Урок по башкирской литературе на тему Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере (5 класс)

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Ф.Иҫәнғоловтың «Хәмит күпере» хикәйәһен өйрәнеү.

Маҡсат: Ф.Иҫәнғоловтың ижады менән таныштырыу, дөрөҫ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу, анализлау һәм прогнозлау һәләтен нығытыу, фекерләү ҡеүәһен, һүҙ байлығын үҫтереү, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Ф.Иҫәнғолов тураһында плакат, китаптар күргәҙмәһе, мультимедия проекторы, компьютер, аудиояҙма.

Девиз: "Намыҫлы хеҙмәт, ниндәй генә булмаһын, аҙаҡ килеп кешегә ҡыуаныс килтерергә тейеш" (Д.Исламов.)

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу эше.

1.Сәләмләү.

Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ

Көнө буйына етә.

Изге көн теләп өндәшәм:

Балалар, хәйерле иртә!

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе Д.Исламовтың матур һүҙҙәренән башлап ебәрәйек.

2.Эпиграф уҡыу, аңлатыу.

"Намыҫлы хеҙмәт, ниндәй генә булмаһын, аҙаҡ килеп кешегә ҡыуаныс килтерергә тейеш" (слайд)

II. Төп өлөш. 1. Инеш әңгәмә.

-Уҡыусылар, әле уҡып киткән юлдарҙан сығып, дәрестә нимә тураһында һүҙ барасағын әйтеп ҡарағыҙ әле? ( яҡшы уҡырға ынтылыу, тырышып эшләү кешегә шатлыҡ килтерә икәнлеген әйтәләр)

Уҡытыусы. Эйе, дәрестә кеше, уның тормоштағы урыны, хеҙмәткә, халҡына мөнәсәбәте тураһында һөйләшербеҙ. Беҙ шул турала яҙылған әҫәр менән танышып китербеҙ. Ә әҫәрҙең исеме, авторы кем булыр икән - таблонан эҙләйек.(слайд) (яуаптар)

2. Экрандағы таблонан әҫәрҙең авторын, исемен табыу.

и

в

ҫ

т

ҙ

б

к

р

ҫ

Ф

ә

р

и

т

ғ

з

й

ү

И

ҫ

ә

н

ғ

о

л

о

в

й

у

Х

ә

м

и

т

м

ш

к

ү

п

е

р

е

а

т

ю

ү

ә

ө

ҙ

ғ

ҡ

ң

ҫ

ң

Уҡытыусы. Шулай итеп, беҙ Ф.Иҫәнғолов тураһында һөйләшербеҙ, яҙыусының тормошона һәм ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһарбыҙ, уның «Хәмит күпере» әҫәрен өйрәнербеҙ.

(число, тема яҙҙырыу)

3. Ф.Иҫәнғолов тураһында әңгәмә.

Уҡытыусы. Кем һуң ул Ф.Иҫәнғолов? Был һорауға яуап бирергә беҙгә ошо схема ярҙам итер:Ҡайҙа? Ҡасан? Кем? Нисек? ( слайд)

Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 6 мартында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылында тыуа. 1935-1945 йылдарҙа урта мәктәптә, 1945-1949 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Ике йыл Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар урта мәктәбендә уҡытыусы һәм завуч булып эшләгәс, Башҡортостан китап нәшриәтенә күсерелә һәм мөхәррир, 1957 йылға тиклем өлкән мөхәррир булып эшләй. 1958-1960 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1965 йылға тиклем «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты була. Фәрит Иҫәнғоловтоң тәүге шиғырҙары урта мәктәптә уҡыған мәлдә үк «Йәш төҙөүсе» газетаһында баҫыла башлай. Ләкин ул башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булып таныла. Фәрит Иҫәнғолов - балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе.Ул утыҙҙан ашыу хикәйә, повесть, роман яҙҙы. 1950 йылда «Ҡотлоәхмәт ҡарт» тигән тәүге хикәйәһе баҫыла. Бер-бер артлы «Тәүге һынау», «Баҫҡыс», «Хәмит күпере», «Сабирҙың дуҫтары», «Нәҙекәйбил», «Быйыл йәй» һәм башҡа хикәйә, повестары донъя күрә. 1970 йылда «Арыш башағы» романы өсөн Фәрит Иҫәнғоловҡа республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелә.

- Шулай итеп, Фәрит Иҫәнғолов кем ул? (слайд) (яуаптар)

- Дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.

4. « Хәмит күпере" хикәйәһе буйынса эш.

Уҡытыусы. Эйе, Ф Иҫәнғолов хикәйәләр, повестар, романдар яҙған тинек. Ул балалар өсөн дә ижад иткән. Әҫәрҙәренән күренеүенсә, уға балалар тормошо яҡын да, аңлайышлы ла. Бөгөн беҙ уҡыясаҡ әҫәре "Хәмит күпере" тип атала.

- Хикәйәне ни өсөн "Хәмит күпере" тип атаны икән? Әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында барасаҡ тип уйлайһығыҙ? Был һорауға яуап биреп ҡарайыҡ әле. (яуаптар).

- Алдан фараз итеүебеҙ тап килерме? Уҡыу барышында уйлап ултырығыҙ. Ә мин һеҙгә уҡып ишеттерәйем.

А) Уҡытыусының әҫәрҙе уҡыуы.

Б) Һүҙлек эше.(слайд)

Васыят - үлер алдынан белдерелгән теләк, үтенес.

Мираҫ - үлгән кешенән кемдеңдер ҡарамағына күскән мал-мөлкәт, байлыҡ.

В) Дәреслектәге һорауҙарға яуап алыу.

- Шулай итеп, әҫәр ни өсөн "Хәмит күпере" тип атала - фаразыбыҙ тап килдеме? (Хәмит төҙөгән күпер тураһында)

-Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай? (хикәйә)

- Хикәйәлә нимә тураһында һүҙ бара? (Хәмит менән Вәлиттең аталары ҡалдырған васыятты үтәүе тураһында)

- Аталарының ниндәй васыяты булған? Дәреслектән табып уҡып бирегеҙ әле. (исем ҡалырлыҡ итеп йәшәргә, кеше араһында кәм-хур булмаҫҡа)

- Был васыятты улар нисек аңлай һәм үтәй? (икеһе ике төрлө аңлай)

- Хәмит менән Вәлитте һеҙ ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ? Экранда бирелгән сифаттарҙы, һәр геройға тура килгәндәрен һайлап, ике бағанаға бүлеп яҙайыҡ. Был эште төркөмләп эшләйек. 1-се төркәм - Хәмиткә ҡағылышлы сифаттарҙы, 2 -се төркөм Вәлиткә ҡағылышлы сифаттарҙы яҙып ала. (Тырыш, ялҡау, шыр тиле, уңған, тәртипһеҙ, аҡыллы, түҙемле, эшһөйәр, булдыҡлы, эште ашыҡ-бошоҡ башҡара, ҡустыһына екерә, һәр ерҙә исемен яҙып йөрөй,балта эшен эшләй)

(эштәрҙе тикшереү)

-Ауыл халҡы Хәмит менән Вәлитте нисек итеп иҫкә ала? Дәреслектән табып, уҡып китәйек әле. (китаптан өҙөктәр уҡыла)

Уҡытыусы. Шулай итеп, халыҡ Хәмитте бары тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алған, уның һалған күпере ауылдаштарын оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән. Ә Вәлит иһә, йылдар үтеү менән бөтөнләй онотолған. Яҡшылыҡ бер ҡасан да онотолмай. "Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер", ти халыҡ мәҡәле.

- Хәмит һалған күпер урынына дүрт-биш тапҡыр яңы күпер һалына. Ә ниңә күперҙе "Хәмит күпере" тип атайҙар?Һеҙ халыҡ фекере менән килешәһегеҙме?

( изгелек эшләгән кешенең исеме мәңгелеккә хәтерҙә ҡала)

- Уҡыусылар, һеҙ кемгә оҡшарға теләр инегеҙ? Беҙҙең арала Вәлит кеүек кешеләр бармы?

- Хәмиткә оҡшарға тырышайыҡ. Яҡшыраҡ кешеләр күберәк булған һайын тормошобоҙ матурыраҡ, донъябыҙ именерәк булыр.

- Уҡыусылар, халҡыбыҙҙа яҡшылыҡ, изгелек, хеҙмәт тураһында күп мәҡәлдәр бар. Әйҙәгеҙ, бөгөнгө әҫәр йөкмәткеһенә тап килгәндәрен иҫкә төшөрөп китәйек. Мин мәҡәлдең башын уҡыйым, ә һеҙ дауам итеп әйтеп ҡуйырһығыҙ һәм кемгә ҡағылышлы икәнлеген әйтерһегеҙ.(мәҡәлдәр уҡыу).

Ни сәсһәң, (шуны урырһың).

Иҫәр үҙен ( күккә сөйөр).

Эш һөйгәнде - (ил һөйгән).

Яҡшы исем (малдан артыҡ).

Оҫта үлһә - (ҡулы ҡалыр).

Һөнәрле үлмәҫ, (һөнәрһеҙ көн күрмәҫ).

Ир-егеттең аҫылы (ил эшендә танылыр).

(мәҡәлдәрҙе дәфтәргә яҙҙырыу)

- Бына күпме мәҡәлдәр бар хеҙмәт, яҡшылыҡ, изгелек эшләү тураһында. Уларҙы иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Ә хәҙер ял итеп алайыҡ.

Ял итеү минуты.

Уң күҙеңде ҡыҫып ал да

Һул күҙеңде ҡыҫып ал.

Шунан инде тәҙрә аша

Күк офоҡҡа күҙең һал.

Ике күҙеңде йом да

Бер минуттай йоҡлап ал.

Уңға, һулға башың сайҡа,-

Бына шулай була ял.

Г). "Картина төҙөү" уйыны.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, ял итеп алдыҡ, хәҙер әйҙәгеҙ, һөйләшеүҙе йомғаҡлап, дәрестә алған белемдәребеҙҙе тикшерер өсөн, уйын уйнап алайыҡ. Һәр һорауға дөрөҫ яуап табып, шаҡмаҡты асырға кәрәк.

1. Күпер һалыусы - Хәмит.

2. Аталары әйтеп ҡалдырған- Васыят.

3. Һәр урында исемен яҙып ҡалдыра- Вәлит.

4. Әкиәтте уҡыусыға еткереүсе - Ейән.

5. Авторға әкиәтте һөйләүсе кеше - Олатай.

6.Әҫәр авторының исеме - Фәрит.

Уҡытыусы. Шулай итеп, беҙҙең дә күпер төҙөлдө. Ул шул тиклем ныҡ, матур килеп сыҡты. Был күпер һеҙҙең белем шишмәһе юлында һалынған күперегеҙ булып та иҫтә ҡалһын.

- Дәресебеҙҙең эпиграфына әйләнеп ҡайтайыҡ. "Намыҫлы хеҙмәт, ниндәй генә булмаһын, аҙаҡ килеп кешегә ҡыуаныс килтерергә тейеш", - тип яҙылған.(слайд)

- Бына һеҙҙең дә намыҫлы хеҙмәтегеҙ, оҙаҡ көттөрмәй, үҙ емешен бирҙе. Ә хәҙер бөгөнгө һөйләшеүҙе йомғаҡлап, бергәләп шиғыр яҙып алайыҡ. (Синквейн яҙыу. )

Хеҙмәт.

Намыҫлы, изге.

Ҡыуандыра, дәртләндерә, үҫтерә.

Хеҙмәтте яратығыҙ!

Хөрмәт.

5. Йомғаҡлау.

Уҡытыусы. Шулай итеп, дәресебеҙ аҙағына яҡынлашты. Бөгөн дәрестә һеҙ нимәләр белдегеҙ? (яуаптар)

- Был хикәйә әкиәт һымаҡ һөйләнелһә лә, тормошта үҙҙәре үлгәс тә исемдәре онотолмаған кешеләр һәм шәхестәр хаҡындағы фәһемле бер тарих ул. Намыҫлы хеҙмәт менән, изгелек, яҡшылыҡ эшләп, улар халыҡ күңелендә мәңгегә ҡала.

-Уҡыусылар, Хәмит кеүек халыҡ хәтерендә ҡалыр өсөн һеҙ нимә эшләр инегеҙ? (уҡыусылар яуабы)

- Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә тырышығыҙ. Һеҙҙең турала: "Кем балаһы - шуның балаһы", - тип ғорурланып әйтерлек булһын.

Өйгә эш: "Яҡшы исем мәңге ҡала" тигән темаға берәй данлыҡлы кеше тураһында инша яҙырға.

6. Баһалау.


© 2010-2022