Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Гүзәл Баян ҡыҙы Әхмәтйәнова.

Гүзәл Әхмәтйәнова 1968 йылда Белорет районының йәмле Мөхәмәт ауылында донъяға килгән. Башта Мөхәмәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, һуңынан Стәрлетамаҡтағы В.И.Ленин исемендәге мәктәпте тамамлай. 1989 йылда Магнитогорск индустриаль педагогия техникумын бөтөп, Учалы районы Рысай мәктәбендә технология уҡытыусыһы булып эш башлай. 1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуға күсә. Эш дәүерендә оҙаҡ йылдар тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. 2011 йылдан Рысай ысай Р урта мәктәбе директоры булып эшләй.

Яҙышыуҙы бала саҡтан башлай. Мәктәптә уҡыған осорҙа "Башҡортостан пионеры" гәзитендә мәҡәләләре, хикәйәләре баҫылып тора. Эшләгән осорҙа мәҡәләләре һәм шиғырҙары "Яйыҡ", "Урал", "Йәшлек" гәзиттәрендә, "Башҡортостан ҡыҙы" журналында донъя күрә.

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ойошмаһы

Рысай ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы МР

"Учалы районының әҙәби картаһы" конкурсына

бағышланған эҙләнеү эше.

Эште үтәне:

Рысай урта мәктәбе

педагог-китапханасы

Әминева А.Р.




Рысай - 2015

Рысай ауылы

Гүзәл Баяновна


Ғүмер буйы йырлап

йәшәрмен мин

шиғырҙар йыйылмаһы





Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны


Әсә

Иң изгеһе, иң сафы ул

Әсәйҙәрҙең теләктәре.

Иң нескәһе, иң хислеһе

Әсәйҙәрҙең йөрәктәре.

Туңһа йәки ҡатып ҡалһа

Әсәнең наҙлы йөрәге,

Һуңға ҡалған йылы һүҙҙең

Ул сағында ни кәрәге?


Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны


Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Теләк

Икһеҙ - сикһеҙ ғаләм киңлегендә

Ай ултырһа алтын тәхеткә,

Уй - йомғағын һүтә күңелгенәм

Юрай - юрай шатлыҡ бәхеткә.

Тәүфиҡтарҙан мәхрүм итә күрмә

Балаҡайҙарымды, Хоҙайым.

Тәүфиҡтарға бәхет эйәрә бит,

Балаларым табыр үҙ яйын.

Изге Фәрештәләр һаҡта торһон

Тормош һикәлтәһен аялап,

Тайған аҡтарында мамыҡ булып

Түшәлһендәр мәғрүр ҡаялар.

Эй Хоҙайым, кәмһетеүҙән берүк

Күҙ нурҡайҙарымды ҡурсала,

Әҙәм телен күтәрергә була,

Йән рәнйетә күрмәһен Алла.


Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны


Ихласлыҡ

Йәйе булғас, селләһе лә булһын

Сарсай - сарсай бесән сабырлыҡ.

Ҡышы булһын сатлама һыуыҡлы

Һыйыр мөгөҙөн һындырырлыҡ.

Яуһа ямғыр, быҫҡаҡлап тормаһын,

Ҡойһон ғына ине силәкләп.

Буран булһа, күҙ асҡыһыҙ булһын,

Һепермәһен ҡарҙы һирәкләп.

Усаҡ янһа, дөрләп янһын ине,

Иренеп кенә быҫҡып ятмаһын.

Шишмәләр ҙә туҡтай яҙып ҡына

Ағам йә юҡ тиеп аҡмаһын.

Кешеләр ҙә

Яҙға оҡшаған йәй,

Көҙгә оҡшаған ҡыш булмаһын,

Һөйһөн, көйһөн, уттарҙа ла янһын,

Илар саҡта илап, көлөр саҡта көлһөн,

Сей ағастай быҫҡып ятмаһын.

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль БаяновныТворчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Төш

Яҙмышымдың тыныс, һил пәрҙәһен

Йыртып төштәремә керәһең,

Керәһең дә һинһеҙ тормошома

Яҡты өмөт - нурҙар үрәһең.

Кермә, кермә бүтән төштәремә,

Һинһеҙ байтаҡ юлдар үтелгән.

Араларҙа - упҡын. Күперҙәр юҡ...

Ғүмер йомғаҡтары һүтелгән.

Ымһындырма семтем йылы наҙға,

Иретмә лә туңған күңелде...

Юҡ, тыңлама мине,

Өҙгөләмә, йәнем,

Өндәремдә мәхрүм булған өсөн,

Зинһар төштәремә кер инде.

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны


Һағынам

Мин йылғаға төштөм һине эҙләп,

Баҫма аша үттем һаҡ ҡына,

Хәтфәләрҙе гиҙҙем ысыҡ ярып,

Аяғымды манып саҡ ҡына.

Мин тауҙарға аштым һине эҙләп,

Серҙәш ҡайындарҙан һораным.

Яңҡырауыҡ алып килде ауаз,

Тик үҙеңде таба алманым.

Яҫы ташҡа ятып күккә баҡтым,

Ҡайҙарҙа һин, минең Саҡҡынам!

Зарыҡтырып зар-интизар иттең,

Һағынмайһыңмы ни саҡ ҡына!

Аҙаштыҡ шул йәшлек далаһында.

Март бураны яҙмыш юраны.

Һәр таң һайын Саҡ менән Суҡ кеүек

Бер - беребеҙҙе эҙләп ураныҡ...

Их, шәфҡәтһеҙ яҙҙың бураны!

Бәхетемде генә урланы.

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны


Мин - тау ҡыҙы.

Тау илендә тыуып үҫкәнгәме,

Үҙ итмәнем һис тә даланы.

Дала киңлегендә һағыш баҫты,

Эсем бошоп, йәнем дуланы.

Тау шишмәкәйенең селтер - селтер

Моңон тыңлап туя алманым,

Моң тулы йөрәгем, пак күңелем

Һинән икән, Шишмә, аңланым.

Хыялыйҙар булып ашам тауға,

Мәғрүр ҡарағайҙар иленә,

Бөтә ваҡлыҡтарҙан юғарыға,

Йән рәхәте минең күңелемә.

Ләззәтләнә талсыҡҡан был күңел,

Гүйә, бығауҙарҙан ысҡына.

Ҡанат йәйеп, дарман йыйып ал да

Азатлыҡҡа әйҙә ос ҡына.

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Йәҙгәр менән осрашыу

Йәҙгәремдең түбәһенә менһәм,

Күкрәк тултырып та һулайым,

Ҡая ярып сыҡҡан шишмәкәйҙең

Селтер - селтер моңон тыңлайым.

Селтер - селтер моңон тыңлайым да

Һалҡын ташты ҡосоп илайым,

Һары һағыштарым баҫылғансы

Шишмәкәйгә ҡушылып йырлайым.

Шишмә моңона ҡушылып йырлайым да

Тау илемә ҡарап туймайым.

Һинең өсөн алтын бирһәләр ҙә

Һатмаҫ инем тиеп уйлайым.

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Үҙ үҙем менән һөйләшеү.

Йөрәк һыҙлай. Юҡ бер һауа.

Тын алырға етмәй көс тә.

Тын ҡыҫыла, әйтерһең дә,

Бөтә донъя ҡара төҫтә.

Йәшәүҙән бер йәм ҡалманы,

Киләсәк юҡ. Өмөт һүнде.

Мөхәббәт тә мөһим түгел,

Аҡыл әйтте, йөрәк күнде.

Туҡта, Кеше, тыныслан һин,

Күккә баҡсы, тормош бара.

Төн ғүмере ҡыҫҡа бит ул.

Таң һыҙыла, ана, ҡара.

Тимәк, йәшәү дауам итә -

Тормош һинән көрәш көтә.

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны



Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны



Әсәкәйем...

"Их ҡысҡырып бер иларға ине

Әсәйемдең ятып ҡулына,

Ул йөрәге менән аңлар ине

Ниндәй ҡайғы килгән ҡыҙына"

Башҡайымды ташҡа бәрер сиккә

Етеп ҡайсаҡ теҙгенһеҙләнәм,

Күкрәгемә һыймай йөрәк тулай,

Сыҙай алмай түҙемһеҙләнәм.

Ялғанлыҡтың "я" хәрефен белмәй

Үҫтем, әсәй, һинең ҡулыңда.

Эскерһеҙлек, бер ҡатлылыҡ өсөн

Күпме кәртә булды юлымда.

Ҡаршылыҡты еңеп сығыр өсөн

Етмәй миңә һинең ҡыйыулыҡ.

Уртаҡлашсы һин серҙәрең менән,

Әсәй, үҙең һин бит шундай ныҡ.

Өйрәт әле тылсым көстәреңде,

Һеңдер миңә рухи ныҡлығың.

Сәс күңелемә азатлыҡ орлоғон -

Ҡыйыуланыр баҫалҡы ҡыҙың.

Әсәкәйем, юҡһың яндарымда,

Кемгә серҙәремде сисәйем!

Ышаныс - үҙемә.

Бары үҙем

Утты, боҙло һыуҙы кисәйем.

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Йырлайым

Ғүмер буйы йырлап йәшәнем мин

"Был бәхетле икән,"- тимәгеҙ,

Шатлыҡ менән ҡайғы йәнәш йөрөй,

Илап йырлаһам да көлмәгеҙ.

Йырҙарҙың бит була төрлөләре:

Шатлыҡтарҙан яңғырап торғаны,

Күҙ йәштәре менән буталғаны,

Һағыш еҫе менән тулғаны...

"Моңло бала бәхетһеҙ була,"- тип

Ҡабатлайҙар миңә ҡор һайын,

Йөрәк йыртып сыҡҡан ул моңдарҙы

Ҡайҙа ғына бикләп ҡуяйым!

Ғүмер буйы йырлап йәшәрмен мин,

"Әллә тиле микән,"- тимәгеҙ...

Бәхет менән ҡайғы йәнәш йөрөй,

Илап йырлаһам да көлмәгеҙ.

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны


Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Бәхет.

Мин бәхетле. Ғаилә бәхетем бар,

Бәхетлемен ҡыҙым булғанға,

Мине яҡлар тормош иптәшем бар,

Шалҡан кеүек улым тыуғанға.

Бәхет була һаулыҡ барҙа ғына,

Шөкөр итәм булған һаулыҡҡа,

Күҙем күрә , аяҡ - ҡулым теүәл,

Зарланмайым һис сырхаулыҡҡа.

Бәхет - ырыҫ тиҙәр. Ырыҫ - ул ҡот.

Ҡайтып керер йылы ҡәлғәм бар,

Күңел ятҡан эшем, кешеләрем,

Һағынып көтөп торған ғаиләм бар.

Ҡыҙыҡмайым затлы байлыҡҡа мин,

Үрләмәйем алтын тәхеткә.

Шөкөр итеп ихлас ҡыуанам мин

Хоҙай телеп биргән бәхеткә.

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

Дүрт юллыҡтар.

Ҡай берүҙәр ҡара йөрәктәрен

Аҡ сепрәккә төрөп ала ла

Изге Фәрештәне һынландырып

Йөрөй бирә беҙҙең арала...

Ауыр с аҡта терәк кәрәк,

Бәхет өсөн көрәш кәрәк.

Ҡәбер өсөн көрәк кәрәк,

Быныһы булһын ине һирәк.

Творчество и биография Ахмедьяновой Гузаль Баяновны

© 2010-2022