Рабочая программа и календарно тематический план по башкирскому языку 11 класс

Раздел Другое
Класс 11 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Аңлатма яҙыу

Эш программаһы төп дөйөм белем биреү Дәүләт стандартының федераль компонентына , Башҡортостан Республикаһы Региональ базис уҡыу пландарына ( БР Мәғариф министрлығының 29.04.2015й № 905 приказы ), Стәрлетамаҡ ҡалаһы «35- се урта дөйөм белем биреү мәктәбе " муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһының 2015 -2016 уҡыу йылының «Уҡыу планы"на һәм йыллыҡ календарь уҡыу графигына ярашлы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа" (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I- IX кластары өсөн) Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Г.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008 й. нигеҙендә төҙөлдө.
Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.
Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.
Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү, һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары

Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, уҡытыу урыҫ телендә барған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һәйләгәндә, уҡығанда,радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  2. Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һәйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  3. Һәр синыф өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу ҡулламанмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған "Йәншишмә", "Аҡбуҙат", "Аманат", "Шоңҡар", "Йәшлек" гәзит - журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү (чтение).

  4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙә күсереп һәм үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу (элементарное письмо).

  5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һ.б. менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Үрҙә һаналғандарҙан күренеүенсә, программа башҡорт телен өс йүнәлештә - телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү ,бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Уҡыу планында предмет урыны

Cтәрлетамаҡ ҡалаһы "35-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе" муниципаль автоном дөйөм белем биреү учреждениеhының 2015-2016 уҡыу йылының уҡыу планына ярашлы башҡорт (дәүләт) теле аҙнаһына 2 сәғәт уҡытыла, эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тыуған илем - Башҡортостан - 12 сәғәт

Башҡортостан, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй кимәлендә тотҡан урыны, уның байлығы, күренекле шәхестәре, халҡы, батырҙары, сәнғәте хаҡында текстар уҡыу, әңгәмәләр, осрашыуҙар, экскурсиялар ойоштороү. 11-се класс уҡыусылары уҡығандарын дөрөҫ, шыма итеп һөйләй белергә, әңгәмәлә еңел ҡатнаша, аралаша алырға тейеш. Диалогик, монологик телмәр менән эш итә белеүгә өлгәшергә кәрәк.

Грамматика: 10-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан сәнғәте - 9 сәғәт.

Башҡортостан Республикаһында сәнғәт үҫеше. Сәнғәт әһелдәре менән танышыу, улар хаҡында яҙылған текстар менән танышыу. Грамматика буйынса үҙләштерелгән материалды ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыуға өлгәшеү. Был тема буйынса уҡытыусынан һәм уҡыусыларҙан да ижади эш талап ителә.

Грамматика: Бер составлы һөйләм төрҙәре.

Кемдәр улар сәсәндәр? - 5 сәғәт.

Сәсәндәрҙең йәмғиәт тормошонда тотҡан урындары, уларҙың халыҡ шағирҙары, педагогы, тарихсыһы, ил-йорт аҡһаҡалы булыуы тураһында таныштырыу. Сәсәнлек сәнғәте. Исемдәре билдәле һәм әҫәрҙәре хәҙергәсә һаҡланған сәсәндәр (Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән, Ерәнсә сәсән, Буранбай - Йәркәй сәсән). Сәсәндәр ижадында фольклор һәм әҙәбиәт традициялары сағылышы.

Грамматика: Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Баш һөйләм һәм эйәрсән һөйләм. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Башҡорт ырыуҙары,шәжәрәләре. - 5 сәғәт.

Башҡорт халҡының ырыуҙары менән танышыу. Башҡорт шәжәрәләренең яҙма ҡомартҡы булараҡ матур әҙәбиәткә мөнәсәбәте. Уҡыусыларҙың үҙ ырыу шәжәрәһен төҙөтөү, улар тураһында һөйләй белергә өйрәтеү.

Грамматика: Ҡушма һөйләмдәр (ҡабатлау).

Башҡорт халыҡ шағирҙары, яҙыусылары - 36 сәғәт.

Башҡорт халыҡ шағир-яҙыусылары тураһында белешмә. Уларҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу. Уҡыусылар һәр шағир, яҙыусы хаҡында һөйләй белергә һәм уларҙың әҫәрҙәрен танып атай белергә тейеш. Бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү; текст өҫтөндә эшләүгә иғтибар арттырыу.

Грамматика:

Эйә һөйләм. Эйәрсән хәбәр һөйләм.

Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

  1. Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыу.

  2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.

  3. Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү.

  4. Үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү.

  5. Художестволы әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр һәм публицистика әҫәрҙәрен айыра белеү.

  6. Яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уй менән күҙ алдына баҫтырыу; бирелгән тема, һүрәт, картина буйынса һөйләй белеү.

  7. Өйрәнелә торған әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу, һорауҙарға тулы яуап биреү, геройҙарға индивидуаль, сағыштырма, төркөмләп характеристика биреү.

  8. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү.

Билдәле эйәле, билдәһеҙ эйәле, эйәһеҙ һөйләм, дөйөм эйәле һәм атама һөйләмдәрҙе айыра белеү; кешенең эске донъяһын, тәбиғәттең төрлөсә торошон, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы ҡыҫҡа ғына һүрәтләү өсөн бер составлы һөйләмдәрҙе файҙалана белеү. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • ижади эштәр башҡарыу(төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу, нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙыу);

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • бирелгән тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү, план төҙөү, план буйынса йөйләү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалы буйынса, башҡорт теленән 11-сы кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль һәм яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре
Диктант - 3
Инша - 2
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һүрәтләү иншаһы;
-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)









Тематик планлаштырыу

Лексик темаһы

Грамматик темаһы

Дата

Иҫкәрмәләр

планлаштырылған

үткәрелгән

Тыуған илем-Башҡортостан.(12 сәғәт)

1.

М.Кәрим "Ҡайын япрағы тураһында" илһөйәрлек рухы.

10 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


02.09

2.

Башҡорттар.

Исемдәрҙең яһалышы.

04.09

3.

Башҡортостанда көҙ.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

09.09

4.

Алтын ай.

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

11.09

5.

Р.Йәнбәк "Мәңге балҡы, Башҡортостан!" художестволы һынланышы.

Синтаксис. Пунктуация.

16.09

6.

Тыуған ерем - Башҡортостан.

Телмәр үҫтереү.

18.09

7.

"Ер рухы" картинаһы .

Һөйләм.

23.09

8.

Республикам минең.

Ябай һөйләм.

25.09

9.

Башҡортостан ҡалалары.

Ябай һөйләм төрҙәре.

30.09

10.

Башҡортостанда йәшәүсе хайуандар һәм ҡоштар.

Ҡушма һөйләм.

02.10

11.

Инша "Йәшәү-бәхет".

07.10

12.

Башҡортостан мәҙәниәте.

Хаталар өҫтөндә эш.

09.10

Башҡортостан сәнғәте.(9 сәғәт)

13.

И.Кинйәбулатов "Фәйзи Ғәскәров".

Эйәһеҙ һөйләм.

21.10

14.

Башҡортостан сәнғәте.

Бер составлы һөйләмдәр.

23.10

15.

Р.Әфләтунов "Башҡорт бейеүе".

Ике соствлы һөйләмдәр.

28.10

16.

Бейеүсе Рәшиҙә Туйсина.

Һөйләмдә тиң киҫәктәр.

30.10

17.

Ҡәҙим Аралбай "Дуҫлыҡ һәйкәле"халыҡтар дуҫлығы.

Һөйләмдә тиң киҫәктәр.

04.11

18.

Ноғман Мусин "Ижадҡа арналған ғүмер"күренекле шәхес тормошо.

Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр.

06.11

19.

Башҡорт халыҡ кейемдәре .

Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр.

11.11

20.

"Һөйләм" темаһы буйынса контроль диктант "Бейеү сәнғәтенең йондоҙо".

13.11

21.

"Башҡортостан сәнғәте".

Хаталар өҫтөндә эш.

18.11

Кемдәр улар сәсәндәр?(5 сәғәт)

22.

Б.Вәлид "Сәсәндәр"милли рух.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

20.11

23.

Һабрау сәсән тураһында.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

02.12

24.

Ғ.Ибраһимов "Сәсәндәр бәйгеһе"рухи азатлыҡ темаһы.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

04.12

25.

Сәсән барҙа телеңде тый.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

09.12

26.

Ҡабатлау тема "Сәсәндәр".

Үткәндәрҙе нығытыу.

11.12

Башҡорт ырыҙары,шәжәрәләре.(5 сәғәт)

27.

Урал - башҡорт иле. Ете ырыу.

Ҡушма һөйләмдәр.

16.12

28.

Салауат Галин "Шәжәрә". Беҙҙең ғаилә шәжәрәһе.

Һүҙлек менән эш.

18.12

29.

"Хәлдәр" темаһы буйынса контроль диктант "Мең башҡорттары".

23.12

30.

Д.Мәһәҙиев "Үҫәргәндәр бүләге"тарихи сағылыш.

Хаталар өҫтөндә эш.

25.12

31.

Ә.Таһирова "Ерҙе һаҡлайыҡ" илһөйәрлек тойғоһо.

Исемдәрҙең килеш ялғауҙары.

30.12

Башҡорт халыҡ шағирҙары,яҙыусылары.(37 сәғәт)

32.

Мәжит Ғафури ижады.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

08.01

33.

Р.Ниғмәти "Йәйге ямғыр" тәбиғәт күренеше.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

13.01

34

Р.Сабитов "Ҡыр ҡаҙҙары"дуҫлыҡ хистәре тәрбиәләү.

Эйә һөйләм.

15.01

35.

Яратҡан шағирым, яҙыусым.

Эйә һөйләм.

20.01

36.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов.

Эйәрсән хәбәр һөйләм.

22.01

37.

Н.Нәжми "Һинең ниндәй улыңмын мин"илһөйәрлек тойғоһо..

Эйәрсән хәбәр һөйләм.

27.01

38.

Р.Бикбаев "Яңғыҙлыҡ"идея-тематикаһы.

Хәл һөйләмдәр.

29.01

39.

Ә.Атнабаев "Әсәйемә" хис-тойғолар сағылышы.

Хәл һөйләмдәр.

03.02

40.

А. Игебаев ижады.

Ваҡыт һөйләм.

05.02

41.

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары.

Урын һөйләм.

10.02

42.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.

Рәүеш һөйләм.

12.02

43.

М.Кәрим "Ҡоштар осорам" шәхес тәрбиәләү юлдары.

Сағыштырыу һөйләме.

17.02

44.

М.Кәрим "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" намыҫ һәм дуҫлыҡ.

Күләм-дәрәжә һөйләме.

19.02

45.

Талха Ғиниәтуллин ижады.

Сәбәп һөйләм.

02.03

46.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева.

Маҡсат һөйләм.

04.03

47.

З.Биишева "Йәшәү - бәхет" рухи мәҙәниәт.

Шарт һөйләм.

09.03

48.

З.Биишева "Дуҫтарға"дуҫ ҡәҙере тойғоһо.

Күнегеүҙәр эшләү.

11.03

49.

Тимер Йосопов ижады.

Кире һөйләм.

16.03

50.

Нәжип Асанбаев ижады.

Телмәр үҫтереү

18.03

51

Инша " Яратҡан яҙыусым".

23.03

52.

Мәшһүр йырсыларыбыҙ.

Хаталар өҫтөндә эш

25.03

53.

Башҡорт композиторҙары.

Аныҡлаусы һөйләм.

30.03

54.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артистары.

Һүҙлек менән эш.

01.04

55.

Ҡурайсылар һәм ҡумыҙҙа уйнаусылар.

Аныҡлаусы һөйләм.

13.04

56.

Башҡорт халыҡ яҙыусылары.

Күнегеүҙәр эшләү.

15.04

57.

М.В.Нестеров исемендәге художество музейы.

Тултырыусы һөйләм.

20.04

58.

Музейҙа.

Тултырыусы һөйләм.

22.04

59.

Башҡортостан рәссамдары.

Телмәр үҫтереү

27.04

60.

"Ҡушма һөйләмдәр" темаһы буйынса контроль диктант "Ҡырсынташ" .

29.04

61.

Яҡташ яҙыусылар.

Хаталар өҫтөндә эш.

04.05

62.

Марат Кәримов ижады.

Эйәрсән һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

06.05

63.

Ғайса Хөсәйенов ижады.

Күнегеүҙәр эшләү.

11.05

64.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов.

Һүҙлек менән эш.

13.05

65.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы А. Филиппов.

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

18.05.

66.

Сәйфи Ҡудаш тормошо һәм ижады.

Үткәндәрҙе ҡабатлау.

20.05

67.

Кластан тыш уҡыу. Яратҡан яҙыусымдың әҫәре.

Телмәр үҫтереү.

25.05

68.

Йомғаҡлау дәрес.

27.05



7.Уҡыу-уҡытыу ҡулланмалар исемлеге

  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 - се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап,2003.

  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.

  6. Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З.Г. Ураксина.-Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005.

Материаль-техник ҡулланмалар : компьютер, электрон дәреслек

Әҙәбиәт исемлеге

  1. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 10-11 синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2006.

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. - Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса - русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1994.

  4. Әбүбәкирова З.Ф., Әбүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым - Өфө: Китап, 2007.

5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әбүбәкирова З.Ф.- Өфө, 2006.

  1. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  2. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  3. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. - Өфө: Эшлекле династия, 2008.


© 2010-2022