Рабочая программа и календарно тематический план по башкирскому языку 8 класс

Раздел Другое
Класс 8 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:







































1. Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы:

- Дөйөм белем биреү буйынса дәүләт федераль стандарттары (РФ ММ 05.03.2004 йыл, 1089-сы бойороҡ);

- Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн программаһы ( Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. - Ижевск: Книгоград, 2008) ;

  • М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8 -се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап,2012 ;

  • Оло Ҡуғанаҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының белем биреү программаһы (2014 йылдың 30 авгусындағы 66-сы һанлы бойороғо);

  • Оло Ҡуғанаҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының 2014-2015 уҡыу йылына уҡыу планы ;

  • Оло Ҡуғанаҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының 72-се һанлы положениеһы нигеҙендә төҙөлгән.

Башҡортостан Республикаһы Президентының 1990 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды.Ошо Указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының "Мәғариф тураһында" Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың, айырым алғанда, башҡорт телен уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде. Концепцияла былай әйтелә: "Ҡайһы ғына проблеманы алма: уҡытыусылар әҙерләүме, программалар һәм дәреслектәр яҙыумы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүме - барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк". Былар түбәндәгеләр:

1. Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.

2. Башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар.

3. Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар урыҫ мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған дәреслектәр программалар ҙа үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа Концепцияла күрһәтелгәникенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

  2. Башҡорт теле - балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

  3. Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.

  4. Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.

Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙың башҡорт теленән белемдәрен баһалау нормалары

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- һорауҙарға яҙма яуаптар;

- һөйләмдәр төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контрольэштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө, һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Был эштәр өсөн уҡытыусы тотош дәресте , йә уның бер өлөшөн файҙалана ала.Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусылырҙың дәестә биргән талаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн һәр класта контроль һәм яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре уҡыусыларҙың белем кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

  • карточкалар менән эш;

  • һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

  • текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

  • һүҙлек диктанты;

  • һөйләмдәр төҙөү.

Программаның үтәлеү ваҡыты - 2014-2015 уҡыу йылы.

2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә- символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен , күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.


Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары

Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:

- Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәндә, уҡығанда, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу;

- Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар , ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү;

- Һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған "Йәншишмә", "Аҡбуҙат", "Аманат", "Шоңҡар, "Йәшлек" гәзит- журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләре биреү;

- Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙә күсереп һәм үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләре булдырыу

- Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү;

- Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Программа башҡорт телен өс йүнәлештә- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.


3. Уҡыу планында предметтың урыны

Оло Ҡуғанаҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының 2014-2015 уҡыу йылына уҡыу планына ярашлы башҡорт теле аҙнаһына 2 сәғәт уҡытыла, эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән.Программа кимәле: базис. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

- "Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында "Законы (25.10.1991, №1807-1);

- "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" Законы (15.02.1999, №216-3);

-" Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында" Законы (01.07.2013, №696-3);

- Башҡортостан Республикаһының "Уҡытыу һәм тәрбиә биреү" Концепцияһы (26.05.2005, №6);

- "Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһында" Законы (29.12.2012, №273-3).

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Башҡорт теленән программа (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн ) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. - Ижевск: КнигоГрад, 2008.

Программала һәр ҙур тема , мәғәнәүи ситуация һайын үтеләсәк грамматик темаларҙың исемдәре бирелә. Фонетик, лексик, грамматик материалды үҙләштереү уҡыу өсөн бирелгән әҫәрҙәр өҫтәндә эшләгәндә лә, уҡытыусы тарафынан теманы аңлатыу өсөн алынған махсус күнегеүҙәр ярҙамында ла тормошҡа ашыра

4. Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

1. "Мәктәп" темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. темаға мәҡәлдәр ҡойоу.

2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.

3 .Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

4 .Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.

5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

7. 80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 55-60 һүҙ изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

8. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диалог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

9. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.

5. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Мәктәпкә барабыҙ (9 сәғәт)

Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-7-се класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр ( 9сәғәт)

Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы ( 8 сәғәт )

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

Хеҙмәт төбө - хөрмәт ( 9 сәғәт )

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

Ҡыш ( 12сәғәт )

Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Салауат Юлаев - халҡыбыҙҙың милли батыры (5 сәғәт)

С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. ( һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу) һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! ( 6 сәғәт )

Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ… ( 4 сәғәт )

Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.

Ай Уралым, Уралым...( 6 сәғәт )

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диалог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



Тема

Планлаштырылған


Үткәрелгән


Иҫкәрмә




1

Һаумы, мәктәп!Башҡорт теленең үҙенсәлекле

өндәре

03.09



2

Беҙҙең мәктәп. Һүҙ һәм һүҙбәйләнеш.

08.09



3

Беҙҙең дәрестәр. Һөйләм.

10.09



4

К. Кинйәбулатова "Сентябрь етте." Һүҙ һәм һүҙбәйләнеш.

15.09



5

Р. Ниғмәтуллин "Тырышлыҡ"Һөйләмдә эйә менән хәбәрҙең роле.

17.09



6

Б.Бикбай. Туған тел.Һөйләмдә һүҙ тәртибе.

22.09



7

В. Ғәскәрова "Яратҡан һөнәрем".Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

24.09



8

Б. Рафиҡов "Илем, Башҡортостаным".Һөйләмдә тиң киҫәктәр.

29.09



9

Диктант.Хушлашыу.

01.10



10

Хаталар өҫтөндә эш. М.Ғәли.Көҙ килде.

Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре

06.10



11

Көҙгө тәбиғәт Хәбәр һөйләмдәр.

08.10



12

Көҙгө эштәр. Һорау һөйләмдәр.

13.10



13

Көҙгө баҡса эштәре. Өндәү һөйләмдәр.

15.10



14

Көҙгө муллыҡ.Логик баҫым.

20.10



15

Көҙөн ҡоштар тормошо.Исем.

22.10



16

Көҙ темаһы буйынса контроль эш.

27.10



17

Хаталар өҫтөндә эш.Кластан тыш уҡыу

дәресе.Көҙгө күренештәр.Исемдәрҙең һөйләмдәге

роле.

29.10



18

С.Муллабаев. Көҙгө урман. Сифат.

05.11



19

Өфө- баш ҡалам.Ҡылым

10.11



20

Өфө урамдары буйлап.Ябай һәм ҡушма ҡылымдар.

13.11



21

Н.Дәүли. "Өфө ни өсөн матур?"

Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар.

17.11




22

Л.Әхмәткужина." Башҡорт лимондары".

Ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреше.

19.11



23

Ғ.Аллаяров." Хинган тауҙары аша".Ҡылым һөйкәлештәре.

24.11



24

Мин театрға барҙым.Ҡылымдарҙың заманы.

26.11



25

Д. Әхиәрова. "Орджоникидзе районы".Ҡылым төркөмсәләре.


01.12



26

Инша.

Өфөм- баш ҡалам.

03.12



27

Хаталар өҫтөндө эш.В.Моратова. "Башҡорттар әрме хеҙмәтендә."Ябай һөйләм.

08.12



28

А. Насиров "Көслө

сабаҡ". Һөйләмдең баш киҫәктәре.

10.12



29

Н.Бадридзе. "Зарядкаға баҫ!"Эйә. Уның һөйләмдә бирелеше

15.12



30

А.А.Плешаков. "Хайуандар нисек яраҡлашҡан?"

Эйә. Уның һөйләмдә бирелеше.

17.12




31

Башҡорт халыҡ әкиәте. Алданған бүре.Хәбәр. Уның һөйләмдә бирелеше.

22.12



32

Н.Исламғолова. Ҡышҡы биҙәктәр.Хәбәр. Уның һөйләмдә бирелеше.

24.12



33

Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр.

29.12



34

Ә.Атнабаев. Ҡара икмәк.Һөйләмдә һүҙ тәртибе.

19.01



35

Хеҙмәттең тормоштағы роле.Үтелгәнде ҡабатлау

21.01



36

С.Хажиев" Ноябрь-ҡышҡа инеү айы."Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

26.01



37

Ҡышҡы тәбиғәт.Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

28.01



38

Ҡышҡы эштәр һәм хәстәрлектәр.Йыйнаҡ һөйләмдәр.

02.02



39

Ҡышҡы байрамдар.Йыйнаҡ һөйләмдәр.

04.02



40

Ә.Вахитов "Ҡарҙар яуа".Тарҡау һөйләмдәр.

09.02



41

Инша "Ҡышҡы тәбиғәт."

11.02



42

Хаталар өҫтөндә эш. Н. Нәжми "Ҡыш"

Һөйләмдә эйә менән хәбәрҙең бирелеше.

16.02



43

С.Әлибай. "Ҡышҡы урман".Ҡабатлау.

18.02



44

Кластан тыш уҡыу дәресе. В.Исхаков "Минең дуҫым".

Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

25.02



45

Е.Кучеров. "Бураны ла, тамсыһы ла булыр".

Раҫлаусы һәм инҡар итеүсе һөйләмдәр..

02.03



46

Р.Әбүталипова "Ҡышҡы урманда".Раҫлаусы һәм инҡар итеүсе һөйләмдәр..

04.03



47

Ҡыш тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр.Һөйләмдә һүҙ тәртибе.

11.03



48

С. Юлаев- халҡыбыҙҙың милли батыры.Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

16.03



49

С. Юлаев-шағир. "Тыуған илем" шиғыры.Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

18.03



50

Палдискиҙа Салауат музейы.Аныҡаусы. Уның һөйләмдәге роле.

01.04




51

Изложение "Салауат һәйкәле".

06.04



52

Хат алар өҫтөндә эш. Салауат эҙҙәре буйлап.

Аныҡлаусыларҙың һөйләмдәге роле.

08.04



53

Яҙғы байрамдар. Тура тултырыусы.

13.04



54

Г.Яҡупова. "Өмөтлө яҙ".Тултырыусы.

15.04



55

К.Кинйәбулатова. Йырлай-йырай еңеү яуланыҡ.

Тултырыусыларҙың һөйләмдәге роле.

20.04




56

Яҙғы байрамдар. Тултырыусы.

22.04



57

Р.Ниғмәти. "Ватан". Тултырыусыларҙың һөйләмдәге роле.

27.04



58

Яҙғы баҡса эштәре.Ҡ.Даян "Яҙғы гөлдәр".Ситләтелгән тултырыусы.

29.04



59

Шайморатов генерал.Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре

04.05



60

А.Матросов-Ш.Мөхәмәтйәнов.Хәлдәр.

06.05



61

С.Ғибәҙуллин." Ҡотлайым мин".

Хәлдәр.

11.05



62

М.Харис." Хат". Ж.Кейекбаев. "З.Үтәғолов."

Хәлдәрҙең һөйләмдәге роле.

11.05



63

И.Хажин. "Тыуған ерем биҙәктәре."

Грамматика буйынса 8-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

13.05



64

Р.Бикбаев "Уралыма"

Исем. Ҡабатлау.

13.05



65

"Ай Уралым, Уралым" бүлеге буйынса контроль диктант "Ай Уралым,Уралым".

18.05



66

Хаталар өҫтөндә эш. М.Кәрим. "Тыуған ил тураһында уйланыу".

Ҡылым. Ҡабатлау.

20.05



67

Р.Ниғмәтуллин. "Башҡортостан."

Һөйләмдең баш киҫәктәре. Ҡабатлау.

25.05



68

З.Биишева. "Йәшәү-хеҙмәт".

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Ҡабатлау.

25.05



69

Кластан тыш уҡыу дәресе.

27.05



70

Ҡабатлау.

27.05




7.Уҡыу-уҡытыу ҡулланмалар исемлеге


  1. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  2. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

  3. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  4. Давлетшина М. С. Методика преподавания башкирского языка(1часть) - Уфа, 2010г.

  5. Давлетшина М. С., Габитова З.М. Методика преподавания башкирского языка (2 часть) - Уфа,2011г.

  6. Нафикова З.Г., Валеева В.В. Наглядно-дидактическое пособие по усвоению башкирского языка (на баш.яз.) Эдвис, 2008 г.

  7. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008.

  8. Тулумбаев Х. А., Давлетшина М. С. Башкирский язык ( учебник для 1 класса русскоязычных школ) - Уфа, 2011

  9. Тулумбаев Х. А., Давлетшина М. С. Башкирский язык ( учебник для 2 класса русскоязычных школ) - Уфа, 2012г.

  10. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

  11. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  12. «Аҡбуҙат» журналы.

  13. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.


Методик ҡулланмалар


  1. Аҙнабаева Ф.Г., Йылҡыбаева Г.Р., Нарынбаева А.З. һ.б. Гөлбостан: Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү өсөн методик ҡулланма. - Өфө: Китап, 2008.

  2. Азнабаева Ф.Г.. Фаизова М.И.. Русский язык в национальном дошкольном образовательном учреждении. - Уфа:Китап,2010.

  3. Аслаев Т.Х., Атнағолова С.В. Башланғыс мәктәптә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү дәрестәре.- Өфө:Китап,2009.

  4. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Дәүләтшина М.С. // Өфө, Китап, 2010.

  5. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге . // И.М.Ғарипов. Өфө, Китап, 1994

  6. Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006

  7. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.

  8. Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.

  9. Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ.(1-2) .// Толомбаев Х.А. Дәүләтшина М.С. Өфө, Китап, 2002.

  10. Габитова З.М. Методические рекомендации и организация работы по обучению башкирскому языку в русской школе.- Уфа: Китап, 2006.

  11. Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыу. Методик күрһәтмә. - Өфө: Китап, 2008

  12. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.- Өфө: Китап, 2009.

  13. Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. .// Усманова М.Г. Өфө, Китап, 2011.

  14. Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.

  15. Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Г. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма . - Өфө:Китап, 2010

  16. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн эш программалары.// Ғәбитова З.М., АбдуллинаМ.Ф.. Өфө, Китап, 2011.

  17. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн эш программалары.// Ғәбитова З.М., АбдуллинаМ.Ф.. Өфө, Китап, 2011.

  18. Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы):

  19. Урыҫ мәктәптәренең 1 классы өсөн "Башҡорт теле"дәреслегенә методик күрһәтмәләр.// Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2001.

  20. Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.

  21. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.

Интернет-ресурстар

1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка - tel.bashqort.com/home

2. Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - ostaz.ru/

3. Башкирский языковой портал - bashkort-tele.narod.ru/

4. Башкирский форум - bashforum.net/ bashkort-tele.livejournal.com/

5. morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

6 .edu.ru Федеральный портал "Российское образование"

7. минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ
8. pravitelstvorb.ru/ Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

9. apkpro.ru Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

10. ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ

11.zankov.ru Образовательная система Л.В.Занкова

12.kpolyakov.narod.ru Методические материалы и программное обеспечение для школьников и учителей

13. window.edu.ru информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам"


© 2010-2022