Презентация по башкирскому языку

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Заман менән бергә атлап.

Бөгөнгө заман мәғлүмәт технологиялары мәғариф өлкәһендә ҙур мөмкинлектәр тыуҙырҙы. Был үҙгәрештәр, уҡытыуға яңыса ижади ҡараш, уңышлы алымдар ҡулланыуҙы, дәресте заманса, фәнни , ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы талап итә.

«Һәр бер кешегә үҙенең эше, һәр бер эшкә үҙенең ваҡыты бирелгән" - тип яҙған боронғо аҡыл эйәһе Эзоп. Бөгөнгө көндә уҡыусы өсөн компьютер - донъяны танып белеүҙең иң тәбиғи сараһы булып тора. Беҙ, уҡытыусылар, компьютер программаларын ҡулланып, белем алырға,уны камиллаштырырға, өйрәтергә тейеш. Халыҡ традицияларына, халыҡ аҡылына таянып, яңы асыштарға, үҫештәргә ынтылыу, һөнәри һәләтебеҙҙе үҫтереү өҫтөндә эшләү, заман менән бергә атлап , хатта алдараҡ барыу- төп бурысыбыҙ булып тора.

Бөгөнгө көндә ҡалабыҙҙың күп мәктәптәрендә электрон дәреслектәр, электрон программалар, һүҙлектәр булдырылған. Эш барышында информацион технологияларҙы әүҙем ҡулланабыҙ. Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла, бындай яңылыҡтарҙы шатланып ҡаршы алабыҙ, эшебеҙҙә лә ыңғай үҙгәрештәр кисерәбеҙ. Ошо уңайҙан мин дә үҙебеҙҙә булған яңылыҡтар тураһында, белем биреүҙә компьютер технологияһын нисек ҡулланыуым хаҡында һөйләп үтәм.

1-се лицей - Нефтекама ҡалаһының инновацион уҡыу йорто икәнен күптәр белә . 2015 йылда "Республиканың 30 иң яҡшы мәктәптәре", "Рәсәйҙең Топ- 200 яҡшы мәктәптәре"

рейтингына инде. Бында бөтә кабинеттарҙа компьютер, проекторҙар бар. Балаларға бушлай WI-FI таратыла, уҡыу кабинеттарында кабель интернеты үткәрелгән. Был үҙгәрештәрҙе, яңылыҡтарҙы булдырыуға етәксебеҙ Гәрәев Вячеслав Юрий улының

күп көс һалыуын әйтмәйенсә мөмкин түгел. Әлеге көндә беҙҙең уҡыу йортонда өс информатика кабинеты һәм мобиль класс бар.Теләге, дәрте булған һәр уҡытыусы мобиль класта дәрес бирә ала. Үҙемдең дәрестәремдә мультимедиялы технологияны 2002 йылдан бирле ҡулланам. Мәҫәлән, ҡалала иң беренселәрҙән булып, 2004 йылда уҡ, ҡала күләмендә электрон дәреслектәр ҡулланыу тураһында, 2005 йылда "Башҡорт мәҙәниәте дәрестәрендә мультимедиялы технологиялар ҡулланыу", 2011 йылда башҡорт теле дәрестәрендә ошондай технологиялар ҡулланыу буйынса семинарҙар үткәрҙек. Асыҡ дәрестәр күрһәтеп, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ. Билдәле бындай дәрестәр үткәреү өсөн

компьютерҙар менән йыһаҙландырылған кабинет кәрәк. Шунлыҡтан, был эште әлеге көндә башҡорт теле уҡытыусыһы ғына атҡарып сығаралмай, күпселек беҙ информатика уҡытыусылары менән берлектә эшләйбеҙ. Бындай методтар ҡулланып , төрлө типтағы дәрестәр үткәрергә мөмкин. Был программаны компьтерға индереү ауыр түгел. Электрон дәреслекте ҡулланып, дәрес башында артикуляцион күнегеүҙәр урынына, диктор менән бергәләп башҡорт теленең өндәрен ҡабатлап китәргә мөмкин. Бының өсөн "Башҡортса өйрәнәйек" тигән электрон дәреслек ярҙамға килә. Һүҙлек эше үткәргәндә бындай дәреслекте ҡулланыу отошло. Яңы теманы үҙләштергәндә лә был дәреслектәрҙә кәрәкле һәм файҙалы мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Уҡыусыларға бигерәк тә диалогтар оҡшай.

Диктор артынан ҡабатлап, һуңыраҡ уҡыусылар үҙҙәре лә диалогтар төҙөйҙәр. Башҡорт яҙыусыларының биографиялары, ижади портреттары, әҫәрҙәре, дидактик материалдар. фотоальбом электрон дәреслектәрҙә бик яҡшы бирелгән. Теманы йәки бүлекте өйрәнеп бөткәндән һуң тест ярҙамында белемдәрен тикшерергә мөмкин. Тесты эшләп бөткәс, һөҙөмтәһен белеп, уҡыусы үҙенең баһаһын белә ала, хаталарын анализлай.Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә был дәреслектәрҙе ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Һуңғы ике йыл эсендә мин үҙемдең дәрестәремдә My Test программаһын уңышлы ҡулланам. Был программала эшләүе бик еңел. Минең уйлауымса, һәр уҡытыусы ошо программаны үҙләштереп, төрлө темаға тестар төҙөй ала.

Ошо технологияларҙы, My Test программаһын ҡулланып, башҡорт теленән уҙғарылған «Йыл уҡытыусыһы-2015» конкурсында, 7-се мәктәптең 9-сы класында асыҡ дәрес

күрһәттем. Дәрестә яңы тема компьютер, интернет селтәре, слайдтар, видеотаҫма ярҙамында аңлатылды. Уҡыусыларға бындай эш төрҙәре бик оҡшаны. Таныш булмаған балалар менән дә, ошондай дәрес үткәреп була икәнен иҫбат итәһем килә.

Әлбиттә, белем биреүҙә компьютер технологияларын сама менән ҡуллана белем мөһим. Заманға ауаҙдаш башҡа технологияларҙы онотмаҫҡа кәрәк. Ошондай яңы технологияларға мауығып, телмәр, яҙыу үҫтереүҙе күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Уҡытыусы ул - мәғлүмәт, белем биреүсе генә түгел. Беренсе сиратта, ул - тәрбиәсе лә. Үҙенең тышҡы ҡиәфәте, күңел һәм телмәр байлығы, үҙе уҡытҡан, өйрәткән телде бар матурлығында аңлата белеүе һоҡланырлыҡ булырға тейеш. Ошо осраҡта ғына, үҙ предметына ылыҡтыра, яҡшы белем һәм тәрбиә бирә ала.

1-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Семкина Эльфира Әнғәм ҡыҙы.



© 2010-2022