• Преподавателю
  • Другое
  • Статья на тему: Һүҙ уйнатыу аша уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу һәм ыңғай ҡараш булдырыу

Статья на тему: Һүҙ уйнатыу аша уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу һәм ыңғай ҡараш булдырыу

Раздел Другое
Класс 1 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:


Бикмөхәмәтова Рәсимә Тәлғәт ҡыҙы

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

"35-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе"

муниципаль автономиялы

дөйөм белем биреү учреждениеһының

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы



Һүҙ уйнатыу аша уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу һәм ыңғай ҡараш булдырыу


Яңыса (инновацион) эш тәжрибәһенең төп идеяһы: уҡыусылар эшмәкәрлегендә һүҙ уйнатыуҙарҙы ҡулланып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп ойоштороу.

Актуаллеге: китап уҡыусының иғтибарын йәлеп итеп, зиһенен балҡытып ебәрер һәм әҫәргә ылыҡтырыр өсөн тәжрибәле автор, һүҙҙе ғәҙәти булмаған йәки логикаға һыймаған бәйләнешкә индереп, образ тыуҙырыуға өлгәшә. К.Әхмәтйәновса әйтһәк, һүҙҙе ғәҙәти булмаған бәйләнештәргә индереү «һүҙ уйнатыу» була һәм ул уҡыусы өсөн көтөлмәгәнлек эффекты тыуҙыра.

Бөгөнгө көндә гәзит- журналдарҙағы күп кенә мәҡәләләрҙең атамалары һүҙ уйнатыуға нигеҙләнә, киң үҫешкән реклама текстары ла каламбурҙарға ҡорола. Урта мәктәп дәреслектәрендәге күнегеү текстарында ла төрлө юморға ҡоролған тиҙәйткестәр, шарадалар, йомаҡтар йыш осрай. Шуға күрә лә һүҙ уйнатыуҙың методик нигеҙҙәрен һәм мөмкинселектәрен өйрәнеү, балаларҙың логик фекерләүендәге, телмәр үҫешендәге ролен асыҡлау өлгөргән проблема булып тора. Ошо яҡтан беҙ тикшергән тема башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа актуаль мәсьәләләрҙең береһе булараҡ ҡарала.

Яңылығы: һүҙ уйнатыу күренеше көтөлмәгәнлек эффекты тыуҙырыуы, шиғыр юлдарын еңел генә бороп ебәреүе, рифма уйнатыуҙар, үҙ интонацияһы булыуы менән балаларҙың иғтибарын тиҙ яулап ала. Шағир оҫта жонглер кеүек, виртуоздарса эш итә. Бала һүҙҙәрҙең төрлө төҫтәр, төрлө формалар алып сиратлашыу картинаһын йотлоғоп күҙәтә. Уҡыусыны тел нескәлегенә өйрәтеү, уға тел күнекмәһе биреү яғынан уның әһәмиәте ҙур. Баланы ул телдең нескә үҙенсәлектәрен һиҙемләргә, матур һәм образлы һөйләм төҙөргә өйрәтә, телмәрен еңел аңлайышлы һәм юморлы итә.

Маҡсат: һүҙ уйнатыуҙың төрлө төрҙәрен ҡулланыу аша башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә ыңғай мотивация тыуҙырыу.

Бурыстар:

  • дәрестәрҙә каламбурҙар ҡулланыуҙың уңышлы яҡтарын күрһәтеү;

  • һүҙ уйнатыуҙың ижади фекерләүен, телмәрен үҫтереүҙәге ролен билдәләү;

  • халыҡ ижадынан, нәфис әҙәбиәттән, публицистик текстарҙан һүҙ уйнатыуға миҫалдар туплау;

  • публицистик һәм реклама текстарында һүҙ уйнатыуҙың таралыу кимәлен өйрәнеү;

  • уҡыусыларҙың әҙәби әҫәрҙәр уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү;

  • башҡорт телендә һүҙ уйнатыуҙың ҡулланылыш перспективаларын күрһәтеү.

Өйрәнеү объекты: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә киң эрудициялы, тел нескәлектәрен еңел тойомлай белеүсе, ижади фекерләүсе шәхес тәрбиәләү.

Өйрәнеү предметы: шәхес тәрбиәләүҙә һүҙ уйнатыуҙың әһәмиәтен асыусы эш алымдары.

Дөйөм дидактик принциптар:

  1. Фәннилек принцибы һүҙ уйнатыуҙың лингвистик һәм методик нигеҙҙәре, талаптары, бурыстары менән таныштырыуҙы үҙ эсенә ала. Уҡыусыларға һүҙ уйнатыуҙың төп ҡанунлыҡтарын, алымдарын һәм моделдәрен фәнни яҡтан аңлайышлы итеп еткереү мөһим.

  2. Тарихилыҡ принцибы. Һүҙ уйнатыуҙың барлыҡҡа килеүе бик боронғо осорға барып тоташа. Һәр осорҙа ла ул әһәмиәтен юғалтмай, киреһенсә, үҫешә, нығына, бөтә сфераларҙа ла киң ҡулланылыш ала бара.

  3. Системалы үҙләштереү принцибы. Телдәге һәр бер күренеш үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Шунлыҡтан төрлө каламбур, шарада, тиҙәйткестәрҙең барлыҡҡа килеү юлдарын, уларҙың ҡоролошондағы төп ҡағиҙәләрҙе системалы, эҙмә-эҙлекле аңлатырға кәрәк.

  4. Аңлы үҙләштереү принцибы уҡыусыларҙан һүҙ уйнатыуҙың ҡағиҙәләрен, талаптарын, модефлдәрен аңлап һәм миҫалдар менән иҫбатлай алырлыҡ итеп үҙләштереүҙе билдәләй.

  5. Аңлайышлы өйрәтеү принцибы. Практик һәм ижади эштәр, төрлө жанрҙағы һәм формалағы текстар уҡыусыларҙың аң кимәленә, йәш үҙенсәлектәренә ярашлы рәүештә һайланыла.

  6. Уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу принцибы. Һәр баланың үҙенә генә хас характер һыҙаттары, ҡыҙыҡһыныуҙары, һәләттәре бар. Шуға күрә эш барышында уҡыусыларҙың психологияһын яҡшы белергә һәм шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк.

  7. Теорияны практика менән бәйләп уҡытыу принцибы. Уҡыусылар тел сараларын мәктәптә генә түгел, ә унан башҡа урындарҙа ла үҙ аллы ҡуллана алыу һәләтенә эйә булырға тейештәр. Шунлыҡтан дәрестәрҙә теоретик материал менән практик эштәрҙең йәнәш алып барылыуы мөһим.

Дөйөм методик принциптар:

  1. Коммуникативлыҡ принцибы уҡыусыларҙы телмәр эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

  2. Функционаллек принцибы. Һүҙҙәрҙе һәм грамматик формаларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу мөһим. Һүҙ уйнтаыуға ҡоролған шиғри текстар менән эшләү барышында уҡыусы лексик, грамматик, стилистик ҡағиҙәләрҙе үҙләштереүгә мөмкинлек ала.

  3. Ҡыҙыҡтырыу принцибы балаларҙың иғтибарын, хәтерен, үҙ аллы танып белеү эшмәкәрлеген үҫтерә. Һүҙҙең көсөн, ҡәҙерен, матурлығын, сафлығын, һығылмалылығын тоя белеү күнекмәләре булдырыла.

  4. Уҡыусыларҙың танып белеү һәләтен үҫтереү принцибы. Төрлө каламбур, шарада, тиҙәйткес, йомаҡ, мәҡәл һәм әйтемдәр ҡулланғанда уҡыусыларҙың иғтибары һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһенә йүнәлтелә. Улар һүҙҙең мәғәнә киңлеген күрә белергә өйрәнә.

Яңыса (инновацион) эш тәжрибәһенең төп нигеҙҙәре:

  1. Психологик нигеҙҙәре. Уратып алған донъяны танып белеү һиҙеү-тойоуҙарҙан башлана. Һүҙ уйнатыуға ҡоролған күнегеү һәм эштәрҙе башҡарғанда уҡыусы һәр һүҙҙе, мәғәнәне зиһененә һеңдерә бара. Шуға күрә дидактик материал һайлағанда уларҙың күләменә, йөкмәткеһенә, баланың йәш үҙенсәлектәренә тап килеү-килмәүенә етди иғтибар биреү мөһим.

  2. Педагогик нигеҙҙәре. Һүҙ уйнатыу күренешен өйрәткәндә ҡулланылған бөтә принцип һәм методтар педагогика фәненән килеп ингән. Шулай уҡ уҡыусылар эшмәкәрлеген ойоштороу ҙа (уҡыусыларҙың белемен һәм күнекмәһен камиллаштырыу; сағыштырыу; дөйөмләштереү һәм системаға һалыу һ.б.) педагогика фәненә нигеҙләнә.

  3. Методологик нигеҙҙәре. Эште ойошторғанда уҡытыусы төп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә, эште ниҙән башларға, нисек өйрәтергә икәнен күҙ уңында тоторға тейеш. Уҡыусыларҙы ниндәй эш төрҙәре, ниндәй алымдар менән ҡыҙыҡһындырыу, бала күңеленә нисек юл һалып булыуын билдәләү мөһим.

  4. Лингвистик нигеҙҙәре. Тәржемә барышында уҡыусылар лингвистиканың барлыҡ кимәлдәре (фонетика, лексика, морфология, синтаксис һ.б.) буйынса туплаған бөтә теоретик белемдәрен ҡуллана, практик күнекмә ала. Рус телендә лә, башҡорт телендәге кеүек тел кимәлдәренең үҙ-ара бәйләнгән булыуын күрә. Төрлө тел күренештәрен ике телдә лә сағыштырып, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле һығымталарға килә.

Фараз (гипотеза): башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һүҙ уйнатыу аша уҡыусыларҙың был телдә аралашыу ихтыяжын булдырырға һәм телде өйрәнеүгә ыңғай мотивация тыуҙырырға мөмкин.

Белем биреү процесында ҡатнашыусылар: башҡорт теле һәм әҙәбиәтен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 2-10-сы класс уҡыусылары.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

  1. Уҡытыу предметына ҡағылышлы көтөлгән һөҙөмтәләр:

    • предметты өйрәнеүгә һәм художестволы әҙәбиәтте уҡыуға мотивацияның көсәйеүе;

    • ижади эштәр менән шөғөлләнеүсе балаларҙың һаны ишәйеүе;

    • башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу процесында белем сифатының үҫеше.

  2. Балалар эшмәкәрлегенең продуктив һөҙөмтәләре:

    • уҡыусыларҙың һүҙ уйнатыуға ҡоролған шиғырҙарын йыйынтыҡ итеп баҫтырыу;

    • публицистик текстарҙа осраған каламбурҙарҙы туплап презентация эшләү.

Бер төрлөлөк балаларҙы ғына түгел, оло йәштәгеләрҙе лә ялҡыта, информацияны ҡабул итеүҙе ауырлаштыра. Шуға ла дәрестә уҡыусыларҙың иғтибарын әленән-әле яңы, ҡыҙыҡлы эш алымдары ярҙамында йәлеп итеү һорала.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән өҫтәлмә материал итеп һүҙ уйнатыуға ҡоролған шиғырҙар, тиҙәйткестәр, шарадалар һ.б. ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы. Сөнки һүҙ уйнатыу ярҙамында зиһенлелек, тапҡырлыҡ ҡына түгел, телгә һиҙгерлек, поэтик образ тойоу ҙа тәрбиәләнә.

Һүҙ уйнатыу термины тәүге тапҡыр 1953 йылда Австрия философы Людвиг Витгенштейндың «Философик эҙләнеүҙәр» хеҙмәтендә ҡулланылышҡа индерелеп ебәрелә. Л.Витгенштейн фекеренсә, һүҙ уйнатыу - балаларҙы туған телде белергә, уның һүҙ байлығын үҙләштерергә ярҙам итеүсе уйындарҙың береһе.

Һуңғараҡ был термин лингвистика өлкәһендә лә ҡулланыла башлай һәм ул тарыраҡ мәғәнә ала, йәғни һүҙ уйнатыу - стилистик маҡсаттарҙа ауаздаш һүҙҙәрҙе бергә ҡулланыу. Ул билдәле бер норманы аңлы рәүештә боҙоу тигәнгә ҡайтып ҡала. Әммә быны ниндәйҙер хаталар ебәреү тип аңларға ярамай. Сөнки һүҙ уйнатыу контекст эсендә бер үк һүҙҙе, ижекте ниндәйҙер ҡыҙыҡлы ситуация, поэтик һүрәт тыуҙырыу маҡсатында бер нисә тапҡыр, бер нисә мәғәнәлә файҙаланыуҙы күҙ уңында тота. Был һүҙ урынына ниндәй ҙә булһа синоним да ҡулланып булыр ине, әммә автор уҡыусының иғтибарын яулау, юмор, көлкөлө момент килтереп сығарыу маҡсатында эш итә. Уҡыусы, тыңлаусы иғтибарын һүҙҙең төрлө формаларына йүнәлтергә мәжбүр була. Әҙер белемде алыуға ҡарағанда, һүҙ уйнатыу баланы ҡыҙыҡһындырыу көсө менән айырылып тора. Тимәк, бала фекерләүҙең ҡалыплашҡан ҡанундарынан ситләшеп, уйланырға, уй төйнәргә тейеш.

Һүҙ уйнатыу рус тел ғилемендә Виноградов Виктор Владимирович, Земская Елена Андреевна, Гридина Татьяна Александровна, Борис Юстинович Норман, Голев Николай Данилович, Санников Владимир Зиновьевич кеүек ғалимдар тарафынан тикшерелгән. Башҡорт лингвистикаһында был проблема Ким Әхмәтйәнов, Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов, Вәли Шәғәли улы Псәнчин, Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин хеҙмәттәрендә өлөшләтә генә ҡаралып үтелә.

Һүҙ уйнатып, автор уҡыусыға эмоциональ яҡтан ғына тәьҫир итмәй, ә һүҙҙең формаһына һәм семантикаһына, килеп сығышына иғтибар итә.

Һүҙ уйнатыу, йәғни каламбурҙарҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең төрлө этаптарында ла ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, «Омонимдар» темаһын өйрәнгәндә түбәндәге миҫалдарҙы файҙаланып була:

Йылға аша тар баҫма

Сыҡҡанда ситкә баҫма (С.Муллабаев).

Нисек ҡаршылайбыҙ яҙҙы,

Тиеп класс инша яҙҙы.

Дим ҡулдарын ғына йәйҙе:

- Көтәм әле, - тине, - йәйҙе. (Б.Рафиҡов)

Уҡыусылар, шиғыр юлдарынан омонимдарҙы табып, уларҙың мәғәнәһен, ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын билдәләп күрһәтәләр. Омонимдар ярҙамында шағирҙың ҡыҙыҡлы ситуация тыуҙырыуы, шаярыу алымы менән балаларҙың иғтибарын йәлеп итеүе ҙур әһәмиәткә эйә.

Ҡоштар тураһында һөйләшкәндә түбәндәге шиғыр юлдарын тәҡдим итәм:

Ҡарлуғас йәшәй тик бейек ояла,

Ергә һис төшмәй - бесәйҙән ояла. (Б.Рафиҡов).

«Исем» темаһын өйрәнгәндә лә һүҙ уйнатыуға ҡоролған шиғырҙар ҡулланыу әһәмиәтле. Мәҫәлән:

Алма бешә алмағаста

Ә гөлйемеш ҡыуаҡта.

Алма менән Гөлйемеш

Килде беҙгә ҡунаҡҡа. (Ф.Туғыҙбаева).

Был миҫалдағы алма һәм гөлйемеш һүҙҙәре аша уҡыусыларға башҡорт телендә, рус телендәге кеүек үк, уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙең булыуы, уларҙың яҙылыштағы үҙенсәлектәре тураһында аңлатып китеү мөһим.

Билдәле булыуынса, ҡайһы бер балалар, һүҙҙәрҙең аҙағын йотоп, ашығып һөйләүсән булалар. Уларҙың телмәрен дөрөҫ йүнәлештә үҫтереү өсөн халҡыбыҙ борон-борондан төрлө һанағыстар, тиҙәйткестәр һәм уйындар уйлап сығарған. Уларҙың ҡайһы берҙәре айырым өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, икенселәре тынды дөрөҫ алырға өйрәтә. Мәҫәлән, түбәндәге тиҙәйткес «р» өнөн дөрөҫ әйтергә генә түгел, ә логик фекер йөрөтөргә лә ярҙам итә:

Аттым ҡарға, төштө ҡарға,

Ҡарға төштө аҡ ҡарға,

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Һүҙ уйнатыу аша балаларҙы эҙләнеү эштәренә лә йәлеп итергә мөмкин. Мәҫәлән, уҡыусыларға өй эше итеп гәзит-журналдарҙан төрлө каламбурҙарға миҫалдар тупларға ҡушам. Сөнки матбуғат биттәренә күҙ һалһаң, ундағы күп кенә мәҡәләләрҙең исеме һүҙ уйнатыуға ҡоролған. Эҙләнеү эше барышында уҡыусылар тарафынан бик күп ҡыҙыҡлы миҫалдар тупланды. Мәҫәлән, «Киске Өфө» гәзитенән: "Ҡеүәтәләр юморы ҡеүәтле булды" (№16, 2012), "Тамыры "Тамыр"ҙа булғандар" (№15, 2012), "Берәүҙең үҙе батыр, берәүҙең һүҙе батыр" (№52, 2010), "Әхмәт Ураллының балалары… туғандарын эҙләп килгән Уралға" (№29, 2012).

Интернет селтәренә күҙ һалһаң, унда ла айырым сайттарҙа һүҙ уйнатыуға бәйле шиғырҙар урынлаштырыла. Мәҫәлән, wikisource.org сайтында шағирә Гүзәл Ситдиҡованың һүҙ уйнатыуға ҡоролған поэтик әҫәрҙәре урын алған. Уның шиғырҙары «Омонимдар» циклында "Ышанма бер ишеткәнгә, һүҙҙәрҙе бер иш иткәнгә, һәммәһен бер иш әйткәнгә" исеме аҫтында тупланған. Ошо уҡ сайттың «Һүҙ уйнатыу» циклында ла Гүзәл Ситдиҡованың төрлө каламбурҙарға ҡоролған шиғырҙарын уҡырға мөмкин. Уҡыусылар, сайты асып, был шиғри үрнәктәр менән таныша ала, үҙҙәре лә ошо йүнәлештә шиғырҙар ижад итеп ҡарай. Беҙ уларҙың ижад емештәрен туплап, айырым йыйынтыҡ итеп баҫтырҙыҡ.

Һүҙ уйнатыу балаларҙың телмәрен байыта, уның моңон ишетергә, "елеген" эҙләргә, табырға өйрәтә. Балаларҙың һүҙгә, һүҙ формаларына булған ҡыҙыҡһыныуы арта. Шиғырҙарҙы яттан һөйләү иһә баланың һүҙлек запасын арттыра, бәйләнешле телмәр үҫтерергә ярҙам итә.

Киләсәктә лә ошо юҫыҡта эште дауам итеү, уҡыусыларҙы ижади мөхиткә ылыҡтырып, тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә ыңғай мотивация тыуҙырыу күҙ уңында тотола.

© 2010-2022