• Преподавателю
  • Другое
  • Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова

Раздел Другое
Класс 8 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Дәрестең технологик картаһы


Уҡытыусы:Абдуллина Гүзәл Салауат ҡыҙы

Уҡыу предметы: ИКБ

Дата: 25.02.2016.

Класс: 8

УМК (уҡытыусы өсөн, уҡыусылар өсөн): Башҡорт мәҙәниәте И.Д.Бураҡаев,М.С.Бураҡаева,М.Б.Юлмөхәмәтов

Дәрес темаһы: Фәйзи Ғәскәровтың тормошо һәм ижады.

Дәрестең маҡсаттары: 1)Уҡытыу:Фәйзи Ғәскәровтың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү,башҡорт бейеүенең миллилеген,үҙенсәлектәрен күрһәтеү

2)Үҫтереү:үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереү,халҡыбыҙҙың үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу,ижади һәләттәрен байытыу.

3)Тәрбиәүи: бейеү сәнғәтенә һөйөү,илһөйәрлек тәрбиәләү

Дәрес төрө: яңы тема өйрәнеү

Предмет-ара бәйләнеш: башҡорт теле,музыка.

Йыһазландырыу: компьютер, интерактив таҡта,фотолар,презентация.

Дәрестең этаптары

Уҡытыусының эшмәкәрлеге

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

1.Эшмәкәрлеккә мотивация

Психологик инеш

1.Ойоштороу.

Һаумыһығыҙ,һаумы,һаумы,һаулашам сәләм бирәм,һаумы тигән матур һүҙҙе бар донъяға ебәрәм.

Бөгөн асыҡ дәрескә райондың Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусылары килгән. Үҙегеҙҙең белемдәрегеҙҙе күрһәтеп ,дәрестә тема буйынса үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтеп,ҡатнашып ҡына ҡалмайынса,ҡыҙыҡлы факттар килтерһәгеҙ,дәрес файҙалы,фәһемле булды тип әйтә алырбыҙ.

2. Өйрәнелгән белемде актуалләштереү

Маҡсат:Яңы белемде үҙләштереү өсөн үтелгән теманы ҡабатлау, яңы теманы асыҡлап, маҡсаттар билдәләү

Халҡыбыҙ борон-борондан уйын-көлкөгә, йыр-бейеүгә әүәҫ булған.Йырҙарҙың,бәйеттәрҙең ниндәй ҙә булһа ваҡиғаға арнап сығарылғанын беләһегеҙ.

-Ә хәҙер үткәндәрҙе ҡабатлап, кроссворд сисәбеҙ.Төп һүҙҙе табып, был һүҙҙең нимә аңлатҡанын әйтерһегеҙ.

1. Боронғо музыка ҡоралы.Элек сәсәндәр ошо музыка ҡоралында уйнап,ҡобайырҙарын әйткәндәр. (думбыра)

2.Театрлаштырылған бейеү сәнғәте.(балет)

3.Эсе ҡыуыш көпшә булып ҡураған үләндән яһалған музыка ҡоралы.(ҡурай)

4.Унда драма ла ,музыка ла ,хореография ла, һынлы сәнғәт тә, хәрәкәттәр ҙә бар.(опера)

5.Тамаҡ төбө менән көйләү.(өзләү)

-Ниндәй һүҙ килеп сыҡты. (бейеү)

-Был һүҙҙе нисек аңлайһығыҙ?

  • Дөрөҫ,башҡорт бейеүҙәренең күбеһе сюжетлы һәм легендалы.Тимәк бейеүҙәр ҙә тарихи йәки көнкүреш ваҡиғаларға бәйле.Хәҙер бер бейеүҙән өҙөк ҡарайбыҙ

  • Был бейеү нисек атала,ниндәй халыҡтыҡы, ниндәй коллектив башҡара?

Слайд (видео "Гөлнәзирә» бейеүе ) (Уҡыусыларҙың яуаптары)

Эйе,Ф.Ғәскәров исемендәге башҡорт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле)Тимәк бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләшәбеҙ.






Уҡыусыларҙың яуаптары

3. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Уҡыусыларҙа уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация формалаштырыу.

Проблемалы ситуация тыуҙырыу.

Дәрестең темаһын кем әйтә?

Фәйзи Ғәскәровтың тормош юлы һәм ижады.

Фәйзи Ғәскәров "Бейеү халыҡтың күңел көҙгөһө" тигән.Был һүҙҙәр менән Ф.Ғәскәров нимә әйтергә теләгән. Дәрес аҙағында ошо һорауға яуап бирерһегеҙ

Дәфтәрҙә эш. Числоны,теманы яҙып ҡуябыҙ.

4. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Яңы белемде беренсел, йәғни тәүге тапҡыр үҙләштереү.

Теманы өйрәнгәндә башҡорт теленә сит телдән килеп ингән һүҙҙәр бар.Шул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлап китәйек.Ансамбль,академия,балетмейстер,хореограф.

Аңлатмалы һүҙлектән табып мәғәнәләрен бергәләп аңлатайыҡ.

Дәрестә төркөмдәргә бүленеп эшләйбеҙ.

I. 1-се төркөмгә һүҙ бирәбеҙ.(Ҡушымта1)

Ҡаршы төркөмгә һорау.Фәйзиҙең бала сағы нисек үткән?

II.2-се төркөм әҙәбиәтселәрҙе тыңлайыҡ.(ҡушымта 2)

Фәйзи Ғәскәровтың тәүге бейеүҙәрен әйтегеҙ.

Уҡытыусы: Халыҡ тарихын, уның легендаһын, ижадын, холҡон, бар булмышын белмәһә "Ете ҡыҙ" бейеүе ижад ителер инеме икән.

III.Һүҙ фольклорсыларға. "Ете ҡыҙ" бейеүен ҡарау,тарихын һөйләү.(ҡушымта 3)

-Был бейеүҙә башҡорт ҡыҙҙарының ниндәй сифаттарын күрҙегеҙ?

IV. -Бейеүҙәр аңлауығыҙса төрлө төрҙәргә бүленә.

Фәйзи Ғәскәров һалған бейеүҙәрҙең фотоларын күрһәтәм.-Был бейеү нисек атала?Төрөн билдәләйбеҙ.

Слайдтан фотолар.

V.Төрлө -төрлө бейеүҙәр менән бергә бейеүселәрҙә данға күмелә.(таҡтала фотолар эленә)

Хазина Мағазова,Мөхәмәт Иҙрисов,Рәшиҙә Туйсина,Әнүәр Фәхретдинов,Ратмир Бәҙретдинов һәм башҡа тиҫтәләгән данлыҡлы бейеүселәр илебеҙҙең генә түгел, донъя тамашасыларын таң ҡалдырҙылар.

Ә ҡайһы бейеүселәр һеҙгә яҡшы таныш,кемдәрҙе танып беләһегеҙ?

Эйе,был бейеүселәр ансамблдең тере шаһиттары.

VI.Ансамблдең бөгөнгөһө.

Слайд.Беҙҙең Юлдыбай ауыл биләмәһе лә таланттарға бай.

Эйе,бөгөнгө көндә лә республикабыҙҙа башҡорт бейеүҙәрен пропагандалау буйынса төрлө конкурстар үткәрелә.

-Ә һеҙҙең ниндәй конкурстар тураһында ишеткәнегеҙ бар.

-Кем ул Байыҡ?

Слайд

-Был конкурс башҡорт бейеүҙәренә һөйөү тәрбиәләргә,рух һалырға ярҙам итә.Замана балалары самауыр,батмус,милли кейемдәр, ырыуҙар ,боронғо башҡорттарҙың көнкүреше менән таныша.



1-се төркөм библиографтар

2-се төркөм әҙәбиәтселәр

3-сө төркөм фольклорсылар

Әлиә һөйләй

Флюр һөйләй

Ильмира һөйләй.


Гөлфиә һөйләй







Уҡыусыларҙың яуаптары


Резедаға һүҙ бирелә

5.Материалды аңлау кимәлен тикшереү, нығытыу, ғәмәли эштәр, ебәрелгән хаталарҙы коррекциялау

VII.Хәҙер синквейн төҙөйбөҙ.Рифмалашмаған шиғыр. (төркөмдәргә һүҙҙәр бүлеп биреү:1-се төркөмгә бейеү, 2-се төркөмгә-бейеүсе, 3-сө төркөмгә- Ғәскәров)

1-се юл -тема

2-се юл-2 сифат

3-сө юл-3 ҡылым

4-се юл-4 һүҙҙән торған һөйләм

5-се юл- йомғаҡлау.

VIII. Ә хәҙер эпиграфҡа әйләнеп ҡайтайыҡ.Ни өсөн Фәйзи Ғәскәров "Бейеү халыҡтың күңел көҙгөһө" тигән?

(Уҡыусыларҙың яуаптары)

-Эйе,бейеүҙәрҙә халҡыбыҙҙың тарихы,ғөрөф-ғәҙәттәре,кәйефе сағыла .

IX. -Кем һуң Фәйзи Ғәскәров? Ҡурай тажында кластер төҙөү.(төркөм менән эшләү) (Артист,бейеүсе,балетмейстер,хореограф,етәксе,ойошто-роусы,режиссер)

-Дөрөҫ,Фәйзи Ғәскәровтың башҡорт сәнғәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.Оло хеҙмәте өсөн 1967 йылда Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы бирелә.1988 йылда халыҡ бейеүҙәре ансамбленә-Фәйзи Ғәскәров,1996 йылда Академия ансамбле бирелә.

X. -Быйылғы йыл ниндәй йыл? (Рәсәй киноһы йылы)

Режиссер Рияз Исхаков Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә арнап фильм төшөрҙө. Март айында презентацияһы була,бергәләп ҡарарбыҙ.

БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровты хаҡлы рәүештә "Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең атаһы" тиҙәр. Бәләкәйҙән етемлектең әсе һурпаһын татып үҫкән малай тырышлығы, яҡтылыҡҡа ынтылышы менән оло сәнғәт юлына үҙе юл яра.




Ғәзим Шафиҡов шиғыры.

Ильнар шиғыр һөйләй.

6. Өйгә эш биреү. Аңлатыу.

Бер бейеүҙең тарихын һөйләргә әҙерләнергә.

Йомғаҡлау:

-Дәрестә нимәләр белдегеҙ?

-Һеҙгә дәрес оҡшанымы?

Ғәжәпләндерҙе. Һоҡландырҙы. Шатландырҙы. Борсоно. Уйландырҙы.

Баһалау

Түңәрәктәр. Алма ағасына эләбеҙ.Ни өсөн ҡыҙыл түңәрәк һайланың? Ни өсөн йәшел?Ни өсөн һары?Дәрес тамам.



1.(ҡушымта) 1936-1938 йылдарҙа БАССР Берләшкән театрҙарының Концерт-эстрада бюроһы эргәһендә бейеү коллективы ойошторола. Етәксеһе К.В. Матсон була. 1938 йылдың 20 майында был коллектив тәүге концертын бирә. Коллектив ошо уҡ йылда яңы төҙөлә башлаған филармония янына күсерелә һәм Башҡортостан йыр, бейеү халыҡ музыкаһы ансамбле итеп үҙгәртелә. 1939 йылда был коллективтың етәксеһе итеп Фәйзи Ғәскәров тәғәйенләнә.

Тәүҙә йәш башҡарыусылар Луначарский исемендәге баҡсаның сәхнә майҙансығында, һуңғараҡ Башҡорт дәүләт филармонияһы бинаһында шөғөлләнә. 1940 йылдың йәйендә үк ансамбль Башҡортостан райондары һәм Силәбе, Магнитогорск ҡалалары буйлап тәүге гастролдәргә сыға.

Ансамбль Башҡортостан халыҡ бейеүҙәре ансамбле тип атала һәм шул йүнәлештә эш башлай. Коллективтың нығыныуында, аяҡҡа баҫыуында Башҡорт драма театры артистары Бәҙәр Йосопова, Таңһылыу Рәшитова, Ғиниәт Ушанов, композитор Таһир Кәримов һәм башҡа сәнғәт әһелдәренең ярҙамы бик ҙур була.1941 йылдың йәйендә Мәскәүҙә башҡорт сәнғәте декадаһы үтергә тейеш була, әммә быға ҡәһәрле һуғыш ҡамасаулай. Илгә афәт килгән осорҙа яугирҙәрҙең рухын күтәреп, Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙыу фронттарҙа сығыш яһай.



2.(Ҡушымта)

Ауыр һуғыш йылдарында ансамбль ағзаларының ҡайһыһы фронтҡа китә, ҡайһыһы халыҡ бейеүҙәре концерты менән госпиталдәрҙә сығыш яһай. Һуғыштан һуң ансамбль филармония составында Татарстанға, Силәбе, Төмән өлкәләренә, Урта Азияға, Приморье крайына гастролдәргә сыға. «Зарифа», «Гөлнәзирә», «Заһиҙә», «Байыҡ» бейеүҙәрен тамашасылар айырыуса яратып ҡарай. Артабанғы йылдарҙа «Төньяҡ амурҙары», «Ҡороҡсолар», «Фермала», «Бесәнселәр», «Дуҫлыҡ», «Шишмә буйында» кеүек бейеүҙәр һалына. Репертуарға илебеҙ һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре лә индерелә. 1955 йылда ансамбль сит илдәргә сыға, ә солистар Йәштәр һәм студенттарҙың халыҡ бейеүҙәре буйынса бөтә донъя фестивалдәрендә ҡатнаша башлай.

Ижади коллектив бер нисә тапҡыр абруйлы конкурстар лауреаты була

Фәйзи Ғәскәров тәүге көндән үк халыҡтың боронғо сәнғәтен түкмәй-сәсмәй һаҡлап, камиллаштырып, сәнғәт юғарылығына күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя.



И8рисов М2х1м1т Рамазан улы

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова

Исм17илов Закир Сәит улы

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова

Ф1хретдинов !н91р Нуретдин улы

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова

Шәмсутдинов Мөхәмәт Мөхәрәм улы

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова





Зөбәйҙуллин Хизбулла Ғүмәр улы

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова



Фая С1хип 6ы8ы Г1реева

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова




Б!*РЕТДИНОВ РАТМИР С!Р(!Р улы

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова



Х1зиева Ра9ил1 Мини71ле 6ы8ы

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова



!й9пова Зил1р1 ?айса 6ы8ы

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова



Туйсина Р1ши81 ?илмитдин 6Ы8Ы

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи ГаскароваФәйзи Ғәскәров









Риф Ғәбитов

Поурочное планирование по истории и культуры Башкортостана на тему Жизнь и творчество Файзи Гаскарова



© 2010-2022