Нур Галимов Яуҙан ҡайтҡан ҡурай

Раздел Другое
Класс 8 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Дәрес - ярыш

Тема: Нур Ғәлимов "Яуҙан ҡайтҡан ҡурай"

Маҡсат: хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса эшләү, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында башҡорт һалдаттарының батырлығын күрһәтеү, Ғәйфулла Сарбаев образы һәм башҡорт ҡурайы тураһында фекер алышыу; "Яуҙан ҡайтҡан ҡурай" хикәйәһе буйынса анализ үтәү. Тыуған илде Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һаҡлаған һәм яҡлаған кешеләргә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.

1).Ойоштороу мәле.

  1. Таҡтаға число һәм теманы яҙыу.

  2. Уҡыусыларҙы төркөмдәргә бүлеү, биремдәр менән карточкалар таратыу. (2 төркөмгә).

  3. Төркөмдәрҙең үҙҙәренә исем уйлауы. 1-се бүлек буйынса эшләү.

  4. 1-се эш. Әҫәрҙең жанрын билгеләү. Авторын әйтеү. (Ав. Нур Ғәлимов; проза жанры, хикәйә)

  5. 2-се эш. Әҫәрҙә ниндәй осор һүрәтләнә? Характеримстика бирегеҙ.

  6. Төп образ? Уға ҡылыҡһырлама (характеристика) биреү.

  7. Ғәйфулла яугирҙарҙың кәйефен нисек күтәрә?

  8. Еҙ ҡурай нисек барлыҡҡа килә?

10.Бүлеккә исем биреү.

11. Ғәйфулла Сарбаев көндәлегендә нимә тураһында яҙылған?

12. Еҙ ҡурайҙың барлыҡҡа килеүе тураһында дәреслектән табып уҡыу. (Дәреслек менән эш.)

2) Ял минуты. Ҡурай моңон тыңлау. Ҡурай тураһында видео ҡарау. Ҡурай музыка ҡоралын ҡулдарға тотоп ҡарау.

3) 1. 2-се бүлек буйынса эшләү. Немец самолеттарына мәрәкәләп ниндәй исем бирәләр?

2. Польшаның Холом ҡалаһында булған ваҡиғаны һөйләгеҙ һәм баһалағыҙ.

3. Текстан сығып, ҡурайҙың яуғирҙар рухын күтәреүсе символ икәнлеген иҫбатлағыҙ.

4. Аңлатмалы һүҙлектәр менән эш. Ветеран (55), дивизия (69), алсаҡ (), илбаҫар(87), еҙ (76), көпшә (126).

5. Төркөмдәр бер-береһенә йөкмәтке буйынса һорау бирә һәм яуаптар ҡайтара.

4) Дәресте йомғаҡлау. Рефлекция.

5) Өй эше: а) Тыуған ил тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә.

б) Һуғышта ҡатнашҡан олатай, ҡартатай, ветерандар тураһында һөйләргә әҙерләнергә.

6) Дәрестә ҡатнашҡан уҡыусыларға баһалар ҡуярға.

© 2010-2022