгеҙ әле уҡып китәйек, беҙҙең нимә килеп сыҡты.

Рефлексив анализ.

Тимәк, Ватан ул нимә булды инде?

Уҡыусылар, ә нимә ул туған тел?

Һеҙҙең туған телегеҙ ниндәй?

Һәр кешенең туған теле бармы?

Ә ни өсөн туған тел кәрәк?

Ә беләһегеҙме, башҡорт теле тағы ла Венгрияла Германияла һәм СШАла өйрәнелә.

Ә 21 февраль ниндәй көн кем белә? Был халыҡ-ара туған телдәр көнө.

Баһалау.

Өй эше. Шиғырҙы тасуири уҡып килергә.


© 2010-2022