Конспект урока по башкирскому языку на тему Зимний Нардуган (9 класс)

Раздел Другое
Класс 9 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

"Ҡышҡы Нардуған. Ҡылым" темаһына асыҡ дәрес (9-сы класс, башҡорт дәүләт теле)

Маҡсат: халыҡ йолалары менән танышыуҙы дауам итеү;

Һүҙ байлығын үҫтереү;

тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу.

Йыһазландырыу: дәреслек, карточкалар, һүрәттәр, проектор.

Һүҙлек: ейһен - пусть кушает

Һил - тыныс, спокойно

сырхау - сир, болезнь

бәҫ - иней

  1. Артикуляцион күнегеү.

  • Нар-нар, Нардуғанға бар, бар!

Нардуғанға бармағандың

Күңеле булыр тар-тар.

  • Нар-нар, нарына,

Бәхет бирһен барына!

  • Мал-тыуарҙар түл йәйһен!

  • Бала-саға ит ейһен!

  • Малдар ашһын ҡуранан!

  • Ашлыҡ ашһын буранан!

  • Ил-йортобоҙ һил булһын!

  • Күңелегеҙ киң булһын!

Уҡытыусы:

  • Һай, рәхмәт төшкөрҙәре! Изге теләктәрегеҙгә мең рәхмәт! Юрауығыҙ юш килһен, теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Уҡыусылар:

  • Ҡот килһен малығыҙға,

Именлек барығыҙға!

Донъялар булһын йәмле,

Ашығыҙ булһын тәмле,

Бала-саға туҡ булһын,

Сырхау, зәхмәт юҡ булһын!

    Уҡытыусы:

    Байрамда Юлбарсы һайлана. Йомаҡ ҡоябыҙ. Кем дә кем бөтә йомаҡтарға ла яуап таба, шул Юлбарсы була.

    - Йомаҡтар

    • Тып-тып бейей сәпәккә,

    Он таҙарта әпәккә.

    Ауыҙы юҡ, мороно юҡ,

    Үҙе һәр ваҡыт та туҡ.(иләк)

    • Бабайым килә ҡағынып,

    Аҡ толобон ябынып. (ҡыш)

    • Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,

    Йөрөй йәшел кейем кейеп. (шыршы)

    • Ишектән керә,түргә уҙа,

    Ҡулһыҙ һүрәт төшөрә,

    Телһеҙ тешләй. (һалҡын)

    • Шәкәр тиһәң - шәкәр түгел,

    Һөт тә түгел, үҙе аҡ;

    Мамыҡ тиһәң - мамыҡ түгел:

    Йә, был нимә? Уйлап тап. (ҡар)

    • Утта янмай, һыуҙа батмай,

    Тышта таш була,

    Өйгә инһә, һыу була. (боҙ)

    • Ҡолаҡтарҙы семетә,

    Көй ҙә түгел - бейетә,

    Юрғалатып йүгертә,

    Бейәләйҙәр кейҙертә. (һыуыҡ, ҡыш)

    - Юлбарсыны кейендереү ("башына яулыҡ ябындырыу")

    Елән- елян, украшенный мишурой

    Ҡушъяулыҡ - платок-покрывало

    Ҡама тун - шуба из выдры

    Төлкө бүрек - лисья шапка

    Камзул - камзол

    Ҡата - кожаные башмаки

    Ҡашмау - головной убор, украшенный кораллами и монетами

    Һаҡал - нагрудник

    - Фал һалыу (Ҡояш - пластилинды ла ҡулланырға ярай)

    * Йәй эшләһәң, ҡыш ашарһың.

    * Ҡыш бауыры оҙон.

    * Йәй ҡышты туйҙыра.

    * Ҡыш ҡар күп булһа, иген уңыр.

    * Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар булмай.

    * Төтөн ергә ятһа, ҡар яуа.

    * Төтөн тура сыҡһа, һыуыҡ була.

    - Нардуған?

    "Нар" - монголса "ҡояш"

    Нардуған - Ҡояш тыуған көн.

    • 94-се күнегеү (дәреслек)

    • ФИЗМИНУТ

    Бөгөн Ҡояш тыуған көн,

    Оло байрам - Нардуған,

    Әйҙә, бергә әйләнәйек -

    Барыбыҙ ҙа бер туған.

    "Балдаҡ" уйыны

    "Нардуған" йыры

    Һин - уртала, ә беҙ ситтә

    Әйләнәбеҙ Нардуған,

    Әйҙә, бергә әйләнәйек -

    Нардуғанға кил, туған.

    Нардуған, Нардуған,

    Нардуғанға кил, туған.

    Нар - Ҡояшым, нурлы бул;

    Нардуғаным, йырлы бул.

    Табыныбыҙ, һыйлы бул;

    Матур шиғыр, көйлө бул!

    Нардуған, Нардуған,

    Нардуғанға кил, туған.



    • Ноҡот һалыу

    • Кем килер икән беҙҙең байрамға? Йомаҡ ҡойоу (Ҡыш бабай тураһында)

    • Оҙон-оҙаҡ юл булыр,

    Беҙгә кем килә булыр?

    Ноҡотҡа берәүҙең һыны төшә:

    Үҙе ҡарт, үҙе дәрт,

    Уның байрамда булыуы шарт.

    • Нардуған, Нардуған,

    Нар - Ҡояш нурға тулған,

    Килеүең яҡшы булған,

    Һөнәрең күрһәт, туған!

    • 95-се күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡыу.

    • "Ҡыш" тураһында йыр

    • 99-сы күнегеү. Шиғырҙы тасуири уҡыу.

    Йомғаҡлау :

    • Нимәләр эшләнек?

    • Нимәләр белдек?

    • Әгәр ҙә минең тылсымлы таяғым булһа, мин ни эшләр инем? (хикәйә төҙөргә)

    Баһалау.



    1. Өй эше: 100-сө күнегеү.



    "Ҡышҡы Нардуған. Ҡылым"

    темаһына асыҡ дәрес

    (9-сы класс, башҡорт дәүләт теле)

















    Үткәрҙе : Йәғәфәрова

    Зөлфиә Урал ҡыҙы









    Талбазы 2013













    © 2010-2022