Башҡорт (дәүләт) теленән Ҡоштар - беҙҙең дуҫтарыбыҙ темаһы буйынса дәрес

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Тема: Ҡоштар - беҙҙең дуҫтарыбыҙ. А.Игебаев "Сыйырсығым" шигыры менән танышыу; һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр ҡабатлау.

Маҡсат: 1. Яҙ билдәләре менән танышыуҙы дауам итеү; һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү;

2. Теманы ҡабатлау, нығытыу;

3. Таусири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эш;

4. Туған тәбиғәткә һөйөү уятыу, уны ҡәҙерләргә, һаҡларға өйрәтеү;

5. Предмет-ара бәйләнеш булдырыу.

Йыһаҙландырыу: "Ҡоштар - ҡанатлы дуҫтар" тигән папка, йәйелмә китап, ҡоштар тауышы менән аудиояҙма, дәреслек, компьютер, слайдтар, картина "күсмә ҡоштар", ҡош һүрәттәре, уҡыусыларҙың һүрәттәре, рефераттары, биремдәр.

Дәрес барышы

I.Ойыштырыу моменты. Ойоштороу. Һауа торошо тураһында әңгәмә.

II.Яңы тема.

1.Дәрестең темаһын асыҡлау. Маҡсат ҡуйыу.

-Дәрестең темаһын бергә асыҡлап китәйек. Уҡыусылар, мин һеҙгә йомаҡ уҡыйым. Әгәр яуабын дөрөҫ тапһағыҙ, бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшеүебеҙ тураһыеда белерһегеҙ.

Яҙын йырлап киләләр,

Беҙҙе моңға күмәләр,

Көҙөн тағы күмәкләшеп

Йылы яҡҡа китәләр.

-Был нимә, балалар? (Ҡоштар)

-Әйе, дөрөҫ, ҡоштар. Тимәк, бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Ҡоштар тураһында)

-Дәрестең темаһы "Ҡоштар - ҡанатлы дуҫтарыбыҙ" дип атала. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән А.Игебаевтың "Сыйырсығым" шигырын уҡырға өйрәнербеҙ. Һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр темаһын нығытырбыҙ. Ҡоштар тураһында белемдәребеҙҙе арттырырбыҙ.

2.Ҡоштар тауышын аудиояҙмала тыңлау. Уҡытыусының ҡоштар тураһында һөйләүе.

У: Элек-электән кешеләр ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған. Улар һымаҡ бейектә осорға, моңло итеп йырларға хыялланған. Шуға ла халыҡ араһында оҫта йырсыны - һандуғаҫ, ҡыйыу көрәшсене - бөркөт, һылыу ҡыҙҙарҙы - ҡарлуғас, аҡҡошом тип йөрөтәләр. Шулай уҡ ҡоштар образы һынамыштарҙа ла осрай. Сөнки беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борон-борондан һауа торошон ҡоштарға ҡарап билдәләгән. Шуларҙың бер нисәүһе менән танышып хәтерҙә ҡалдырайыҡ.

Һынамыштар өҫтөндә эшләү. Уҡыу, тәржемә итеү, аңлатыу. (1-се слай)

Ҡарлуғас түбән осһа, ямғыр яуа.

Ҡарғалар ағастың аҫҡы ботағына ҡунһа, ел булыр.

Һайыҫҡан шыҡырлаһы, кеше килә.

Сабыр сыйырсыҡтар алдан килһә, иген уңыр.

3.Дәфтәрҙәрҙә число яҙыу һәм һынамыштарҙы күсереү.

4.Һүрәт (слайд) буйынса эш. "Ҡоштар" Ҡош исемдәрен телдән тәржемә итеү.

У: Элек-электән беҙҙең гүзәл тәбиғәтле Уралыбыҙ ҡоштарға бик бай булған. Ер йөҙөндә, ғалимдар иҫәпләүе буйынса, 100 млрд. Ҡош йәшәй, кешеләргә ҡарағанда 20 тапҡыр күбрәк тиерлек. Ә Башҡортостанда шуларҙың 300 төрөн осратырға мөмкин. ("Башҡортостан ҡоштары" китабы күрһәтелә)

У: Һеҙ күп ҡоштарҙы беләһегеҙ. Һүрәткә ҡарап, танып, һүҙлек ярҙамында ҡоштарҙың исемдәрен русса, татарса, башҡортса әйтергә.

СОВА, ФИЛИН, АИСТ, ЯБАЛАҠ, МӘЧЕ БАШЛЫ ЯБАЛАҠ, ЛӘКЛӘК, ҠАУҘЫ.

(Һүҙлек дәфтәренә бер нисәүһен яҙып куйыу.)

5.Телеграмма уҡыу. Йомаҡ шишеп, һүҙлек диктанты яҙыу.

У: Уҡыусылар, һеҙ күрмәгәндә, тәҙрә аша бер ҡош телеграмма ҡалдырып киткән.

Телеграмма

Беҙ бер төркем ҡоштар, һеҙҙе һағынып йылы яҡтан ҡайтырға сыҡтыҡ. Әгәр ҙә бирелгән йомаҡтарҙың яуаптарын дөрөҫ тапһағыҙ, ниндәй ҡоштарҙың осоп ҡайтыуын белерһегеҙ. Тиҙҙән ҡайтып етербеҙ, осрашҡанға тиклем.

У: Уҡыусылар, бирелгән йомаҡтарҙың яуабын 1 уҡыусы таҡтала татарса, 2-сеһе - башҡортса, һеҙ үҙ аллы дәфтәрҙә яҙырһығыҙ һәм һуңыннан дөрөҫлөгөн тикшерербез.

А) "Ҡар" ҙа "ҡар" тип осоп йөрөй,

Ҡыҫҡыра юҡҡа барға.

Исеме уның....... (ҡарға)

Б) Ҡоға башында йорто,

Эсендә тора йырсы. (сыйырсыҡ)

В) Үҙе йомортҡа баҫмай,

Балаһын да баҡмай. (кәкүк)

Г) Йылы яҡҡа ирекһеҙҙән

Осоп китә ҡар яуғас.

Яр буйында, ҡыйыҡтарҙа

Оя ҡора......(ҡарлуғас)

Д) Яңғыратып һыу буйһарын

Һайрай, алһыу таң тыуғас,

Моңло, дәртле..... (һандуғас)

Е) Кәкре муйын, аҡ йомғаҡ,

Йөрөй күлдә яр буйлап,

Йәлеп итә үҙенсә,

Зарлы көйҙәрен уйнап. (аҡҡош)

У:Ә хәҙер эштәрҙе тикшереп алайыҡ. Яуаптар менән телҙән һөйләм төҙөйөк.

6."Йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштар" (әңгәмә)

У: -Уҡыусылар, иң беренсе булып йылы яҡтан ниндәй ҡоштар ҡайтты? (Ҡара ҡарғалар)

- Улар ҡасан ҡайтты? (Март башында)

- Улар тураһында нимәләр беләһегеҙ? (яуаптар)

7.Иғлан уҡыу. Тәржемә итеү.

У: Уҡыусылар, "Экологический вестник" гәзитендәге иғланды тыңлағыҙ әле. Унда нимә тураһында һүҙ бара? Ошо һорауға яуап әҙерләгеҙ.

Ищем квартиру

Домики-особняки из плотно сбитых досок не тоньше 2 см. Высота домика 32 см., площадь 15, вход (леток) - 5см в ширину и в длину, расположен на высоте 23 см. От пола. С видом на солнечную сторону.

Скворцы.

У: - Нимә тураһында һүҙ бара? (Яуап, телдән тәржемә итеү)

- Ниндәй ҡоштарға оя кәрәк?

Ә сыйырсыҡтар ниндәй айҙа, ҡасан осоп ҡайталар? Улар тураһында нимәләр беләһегеҙ? (Яуаптар, слайдтар ҡарау)

8.Физминут.

9. У: Бөгөнгө дәрестә Абдулхак Игебаевтың "Сыйрсығым" тигән шиғырын уҡыйбыҙ.

1) Һүҙлек эше.

Ҡошсоҡ - птенчик

Йонсоу - усталый

Борсолоу - беспокоиться

Хәтерләү - вспоминать

Сөй - гвоздь

Яһап ҡуйыу - хәүефләнеү

Кинәнеү - с удовольствием

-Бергәләп ҡабатлау.

-Һүҙлек дәфтәренә ауыр һүҙҙәрҙә яҙып ҡуйыу.

-Уҡытыусының "Сыйырсыҡ" шиғырын уҡыуы.

-Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.

-Строфалап, таусири уҡыу.

-Тәржемә итеү.

-Һорауҙарға яуап биреү.

2) Әңгәмә.

У: Уҡыусылар, был шиғырҙың төп фикере ҡайһы юлдарҙа күрһәтелә?

У: Тимәк, кеше генә үҙенең туған яҡтарын ҙа яҙ етеүен түҙемһеҙлек менән көтәләр икән.

10. Йомғаҡлау.

У: Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә нимәләр эшләнек, белдек ?

У: Ҡоштар тураһында нимә белдегеҙ?

У: Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы ярҙамсыларыбыҙ. Сөнки улар баҡсалағы зарарлы бөжәктәрҙе сүпләй: үҙҙәре лә ашай, балаларына ла ашата. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тыңлағыҙ әле.

Сыйырсыҡ көн буйына 350 бөжәк ашай, ә 1 пар сыйырсыҡ, балаларын осороп ебәргәнсе, 8 меңләп зарарлы ҡортто ҡыра икән. Беҙҙең яҡтарҙа 175 көн йәшәй икән. Ҡарлуғса йәй буйына 1 миллион яҡын бөжәкте юҡ итә. Күке 1 сәғәттә 100 ағас ҡорто ашай. Бәләкәй генә ҡарабаш турғай балаларын тәүлегенә 400 тапҡыр ашата, ти. 1 пар ҡарабаш турғай бер йәйҙә 40 төп алмағасты зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлап ҡала.

У:Шуға күрә ҡоштарҙы яратығыҙ, һаҡлағыҙ. Оялар яһап уларҙы ҡаршы алығыҙ, уларға ем һибегеҙ. Ҡош ояларын туҙҙырмаҫҡа, ҡоштарҙы, балаларын үлтермәҫкә, рогатканан атмаҫҡа кәрәк. Сөнки ҡоштар ҙур файҙа ғына килтереп ҡалмайҙар, улар тәбиғәтте матурлай, үҙҙәренең матур йырҙарын беҙгә бүләк итәләр.

11. Уҡыусыларға баһа куйыу.

12. Өй эшен биреү. Ҡоштар тураһында ике мәҡәл яҙырға.



© 2010-2022