Урок по теме Б. Бикбай (11 класс)

Раздел Другое
Класс 11 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат rar
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

ҡала округы Октябрь районының

155 - се лицейы муниципаль автономиялы

дөйөм белем биреү учрежденияһы



Р.Бикбаевтың "Ете быуын" шиғырын өйрәнеү.

(11 класс)



Башҡарҙы: Мирхәйҙәрова Гөлнара

Рифҡәт ҡыҙы

Башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы



Өфө-2013

Урок по теме Б.Бикбай (11 класс)



Маҡсат: Илебеҙҙең күренекле шағирҙарының береһе, ғалимы, филология фәндәре докторы, профессоры, Рауил Бикбаевтың тормош юлы һәм ижади эшмәкәрлеге менән таныштырыу; уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм фекерләү кимәлен үҫтереү; арҙаҡлы шәхестәребеҙгә, уларҙың эштәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу; тыуған илгә, ата-бабалар ҡалдырған тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Р.Бикбаевтың портреты, шағир тураһында уҡыусыларҙың ижади эштәре йыйылған альбом, китаптар күргәҙмәһе, видеояҙма, таблицалар, слайдтар, тәбиғәт һүрәтләнгән картиналар..

Эпиграф:

Эҙләмәйем мөғжизәләр
Мин көндәрем эсенән.
Башланһындар улар бары
Хәләл аштан,
Тоғро эштән,
Ҡояштан, Һөйөнсөнән.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу моменты.

2Яңы тема.

Беҙ барыбыҙ ҙа (карта һүрәтенә күрһәтеп) ошо бейек бер ағастың йәшел генә, бәләкәй генә япрағына оҡшап торған Башҡортостандың матур бер тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫкәнбеҙ. Беҙ үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙҙың матурлығын ижад иткән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең ижадтары менән танышырға хоҡуҡлыбыҙ. (Таҡтала слайдтан шағирҙың портреты күрһәтелә.)

-Кемдең портреты, ул һеҙгә танышмы?

- Яуаптар тыңлана.

Эйе, бөгөн беҙ дәрестә халҡыбыҙҙың яратып уҡыған бөйөк шағирҙарының береһе, күренекле ғалим, профессор, әҙәбиәтсе Р. Бикбаевтың тормош юлы һәм ижады тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.

Шағир тураһында мәғлүмәт биреү.

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покров (хәҙер Переволоцкий) районы Юғары Ҡунаҡбай ауылында тыуа.

Башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәғрифәтенә Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, ауылдашы Ғабдулла Амантай, нәҫелдәштәре Сәғит Мерәсев, Кәрим Иҙелғужин һымаҡ арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән Туҡсоран ерендә Рауил бәләкәстән йыр-моңға, әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә. Ауылындағы ете йыллыҡмәктәпте тамамлағас, Ҡаҙағстан менән Ырымбур сигендәге Аҡбулаҡ педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында, аспирантурала уҡый. 1965 йылдан Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 1995 йылдан - Башкортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретаре.

Р.Бикбаевты шәхес булараҡ әҙәбиәттә үҙен күрһәткән, ҡаҙаныштарын схема ярҙамында атап китәйек.

(Интерактив таҡтанан күрһәтеү)

Башҡортостандың халыҡ шағиры

Шәхес





Әҙәбиәтсе

Тәнҡитсе

Р.Бикбаев-





Профессор

Йәмғиәт эшмәкәре





Ғалим

Звания (Рус телендә аңлатыу)

  • Народный поэт Башкортостана (1992 год)

  • Доктор филологических наук (1996 год)

  • Профессор

  • Заслуженный деятель науки Республики Башкортостан (1992 год)

  • Заслуженный работник культуры Чувашской Республики

  • Почётный гражданин города Уфы (1999 год)

  • Член-корреспондент Академии наук Республики Башкортостан (2009 год)

Эйе, Р. Бикбаев- халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының береһе хәҙерге башҡорт әҙәбиәтебеҙ өлөшөнә бик күп яҡлы хеҙмәттәре менән килеп инде. Үҙенең бай йөкмәткеле поэмалары һәм шиғырҙары менән генә туҡтап ҡалманы, әәҙәби ғилем һәм әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә күп эшләне. Уның күп кенә әҫәрҙәре Мәскәүҙә рус телендә баҫылып сыҡты. Матбуғат биттәрендә лә эшләүе менән танылыу алды. Һәр ҡайһыһы заманына күрә, үҙ осоро өсөн ҡаҙаныш та, яңылыҡ та, тос өлөш тә булды. Башҡортостандың бөтә төбәктәрендә генә йөрөп ҡалманы, Украинала, Саха- Якутияла, Ҡаҙағстанда, Татарстанда, Санкт- Петербургта, Сыуашстанда, Германияла һ.б. илдәрҙә сәйәхәт итеп ҡайтты. Был шағирҙың ижадының офоғон һәм замансалыҡлы булыуын байытты.

Уның наградалары менән дә танышып китәйек. (Слайд аша күрһәтелә)

Башта уҡыусылар үҙҙәре атап үтә. Уҡытыусы уларҙың ни өсөн һәм ҡасан бирелгәне хаҡында һөйләй..

Награды(Слайдтан күрһәтеү)

Урок по теме Б.Бикбай (11 класс)

Урок по теме Б.Бикбай (11 класс)

Бикбаев Равиль Тухватович с Президентом Республики Башкортостан Рахимовым Муртазой Губайдулловичем. Уфа, 20 февраля 2009 года. (Рус телендә аңлатыу)

  • Орден Почёта (2009 год)

  • Орден «За заслуги перед Республикой Башкортостан» (2009 год)

  • Орден Салавата Юлаева (2000 год)

  • Орден Дружбы народов (Башкортостан) (2000 год)

  • Государственная премия Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева (1989 год)

  • Республиканская премия имени Г. Саляма (1970 год)

  • Премия имени Рами Гарипова (1994 год)

  • Премия имени Зайнаб Биишевой (2003 год)

Башкортостандың Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы

Башкортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы

Ул Өфө ҡалаһының Почетлы гражданины

Башкортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде.





Р.Бикбаевтың наградалары һәм премиялары





З.Биишева исемендәге премия лауреаты

Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты

«Дуҫлыҡ» ордены



«Салауат Юлаев» ордены





Ә хәҙер әҙәби әҫәрҙәренә лә байҡау яһайыҡ.

-Уҡыусылар, һеҙ уның ниндәй әҫәрҙәрен йә китаптарын беләһегеҙ?

-Яуаптар тыңланыла.

(Уҡытыусы слайд һәм күргәҙмәләге китаптарын күрһәтә.



Дала офоҡтары. 1964.
Ҡош юлы. 1976.
Лирика. 1971.
Ғүмер уртаһы 1976.
Поющие скалы. 1978.
Һөйөнсө. 1979.
Шәйехзада Бабич. 1981.
Ерем балҡышы 1982.
Заря. 1982.
Бураҙналар. 1985.
Звездный дом.1985.
Яҙмышым. 1988.
Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат.
1991.
Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ.1991
Шағир һүҙе - шағир намыҫы. 1997.
Ай күргәндәй - ҡояш алғандай. 1997.
Йөҙ ҙә бер хәҙис.
Беренсе китап. 2001.
Икенсе китап. 2002.
Өсөнсө китап. 2006.
Рәми. 2007.









3. Р. Бикбаевтың "Ете быуын" тигән шиғыры менән таныштырыу.

а.Һүҙлек эше.( Интерактив таҡтала күрһәтелә.)


Ете быуын- сем поколений

Намаҙ - молитва

Намыҫ -совесть

Ант- клятва

Гүр- могила

Йәннәт-рай

Һөргөн-ссылка,изгнание

Бәғер-сердце,душа

Имгәтеү-калечить

Абайыраҡ-осторожно

Бөрө-почка

Олон-ствол








б.Шиғырҙы тасуири уҡып күрһәтеү

в. Шиғырҙы сылбыр менән куплеттарға бүлеп уҡытып тәржемә итеү.

(Слайдта шиғырҙың тәржемәһе күрһәтелә.)

Ошибка поколенья одного

Страшна ценою рода своего.

И может враз она перечеркнуть

Семи достойных поколений путь.

Довольно ошибаться! Хватит их,

На древе жизни веточек сухих.

Мы живы тем, что корень наш глубок,

А общий ствол раскидист и высок.

Я - ветка в кроне рода моего.

Веками наше связано родство.

И кто меня безродным назовёт,

Когда вокруг мой край и мой народ?

Когда из всех слоёв земли

Семь родников мне в душу потекли,

Когда в семь глаз взирает Етеген

На мой народ, на семь его колен?

«Да, это так», - кивают не спеша

Тухват, Шараф, Хасан, Мухаметша.

И вторят им из памяти моей

Кутлуахмет, Бикбай, Асылгарей.

«Да будет так!» - я приобщаюсь к ним

Как равный, с поколением восьмым.











г.Шиғырҙа ниндәй тарихи шәхестәр иҫкә алына? Улар тураһында нимә беләһегеҙ?

(Яуаптар тыңланыла.)

С.Юлаев, Тәфтиләү, Буранбай һ.б. хаҡында бер нисә һүҙ әйтелә.

д. Ниндәй аманат тураһында һүҙ бара?

(Яуаптар тыңланыла.)

4.Теманы нығытыу.

Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле шиғырҙың эстәлегенә әйләнеп ҡайтайыҡ, ни өсөн ул "Ете быуын" тип атала?

(Яуаптар тыңлана)

Эйе, башҡорт халҡы үҙенең 7 быуынын мотлаҡ рәүештә белергә бурыслы булған. Ул ете быуын тарихын, ата-бабаларының йолаларын, тарихын лайыҡлы өйрәнеп киләсәк быуынға алап барып еткерергә бурыслы булған.

5.Йомғаҡлау.

Бөгөн беҙ бай телле, кешеләрҙе, тәбиғәтте, тарихты ярата белгән, ауыр тормоштоң проблемаларын күтәреп сыҡҡан шағир Р. Бикбаевтың тормош юлы һәм ижады менән таныштыҡ. Уның һәр шиғыры тәрән йөкмәткеле, бай тарихлы.Быйыл шағирға 75 йәш тула. Ул артабан да беҙҙе үҙенең ижади емештәре менән ҡыуандырып торһон.

6.Баһалау.Өй эше. Үҙегеҙҙең шәжәрәгеҙҙе эшләргә һәм "Ете быуын" шиғырын тасуири уҡырға өйрәнеп килергә.







Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Д.С. Тикеев , Б.Б Ғафаров, Ф. Ә. Хөснөтдинова

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 11кл, Ө-2007;

2. Шакуров Р. Критика и литературоведение //Обновление. - Уфа: «Китап», 1994.

3."БЕЛЬСКИЕ ПРОСТОРЫ", 2007

4.Бикбаев Р. Семь поколений рода моего: (Стих.) //Истоки. - 2008. - №50. - С.10

5.Ғ. Хөсәинов "Шағирҙар" 1981, Өфө, С.209-219

11


© 2010-2022