Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм

Раздел Другое
Класс -
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Муниципиаль белем биреү учреждениеһы Асҡын районы Табаҫҡытамаҡ дөйөм белем биреү мәктәбе




Минең шәжәрәм



Башҡорт теле уҡытыусы

Ғилфәнова З. Х. эше









2012 йыл

Маҡсат:Шәжәрә тураһында тулы аңлатма биреү. Ололарға ҡарата шәфҡәтлелек, мәрхәмтлек,ғаилә ғорурлығы тәрбиәләү. Уҡыусыларға кешелектең быуындар бәйләнешен күрһәтеү. Тасуири эске кисереш менән һөйләргә өйрәтеү. Йыһаҙландырыу: Уҡыусыларҙың ғаилә фотоһүрәтәре һәм шәжәрәләре, интерактив таҡта, слайдтар, магнитофон.

Сара барышы:

Уҡыусылар, әйҙәгеҙ бергәләп яҡты көндө сәләмләйек.

-Һаумы, ҡояш!

-Һаумы зәңгәр күк!

-Һаумы тыуған ерем!

-Һаумы яҡын дуҫым!

-Һаумыһығыҙ уҡытыусылар!

Афарин! Хәҙер шым ғына ултырыштыҡ.

Беҙ барыбыҙҙа башҡортса матур итеп һөйләшергә өйрәнәбеҙ, шуға күрә телебеҙҙе,тештәребеҙҙе,ирендәребеҙҙе уйнатып алайыҡ әйҙәгеҙ таҡтаға ҡарап бына ошо хәрефтәр булып баҫҡыстан күтәреләйек.


_______

_______
________
ә,ө,ү _______

-Афарин уҡыусылар! Ә хәҙер телдәребеҙ менән "футбол" уйнатып алайыҡ

- Бер, ике.Бер, ике. Уңға, һулға.

Ә ирендәребеҙгә "М" хәрефе ҡалды. Бергәләп "М" хәрефен әйтәйек.

Афарин уҡыусылар! Инде беҙ һөйләргә, һөйләшергә әҙербеҙ.

Балалар һеҙҙең исегеҙҙәлер Шайхи Манурҙың шиғыры. Хәҙер мин һеҙгә шиғырҙың башын әйтәм, ә һеҙ аҙағын әйтеп бөтөрөргә тейешһегеҙ

  • яратам мин ( өйөмдө)

  • Атай менән (әсәйҙе)

  • Апай менән ( ағайҙы)

  • Бишектәге (һеңлемде).

  • Был шиғырҙа нимә тураһында барҙы инде, уҡыусылар?

Эйе, ғаилә тураһында.

- Ғаиләлә кемдәр йәшәй?

Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ,бөгөнгө сарабыҙҙың темаһы нисек икән?

- Шәжәрә

- Эйе, шәжәрә тураһында.

Сарабыҙҙы асып ебәрергә Исраилова Заремаға бирәм. Ул шәжәрә тураһында йыр башҡара (Ул милләте буйынса чечен)

Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

1.а.б

Шәжәрә- ул ырыу тарихы. Теге йәки был ҡабилә. Ырыу араның быуындар йылъяҙмаһы. Ул борон- борондан ырыу араның. Бер нәҫелдән булған кешеләрҙең дөйөм танытмаһы ла булып һаналған. Сөнки шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән нәҫелгә тапшырыла килгән ере лә теркәлгән.

2а.б.

Шәжәрә- ғәрәп телендә "ағас " тигән һүҙ. Беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу- ҡабиләне,нәҫелде, ата - бабаларҙыңисемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Ни өсөн ағас һуң ?

1.а.б

Борон башҡорттарҙа ағас һауаны, ерҙе, ер аҫтын берләштереүсе ьилдә булған. Тамыры - үткәнебеҙ, олоно- бөгөнгөбөҙ, тармаҡ- ботаҡтары- киләсәгебеҙ.

2а.б.

Шәжәрәлә ырыуҙың тарихы һәм көнкүреше лә, ғөрөф- ғәҙәте һәм йәшәү рәүеше лә сағылған.

1.а.б

Ошо яғы менән шәжәрә- ижтимағи- сәйәси документ, тарихы сығанаҡ та. Шәжәрә ярҙамында ырыуҙа ҡан яңыртыуға ынтылыш та аныҡ сағыла. Бына шуның өсөн башҡорт балаһы кәменә ете быуын ата- бабаларын белергә тейеш.

2а.б.

Эйе. Һәр бер кеше үҙенең ете быуын ата - бабаларын белергә һаҡлы һәм тейеш.

Бына был шәжәрәне ҡарайыҡ әле ,уҡыусылар. Был беҙҙең мәкәтәптә уҡып сығып киткән Дилмөхәмәтова Рәмиләнең шәжәрәһе ( 1слайд). Ул үҙенең 12 быуын ата - бабаларын белә икән. Ә һеҙ беләһегеҙме шәжәрәгеҙҙе ?

1.а.б

Ә хәҙер һүҙҙе беҙҙең тарих уҡытыусыһы Глафира Йәнтимир ҡыҙына бирәбеҙ.

(Йәнтимир ҡыҙы үҙенең шәжәрәһе менән таныштыра)

Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

( Юлиә менән Тимур - бейеү)


Ә хәҙер һеҙҙе Хәлитова Ләйсән үҙенең шәжәрәһе менән таныштырып үтә. Ихтибар менән тыңлайбыҙ.

- Әйҙә Ләйсән ( слайдтар )

Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

Ҡыҙҙар бейей.

Б) Бына беҙҙең мәктәп Ләйсәндәргә бай булғас, икенсе Ләйсәнгә һүҙ бирәбеҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа Ләйсән Әйүпова.

Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.


Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

Сәксәк тараталар.






Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

Олеся бейей

Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

Сәхиә әбейҙең сығышы



Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

В) Зеязитинова Мәрйәм үҙенең бай шәжәрәһе менән таныштыра.

Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

Ҡымыҙ менән һыйлау.







Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

Араб бейеүе


Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

Г) Анжеликаның шәжәрәһе





Открытое мероприятие на тему: Минең шәжәрәм.

Ҡыҙҙарҙың бүләге

1.а.б

Бер-береңә тоғролоҡҡа

Бөгөн антар бирегеҙ!

Туғандарҙы эҙләгеҙ

Күршеләрҙе күрегеҙ!

2а.б.

Ил хәлдәрен белегеҙ

Туғандарҙы эҙләгеҙ.

Кипмәһен ырыу ағасы

Тере һыуҙар һибегеҙ.

1.а.б.

Шәжәрә- иң ҡәҙерле аманат ҡомартҡы ул. Киләсәк быуын, ата-бабаларыбыҙ кеүек, үҙ тамырын, тарихын белһен тиһәк, шәжәрә төҙөүҙе дауам итергә тейешбеҙ. Дауам итербеҙме, уҡыусылар, шәжәрәбеҙҙе?

Ваҡыт үтә… Ергә яңы быуын килә. Тормош дауам итә. Әйҙә дауам итһен, тик быуындар сылбыры ғына өҙөлмәһен! Ул минән, һинән, һеҙҙән тора, уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар.Беҙ туғандарҙы, ололарҙы хөрмәт итергә һәм үҙебеҙҙе лә яратырға өйрәнәйек. Ә хәҙер "Мин үҙемде яратам " йыры менән Олеся Сайфуллина.

Уҡытыусы.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк ?

-Әсәй һәм атай кәрәк.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк ?

- Тыуған үҫкән йорт кәрәк.

- Ерҙә беҙгә ни кәрәк ?

- Ерҙә тыныслыҡ кәрәк.

Ҡәҙерле уҡыусылар! Балалар! Тамырҙарығыҙҙы онотмағыҙ, үҙегеҙҙең нәҫелгә генә хас булған күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлағыҙ! Туғандарығыҙға, халҡыбыҙға, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫегеҙ. Ошоноң иенән сарабыҙ тамам. Һау булығыҙ.








© 2010-2022