Конспект урока на тему Сыңрау торна

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

7-се класс Число:_______

Тема: "Сыңрау торна" риүәйәте.

Маҡсат: ырым - ышаныуҙар нигеҙендә барлыҡҡа килгән риүәйәттәрҙең үҙенсәлеген асыҡлау; "Сыңрау торна" риүәйәтенең идея - тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.

Йыһазландырыу: һүрәттәр, компьютер, диск

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле.

- Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ!

II. Өйгә эште тикшереү.

III. Яңы теманы аңлатыу.

- Бөгөн дәрестә "Сыңрау торна" риүәйәте менән танышырбыҙ, уны анализларбыҙ.

1. "Сыңрау торна" риүәйәтенең йөкмәткеһен үҙләштереү. (Уҡытыусы тасуири уҡый)

Һүҙлек эше. Түбәндәге һүҙҙәр булған һөйләмдәрҙе текстан табып уҡып, мәғәнәләрен контекста аңлатыу.

ҡурғаш - свинец

сыңрау - звенеть

бөлгөнлөк - разорение

ыҙма - зимовка, зимняя изба (ҡышлаҡ)

2. Һорауҙар биреп, уҡыусылар риүәйәтте үҙләштергәндәрме - юҡмы икәнен тикшереү.

- Риүәйәттә нимә тураһында һүҙ бара?

(Сыңрау торналар һәм яу тураһында)

- Урал арты башҡорттарының батыры ниндәй булған?

(Ул көслө, батыр, зирәк, аҡыллы һәм шәп ҡурайсы ла, йырсы ла булған.)

- Батырҙың улына характеристика бирегеҙ?

(Ул ҡурғаш кәүҙәле булып тыуа. Ай үҫәһен көн үҫеп,йыл үҫәһен ай үҫеп, егет ҡорона еткәс, атаһынан да көслөрәк, мәргәнерәк баһадирға әйләнә. Шәп ҡурайсы ла була.)

- Йәш батыр ҡайны өйөнә барғанда аҡланда нимә күрә?

(шул урынды табып уҡытыу) (Торналар уйнағанын күрә һәм моңло тауыштарын отоп ала)

- Йәш батырҙың торналарҙан отоп алған көйҙө тыңлағас, ырыу аҡһаҡалы нимәгә юрай?

(Сыңрау торналар уйнаған ерҙә яу булыр, халыҡ ҡырылыр тип юрай аҡһаҡал)

- Ҡарт батыр йәш батырға ниндәй васыят әйтә?

("Батыр бул, тоҡомға тап төшөрмә. Илгә килгән дошманды аяуһыҙ ҡыр, илеңә, ырыуыңа тоғро бул, шунда ғына бәхетле булырһың", - ти.)

- Йәш батыр үҙ илен нисек һаҡлап алып ҡалған?

(Йәш батыр тирә - яҡҡа оран һалып, ғәскәр туплаған, яуға әҙерләнгән. Килгән яуға ҡаршы сыҡҡан. Дошмандарын аяуһыҙ ҡырған.)

- Атаһы менән улының аттары ниндәй?

(Атаһының -етеҙ күк толпар, улыныҡы - күк дүнән)

- Башлы -күҙле итеү тигән һүҙбәйләнеште аңлатығыҙ.

(Егетте өйләндереү)

- "Сыңрау торна" тураһында ниндәй сәнғәт әҫәрҙәре бар? (йыр, балет)

3. "Сыңрау торна" йырын тыңлау.

IV. Дәресте йомғаҡлау.

- Шулай итеп, "Сыңрау торна" - ырым - ышаныуҙар нигеҙендә барлыҡҡа килгән риүәйәт. Уның нигеҙендә, күк торналар йыйылып уйнаған ерҙә яу була, халыҡ ҡырыла, тигән ышаныу ята.

V. Өйгә эш. "Сыңрау торна" риүәйәте тексы аҙағында бирелгән һорауҙарға яуап бирергә һәм һөйләргә өйрәнергә.



© 2010-2022