Внеурочная деятельность Учим башкирский язык (1 класс)

Раздел Другое
Класс 1 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

1.Аңлатма яҙыу.

Башҡорт теле - башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыупроцесында бала шәхесен формалаштырыуҙа "Башҡорт теле" предметтың универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтенән өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Туған тел баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

1-се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн башҡорт теле программаһы (2008) нигеҙендә, шулай уҡ: -"Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 310089 бойороғо менән 5.03.2004 й.раҫланған" дәүләт белем биреү стандартының Федераль компонентына һәм "Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 1312 бойороғо менән 9.03.2004 й.раҫланған" Федераль базис белем биреү планына, - "Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының 737 бойороғо менән 17.05.2010 й.раҫланған" региональ базис белем биреү планына,

-Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Языков урта дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының 2015-2016 йылға уҡытыу программаһына, Х.А.Толомбаев, М.С.Дәүләтшина, Н.С.Бикбова авторҙарының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле дәреслегенә тура килтереп төҙөлдө.

Эш программаһы стандарттың йөкмәткеһен аса, деталләштерә.

Эш программаһы 8 бүлектән тора:

  1. Аңлатма яҙыу;

  2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика;

  3. Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны;

  4. Уҡыу предметын үҙләшереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре;

  5. Уҡыу предметының йөкмәткеһе;

  6. Тематик планлаштырыу;

  7. Уҡыу процесын уҡыу-уҡытыу методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү;

  8. Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

2.Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтағы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтен туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған быуын үҫә, ә былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра.

1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, тыуған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен өйрәнә алһын өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Концепцияла әйтелә: « Ҡайһы ғына проблеманы алма:

Уҡытыусылар әҙерләүеме, программалар һәм дәреслектәр яҙыуымы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүеме - барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк». Былар түбәндәгеләр:

  1. башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар;

  2. башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар;

  3. башҡорт телен белмәгән башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

Был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәпәтрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

  2. Башҡорт теле- балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙвң тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

  3. Башҡорт телен туған теленә таянып өйрәнеү.

  4. Башҡорт телен тик телмәр һәм аралашыу, фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан күп кенә рус мәктәптәрендә, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында быға тиклем татарса уҡытып килгән мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу индерелде. Ата-әсәләр ҙә үҙ балаларының туған телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү зарурлығы менән ҡыҙыҡһына башланы.Мәктәптә башҡорт теленә өйрәтеү «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI синыфтары өсөн башҡорт теле программа» һына нигеҙләнеп төҙөлә.


3.Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны

Башҡорт теленән эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класс уҡыусылары өсөн Х.А.Толомбаев, М.С.Дәүләтшина, Н.С.Бикбова дәреслектәренә һәм методик күрһәтмәләренә таянып төҙөлдө.

Эш прогаммаһы 33 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

4. Уҡыу предметын үҙләшереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре


Федераль Дәүләт стандарттарына таянғанда,беҙ,уҡытыусылар,балаға шәхси йүнәлеш биреүсе,биргән белемде тормошта ҡулланырға өйрәтеүсе .

Уҡыу-уҡытыу һөҙөмтәһенә түбәндәге талаптар ҡуйыла:

  1. Шәхси талаптар:

уҡыусы тарафынан төп мәктәп программаһын үҙләштереү.

  1. Уҡыусы БР-да башҡорт теленең йәмғиәттә тотҡан роле һәм башҡорт телен үҙләштерергә кәрәклегенә инандырыу.

  2. Башҡорт телен тормошта ғәмәли ҡулланырға һәм башҡа милләттәр менән аралашҡанда толерантлы булырға өйрәтеү.

  3. Башҡорт теле башҡорт халҡының мәҙәниәтен танып белеү сараһы булып тороуына инандырыу.

2. Предмет-ара талаптар:

  • Телдән һәм яҙма тәҡдим ителгән мәғлүмәтте адекват йәғни берҙәй ҡабул итеү.

  • Төрлө жанрҙағы тексты ҡабул итеүҙең төрҙәрен үҙләштереү.

  • Тыңлаған тексты һөйләй белеү.

  • Сиуацияға ҡарап яҙма һәм телдән фекереңде әйтә белеү,әңгәмә,фекер алышыу,дискуссияларҙа ҡатнаша алыу.

  • Үҙ аллы белем ала һәм тәғәйен тема буйынса материалды системаға килтерә алыу.Үҙҡарашыың буйынса һығымта яһай алыу, анализ эшләй ала белеү.

  • Башҡорт теленән алынған белемдәрҙе башҡа предметтарҙы өйрәнеү сараһы булараҡҡуллана белеү.

  • Телмәр,үҙбаһалау күнекмәләрен үләштереү.

3.Предмет талаптары:

  • Төп аңлатмаларҙы үҙләштереү тел һәм телмәр, диалог һәм монолог,телмәр ситуацияһы,текст,фонетика,морфология,орфоэпия.һ.б.

  • Башҡорт теленең төп берәмектәрен белеү, һүҙгә,һүҙбәйләнешкә,һөйләмгә анализ эшләй белеү.

  • Тел берәмектәрен урынлы ҡуллана алыу.

  • Башҡорт теленең грамматик төҙөлөшөн белеү.

Урыҫ һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар.Улар:

  • Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү.

  • Тел материалы менән әҙәби материал бергә ҡушылып өйрәнелеүе.Интеграция .

  • Башҡорт теленең мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелеүе.Коммуникатив йүнәлеш.

Бына ошоларға таянып,программа һәр синыф өсөн түбәндәгеләрҙе үҙэсенә ала:

  1. Класта һәм өйҙә һөйләшеү темалары.

  2. Класта һәм өйҙә уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге.

  3. Практик үҙләштереү өсөн тел материалдары.

  4. Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар.

Программаның йөкмәткеһен ата-әсәләр һәм балаларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү нигеҙендә, урындағы халыҡтың йәшәү үҙенсәлектәрен,ғөрөф-ғәҙәттәрен,йолаларын,мәҙәниәтен,тарихын күҙ уңында тотоп билдәләйем. Программала материалдар тематик принципта урынлаштырылды.

Мәҫәлән,1-се класста тәүге дәрестәр балаларҙың бер-береһе менән,шулай уҡ уҡытыусы менән танышыуҙарына бағышлана.

Программа материалы уңышлы үҙләштерелһен өсөн,уҡытыусы төрлө саралар , методтар ҡулланырға бурыслы.Был йәһәттән башҡорт теле уҡытыусылары сит тел уҡытыусылары тәжрибәһен файҙалана ала.

1-секласста төп маҡсат балаларҙы башҡортса һөйләшергә, һөйләргә өйрәтеү булғанлыҡтан, дәрестәрҙә уларҙың парлашып,күмәкләшеп эшләүҙәре, өн һәм һүҙҙәрҙе хор менән әйтеү, йырлап ҡарау кеүек эштәр дәрестә бик отошло.

Бәләкәй класстарҙа дәрестәрҙә урыҫ теле материалы алданыраҡ өйрәнелә.Шуға ла башҡорт теле дәрестәрендә шул белемдәргә һәм күнекмәләргә таяныу зарур.

Программала ятлау өсөн әҫәрҙәр ҙә күрһәтелә.

Бәләкәс кластарҙа ул кескәй күләмле әҫәрҙәр:1-2 куплеттан торған шиғыр,мәҡәл, тел шымартҡыстар була.Ә яҙыуға килгәндә, башта уҡыусыларға яҙырға өйрәтеү өсөн эш дәфтәрҙәре тәҡдим ителә.Унда башҡорт теленең бөтә хәрефтәрен өйрәнеү алға ҡуйылмай,ә башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен өйрәтеүгә күберәк иғтибар бирелә.

5. Уҡытыу предметының йөкмәткеһе

1.Башҡортостан-минең тыуған Республикам(1сәғәт)

2.Танышыу(4 сәғәт).Һин кем? Был кем? Был нимә? Кемдең? Кемдеке? Нимә эшләй? Һорауҙарын бирә белеү.Башҡорт теленең ә,ө,һ,ҙ, ң,ҡ,ғ өндәренең әйтелешен өйрәнеү.

3.Ғаилә(3 сәғәт).. Ғаилә ағзалары менән таныштырыу.

4.Мәктәп(3 сәғәт).. Мәктәп, класс, уҡыу, уҡыу әсбаптары, балаларҙың мәктәптәге эштәре, уйындары тураһында һүҙ алып барыу.Ҡайҙа? һорауын бирә белеү.

5. Төҫтәр(3 сәғәт)..Төҫ исемдәре менән таныштырыу.

6.Һандар(3 сәғәт).. Һандарҙы дөрөҫ әйтергә өйрәтеү. Нисә? Күпме? Нисәнсе? һорауҙары менән таныштырыу.

7.Уйын. Уйынсыҡтар(2 сәғәт).. Уйындар,уйынсыҡтар исемдәре менән таныштырыу.

8.Кем нимә эшләй? (2 сәғәт). Кешенең, предметтың эшен белдереү юлдарын асыу.

9.Тән өлөштәре. (2 сәғәт). Кешенең тән өлөштәре атамаларын өйрәнеү, шәхси гигиена талаптарын белеү, көк режимы, һаулыҡ төшөнсәләрен үҙләштереү.

10.Кейем-һалым(3 сәғәт)..Кейем- һалым исемдәрен, модалы кейем, уларҙы таҙа тотоу, ипле кейеү, кейемдәрҙе һатып алыу кеүек мөһим темалар буйынса белем формалаштырыу.

11. Йорт хайуандары һәм ҡоштары(3 сәғәт).. Йорт хайуандарының, ҡош исемдәренең аңлатмаларын үҙләштереү.

12 Ҡырағай хайуандар һәм ҡоштар(3 сәғәт)..Кейектәр, ҡырағай ҡоштар тураһындағы мәғлүмәттәр биреү.

Йомғаҡлау (1сәғәт).











6.Тематик планлаштырыу



Аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән, 33 сәғәт

Дәрес темаһы

Уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәренә характеристика

Үткәреү ваҡыты

план буйынса

факт буйынса

1

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре. Башҡортостан-минең тыуған Республикам

Ауыл, район, республика, уның исеме, унда йәшәгән халыҡ,тыуған төйәктен тәбиғәтен әйтә белеү

01.09

2

Танышыу.

Үҙе менән таныштыра белеү. Иптәштәре, уҡытыусы менән таныша белеү

08.09

3

Һин кем? Һорауы

Һин кем? Һорауын бирә белеү.Башҡорт теленең өндәренең әйтелешен әйтә белеү

15.09

4

Был кем? Был нимә? Һорауҙары

Был кем? Был нимә? Һорауҙарын бирә белеү.Ии,Аа хәрефтәрен яҙа белеү

22.09

5

Кемдең? Кемдеке? Нимә эшләй? Һорауҙары

Кемдең? Кемдеке? Нимә эшләй? Һорауҙарын бирә белеү

29.09

6

Ғаилә

Үҙенең ғаилә ағзалары менән таныштыра белеү

06.10

7

Минең тыуғандарым

Атаһы, әсәһе, туғандары, уларҙың эше, һөнәре тураһында әңгәмә ҡора белеү.Әә,Оо хәрефтәрен яҙа белеү

13.10

8

Сәпәкәй. А.Йәғәфәрова

Дәреслектәге шиғырҙы аңлап сәнғәтле уҡый белеү, дөрөҫ тәржемә итеү .Өө, Йй хәрефтәрен яҙа белеү

20.10

9

Мәктәп

Мәктәп, класс, уҡыу, балаларҙың мәктәптәге эштәре, уйындары тураһында һөйләй белеү. Уу, Үү хәрефтәрен яҙа белеү

27.10

10

Уҡыу әсбаптары

Уҡыу әсбаптарының исемдәрен белеү.Ыы, Ээ хәрефтәрен яҙа белеү

10.11

11

Ҡайҙа? һорауы

Ҡайҙа? Һорауын бирә белеү. Ее, Зз хәрефтәрен яҙа белеү

17.11

12

Төҫтәр

Төҫ исемдәрен белеү.Һүҙбәйләнеш, һөйләмдәр төҙөй белеү. Ҙҙ,Һһ хәрефтәрен яҙа белеү.

24.11

13

Төҫтәр

Төҫ исемдәрен белеү. Хх хәрефтәрен яҙа белеү

01.12

14

Ниндәй? Ни төҫлө? һорауҙары

Ниндәй? Ни төҫлө? Һорауҙарын бирә белеү

08.12

15

Һандар

Башҡортса һандарҙы дөрөҫ әйтеү һәм шул һандарҙы телмәрҙә ҡуллана белеү

15.12

16

Һандар

Башҡортса һандарҙы дөрөҫ әйтеү.Гг, Ғғ хәрефтәрен яҙа белеү

22.12

17

Нисә? Күпме? Нисәнсе? һорауҙары

Нисә? Күпме? Нисәнсе? Һорауҙарын бирә белеү

29.12

18

Уйын

Уйындар исемдәрен әйтә белеү. Нимә менән? Кем нимә ярата? Кемгә нимә кәрәк? һорауҙарына яуап бирә белеү

19.01

19

Уйынсыҡтар

Уйынсыҡтар исемдәрен әйтә белеү.Һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү. Яратҡан уйынсыҡтар тураһында һөйләшә белеү

26.01

20

Кем нимә эшләй? һорауы

Кешенең, предметтың эшэн белдергән һүҙҙәрҙе әйтә белеү

02.02

21

Кем нимә эшләй? һорауы

Кешенең, предметтың эшэн белдергән һүҙҙәрҙе әйтә белеү. Шиғырҙарҙы, бишек йырҙарын уҡыу

09.02

22

Тән өлөштәре.

Кешенең тән өлөштәре атамаларын белеү, шәхси гигиена талаптарын белеү

16.02

23

Был мин. Р.Ураҡсина.

Шиғырҙы сәнғәтле уҡый белеү. Кешенең тән өлөштәре атамаларын белеү

01.03

24

Кейем-һалым

Кейем- һалым исемдәрен, модалы кейем, уларҙы таҙа тотоу, ипле кейеү, кейемдәрҙе һатып алыу күнекмәләрен формалаштырыу

15.03

25

Йыуам. Ш.Ғәлиев

Шиғырҙы сәнғәтле уҡый белеү .Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү

22.03

26

Аяҡ кейемдәре

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү.

05.04

27

Йорт хайуандары

Йорт хайуандарының исемдәренең аңлатмаларын үҙләштереү.Хайуандарҙың файҙаһын , йәшәү урындарын белеү

12.04

28

Йорт ҡоштары

Йорт ҡоштарының исемдәренең аңлатмаларын үҙләштереү.Ҡош- ҡорт исемдәрен,уларҙын эштәрен белдереүсе һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтә белеү

19.04

29

Себештәрҙе ашатам.Г.Юнысова

Йорт ҡоштарының исемдәренең аңлатмаларын үҙләштереү.Ҡош- ҡорт исемдәрен,уларҙын эштәрен белдереүсе һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтә белеү

26.04

30

Ҡырағай хайуандар

Ҡырағай хайуандар исемдәренең атамаларын үҙләштереү. Ҡырағай хайуандарҙы йорт хайуандары менән сағыштыра белеү.Уларҙың билдәләрен, эштәрен аңлатыу

03.05

31

Аҡ ҡуян.Р.Зөбәйер

Шиғырҙы сәнғәтле уҡый белеү. Ҡырағай хайуандар исемдәренең атамаларын үҙләштереү. Ҡырағай хайуандарҙы йорт хайуандары менән сағыштыра белеү.Уларҙың билдәләрен, эштәрен аңлатыу

10.05

32

Ҡырағай ҡоштар

Ҡырағай ҡоштар исемдәренең атамаларын үҙләштереү. Ҡырағай ҡоштарҙы йорт ҡоштары менән сағыштыра белеү

17.05

33

Йомғаҡлау

Өйрәнгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү.Бәләкәй күләмле тексттар төҙөй белеү

24.05







7.Уҡыу процесын уҡыу-уҡытыу методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү

  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 - се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. "Бүләк" дәреслегенә методик ҡулланма. /Толомбаев Х.А., Әбуталипова Р.Ә, Дәүләтшина М.С./ - Өфө, 1993.

  5. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

  6. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.

  7. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. - Өфө, 2005.

  8. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2008.

Материал-техник ҡулланмалар

  • телевизор

  • видеомагнитофон

  • компьютер


8. Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар


  1. Тәҡдим ителгән темалар һәм шул темаларға ҡараған материалдар нигеҙендә башҡортса һөйләшергә өйрәнергә.

  2. Диалог өлгөлөре буйынса бшҡортса телмәр күнекмәләрен формалаштырырға һәм үҫтерергә.

  3. Башҡортса һүҙлек запасын булдырырға һәм үҫтерегә.

  4. Башҡорт өндәрен , һүҙҙәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнергә.

  5. Ситуация буйынса һорауҙар,һорауҙарға тулы яуап бирергә өйрәнергә.

  6. Бәләкәй диалогтарҙы,хикәйәләрҙе,шиғырҙарҙы,әкиәттәрҙе дөрөҫ һәм аңлы уҡырға өйрәнергә.

  7. Башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ һәм урынлы ҡулланып, һөйләмдәр,бәләкәй текстар төҙөргә өйрәнергә.

  8. Башҡортса йырҙар,бейеүҙәр,уйындар белергә.

  9. Башҡортса иҫәнләшеү,хушлашыу, рәхмәт әйтеү, рөхсәт һорау, байрам менән ҡотлай белергә.

  10. Күршенең исемен, хәлен һорашыу, уға үҙең тураһында һөйләү белергә.







© 2010-2022