Конспект урока по башкирскому языку на тему Моя семья (2 класс)

Раздел Другое
Класс 2 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Конспект урока во 2 классе


Тема: Минең ғаиләм (Моя семья).


Маҡсат: 1. Грамматик теманы үҙләштереү;

2. Уҡыусыларҙың хәтерен, иғтибарлылығын үҫтереү;

3. Өлкәндәргә ҡарата ихтирам, шәфҡәтлелек тәрбиәләү.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу.

  • Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.

"Башҡорт телендә һөйләшәм" йырҙы иҫкә төшөрәйек.

II. Инеш әңгәмә.

  • Бөгөн кем дежур?

  • Кем юҡ?

  • 20 тиклем һанап күрһәтәйек.

  • Бөгөн нисәһе?

  • Аҙнаның ниндәй көнө?

  • Аҙна көндәрен иҫкә төшөрәйек.

III. Үтелгәнде ҡабатлау.

(Таҡтала һүрәттәр "Йыл миҙгелдәре"

  1. - Ниндәй йыл миҙгеле? (көҙ)

  • Көҙ тураһында йырҙы иҫкә төшөрәйек.

"Инде яланда"

  1. -Был ниндәй йыл миҙгеле? (ҡыш)

  • Ҡыш тураһында ниндәй шиғыр беләһегеҙ?

Ҡар яуғас, ҡыш булғас,

Бар ағас яланғас. (2 тапҡыр)

  1. -Ниндәй йыл миҙгеле? (яҙ)

  • Яҙ тураһында йырҙы иҫкә төшөрәйек.

"Яҙ, яҙ, яҙ килә"

  1. -Ниндәй йыл миҙгеле? (йәй)

  • Йәй тураһында һөйләмдәр әйтегеҙ.

Йәй көнө сәскәләр үҫә. Ҡояш ҡыҙҙыра. Урманда ҡоштар һайрай.

IV. Артикуляцион күнегеү.

Был бармаҡ олатай,

Был бармаҡ өләсәй…

V. Дәрестең темаһына һәм маҡсатына сығыу.

  • Шиғыр ярҙамында беҙ кемдәрҙе иҫкә төшөрҙөк? (олатай, өләсәй…)

  • Уларҙы бер һүҙ менән генә атағыҙ. (ғаилә)

  • Беҙ бөгөн парта артында көйөнсә генә сәйәхәткә барабыҙ. Беҙҙең сәйәхәт нимә тураһында буласаҡ?

  • Ә сәйәхәткә беҙ поезд менән барабыҙ.

(Поезд һүрәте эленә).

Поезд килә, поезд килә

Пип-пип-пип

Юлда торма, юлда торма,

Кит-кит-кит

(Балалар ҡулдары менән поезд тәгәрмәстәре хәрәкәттәре яһай)

VI. Төп өлөш.

1-се туҡталыш "Минең ғаиләм"

(3-4 уҡыусы фотоларын күрһәтеп ғаиләһе менән таныштыра)

- Поезға ултырышайыҡ. Хәйерле юл.

Поезд килә, поезд килә,

Пип, пип, пип…

2-се туҡталыш "Дәреслек биттәрендә"

- 39 сы битте астыҡ

1-се күнегеү - телдән, уҡыу, тәржемә.

2-се күнегеү - телдән

3-сө туҡталыш "Матур яҙыу"

-Дәфтәрҙәрҙе астыҡ. Число, Класта эш. Тема.

Матур яҙыу минуты.

3-сө күнегеү - яҙма (уҡыусылар таҡтаға сығып яҙалар)

Һүҙлек эше:

атайым - мой папа

әсәйем - моя мама

һеңлем - моя сестренка

сәйәхәт - путешествие

4-се туҡталыш "Ял минуты"

-Хәҙер ҡустыларыбыҙ тураһында шиғырҙы иҫкә төшөрәйек

Сәпәкәй, сәпәкәй…

Йыр "Трам-там-там"

Тәрбиәүи мәл.

- Һеҙ атай-әсәйҙәрегеҙҙе, олатай, өләсәйҙәрегеҙҙе яратаһығыҙмы?

- Уларҙың яҡшылыҡтарына нисек яуап бирергә тейешһегеҙ? (Уларға ярҙам итергә, ҡайғы күрһәтмәҫкә, аҡыллы, яғымлы булырға, ҡартайғанда терәк булырға)

-Әгәр атай,әсәй, өләсәй, олатайҙарҙы һәм башҡа туғандарығыҙҙы яратһағыҙ, уларға ярҙам да итһәгеҙ, һеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратырҙар, һеҙҙең менән ғорурланырҙар. Ә кесе туғандарығыҙ һеҙгә оҡшарға тырышыр.

Уйын "Самауыр".

5-се туҡталыш "Һүрәтле кроссворд"

-Кроссвордты сисәйек. Бында ниндәй һүҙ йәшеренгән? (ғаилә)

VI. Дәресте йомғаҡлау.

-Сәйәхәттең аҙағына ла еттек.

-Дәрес-сәйәхәттә ниндәй туҡталыштарҙы хәтерегеҙҙә ҡалдырҙығыҙ?

(Какая остановка понравилась?)

VII. Өйгә эш. Һүрәт "Минең ғаиләм"

VIII. Баһалау.


© 2010-2022