Эссе по башкирскому языку на тему Я-учитель

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

МИН -УҠЫТЫУСЫ

(эссе)

«Бер ҡасан да ваҡытыңды ҡыҙғанма,

тормош ауырлығына зарланма, сөнки һин ошо донъяға уны

яҡшыртыр өсөн килгәнһең»

Иван Александрович Ильин (1883-1954) - рус философы

Юҡҡа ғына рус философының һүҙҙәренә мөрәжәғәт итмәнем. Минең уйлауымса һәр кеше донъяға аяҡ баҫҡанда, күптән яҙылып ҡуйылған эш башҡарыу өсөн килә. Әммә бар ниәттәр бер төрлө булһа, тормоштоң бейеклеге, мәғәнәһе юғалыр ине. Шул ниәттәрҙең иң абруйлыһын башҡарыу бәхете мине лә урап үтмәне. Ошо берсә мөғжизәле, берсә ылыҡтырғыс кескәй генә мәктәп доньяһында аҙмы-күпме ун йылға яҡын уҡытыусы булып эшләйем. Ошо ваҡыт эсендә кескәй генә доньяға ҡарата үҙемдең үҙенсәлекле ҡараштарым барлыҡҡа килде, бәлки улар араһында башҡа кешеләрҙән ҡабатланып килгәндәре лә барҙыр.

Һәр шәхес тә ныҡышмалылығын күрһәтә ала, бының өсөн тик ташлы һуҡмаҡтарҙан үҙ юлыңды табып һәм уҡытҡан балаларҙы шул юлдан алып барыу зарур. Был ваҡытта артҡа әйләнеп ҡарамаҫҡа, ҡараһаң да үҙ эшеңә баһа биреү өсөн генә, тик бер үк туҡталып ҡалып башҡаларҙы һинең уңыштарыңда шикләндермәҫкә. Был минең педагогия ғилемендә яҡшы баһаларға өлгәшеү өсөн ҡуйған ҡанундарымдың береһе.

Халыҡ юҡҡа ғына «Үҙең ергә эйелмәйенсә, ер һиңә һуҙылмаҫ»тип әйтмәгән, яратып һайлаған һөнәремдең бар нескәлектәренә төшөнөргә тырышам, проффесиональ кимәлемде күтәрәм, ҡулымдан килгәнсә был өлкәлә эшләүемде дауам итеремә ышанам.

«Уҡыусыларҙы нисек уҡытырға? Туған теленә һөйөүҙе нисек уятырға һәм был маҡсатарға нисек ирешергә?» кеүек һорауҙар уҡытыусы алдында торған көндәлек мәсьәләгә әүерелә. Уҡыусыларҙа үҙаллылыҡ, танып белеү активлығы тәрбиәләү, тел байлығын үҫтереү, өҙлөкһөҙ белем алыуҙың тәүшарттарын булдырыу, уҡытыусының профессиональ белем-күнекмәләр, донъяны танып белеү процессында эшләй алыуына бәйләнгән.

Һәр уҡытыусы үҙ дәресендә яҡшы һөҙөмтәләргә эйә булыу өсөн юлдар билдәләргә тейеш:

-етәкселек итә белеү;

-уҡыусыларҙың үҙаллылығын тәрбиәләү;

-башҡарылған эштең йөкмәткеһе һәм үҙенсәлеге;

-дәрестең күп төрлөлөгө;

-яуаплылыҡ кимәле.

Әлбиттә,тәжрибә артыу менән был юлдар һаны ла артасаҡ.

Тағын да иң кәрәкле һорауҙарҙың береһе: «Төрлө педагогик ситуацияларҙан сығыу өсөн ниндәй юлдар эҙләргә кәрәк?» Бындай хәлдәр килеп тыуһа, үҙ оҫталығымдан, тәжрибәмдән, уҡыусыларҙың психологик үҙенсәлектәрен, кешелек сифаттарын күҙ уңында тотоп эш итәм. Тәрбиәүи моменттар беҙҙең эшебеҙҙә көн дә, йә булмаһа сәғәт һайын булып тора.Ошо мәлдәрҙә беҙҙе ситуацияны профессиональ яҡтан баһалай алыу, философик фекер булыу, ҡотҡара ла инде.

Уҡыусының рухи үҫеше перспективаларын күҙаллау, белеме, үҫеше, тәрбиәлелеге кимәлен билдәләй алыу, уҡытыусының фәнни-тикшеренеү методтарына эйә булып, үҙенең педагогик белемен киңәйтә, тәжрибәне байытыуға булышлыҡ итә. Ошо йылдар арауығында күп кенә һәләтле балалар менән эш итергә тура килде. Улар һис шикһеҙ теләк белдереп төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәштеләр.

«Кешегә теләгән әйберҙәрен бирегеҙ, шул минутта ул ошо барлыҡтың, бар бөтөн булмауын аңлаясаҡ.» (Иммануил Кант (1724-1804) - немец философы)

Эйе, кешенең ҡарашын үҙгәртеү бик еңелдән түгел, тик уҡыусылар алдына төрлө урынлы миҫалдар килтерә белеп, ылыҡтырып, минеңсә, уларҙы йәмғиәттә дөрөҫ юл һайлай алырға өйрәтәбеҙ. Үрҙә яҙылған фекерҙе үҙем ошолай тип аңлайым: кеше һәр нәмәгә ҡәнәғәт булһа, шәхси алғанда-уҡытыусының тәғәйенләнеше, тормоштоң асылы бөтөр ине, ул һыуһай ҙа, юҡһына ла белергә тейеш.

«Башҡортостан», «Тыуған ил», «Тыуған төйәк» кеүек темалар тура килһә, дәресте тынсыу кабинетта түгел, ә тәбиғәт ҡосағында үткәрәм, уҡыусыларҙы халҡымдың милли уйындары менән таныштырам. Яҙыусы, шағир булмаһам да, бик ижади һөнәр вәкилемен. Дәрестәремде, кластан тыш сараларҙы сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ булһын тип тырышам. «Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә» ти халыҡ мәҡәле. Нимә тураһында һөйләһәм дә, аңлатһам да, үҙем белгәнде генә, үҙем кисергәнде генә уҡыусыларыма тапшырам.

Бар уҡыусыны ла күрә аламмы мин? Быға тиклем ҡыйыу йәштәштәре араһында ултырған, күләгәлә ҡалған уҡыусыларҙы асыу өсөн күп һәм ныҡышмалы эш алып барырға, һәр береһен айырым өйрәнеп, нимә менән мауығыуын, ҡыҙыҡһыныуын белергә кәрәк. В.А.Сухомлинский әйткәнсә, «баланы ныҡлап белмәй тороп (уның аҡыл үҫешен, фекерләүен, ҡыҙыҡһыныуын, мауығыуын, һәләтен, өмөтөн, ғәҙәтен) уны тәрбиәләү ҙә мөмкин түгел».

Уҡытыусыны баҡсасы менән сағыштырырға мөмкин. Баҡсасы үҙенең баҡсаһында еңел-елпе генә иренеп эшләһә, үҫентеләре лә үҫмәйенсә тәпәш ҡаласаҡ, емешен бирмәйәсәк. Уҡытыусы бейеклектәргә үрләгән, киләсәккә өмөт менән ҡараған балаларға ярҙам ҡулы һуҙмаһа, уҡыусыларҙың башҡа юлды һайлауы мөмкин, шул ваҡытта белемдәре түбән кимәлдә буласаҡ. Һәр бала ул бәләкәй генә донъя, үҫергә, үҙгәрергә тейешле, үҙ хаталарын төҙәтергә ынтылыусан кеше. Беҙ, уҡытыусылар, уның ҡулына ышаныс уты һалһаҡ, бер үк кәрәк ваҡытта ташламаҫҡа тейешбеҙ. Ул аңлауға, яҡлауға, һаҡлауға мохтаж.

Шулай итеп, тормоштоң көрәшсеһе булырлыҡ уҡыусылар тәрбиәләү, белем биреү сифатын, предметтың абруйын күтәреү-минең өсөн көнүҙәк бурыс. Ошо тынғыһыҙ эштә матур һөҙөмтәләргә өлгәшеүемә ышанам.

Эссемдың аҙағында философ И.Ильиндың һүҙҙәренә ҡабаттан әйләнеп ҡайтам: «Бер ҡасан да ваҡытыңды ҡыҙғанма,тормош ауырлығына зарланма, сөнки һин ошо донъяға уны яҡшыртыр өсөн килгәнһең».



© 2010-2022