• Преподавателю
  • Другое
  • Конспект урока по башкирскому языку по теме: Морфология буйынса үтелгәнде ҡабатлау

Конспект урока по башкирскому языку по теме: Морфология буйынса үтелгәнде ҡабатлау

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Морфология буйынса өйрәнгәнде ҡабатлау

Уҡытыусы: Ғилметдинова Гөлнур Илһам ҡыҙы

Класс: 6

Предмет: башҡорт (туған) теле

Дәрес төрө: ҡабатлау дәресе

Маҡсат: а) морфология буйынса алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, системаға һалыу; б)тыуған яҡ тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;в) бәйләнешле яҙма һәм һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

Көйләүсе УУЭ ( Рег.УУД) дәрестең темаһын, маҡсатын үҙләштерә, кҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөй,үҙ белеменә баһа биреү;

Танып-белеү УУЭ (позн.УУД) уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу, текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу,төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү, танып-белеү мәсьәләһен үтәй, анализ, синтез алымдарын ҡуллана.

Коммуникатив УУЭ (Ком.УУД) телмәр ситуацияһына ярашлы үҙенең фекерен телдән әйтә һәм яҙма формала бирә белә, телмәр сараларын төрлө төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡуллана, телмәрҙең диологик һәм монологик формаларын яҡшы белә, үҙенең нигеҙләй белә һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә ала, башҡаларҙы ишетә һәм тыңлай белә.

Предмет-ара бәйләнеш. Әҙәбиәт һәм тарих

Йыһазландырыу: 1.Темаға ярашлы презентация; 2. Интерактив таҡта.3.Ноутбук. 4. Төркөмдәрҙә эшләү буйынса карточкалар.

Дәрестең этабы

Дәрес барышы

Универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыуы, баһалау технологияһы, эстетик тәрбиә е

I. Ойоштороу өлөшө

Сәләмләшеү. Дәрескә әҙерлекте тикшереү. Дәрескә килмәүселәрҙе асыҡлау.

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.

Бөгөн беҙҙә әсә теле.

Яратҡан беҙҙең телебеҙ

Рәхмәт һиңә, һинең аша

Алабыҙ яҡшы белем. (Хор менән әйтәләр)

II. фонетик күнекмәләр

- Уҡыусылар, тағын бер ғәжәп матур, иҫкиткес гүзәл көн тыуҙы. Ошо йәмле иртәгә, матур донъяға ҡарап, үҙебеҙгә көҫ, дәрт, илһам алайыҡ. Күңел тормошобоҙҙо яҡшыға көйләйек.

- Уҡыусылар, бөгөнгө көнгә һеҙ нимә тип өндәшәһегеҙ?

Хәйерле көн, ағастар!

Хәйерле көн, ҡоштар!

Хәйерле көн, тәбиғәт!

Хәйерле көн, дуҫтар!

(Хор менән уҡыйҙар).

Коммуникатив УУЭ

1. Башҡаларҙы ишетә һәм тыңлай белеү.


III. Темаға инеш

- Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән мөғжизәле, тылсымлы әкиәт иленә сәйәхәткә сығасаҡбыҙ. Тик унда барыр өсөн беҙгә юлды белергә кәрәк, уны беҙгә тылсымлы йомғаҡ күрһәтер.

Йомро-йомро йомғағым

Алдан китсе тәгәрәп .

Әкиәт донъяһына,

Беҙгә етерә кәрәк.

  • Мофология батшалығы

Исем, сифат, һан, алмаш ҡаласыҡтарын беләһегеҙ инде.

  • Ошо ҡаласыҡта ниндәй һүҙ төркөмө йәшәй икән. ( бар булған предметтар йәнһеҙ ҡатып ҡалған, уларҙың да һеҙҙең кеүек шаярып, көлөп уйнағылары килә. Уларҙы беҙгә йәнләндерергә кәрәк, нисек итеп уларҙы йәнләндерәбеҙ. (фекрҙәрен тыңлау)

  • ( бесәй мырылдаған тауыш ишетелә), ишетәһегеҙме был нимә тауышы. - Эйе бесәй, ябай бесәй түгел ситекле бесәй.

  • Мин һеҙгә ярҙам итәм, минең тоғомда ошо предметтарҙы хәрәкткә килтереүсе һүҙҙәрем бар.

- Хәҙер, уҡыусылар, дәфтәрҙәрҙе астыҡ.

- Бөгөнгө числоны, көндө һәм теманы яҙабыҙ.

  • (ҡылым)

  • Белдерә--------

  • Һорауы----------

Көйләүсе УУЭ

1. Дәрестең темаһын асыҡлау

2. Дәрестәге эшмәкәрлекте планлаштырыу

IV. Ҡабатлау

Слайд. Заман, зат, һан.

  • Эстәлеген сылбырлы уҡыу

  • Һорауҙар-яуаптар алыу

  • Группаларҙа эшләү ( бирелгән һүҙҙәргә ҡылымдар табыу, һанын, заманын, затын билдәләү)

Көн - әйҙәгән кеүек ( 3-сө зат, берл., хәҙ.зам.)

Азат менән Илдар - сыҡты (3-сө зат күп. үтк.з. )

Ҡояш апай - иркәләй ( 3-сө зат, берл., хәҙ.з.)

Малайҙар- һеперергә ярҙамлашты ( 3-сө зат, күп. үтк.зам.)

Һарыҡ бәрәстәре - уйнап алдылар (3-сө зат, күп., үтк.зам)

Һайыҫҡан - килеп ҡунаҡланы (3-сө зат, берл. Үтк.зам.)

Таш - ҡурҡытты ( 3-сө зат, берл.,үткюзам.)

Һайыҫҡан - һиҙмәй ҙә ҡалды (3-сө зат, бер.,үтк зам.)

Улар - ҡотҡарып ҡала

Белешмә: ҡотҡарып ҡала, әйҙәгән кеүек,

сыҡты, иркәләй, һеперергә ярҙамлашты, уйнап алдылар, һиҙмәй ҙә ҡалды, ҡурҡытты, ҡунаҡланы.


3 уҡыусы таҡта алдында эшләй.

  1. Заттарҙы яҙа

1-се зат - мин

2-се зат һин

3-сө зат ул

2.Замандарҙы яҙа.

Үткән заман

Хәҙерге заман

Киләсәк заман

Слайд. Һөйкәлештәр.

182-се күнегеү. (яҙма)

Слайд.Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар

183-сө күнегеү.

Слайд. Ҡылымдарҙың яһалышы.

184-се күнегеү.

185-се күнегеү, үткән заман ҡылымының ялғауҙары

Танып белеү УУЭ

1. Уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙалана

2. Төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белә.

3. Анализ, синтез алымдарын ҡуллана


Коммуникатив УУЭ

1. Үҙенең фекрен нигеҙләй белә, дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә ала.

2. ,Башҡаларҙы ишетә һәм тыңлай белә

3.Кәрәк булғанла үҙенең ҡарашын үҙгәртә ала.

4. Һорауҙар бирә белә

5. Класташтарының алдында сығыш яһай белә

VI. Итог урока.

Ҡылым тураһында мин…иҫкә төшөрҙөм

- уҡыусылар үҙҙәре йыйған жетондарҙы һанай, үҙҙәренә баһа бирә.

Уҡытыусы билдәләр ҡуя.

Көйләүсе УУЭ

1. Үҙ белеменә баһа бирә

VII. Өйгә эш.

Берәй тәбиғәт күренешен һүрәтләп язырға, бер ҡылымды һан, зат, заман менән үҙгәртергә



© ООО «Баласс», 2013 Страница 4


© 2010-2022