Сочинение по башкирскому языку на тему: Ғаиләм - ҡәлғәм (5 класс)

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Ғаиләм-ҡәлғәм!

Кеше был донъяла бер үҙе генә йәшәй алмай, беҙ барыбыҙ ҙа яңғыҙлыҡтан ҡурҡабыҙ. Яҡындарыбыҙҙың хөрмәтенә, мөхәббәтенә, ихтибарына мохтажбыҙ. Ғаилә бөтә башланғыстарҙың нигеҙе,унда ғына һинең уңыштарың өсөн ысын күңелдән ҡыуаналар,барлыҡ ҡайғыларыңды уртаҡлашалар, хаталарыңды төҙәтәләр. Атайҙың яғымлы ҡарашы,әсәйҙең йомшаҡ ҡулдарын тойоу рәхәт тә һәм йылы ла. Шул ҡәлғә кеүек ғаилә эсендә генә үҙеңде барлыҡ насарлыҡтарҙан һаҡлағандай тояһың.

Миең өсөн ғаиләм-йылылыҡ, яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ сығанағы. Минең атайым ғаилә башлығы-миңә, һеңлемә һәм әсәйемә терәк, яҡлаусы һәм һаҡлаусы булып тора. Уның өсөн иң мөһиме:нимә ул матур һәм төҙөк ғаилә кешелеклеллек, яҡындарыңа иғтибарлы, ихтибарлы, ғәҙел булыу һәм тыуған илгә кәрәкле кеше булыу кеүек төшөнсәләрҙе белеп үҫеү.

Минең әсәйем беҙҙең йорттоң ҡото һәм йәме,тәмле аштары, кәңәштәре, изге доғалары менән һаҡлап тора. Мин үҙ ғаиләмде бик яратам, һәр көн дәрестәр тамамланғас өйгә ашығам, минең өсөн уларҙың күҙҙәрендә, ышаныслы һәм мөхәббәтле ҡараш тойоуы бик мөһим. Шундай матур ғаиләм булыуына мин бик бәхетлемен!



© 2010-2022