Литературно - музыкальный вечер на тему Р. Гарипов

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Ул китмәне

(Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә)

Маҡсат: Р.Ғариповтың тормош юлы менән таныштырыу. Шағирҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү. Уның ижады аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә мөхәббәт, илһөйәрлек тойғо-лары, уҡыусыларҙы патриотик рухта тәрбиәләү.

Йыһазландарау: мультимедиа проекторы, китаптар күргәҙмәһе.

Кисә барышы:

Кисә Р.Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған "Ғүмер" (Р.Сәлмәнов музыкаһы) йыры менән башланып китә (уҡыусы башҡарыуында)

Сәхнәгә ике алып барыусы сыға (егет менән ҡыҙ).

1-се алып барыусы. "Йырымда бит минең йөрәгем ",- ти Рәми.

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле уҡытыусылар, уҡыусы-лар, дуҫтар! Башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле, Башҡортостан-дың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, тәржемәсе Р.Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған кисәне асырға рөх-сәт итегеҙ!

2-се алып барыусы. Салауат ере - бик күп быуындар бишеге. Ул мең-дәрсә кешеләрҙе тыуҙырып үҫтергән, белем биргән, ҙур тормош юлына аяҡ баҫтырған. Ул гүзәл тәбиғәте менән генә түгел, эшһөйөүсән, на-мыҫлы, һәләтле һәм ҡаһарман кешеләре менән дә дан тота. Райондың абруйын илгәҙәк, ҡунаҡсыл халҡы менән бергә рухи байлыҡ өләшеүсе-ләр, ошо ерҙә тыуып үҫкән бөгөнгө көндә күренекле яҙыусылар, ша-ғирҙар, артистар булып өлгәшкән таланттар күтәрә. Башҡорт хал-ҡының милли батырын да ошо Салауат төбәге биргән бит. Шул талант-тар араһында башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле, шағир Рәми Ғарипов та бар.

1-се алып барыусы. Рәми Ғарипов донъяға һоҡланып ҡына ҡалманы, уны һаҡлау өсөн кешеләрҙе уяулыҡҡа саҡырып оран һалды, шиғыр-ҙарында тынғыһыҙ заман хаҡында борсолоп, һыҙланып уйланды. "Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте", - тип яҙҙы шағир. Уға бәләкәстән үк ошо замандың байтаҡ һынауҙарын үтергә, ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәрергә тура килде.

2-се алып барыусы.1932 йылдың 12 февралендә Салауат районындағы Арҡауылда тыуған Рәми Ғарипов тиҫтерҙәре күргән шатлыҡ-ҡайғы-ларҙы бергә күреп, улар менән бергә сынығып үҫә. Уның тормошҡа ҡа-рашы, кешеләргә мөнәсәбәте, йәшәү принциптары дәһшәтле һуғыш йылдарында һәм һуғыштан һуңғы ауыр дәүерҙәрҙә нығына. Уға хас си-фаттарҙың береһе - маҡсатына тоғролоғо, һайлаған маяҡтарына тоғро ҡалып, туҡтауһыҙ алға ынтылыуы, оло хыялдар менән илһамланып йәшәүе.

1-се алып барыусы. Шағирҙың тәүге китабына ингән "Әсәм ҡулдары" исемле шиғырҙы һоҡланмай уҡыу мөмкин түгелдер. "Ҡәләмдәш иптәш-тәргә хаттары"ында был шиғир хаҡында М.Кәрим ошолай тигәйне: " Был әҫәр мине тулҡынландырҙы тип кенә әйтһәм, аҙ булыр, ул минең йөрәгемде көйҙөрөп алды. Ябай ғына хикәйә-хәтерләү. Һуғыш ваҡы-тында тол әсә менән етем ҡалған бала бесән сабырға килә. Әсә улы-ның салғыһын янып бирә, нисек сабырға өйрәтә. Ябай ғына яҙылған был шиғырҙы мин беҙҙең башҡорт поэзияһында әсә хаҡындағы иң яҡ-шы әҫәрҙәр рәтенә индерер инем".

"Әсәм ҡулдары" шиғырын бер уҡыусы яттан һөйләй.

1-се алып барыусы. Өфөлә интернат-мәктәптә уҡыған йылдарында Рә-ми Ғарипов ижад донъяһына тәүге аҙымдар яһаһа, илленсе йылдар башында Мәскәүҙәге атаҡлы һәм донъяла берҙән-бер уҡыу йортонда - Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында - белем алыу, Маршак, Паустовский, Сельвинский кеүек һүҙ оҫталарының дәрестә-рен тыңлау йәш шағир алдында тағы ла киңерәк офоҡтар аса, шиғри һүҙгә талапсаныраҡ ҡарарға, яуаплыраҡ булырға өйрәтә. Институтты тамамлағанда "Йүрүҙән" исемле тәүге китабы донъя күрә. 1958 йылда "Таш сәскә" тигән икенсе китабы баҫылып сыға.

2-се алып барыусы.Тәүге китаптарҙағы әҫәрҙәр бала саҡ һәм үҫмер ваҡыттарҙағы тәьҫораттарҙан, студент йылдарындағы тормош тәжрибәһенән тыуғайны. Ижад иһә яңыраҡ кисерештәрҙе, тормош ме-нән нығыраҡ аралашып йәшәүҙе талап итте. Шағир яҙмышында эскер-һеҙ йәшлек миҙгеленән ысын өлгөрөү дәүеренә күсер саҡ еткәйне. Егет ярһыуҙары ир хәстәре менән алмашына. Тап ошо ваҡытта ул һөйөклө Өфөһөн, күңеленә яҡын булған матбуғат эшен ҡалдырып, тыу-

ған яҡтарына ҡайта.

"Йырҙарыма ҡайтам" шиғырын яттан һөйләү.

Уҡыусы башҡарыуында "Кәкүк" йыры (Р.Сәхәүетдинова музыкаһы) яңғырай.

1-се алып барыусы. Ысын шағир хаҡында һүҙ барғанда, уның поэзияға алып килгән яңылығы, новаторлыҡ сифаттары тураһында ла уйланмай мөмкин түгел. Рәми Ғарипов ҡабатланмаҫ шағир, үҙенсәлекле талант ине. Уның поэзияһы тәбиғилеге, ихласлығы һәм инсафлығы менән көслө. Ул бер шиғырында былай тип яҙа:

Серҙәшем, ти һандуғасым, Иреклем, ти елгенәм, Телһөйәр, ти туған телем, Илһөйәр, ти илгенәм.

Шулай тип әйтергә шағир бик хаҡлы. Сөнки ул ысын мәғәнәһендә ил-һөйәр һәм телһөйәр.

2-се алып барыусы. Беҙ бөгөн туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн яңы борсола башланыҡ. Ә Р.Ғарипов бынан нисә тиҫтә йыл элек ошо хаҡта борсолоп, әрнеп яҙған. Әммә уның ораны күп йылдар яуапһыҙ ҡала килде… Тел яҙмышы - әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт, ил яҙмышы. Шағир, теле барҙың ғына иле бар, ти.

Ике уҡыусы "Туған тел" шиғырын, "Аманат" ҡобайырынан өҙөк һөйләйҙәр.

1-се алып барыусы. Шағирҙың аманатына тоғро булайыҡ, телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалайыҡ, тел яҙмышына беҙ ҙә битараф булмайыҡ, уны юғалтмайыҡ.

2-се алып барыусы. Р.Ғарипов сал быуаттар аша халыҡтың данлы үткәненә, традицияларына мөрәжәғәт итте. Үҙенең яҡташы Салауат Юлаевҡа арнап, "Салауат батыр" тигән шиғырын яҙҙы. А.Туҡтағолов ошо шиғырҙы көйгә һалды.

Уҡыусы башҡарыуында "Салауат батыр" йыры яңғырай.

1-се алып барыусы. Рәми Ғарипов башҡорт һүҙ сәнғәтен энәһенән ебенә тиклем ентекле өйрәнгән, донъя әҙәбиәте менән яҡшы таныш булған төплө әҙерлекле, киң ҡарашлы шағир ине. Шағирҙың шиғри тәр-

жемәләре уның ижадының интернациональ рухын тағы ла тулыраҡ асыусы ғәжәп күренеш. Башҡа халыҡтарҙың һүҙ байлығына Рәми һәр саҡ оло ихтирам менән ҡараны, үҙенең һоҡланыуын башҡалар менән бүлешергә теләп, ошо хазиналарҙы башҡортса яңғыратырға ашыҡты.

2-се алып барыусы. Хәҙерге башҡорт поэзияһында ул иң күренекле тәржемәсе булып танылды. Рудаки, Байрон, Пушкин, Лермонтов, Есе-нин, Шиллер… барыһы 22 телдән тәржемә ителгән шиғырҙар ингән был йыйынтыҡҡа. Ул "Минең антологиям" тип атала.

1-се алып барыусы. Тәржемә эшенә шағир үҙ ижадына ҡараған кеүек талапсан ҡараны. Ғүмәр Хайямдың робағиҙарын башҡортсаға әйлән-дереүгә һалған көс - бының асыҡ миҫалы.

М.Лермонтовтың "Елкән", С.Есениндың "Фарсы моңдары"нан өҙөк һөйләү.

2-се алып барыусы. "Башҡорт поэзияһына Рәми Ғарипов нимә өҫтәне?" тигән һорауға, Рәмиҙе өҫтәне, ҡабатланмаҫ поэтик шәхес, үҙе оло бер донъя булған Рәмиҙе өҫтәне, тип әйтке килә. Әҙәбиәткә ул үҙе булып килде, үҙен бирҙе, үҙен фиҙа итте.

1-се алып барыусы. "Бер аяғың баҫһа бөгөнгөгә,

Иртәгәгә баҫһын береһе".

Шағир ошо ашҡыныулы шиғыр юлдарын яҙғайны. Хәҙер Рәми ике аяғы менән дә киләсәктә. Уның шиғриәте бөгөнгөнән киләсәккә ҡыйыу үтәсәк, һәр саҡ яҡтылыҡҡа, ғәҙеллеккә әйҙәйәсәк.

Бер уҡыусы Р.Бикбаевтың "Бурап яуған февраль ҡарҙарында" шиғы-рын яттан һөйләй.

Кисә шағирҙың "Үтте лә китте йәшлегем" (Р.Сәхәүетдинова көйө) йыры менән тамамлана.





© 2010-2022