Доклад. УУД (на башкирском языке)

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандартының өҫтөнлөклө йүнәлеше булып шәхесте бөтә яҡлап үҫтереү тора. Уҡыу процесы, яңы белем, күнекмәләр уҡыусыларҙың үҙ аллы үҙләштереүенә йүнәлдерелә, ә уҡытыусы белем алырға өйрәнеүҙе (умение учиться) формалаштырырға бурыслы. Федераль дәүләт белем биреүҙең яны стандарттары нигеҙенә системалы-эш-мәкәрлекле йүнәлеш һалынған. Ул, иң беренсе сиратта, универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу аша тормошҡа ашырыла.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең төрҙәрен билдәләүҙә уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлеген иҫәпкә алыу, уҡыу процесын ойоштороу өсөн шарттар булдырыу, башҡарған функциялары, структураһы һәм формаһы төп критерийҙар булып тора. Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге шәхес булараҡ формалашыуҙы тәьмин итеусе, танып белеү, регулятив, коммуникатив төрҙәргә бүленә.

1. Уҡыусыларҙың шәхес булып формалашыуын тәьмин итеүсе эшмәкәрлек. Был блокта төп өс шәхси эшмәкәрлек төрҙәре һыҙыҡ өҫтөнә алына: үҙбилдәләнеш (уҡыусының шәхси, профессиональ, тормошта үҙ урынын билдәләүе); уҡыусының белем алыуҙың мәғәнәүи асылын төшөнөүе (миңә быны ни өсөн белергә кәрәк?), әҙәп-әхлаҡ нормаларын белеүе.

  1. Регулятив (көйләүсе) универсаль уҡыу эшмәкәрлеге - уҡыусының үҙенең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороуҙы тәьмин итеүсе хәрәкәттәр (маҡсат ҡуйыу, планлаштырыу, контролләү һәм баһалау).

  2. Коммуникатив - аралашҡанда башҡаларҙы тыңлай белеү, фекерҙәренә ҡолаҡ, һалыу, проблеманы күмәкләп тикшереүҙә ҡатнашыу, килеп тыуған конфликтты хәл итеү юлдарын табыу эшмәкәрлеге ул. Шулай уҡ бында уҡытыусы һәм иптәштәре менән хеҙмәттәшлек итеү, конфликтты сисеүҙә альтернатив ысулдарҙы табыу һәм баһалау, фекереңде аңлайышлы итеп әйтеү, туған телдең грамматик һәм синтаксик нормаларына ярашлы диалогик һәм монологик телмәр формаларын яҡшы үҙләштереү. Һөйләшеп уртаҡ тел таба белеү ҙә инә.

4.Танып белеү эшмәкәрлеге - ул дөйөм уҡыу эшмәкәрлеге, логик һәм тамға-символлар менән эш итеү. Дөйөм укыу эшмәкәрлегенә кәрәкле мәғлүмәт эҙләүҙә компьютер сараларын ҡулланыу, моделләштереү. телдән һәм яҙма формала телмәр ҡороу, төрлө жанрҙағы текстарҙан мәғлүмәтте табыу, иң әһә миәтлеһен айырып алыу, текстын йөкмәткеһен тулы, ҡыҫҡаса һайлап һөйләү, текстын характеристикаларына ярашлы төрлө жанрҙа текстар төҙөү инә.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу юлдарын нисек табырға? Бынын өсөн Федераль дәүләт белем биреүҙең яны стандартының норматив документтарын, методик принциптарын һом заманса дәрестең структураһынан тыш, яңы белем биреү һөҙөмтәләренә өлгәшеү өсөн ниндәй технологияларҙың һөҙөмтәле булыуын белергә кәрәк. Белем биреү технологияларын һайлау уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренән, мөмкинлектәренән, уҡытыусының әҙер булыуынан тора. Һис шикһеҙ, продуктив, ижади, тикшереү, проектлы, мәълумәти технологияларға өҫтөнлөк бирергә кәрәк, башҡаларын ҡулланыу мөмкинлеген дә инҡар итергә ярамай.

Уҡытыу процесында адаптив система (АСО-Адаптивная система обучения (Яраҡлашыу тәртибендә уҡытыу)) алымдарын ҡулланыу уҡыусыларҙың УУЭ формалаштырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә Адаптив система алымын ҡулланыу миҫалында уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген ҡарап китәйек.

АСО моделе

Укытыусы барлыҡ уҡыусыларҙы ла уҡыта!

Ике параллель уҡыу процесы


Укытыусы индивидуаль эшләй

Укыусылар үҙ аллы эшләй

А.С. Границкая билдәләүенсә, дәрес моделе ике өлөштән тора. Беренсе өлөш - барыһын да бергә уҡытыу, икенсе олөш - ике параллель уҡыу процесы: уҡыусыларҙың үҙ аллы эше, уҡытыусының уҡыусы менән индивидуаль эше. АСО алымдарын ҡулланып, укытыусы дәрес ваҡытынын 60 - 80%-ын индивидуаль эшкә бүлә ала.

АСО шарттарында үҙ аллы эш өҫтөнлөктө ала. Дәрестә уҡыусылар төрлө темпта эшләй, уларҙын белем, фекерләү кимәле төрлө була һәм шуға ярашлы уларға ярҙам да үҙгәрә. Күп кимәлле эш төрө уҡыусыларҙың танып белеү УУЭ формалаштырырға ярҙам итә.

1-се кимәл (уровень)- танып белеү эшмәкәрлеге - төшөнсәне таныу, уны сағыштырыу һәм оҡшашлыҡты билдәләү (З балл):

2-се кимәл - үтелгән материалды иҫкә төшөрөү (4 балл):

3-сө кимәл - уҡыу материалын аңлау, уны яңынан эшкәртеү, тасуирлау һәм анализлау (5-6 балл);

4-се кимәл - эшмәкәрлекте аныҡ билдәләнгән ҡағиҙә ярҙамыңда тормошҡа ашырыу, белемде яңы уҡыу мәсьәләһен сисеү өсөн дөйөмләште-релгән алгоритм нигеҙендә һәм таныш ситуацияла ҡулланыу (7-8 балл);

5-се кимәл - белемде (күнекмәләрҙе) яңы мәсьәләләр сисеү өсөн таныш булмаған ситуацияла һәм ижади ҡулланыу (элек үҙләштерелгән белемде проблеманы хәл итеү өсөн яңы ситуацияла үҙ аллы ҡулланыу; проблеманы күрә белеү һәм уны хәл итеү ысулдарын билдәләү) (9 - 10 балл).

Эш төрҙәрен башҡарыу өсөн бөтәһенә лә бер төрлө ваҡыт бүленә, һәр уҡыусы беренсе кимәлдән башлап артабанғы кимәлгә үҙ тиҙлеге менән күтәрелә. Күп кимәлле эш төрөн өйгә эш итеп биреү ынғай һөҙөмтәгә килтерә. Адаптациялы эщ төрөнөң өҫтөнлөгө бер кимәлдән икенсеһенә үҙ аллы күсеүсе бөтә уҡыусыларҙың да эш менән мәшғүл булыуында. Был осраҡта һәр уҡыусыға юғарыраҡ баһа алыу мөмкинлеге асыла. Эш төрө уҡытыусы сигналынан һун башлана, тәғәйенләнгән ваҡыттан һуң баһалана. Уҡыусыларҙың үҙенең һәм иптәштәренең эшен баһалау, төҙәтеү регулятив УУЭ формалаштырыу өсөн әһәмиәтле. Был этапта билдәләнгән критерий буйынса бер-береһенен эшен тикшерергә тәҡдим ителә. Укыусылар иптәштәренең эшенә ҡарата үтә талапсан булмаҫҡа; белмәгән осраҡта, ярҙам итергә; туҡталып ҡалһа, әйтеп ебәрергә тейеш.

Үҙ аллы эш төрө менән бер туҡтауһыҙ идара итеү һәм һөҙөмтәне контролдә тотоу өсөн уҡытыусы тикшереүе генә етмәй, уҡыусыларҙың да ярҙамы кәрәк була. Ундай контроль төрҙәре; К - уҡытыусы тикшереүе; ҮТ - үҙ эшеңде тикшереү; БТ - бер-береңдең эшен тикшереү; ЭҮТ - эске үҙ эшеңде тикшереү (уҡыусыла уҡыу эшмәкәрлегенең дөрөҫлөгө формалашҡан осраҡта тышҡы контроль кәрәкмәй).

Укыусыларҙың һәр эш төрөн башҡарғандан һун йомғаҡлауы, материалды схемаға һалырға өйрәнеүе аша уларҙың аҡыл эшмәкәрлеге әүҙемләштерелә, тимәк танып белеү УУЭ формалаштырыу тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, уҡытыусы яңы материалды аңлатҡанда уҡыусыларға терәк конспект йә схема төҙөүҙе тәҡдим итә. Уҡыусыға әҙер материал бирелмәй, ул уны үҙе эшләп таба. Бындай эш төрөн башҡарыу түбәндәге этаптарҙан тора;

1) дөйөм схема уҡыусылар менән берлектә башҡарыла;

2) уҡытыусы аңлатыуҙы туҡтата, укыусыларға схеманы үҙ алды эшләп бөтөрөргә тәҡдим итә;

3) уҡыусыларҙан схема үҙ аллы эшләтелә.

Дәрестә уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә өйрәтеү һәм коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу ысулы булып парҙар менән эшләү һанала. Был эш барышында һәр ваҡыт кластағы уҡыусыларҙың яртыһы Һөйләй, яртыһы тынлай (тикшерә), ә һуңынан киреһенсә эшләнә.

АСО менән эшләү барышында парҙарҙың өс төрө бирелә.

Статистик парҙар ( уҡыусылар бер төрлө эш башҡарғанда)


Динамик парҙар

1 -се такт 2-се такт 3-сө такт

О-О Доклад. УУД (на башкирском языке)

Вариацион парҙар

1-се такт 2-се такт 3-сө такт



Статистик парҙар дәрестә укыусыларҙың бер-береһе менән даими аралашыуын тәьмин итә. Уҡыусылар аралашырға өйрәнә, бер-береһенен фекерен тынлай, уның менән килешеү-килешмәүен белдерә, был осраҡта һәр укыусының телмәре үҫешә һәм фекерләү ҡеүәһе арта.

Динамик парҙарҙа (дүрт уҡыусының эшмәкәрлеге) һәр уҡыусы үҙ һорауын, яуабын аңлатыу барышында ос тапҡыр партнерын алыштыра.

Вариацион парҙарҙа (дүрт уҡыусы) төрлө материалдар эшкәртелә. Яуап биреүсе ҡатнашлығында өс уҡыусы бер кешенең эшен тикшерә, баһалай. Был пар төрөнөң нигеҙе булып мохтаж уҡыусыға ярҙам итеү тора. Уҡыусыларҙың эште башҡарып сығыу өҫтөндә бергә эшләүе һөҙөмтәһендә улар араһында ынғай мөнәсәбәттәр нығына.

Шулай уҡ был системала уҡытыусы-уҡыусы араһында барған индивидуаль эш төрҙәре лә ҡулланыла, коммуникатив УУЭ тормошҡа ашырыла. Баланың шәхси үҙенсәлектәрен яҡшы белеү эш төрҙәрен маҡсатҡа ярашлыраҡ, һөҙөмтәлерәк үткәрергә, методик алымдарҙы дөрөҫ һайларға ярҙам итә.

Һәр баланың тәбиғи үҙенсәлектәренә ярашлы карточкалар, тестар, телдән, яҙма күнегеү кеүек эш төрҙәре әҙерләнә. Уҡыусының теманы нисек үҙләштереүен, унын аң даирәһенең үҫешен тикшереүҙә, эске кисерештәрен һынауҙа, белемен тәрәнәйтеүҙә индивидуаль эш төрҙәренең әһәмиәте бик ҙур.

Индивидуаль эш предметты насар үҙләштергәндәр менән эшләүгә генә ҡайтып ҡалмай. Ул түбәндәгесә ойошторола:

  1. уҡыусының таҡталағы эше (башҡа уҡыусылар үҙ аллы эшләй);

  2. уҡытыусы өҫтәле артында эш (укытыусы менән уҡыусы ярты тауышта ғына әңгәмәләшә);

  3. уҡыусы өҫтәле артында эш (уҡытыусы уҡыусы янына ултыра);

  4. эшләп ултырған парҙар янында уҡытыусының тәғәйенләнгән укыусы-нын эшен күҙәтеүе (уны өйрәтеү, төҙәтеү, шелтә һүҙҙәрен әйтеү тыйыла).

Яңы уҡытыу технологияһына ярашлы уҡыусының шәхес булып формалашыуын тәьмин итеүсе эшмәкәрлек - уҡыусының уҡыу материалын аңлап үҙләштереү маҡсатында үҙ аллы эҙмә-эҙлекле башҡарған эш системаһы ул.

Беренсенән. Класта тейешле комфорт шарттар тыуҙырғандан һуң, уҡыусыларҙа тирә-яҡты танып белергә теләк уятыу. Үтеләсәк материалды өйрәтеү, уның эҙмә-эҙлелегенә төшөнөү, йәмғиәттәге ролен аңлау һәм баһалау өсөн тейешле мотив тыуҙырыу. Ҡыҫҡаса әйткәндә, «Мин ни өсөн был әҫәрҙе уҡыйым? », *Уның төп мәғәнәһенә төшөнөү миңә ни өсөн кәрәк? », «Миңә уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк?» һорауҙарына яуап бирергә бурыслы.

Икенсенән. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйғандан һуң уҡыу мәсьәләһен хәл итеү балалар тарафынан атҡарыла. Уҡытыу системаһының төп принциптарының береһе-балаға фекерләү, ижад итеү, аралашыу өсөн шарттар тыуҙырыу, әүҙем эшләүгә юл асыу. Уҡытыусы был эште ойоштороусы булып тора.

Мәҫәлән, балалар төркөмдәргә берләшеп йәки парлашып эшкә тотона. Дәрестә эште парлашып йәки төркөмдәрҙә эшләү уҡыусының уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, һөҙөмтәлерәк итә. Бындай эш процесында баҙнатһыҙыраҡ, шымыраҡ балалар ҙа үҙенән-үҙе эшкә ылыға. Баҙнатлы, әүҙем балалар етәкселек, лидерлыҡ сифаттарын үҫтерә. Күмәкләп кәңәшләшкәндә төрлө тәҡдимдәр индерелә. Был тәҡдимдәр төрлө яҡлап тикшерелә. Уны инҡар итеүселәр был ысулдың мәсьәләне хәл итеү өсөн бармағанын дәлилләй, башҡа төрлө тәҡдимдәр керетә.

Был уҡыу мәсьәләһен сисеү процесы уҡыусылар ҡорған бәләкәй генә кәңәшмәне хәтерләтә. Кәңәшмә барышында балалар тел өлкәһендәге күҙәтеүҙәренә, тәжрибәләренә таянып, уҡыу мәсьәләһен сисеүгә йүнәлеш ала. Уҡытыусы оҫта дирижер кеүек был процесс менән етәкселек итә һәм, һөҙөмтәлә, уҡыусы дәрестә ҡуйылған теоретик төшөнсәне асыҡлауға, яҡтыртыуға ирешә. Был кәңәшмәнең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Сөнки ошо процесс барышында бала үҙ ҡарашын яҡларға баҙнат итә, уҡытыусының хуплауы, ҡеүәтле ярҙамында үҙ фекерен өлөшләтә йәки тулыһынса әйтеү мөмкинлегенә ирешә. Башҡалар ни әйтер? Бүтәндәрҙең фекере нисегерәк? Мин әйткән менән уртаҡлыҡ бармы? Балала ҡыҙыҡһыныу тыуа.

Фекер алышыуҙы «ауырыраҡ», «уртаса" уҡыусыларҙан башлау отошло. Уларҙың яуаптарын ҡырҡа инҡар итеү дөрөҫ булмаҫ. «Һин шулай уйлайһың, әйҙә башҡаларҙың да фекерен тыңлайыҡ әле» Һ. б. Әгәр уҡыу мәсьәләһен сисеүҙе интеллектуаль яҡтан көслө балаларҙан башлаһаҡ, уҡыу мәсьәләһе тәүҙә һораған «көслө» уҡыусы тарафынан шунда уҡ хәл ителәсәк, ә уҡыу материалын үҙләштереү темпы яйыраҡ балалар мәсьәләнең сиселеш логикаһын төшөнмәй ҡаласаҡ.

Һәм һуңғыһы. Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандартына ярашлы дәрестең мөһим этаптарының береһе - рефлексив анализ яһау. Рефлексив анализ - ул дәрестә эшләнелгән эштәрҙе барлау, уҡыу мәсьәләһен хәл итеүгә ярҙам итеүсе логик операциялар теҙмәһен иҫкә төшөрөү, эште контролләү һәм баһалау. Дәрестең тәүге өлөшөндә нимә эшләнем? Шунан? Тағы? Дәрес аҙағында нимә менән шөғөлләндем? Нимәләргә өлгәштем? Ннмәләрҙе эшләп өлгөрмәнем? Шулай итеп, бала үҙенең эшмәкәрлеген анализлай. Рефлексив анализ процесында үҙенән-үҙе һорауҙар тыуа: «Был эштәр һөҙөмтәһендә мин нимәгә өйрәндем? Ниндәй яңылыҡ астым? Был алған белем йәки һәнәр ҡасан, ҡайҙа кәрәгер?" Шулай итеп, һығымта, йомғаҡлау яһала.

Шулай итеп, адаптив система ҡулланып дәрес үткәреүҙең төп үҙенсәлектәре;

1. Дәрес барышында һәр уҡыусының әүҙем фекерләү эшмәкәрлеген формалаштырыу (уҡыусы өй эшен тикшереүгә ҡатнаша, яңы материал аңлатҡанды тыңлай, материалды нығытыуҙа эшләй, уҙ аллы эш башҡара);

  1. Уҡыусының үҙенең һәм башҡаларҙың эшмәкәрлегенә ҡарата эмоциональ ҡатнашлығын тәьмин итеү.

  2. Уҡыусыларҙың дәрестә танып белеү эшмәкәрлегенә мотивация тыуҙырыу.

  3. Дәрес эшмәкәрлеге процесында рефлексия, уҙбаһалауҙы тәьмин итеү (дәрестең һәр этабында уҡыусы үҙ эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһен үҙе күҙәтә, баһалай, рефлексия индереү менән үҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә яуаплылыҡ арта, насар билдә алдында ҡурҡып ҡалыу юҡҡа сыға).

  4. Дәрестә үҙ аллы йә ижади эш төрөп булдырыу (дәрестә үҙ эшен һәм бер-береһенец эшен тикшереү кеүек эш төрөн башҡарыу).

  5. Дәрестең маҡсатына өлгәшеү.

Йыйып әйткәндә, адаптип система ҡулланып уҡытыу уҡытыусының үҙ мөмкинлектәренә ышаныс уята, уҡыу-уҡытыу, тәрбиә биреү процесында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн шарттар тыуҙыра. Ә иң мөһиме, был дәрестәр демократик һәм гуманистик принципҡа таяна, сөнки уҡыусыларҙы үҫещ кимәленә бүлмәйенсә (яҡшы-насар өлгәшкән уҡыусылар иҫәбенә индермәйенсә) артабан үҫергә, камиллашырга ярҙам итә.

© 2010-2022