УМК по башкирскому языку для 2-х классов

Раздел Другое
Класс 2 класс
Тип Рабочие программы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

1. Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн туған (башҡорт) телдән эш программаһы.

Эш программаһы 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт)

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. - Өфө: Китап, 2011. (беренсе ярты йыллыҡҡа), Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2008

Программа кимәле: базалы

Уҡытыусының тел ҙәм әҙәбиәт буйыса уҡыу - уҡытыу методик комплекты: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-2 кластарында башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн дидактик материалдар. - Өфө: Китап, 2002.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I - XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. - Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. - Өфө: Китап, 2010.

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М. "Эш дәфтәре".

Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Толомбаев Х. А., Нәбиуллина М. М. - Өфө: Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн эш программаһы. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителде. Төҙөүселәре: З.М. Ғәбитова, М.Ф.Абдуллина, Н.Н.Кинйәбаева, Н.Я.Насырова, Л.И.Солтанова, З.Ф.Хажиева. - Өфө: Китап, 2011. - (Икенсе быуын стандарттары.)

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 86 - сы гимназияһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

1-2 класта туған (башҡорт) телен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде:

1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү.

2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.

Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү.

Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.

Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

  3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

  4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

  5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

  6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

  • Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

  • Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

  • Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

  • Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

  • Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

  • Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

  • Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

  • Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

  1. Танып белеү маҡсаты

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;

  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;

  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.


  1. Тәрбиәүи маҡсат

Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):

  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;

  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.

  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:

  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.

  • Яҙыу телмәрен үҫтереү

  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

  2. матур яҙыу күнекмәләре;

  3. байрам открыткалары яҙыу;

  4. һүҙлек диктанты яҙыу.

Маҡсаттар һәм бурыстар:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование)

  • Аралашыуға кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡортса һөйләшергә, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәренидөрөҫ әйтергә өйрәтеү;

  • Балаларҙың башҡортса һүҙлек запасын байытыу;

  • Телмәр күнекмәләрен формалаштырыу;

  • Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәтеү;

  • Уҡыусыларҙа әсә теленә ихтирам тәрбиәләү, тел өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү; башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  • Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргшә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһын тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  • Бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыу.

Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар

  1. Йыл аҙағында 2-се класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнемәләренә эйә булырға тейеш:

- Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорау биреү;

- 10-12 шиғырҙы яттан белеү.

  1. Уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә бәләкәй хикәйә төҙөү һәм һөйләү:

- ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;

- картиналар, экскурсиялар, фильмдар, иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;

- текстың йөкмәткеһен тулыһынса һәм ҡыҫҡартып һөйләү;

- ваҡиға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтә белеү;

- башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә белеү.

  1. Тексты талғын, шыма, һүҙҙәрҙе тотош (ижектәргә бүлмәй) уҡыу:

- поэтик әҫәрҙәрҙе тейешле интонация менән уҡый белеү;

- эстән һәм ҡысҡырып, ролләп һәм һайлап уҡыу;

- текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу;

- текстан һорауһарға яуап табыу;

- картиналар ҡарау, уға исем биреү.

  1. Хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур һәм тоташтырып яҙыу:

- ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;

- шундай уҡ текст йәки картина буйынса 2-3 һорауға яуап яҙыу;

- текстан предметты һүрәтләгән урынды табып (һайлап) яҙыу;

- бирелгән ситуация буйынса текст төҙөп яҙыу;

- ныҡлы әҙерлектән һуң, өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (2-4 һөйләм күләмендә).

  1. Кластан тыш уҡырға тәҡдим ителгән 8-10 әҫәрҙе белеү.

Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.


  1. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 1 класта түбәндәге күләмдә яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

күсереп яҙыу - 2, һорауҙарға яуап - 2, диктант - 4, инша -1, изложение - 1.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡара-мағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

- карточкалар менән эш;

- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек диктанты;

- һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек менән эш;

- һүрәтләү иншаһы;

- синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре

Рус мәктәптәренең башланғыс кластарында төп бурыс балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.

Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙан бәләкәй күләмле диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп.

Бындай мәктәптәрҙә балаларға башҡорт әҙәбиәте, теле буйынса теоретик мәғлүмәт биреү түгел, ә уҡыусыларҙың туған телдә һөйләшә, уҡый, аңлай алыу, элементар яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү беренсе планда ҡала килә. Программала тәҡдим ителгән теоретик материал ҡағиҙәләрҙе ятлау юлы менән түгел, ә уҡылған текстарҙан телдең орфоэпик, орфографик, грамматик нормаларын күҙәтеү, табыу, уларҙы аралашыу процессында ҡулланыу төп урында тора.

Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу.

Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу.

Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу

1

20 - 25

80 - 90

25 - 30

2

30 - 40

100 - 120

35 - 40

3

40 - 50

120 - 150

45 - 65

4

55 - 65

150 - 200

75 - 85

2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;

2) һүҙлек диктанты;

3) ғәҙәти диктанттар;

4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;

5) изложениелар;

6) иншалар;

7) тестарға яуаптар яҙыу.

Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Эш төрҙәре

Кластар

1

2

3

4

Күсереп яҙыу

2

1

1

1

Һорауҙарға яуаптар яҙыу


1

2

1

Диктант

1

3

3

3

Изложение





Инша


1

1

1

Бөтәһе

3

6

7

6

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:

Эш төрҙәре

Кластар

1

2

3

4

Һүҙлек диктанты

5 - 6

6 - 8

8 - 10

10 - 12

Диктант

10 - 15

15 - 20

25 - 30

35 - 40

Күсереп яҙыу

15 - 20

25 - 30

35 - 40

45 - 50

Инша




35 - 45

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

- тест һөҙөмтәләре.

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

- портфолио.

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу;

- яуаптың дөрөҫлөгө;

- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.

2. Программаға дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү барышында ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн түбәндәге ғәмәли бурыстарҙы үтәү кәрәк:

  • уҡыусының телмәрен, фекерләү, күҙ алдына килтерә алыу, аралашыу үҙенсәлектәренә һәм шарттарына ярашлы тел саралары һайлай белеү мөмкинлеген үҫтереү;

  • башҡорт теленең лексикаһы, фонетикаһы, грамматик аһы буйынса төп белемде үҙләштереү;

  • дөрөҫ яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, ауыр булмаған монолог, ҙур булмаған күләмдәге яҙма тасуирлау һәм хикәйәләү текстарын төҙөй белеү;

  • башҡорт теленә позитив эмоциональ-баһалы ҡараш, уның уникаллеген һәм таҙалығын һаҡлауға туранан-тура мөнәсәбәтле булыу тойғоһо тәрбиәләү; телгә ҡыҙыҡһыныу, үҙ телмәрен яҡшыртырға ынтылыш уятыу.

Башланғыс мәктәп сығарылышы уҡыусыларының башҡорт теле программаһын өйрәнеү һөҙөмтәләренә талаптар.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

  • тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;

  • башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;

  • дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;

  • үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  • белем алыу (уҡыу-уҡытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маҡсатында, телде ҡуллана белеү оҫталығы;

  • аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;

  • телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;

  • үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылыу;

  • һорауҙар биреү оҫталығы.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;

  • орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;

  • өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба, сағыштыры, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай (характеристика бирә) алчу оҫталығы;

  • үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге

3. Описание места учебного предмета, курса в учебном плане

86-сы МБОУ Гимназияның уҡыу планында башланғыс кластарҙа туған башҡорт телен өйрәнеүгә бөтәһе 140 сәғәт бирелгән, шул иҫәптән 2-се класта бөтәһе 105 сәғәт, аҙнаға 3 сәғәт иҫәбенән; 4-се класта бөтәһе 35 сәғәт, аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән.


  1. Описание ценностных ориентиров содержания учебного предмета

Одним из результатов обучения родному башкирскому языку является осмысление и присвоение учащимися системы ценностей.

Ценность добра - осознание себя как части мира, в котором люди соединены бесчисленными связями, в том числе с помощью языка; осознание постулатов нравственной жизни (будь милосерден, поступай так, как ты хотел бы, чтобы поступали с тобой).

Ценность общения - понимание важности общения как значимой составляющей жизни общества, как одного из основополагающих элементов культуры.

Ценность природы основывается на общечеловеческой ценности жизни, на осознании себя частью природного мира. Любовь к природе - это и бережное отношение к ней как среде обитания человека и переживание чувства её красоты, гармонии, совершенства. Воспитание любви и бережного отношения к природе через работу над текстами художественных и научно-популярных произведений литературы, включенных в учебники башкирского языка.

Ценность красоты и гармонии - осознание красоты и гармоничности башкирского языка, его выразительных возможностей.

Ценность истины - осознание ценности научного познания как части культуры человечества, проникновения в суть языковых явлений, понимания закономерностей, лежащих в их основе; приоритета знания, установления истины, самого познания как ценности.

Ценность семьи - понимание важности семьи в жизни человека; осознание своих корней; формирование эмоционально-позитивного отношения к семье, близким, взаимной ответственности, уважение к старшим, их нравственным идеалам.

Ценность труда и творчества - осознание роли труда в жизни человека, развитие организованности, целеустремлённости, ответственности, самостоятельности, ценностного отношения к труду в целом и к литературному труду, творчеству.

Ценность гражданственности и патриотизма - осознание себя как члена общества, народа, представителя страны, государства; чувство ответственности за настоящее и будущее своего языка; интерес к своей стране: её истории, языку, культуре, её жизни и её народу.

Ценность человечества - осознание себя не только гражданином России, но и частью мирового сообщества, для существования и прогресса которого необходимы мир, сотрудничество, толерантность, уважение к многообразию иных культур и языков.


  1. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

Шәхси һөҙөмтәләр

  • башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;

  • башҡорт теленән алынған белем һәм күнекмәләрҙе мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу;

  • аралашыуҙа рус теленән алған белемде башҡорт телендә тәржемә итеп ҡуллана белеү;

  • башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;

  • төрлө социаль ситуацияларҙа оло кешеләр һәм үҙ тиңдәштәҙең менән хеҙмәттәшлек күнекмәләрен үҫтереү.

Предмет-ара һөҙөмтәләр

  • яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, балалар тапшырыуҙары, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;

  • һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе һәм һөйләмде төҙөү, әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр;

  • бирелгән тема буйынса диалог төҙөй белеү; һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы итеп яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;

  • таныш булған орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, уҡытыусы ярҙамында һәм үҙ аллы өйрәнеүҙә контроль характерҙа яҙма эштәрҙе башҡара белеү;

  • үҙ аллы эшен тикшерә һәм башҡорт теленән предмет-ара (башҡа предмет дәрестәрендә) үҙ белемеңде анализлай белеү;

  • төп предметтан предмет-ара аңлатмаларҙы үҙләштереү;

  • мәктәптә һәм мәктәптән тыш ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып, башҡорт телендә аралашыу.

Уҡыуҙа универсаль эш төрҙәре

  • телмәрҙе телдән ҡабул итеү һәм төп йөкмәткене аңлау;

  • башҡорт теленең фонетик төҙөлөшөнөң төп берәмектәрен белеү; тартынҡы һәм һуҙынҡыларҙы, өн һәм хәрефтәрҙе айыра белеү, ижектәргә бүлеү, дөрөҫ әйтеү һәм бағым;

  • рус телендә булмаған өндәрҙе һәм өн ҡушымсаларын дөрөҫ әйтеү;

  • һүҙҙәрҙе, грамматик формаларҙы һәм уларҙың барлыҡҡа килеүҙәрен, элементар синтаксик конструкцияларҙы һәм уларҙың һөйләмдә һәм бәйләнешле телмәрҙә ҡулланылышын үҙләштереү;

  • баш хәрефтең яҙылышын, һүҙҙәрҙең ижеккә бүленеүен, тыныш билдәләрен яҙыу ҡағиҙәләрен белеү;

  • уҡыу һәм көндәлек аралашыу шарттарында үҙләштерелгән белем һәм күнекмәләрҙе ҡулланып; диалогты дауам итеү; үҙләштерелгән лексиканы ҡулланып һорауға яуап биреү һәм үҙ аллы һорау биреү, картина буйынса һөйләм төҙөй белеү, тематик өлгө буйынса төрлө темаға монологик текст төҙөй белеү;

  • ҡысҡырып һәм үҙ аллы уҡый белеү, айырым һөйләм һәм тулыһынса тексты тасуири уҡыу;

  • тексты өлөштәргә бүлә белеү, уларға исем биреү, план төҙөү, биремде яҙып бөтөрә һәм әйтеп бирә белеү, предметты һәм картинаны һүрәтләй белеү һ.б;

  • телдең милли мәҙәниәттең сағылышы һәм аралашыу ҡоралы булыуын ҡабул итеү; башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ әһәмиәтен аңлау.


Планлаштырылған һөҙөмтәләр.

I класс.

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;

2. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;

3. Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;

4. Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

2. Һүҙгә өн анализы, ижек анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.

3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарын һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү һәм ҡулланыу.

Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.

Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

Минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

Кешенең исеме, фамилияһы, ҡала, район, ауыл, китап, журнал исемдәренең дөрөҫ яҙылышын практик үҙләштереү.

4. Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу.

5. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, тыңлау, һорауҙарға яуап биреү, йөкмәткеһен һөйләү.

6. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.

7. Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү.

8. Һөйләм төрҙәрен билдәләү (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡыу, һөйләмде дөрөҫ яҙыу, һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуя белеү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үтенес менән уҡытыусыға, класташыңа, өлкәндәргә өндәшеү.

2. Уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау.

3. Аралашыу оҫталығын шымартыу, кеше фекерен ихтирам итеү.

4. Диалог, монолог ҡора белеү.

5. Мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белеү.

6. Парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен үтәү. Эште планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу.

II класс.

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

- программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.

2. Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.

3. Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.

4. Тексты күсереп яҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.

2. Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

3. Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.

4. Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.

5. Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.

2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.

3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.

4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

6. Төп йөкмәтке өлөштәре

Башҡорт теленең системалы курсы башланғыс мәктәптә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр, ҡағиҙәләр, мәғлүмәт йыйылмаһы итеп бирелгән, һәм доняны танып белеү - комуникатив йүнәлешкә эйә. Был комуникатив мотивация үҫтереүҙе күҙ уңында тота, барлыҡ тел берәмектәренең мәғәнәһенә һәм функцияларына үтә шыҡ иғтибар кәрәклеген аңлата.

"Башҡорт теле"курсы материалы үрнәк программала түбәндәге йөкмәтке өлөштәре аша тәҡдим ителгән;

  • лингвистика белеме нигеҙҙәре; фонетикаһәм орфоэпия, графика, һүҙ төҙөлөшө (морфемика), грамматика (морфология һәм синтаксис);

  • орфография һәм пунктуация;

  • телмәр үҫтереү.

Тел материалы кескәй уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт теленең структураһы тураһында башланғыс төшөнсә формалаштырырға, башҡорт әҙәби теленең нормаларын үҙләштереүҙә ярҙам итергә тәғәйенләнгән.

Орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү, шулай уҡ телмәрҙә үҫтереү аралашыуҙың ғәмәли бурыстарын хәл итеүгә хеҙмәт итә һәм уҡыусыларҙың, йәмғиәтебеҙҙең киләсәк вәкилдәренең, мәҙәниәтен тел кимәлендә билдәләүсе күнекмәләрен формалаштыра.

Балалар төрлө телмәр эшмәкәрлегенең маҡсаттарын, бурыстарын, сараларын һәм әһәмиәтен аңлаһын өсөн, программала махсус "Телмәр эшмәкәрлеге төрҙәре" тигән бүлек айырып күрһәтелгән.

Курстың йөкмәткеһе

Тыңлау. Телдән аралашыуҙың маҡсатына һәм ситуацияһына төшөнөү. Яңғырап торған телмәрҙе адекват ҡабул итеү. Бирелгән текстағы мәғлүмәтте тыңлағанда аңлау, текстың төп фекерен билдәләү, уның йөкмәткеһен һорауҙар ярҙамында биреү.

Һөйләү. Коммуникатив бурысты эффектив хәл итеү өсөн аралашыуҙың маҡсаттарына һәм шарттарына ярашлы тел сараларын һайлау. Телмәрҙең диалог функцияһына ғәмәлдә эйә булыу. Һөйләшеүҙе башлау, ҡеүәтл әү, тамамлау, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү оҫталығына эйә булыу һ.б. уҡытыу бурыстарына яраҡлы (тасуирлау, хикәйәләү, фекерләү) телдән монологик һөйләй алыу оҫталығына эйә булыу. Уҡытыу һәм көнкүреш ситуацияһында (сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү) телмәр этикеты нормаларына эйә булыу. Орфоэпик нормаларҙы һәм дөрөҫ интонацияны үтәү.

Уҡыу. Уҡыу өсөн тәҡдим ителгән тексты аңлау. Тейешле материалды табыу маҡсатында һайлап алып уҡыу. Тәғәйен текста бирелгән мәғлүмәтте табыу. Күҙгә күренгән текста тупланған мәғлүмәт буйынса ябай һығымталар яһау. Текст йөкмәткеһендә тупланған мәғлүмәтте интерпретациялау һәм дөйөмләштереү. Текстың йөкмәткеһен, тел үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн анализлау һәм баһалау.

Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлап уҡыу. Өндәү билдәләренә ярашлы интонация һәм паузалар менән уҡыу. Бәләкәй текстар һәм шиғырҙарҙы аңлап, тасуири уҡыуҙы үҫтереү.

Һүҙҙе тотош уҡыуға күскән осорҙа орфоэпик уҡыу менән танышыу. Орфографик уҡыу (шыбырлап ижекләп әйтеү) - әйтеп яҙҙырғанда һәм күсереп яҙғанда үҙконтроль сараһы.

Яҙыу. Грамотаға өйрәтеү системаһында хәреф, хәрефтәр бәйләнешен, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыу. Яҙыу төрө кеүек уҡытыу эшмәкәрлегенә тура килгән гигиеник талаптарҙы үтәп, аңлайышлы, бөхтә яҙырға өйрәтеү. Өйрәнелгән ҡағиҙәләргә тап килтереп күсереп яҙыу, әйтеп яҙҙырыу. Тыңланылған һәм ентекле, һайланма уҡылған тексты теҙеп яҙа алыу (изложение). Балаларға ҡыҙыҡлы темалар (кисерештәр, әҙәби әҫәрҙәр, сюжетлы картиналар, картиналар серияһы, видеояҙма фрагменты) буйынса үҙҙәренең кескәй текстарын төҙөтөү.

Яҙыуға ҡарата гигиеник талаптарҙы үҙләштереү. Бармаҡтарҙың ваҡ моторикаһын һәм ҡулдарҙың хәрәкәт азатлығын үҫтереү. Дәфтәр бите һәм класс таҡтаһы арауығында дөрөҫ ориентация оҫталығын үҫтереү, ҙур һәм бәләкәй яҙма хәрефтәрҙе яҙыуҙы үҙләштереү.

Хәрефтәрҙе, хәрефтәр бәйләнешен (буквосочетание), ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе гигиеник нормаға ярашлы яҙыу. Аңлайышлы һәм ыҡсым яҙырға өйрәнеү. Әйтелеше менән яҙылышы айырылмаған (оҡшаш) һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе әйтеп яҙҙырыу (диктант). Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу алымдарын һәм тәртибен өйрәтеү.

Хәрефһеҙ график сараларҙың: һүҙҙәр араһында ҡалдырылған буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһенең функцияһын аңлау.

Һүҙ һәм һөйләм. Һүҙҙеөйрәнеү объекты, анализлау материалы итеп ҡабул итеү. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау буйынса күҙәтеүҙәр ойоштороу. Һүҙ һәм һөйләмде айырыу. Һөйләм менән эшләү: һүҙҙәрҙе айырып алыу, уларҙың тәртибен үҙгәртеү.

Орфография. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре һәм уларҙы ҡулланыу менән танышыу.

  • һөйләм башында, яңғыҙлыҡ исемдәрҙә баш хәреф;

  • һүҙҙәрҙе айырып яҙыу;

  • һүҙҙәрҙе ижекләп юлдан юлға дөрөҫ күсереү;

  • һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Телмәр үҫтереү. Тексты үҙ аллы ҡысҡырып уҡыу һәм уны тыңлау барышында аңлау. Сюжетлы картиналар, үҙҙәренең уйындары, шөғөлдәре, күҙәтеүҙәре буйынса хикәйәләү характерындағы бәләкәй хикәйәләр төҙөү.

Системалы курс

I. Фонетика һәм орфоэпия. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе айырыу. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡы өндәрҙе айырыу, ҡалынлыҡ-нәҙеклек буйынса парлы һәм парһыҙ тартынҡы өндәрҙе билдәләү. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы өндәрҙе айырыу, парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау өндәрҙе билдәләү. Өндөң сифат буйынса характеристикаһын билдәләү: һуҙынҡы - тартынҡы; ҡалын - нәҙек һуҙынҡы, парлы - парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү. Башҡорт әҙәби теле нормаларына ярашлы өндәрҙе һәм өндәр бәйләнешен дөрөҫ әйтеү. Һүҙҙе фонетик тикшереү.

II. Графика. Өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу. Яҙыуҙа ҡалынлыҡ-нәҙеклекте билдәләү. Тартынҡы өндәрҙе яҙыуҙа сингарманизм принцибына таяныу. Хәрефһеҙ график сараларҙы: һүҙҙәр араһында ҡалдырылған буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһен, абзацты ҡулланыу. Алфавитты белеү: хәрефтәрҙе дөрөҫ атау, уларҙың тәртибен белеү. Алфавитты һүҙлектәр, белешмәләр, каталогтар менән эшләгәндә файҙаланыу.

III. Лексика (курстың бар бүлектәрендә лә өйрәнелә). Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Мәғәнәләрен аныҡларға кәрәкле һүҙҙәрҙе айырып алыу. Аңлатмалы һүҙлек ярҙамында текстағы һүҙҙе билдәләү һәм уның мәғәнәһен асыҡлау. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр менән таныштырыу.

IV. Һүҙ составы (морфемика). Тамырҙаш һүҙҙәр төшөнсәһен үҙләштереү. Тамырҙаш һүҙҙәр менән бер үк һүҙҙең төрлө формалары араһындағы айырма. Тамырҙаш һүҙҙәр һәм синонимдарҙы, тамырҙаш һүҙҙәр һәм омонимик тамырлы һүҙҙәрҙе айырыу. Айырып алына торған бер үк төрлө морфемалы һүҙҙәрҙә ялғау, тамырҙар, нигеҙ билдәләү. Һүҙҙе составы буйынса тикшереү.

V. Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Һүҙ төркөмдәрен үҙ аллы һәм ярҙамсы төрҙәргә бүлеү.

Исем. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышлы. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе таба белеү. "Кем?" һәм "нимә?" һорауҙарына яуап булып килгән исемдәрҙе айырыу, рус теле менән сағыштырыу. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Исемдәрҙең ниндәй килештә ҡулланылыуын билдәләү. Килеш һорауҙары буйынса айырыу. Исемдәргә морфологик анализ.

Сифат. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышлы. Сифаттың һан һәм килеш менән үҙгәреше. Сифатҡа морфологик анализ.

Алмаш. Алмаш тураһында дөйөм төшөнсә. Зат алмаштары, уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышлы. Берлектәге һәм күплектәге I, II, III зат алмаштары.

Ҡылым. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышлы. Ҡылымдың инфинитив (башланғыс) формаһы. Ҡылымдың заман менән үҙгәреше. Хәҙерге, үткән, киләсәк заман ҡылымдарының зат һәм һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Ҡылымға морфологик анализ.

Рәүеш. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышлы. Рәүеш төркөмсәләре.

Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе, һөйләмдәге роле.

VI. Синтаксис. Һөйләмдең, һүҙбәйләнештең, һүҙҙең айырмаһы (уларҙың оҡшашлығын һәм айымалыҡтарын аңлау). Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә айырыу.

Һөйләмдең баш киҫәктәрен: эйә һәм хәбәрҙе табыу. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айырыу. Мәғәнәүи һорауҙар ярҙамында һүҙбәйләнештәге һәм һөйләмдәге һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу. Теркәүесһеҙ һәм һәм, ә, ләкин теркәүестәре менән килгән тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе табыу һәм үҙаллы төҙөй белеү. Тиң киҫәкле һанау интонацияһын ҡулланыу.

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙе айырыу.

VII. Орфография һәм пунктуация. Орфографик үткерлек формалаштырыу, һүҙҙәге орфограмманың урынына ҡарап, дөрөҫ яҙыуҙың ысулын һайлау. Орфографик һүҙлек ҡулланыу.

Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланыу:

  • һүҙҙе юлдан юлға күсереү;

  • һөйләм башындағы һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙәге яҙыу хәрефе;

  • һүҙ тамырындағы парлы яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар;

  • ъ һәм ь айырыу билдәләре;

  • һөйләм аҙағында тыныш билдәләре: нөктә, һорау һәм өндәү билдәләре;

  • тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

VIII. Телмәр үҫтереү. Аралашыу ситуацияһын аңлау: ниндәй маҡсат менән, аралашыу кем менән, ҡайҙа бара тип үҙләштереү. Үҙ фекереңде дәлилләп әйтеү.

Аралашыуҙы алып барыу оҫталығына (һөйләшеүҙе башлау, ҡеүәтләү, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү, үҙләштереү һ.б.) өйрәтеү. Уҡытыу һәм көнкүреш аралашыу ситуацияларында телмәр этикеты нормаларын (сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү) үҙләштереү.

Телмәрҙең төрлө тибын ҡулланып, ниндәйҙер тема буйынса телдән монологик һөйләүҙе ғәмәли үҙләштереү (тасуирлау, хикәйәләү, фекер йөрөтөү).

Текст. Тексттың билдәләре. Текстағы һөйләмдәрҙең мәғәнәүи берлеге. Текстың исеме.

Текста һөйләмдәрҙең төҙөлөшө.

Текстың өлөштәренең бер-бер артлы урынлашыуы (абзац).

Текст структураһы буйынса комплекслы эш: исем биреү, текстағы һөйләмдәрҙең һәм өлөштәрҙең урынлашыу тәртибен яҡшыртыу.

Текст планы. Бирелгән текстарға план төҙөү. Тәҡдим ителгән пландар буйынса үҙҙәренең текстарын төҙөү.

Текст типтары: тасуирлау, хикәйәләү, фекер йөрөтөү, уларҙың үҙенсәлектәре.

Хат һәм ҡотлауҙар жанры менән танышыу. Яҙма телмәрҙең теүәллеген, дөрөҫлөгөн, байлығын һәм тасуирилығын иҫәпкә алып, үҙ текстарын төҙөү һәм бирелгән текстарҙы яҡшыртыу; текстарҙа синонимдар һәм антонимдар ҡулланыу.

Изложение (ентекле теҙеп яҙыу) һәм иншаларҙ ың үҙенсәлеге менән (билдәләмәһен ятлатмай ғына) таныштырыу: ентекле теҙеп яҙыу (изложение), инша элементтары ҡулланып яҙылған изложение; хикәйәләү, тасуирлау иншаһы, фекер йөрөтөүгә ҡоролған инша.

Башланғыс мәктәпте тамамлағанда, уҡыусыларҙың артабан белем алыуға әҙерлеге тәьмин ителергә, уларҙың лингвистика өлкәһендәге белеме тәғәйен кимәлгә етергә тейеш.

Телмәр үҫеше түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

  • башҡорт теленең системаһы һәм структураһы хаҡындағы белемдәрен стандарт һәм стандарт булмаған уҡыу ситуацияларында ҡулланыу мөмкинлектәре етерлек кимәлдә булыуҙы;

  • төрлө сығанаҡтарҙан (дәреслек, уҡытыусының аңлатыуы, өҫтәлмә әҙәбиәт) тейешле мәғлүмәт табыу, уны тикшереү (анализлау) һәм йомғаҡлау;

  • диалогта ҡатнашыу оҫталығы, телмәр этикеты нормаларын үтәп, аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып әңгәмә ҡороу, ғәҙәти монологик телмәр һәм ябай ғына яҙма текстар төҙөй белеүҙе;

  • орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләргә ярашлы яҙыу, уҡылған тексты анализлай белеү, йәш үҙенсәлектәренә ҡарап төҙөлгән ябай һүҙлектәрҙе һәм белешмә сығанаҡтарҙы ҡулланыуҙы;

  • уҡыусыларҙың уҡыуҙа үҙаллылығын һәм танып белеүҙә ҡыҙыҡһыныуын (уҡыу бурысын ҡабул итеү, уҡыу эшмәкәрлегенең мотивын), ҡуйылған маҡсаттарға адекват булған уҡыу бурысын хәл итерлек ысул һайлап ала белеү; контроль һәм үҙконтроль сағылдырған оҫталығын формалаштырыуҙы.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

1-4 кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:

  • Һөйләшеү, аралашыу өсөн диалог темалары;

  • Класта, өйҙә уҡыу өсөн әҙәби текстар;

  • Фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материалдар;

  • Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

  • Уҡыусылар үҙләштерергә тейешле һүҙҙәр теҙмәһе.

Уҡыусының башланғыс мәктәпте тамамлағанда һөйләү эшмәкәрлеге төрҙәре буйынса түбәндәге белемдәргә эйә булыуы күҙ уңында тотола.

Башланғыс кластарҙа туған телде уҡытыуҙың тематик йөкмәткеһе.

I класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм өс этаптан тора:

1. Әлифбаға тиклемге осор. Башҡортостан. Танышыу. Минең мәктәбем. Минең яратҡан уйындарым, уйынсыҡтарым. Беҙ һанарға өйрәнәбеҙ. Ниндәй төҫ матур? Йәшелсәләр. Емештәр. Магазинда. Ҡоштар. Тән өлөштәре. Көн режимы. Мин һәм минең ғаиләм. Кейем-һалым. Аяҡ кейемдәре. Йәйге һәм ҡышҡы кейемдәр. Йорт хайуандары һәм ҡоштары. Ҡырағай хайуандар. Ҡыш. Яңы йыл. Ҡышҡы уйындар.

2. Әлифба осоро. Башҡорт теленең алфавиты. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре менән танышыу. Башҡорт һәм рус телдәрендә А, О, Ы, Э хәрефтәрен һәм өндәрен сағыштырыу. Үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Башҡорт телендә В хәрефенә фонетик анализ.

3. Әлифбанан һуңғы осор. Башҡортостандың күренекле шағирҙары һәм яҙыусылары ижады менән танышыу: Ф. Рәхимғолова, М. Ишбулатов, С. Муллабаев, М. Ғафури, Г. Ғәлиева, Ж. Кейекбаев, М. Кәрим, З. Биишева, К. Кинйәбулатова, А. Игебаев, Р. Ғарипов. Минең яратҡан әкиәттәрем. Еңеү көнө. Башҡортостандың ҙур ҡалалары. Ғаилә байрамдары. Бүләктәр. Яратҡан шөғөлөм. Спорт төрҙәре һәм уйындары. Минең дуҫтарым. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.

II класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бүленә.

Башҡорт теле.

Башҡорт теленең алфавиты. Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары. Ижек. Баҫым. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙә интонация. Тыныш билдәләре. Исем. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Сифат. Сифат дәрәжәләре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

Әҙәбиәт.

Башҡортостан - тыуған илем. Һаумы, мәктәп! Йәйге каникулдар. Көҙ. Кешене хеҙмәт биҙәй. Ҡыш. Беҙҙең ғаилә. Шанлы йылдар. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Уралым. Әкиәттәр. Яҙ. Яҙғы байрамдар. Йәйҙең йәмле көндәре.

III класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бүленә.

Башҡорт теле.

Башҡорт теленең алфавиты (ҡабатлау). Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Сифат. Сифат дәрәжәләре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре тураһында башланғыс төшөнсә. Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше. Һан. Һан төркөмсәләре. Синтаксис. Ябай һөйләм. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Ҡушма һөйләм.

Әҙәбиәт.

Һаумы, мәктәп! Йәйҙе иҫкә төшөрөү. Алтын көҙ. Һөнәрҙәр. Нимә яҡшы, нимә насар. Әкиәттәр. Ҡыш. Урал тәбиғәте. Ҡаһарманлыҡ юлы. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Яҙғы тәбиғәт. Балаларҙың тормошо һәм эштәре. Йәй.

IV класта һөйләү һәм яҙма телмәрҙең предмет йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, шулай уҡ башланғыс класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бүленә.

Башҡорт теле.

Башҡорт теленең алфавиты (ҡабатлау). Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Исем. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдең һан, зат, килеш менән үҙгәреше. Исемдең эйәлек категорияһы. Сифат. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре. Уртаҡ ҡылым. Ҡылымдың заман, зат, һан менән үҙгәреше. Һан. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың грамматик үҙенсәлектәре. Алмаш. Алмаш төркөмсәләре. Рәүеш. Рәүеш төркөмсәләре. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: бәйләүес, теркәүес, ымлыҡ. Синтаксис. Һүҙбәйләнеш. Ябай һөйләм. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Ҡушма һөйләм. Һөйләмдең интонация буйынса төрҙәре. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.

Әҙәбиәт.

Мәктәп. Тыуған ил. Йәйҙе иҫкә төшөрөү. Тәбиғәт бүләктәре. Ил тарихы - халыҡ тарихы. Тормош - ижад… Тыуған илгә хеҙмәт итеү. Халыҡ аҡылы. Ҡыш. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Сәсәндәр. Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре. Башҡортостан ҡалалары. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Башҡортостан мәҙәниәте. Яҙ. Кеше кеше булып ҡалһын. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Һаумы, йәй!

Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү

Бурыстар: "Бүләк", "Тылсымлы бүләк", "Яҙыу дәфтәре", электрон дәреслек нигеҙендә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, балаларҙың башҡортса һүҙлек запасын байытыу, телмәр күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү.

Телмәр берәмектәрен ( өн, һүҙ, һөйләм ) айыра һәм ҡуллана белергә өйрәтеү.

Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәтеү.

темаға шиғырҙар ятлау, һүҙле һәм йырлы уйындар уйнау, мәҡәлдәр әйтеү, йомаҡтар ҡойоу, көләмәстәр һәм тиҙәйткестәр ятлау ( һөйләү ). Әлифбаға тиклемге осорҙа күрһәтелгән мәғәнәүи- календарь, йырҙар һәм бейеүҙәр өйрәнеү, һүрәттәр төшөрөү, экскурсиялар үткәреү, бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү ҡарала.

Әлифба осоронда башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре буйынса эштәр башҡарыла, ҡайһы бер хәрефтәрҙең рус һәм башҡорт телдәрендә бер төрлө яҙылыуы, әммә төрлөсә әйтелеүен өйрәнеү күҙ уңында тотола.






7. Тематик планлаштырыу

Тематик планлаштырыу

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә

характеристика

Темалар

Сәғәтһаны

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Лексика

Грамматика

Телдән әҙерлек курсы - 22 сәғәт

1.Башҡортостан.

Предмет. Тирә- йүндәге предметтар.

1

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләр ярҙамында бирелгән хәреф элементтарын тоташтырырға өйрәнеү. Картина буйынса һөйләү, таныш предметтарҙы табырға өйрәтеү

Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. Башҡортостан тураһында мәғлүмәтте ҡабул итеү. (Картинала нимәләр күрәһегеҙ? Республиканың төп халҡын кемдәр тәшкил итә? Башҡорт халҡы ниндәй? һорауҙары тәҡдим ителә.)

2. Танышыу.

Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.

Предметтарҙы тамғалау.

1

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләр ярҙамында бирелгән хәреф элементтарын тоташтырырға өйрәнеү

Тирә - яҡтағы предметтарҙы атау, уларҙы рус телендәге атамалар менән сағыштырыу

Үҙең менән таныштыра белеү.

Аудиотаҫманан диалог - һорауҙы аңлау, һорауҙарға яуап биреү.

Ғ. Ғүмәрҙең "Башҡортостан" шиғырын тыңлау.

3. Уйындар.

Кем ни эшләй?

Предметтың атамаһын, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

1

Өлгө буйынса һүрәт элементтарын эшләү.

Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. ("Артур ни эшләй?") Уҡытыусы уҡыуында З.Биишеваның "Башҡорт теле" шиғырын тыңлау.

4. Беҙ - уҡыусылар.

Һөйләмдәрҙе шартлы билдәләр ярҙамында тамғалау.

Һөйләмде киңәйтеү, тулыландырыу.

1

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләрҙе тоташтырыуға өйрәнеү.

Һөйләм төҙөй, һөйләмде һүҙҙәргә айыра белеү.

Картина буйынса һөйләргә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү. "Балалар ни эшләй? Уҡыусылар ниндәй булырға тейеш?" һорауҙарына аңлап, уларға яап биреү.

5. Беҙ - мәктәптә.

Һөйләмде тулыландырыу.

Һорау һөйләмдәге интонация.

1

Шартлы билдәләрҙе дәфтәргә һыҙыу "Мәктәп" темаһы буйынса һүҙҙәрҙе үҙләштереү, һөйләмдәр төҙөү.

Һөйләмдә һорауҙы, өндәүҙе, хәбәр итеүҙе күҙәтеү һәм билдәләү.

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү. Аудиотаҫманан диалог - һорауҙы аңлау, һорауҙарға яуап биреү.

6. Уҡыу әсбаптары.

Һүҙ. Һүҙ моделе.

Һүҙҙәге ижектәр.

Нимә? Ҡайҙа? һорауҙары

1

Һүҙ, ижек моделдәрен һыҙыу.

Уҡыу әсбаптарын дөрөҫ атау.

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һүҙҙәр табып ижектәргә бүлеү.

Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. ("Был нимә? Туп ҡайҙа ята?")

7. Уйынсыҡтар.

Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү.

3 ижекле һүҙҙәр.

1

Һүҙ, ижек моделдәрен дәфтәргә төшөрөү

Һүҙ һәм ижекте айыра белеү. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеп әйтеү. Рус һәм башҡорт телендә һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеүҙе өйрәнеү һәм сағыштырыу. Уйынсыҡтарҙы дөрөҫ атау. Уйынсыҡтар темаһына бәйләнешле текст төҙөү

Картина буйынса һөйләү. Аудиояҙманан диалогты аңлау, һорауҙарға яуап биреү (Магазинда ниндәй уйынсыҡтар һатыла? Магазинда үҙеңде нисек тоторға?)

8. Беҙ һанай беләбеҙ.

Нисә? Күпме? Һорауҙары.

Рәт һандары. Нисәнсе? һорауы. 1-10 тиклем һандар.

1

Эш дәфтәрендә һанлы һүрәттәрҙе буяу.

Башҡортса һанарға өйрәнеү.

Картина буйынса һөйләү.

Диалог төҙөү. "Һан+исем (берлектә)"формулаһы буйынса һөйләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау .

9. Ниндәй төҫ матур?

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.Ниндәй? һорауы.

Төҫтәрҙе сағыштырыу

1

Эш дәфтәрендә бирелгән һүрәттәрҙе төрлө төҫкә буяу.

Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

10. Йәшелсәләр.

Нимә? Нимәләр?

Нимә менән? Һорауҙары.

1

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу.

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Аудиотаҫманан диалогты аңлау, һорауҙарға яуап биреү. (Баҡсала нимәләр үҫә? Картуфты нимә менән йыйҙың? Һеҙ ата - әсәйегеҙгә ярҙам итәһегеҙме?)

11. Емеш - еләктәр.

Өн. Тартынҡы өндәр. Өн моделе.

1

Өн моделен һыҙыу. Өндәрҙе айыра белеү.

Емеш - еләк исемдәрен үҙләштереү, уларҙың кеше организмынафайҙалы яҡтарын билдәләү.

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

12. Магазинда.

Телмәр үҫтереү

Һөйләшеү.

1

Эш дәфтәрендә өлгө буйында нөктәләрҙе тоташтырыу.

Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Аудиотаҫманан диалогты аңлау, (Һин магазинға икмәккә бараһыңмы?) һорауҙарға яуап биреү.

13. Ҡоштар.

Һуҙынҡы өндәр. Нәҙек, ҡалын өндәр. Уларҙың моделе.

1

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу. Рус телендәге өндәр менән сағыштырыу.

Һүрәттәр буйынса һөйләү. Башҡортостандағы ҡоштар, уларға ярҙам итергә кәрәклеккә төшөнөү. Уҡытыусы уҡыған йомаҡты аңлау.

14. Тән өлөштәре.

Нәҙек, ҡалын ижектәр. Уларҙың моделе.

Һөйләм киҫәктәре. Уларҙың моделе.

1

Һөйләм киҫәктәре булған һөйләм моделен төҙөү. Ҡалын, нәҙек ижектәрҙе айырыу.

Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең тәғәйен урыны булыуын үҙләштереү. Һүрәттәр буйынса һөйләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау. Тән өлөштәрен атай белеү.

15. Көн режимы.

Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибе.

1

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибен үҙләштереү.

Көн режимы тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, үҙ фекереңде әйтә алыу. Һөйләмдә һүҙҙәр һанын билдәләү. Айырым һөйләмдәрҙе айыра белеү.

Тел шымартҡыстарын яттан һөйләү. Аудиояҙманан тексты аңлау, һорауҙарға яуап биреү. (Һин иртән зарядка яһайһыңмы? Уның сәләмәтлеккә ниндәйфайҙаһы бар?)

16. Ғаилә.

Баҫым.

Һүҙҙең өн менән моделе .

"Беҙҙең ғаилә" темаһы буйынса телмәр үҫтереү.

1

Эш дәфтәрендә яҙыу. Ғаилә ағзалары тураһында һөйләү. Баҫым төшөнсәһе менән танышыу, башҡортса һүҙҙәрҙә баҫым ҡуйылышына төшөнөү һәм телмәрҙә ҡулланыу. Һорау һүҙҙәргә баҫымды дөрөҫ ҡуйыу. Уларҙы рус телендәге баҫым менән сағыштырыу һәм һығымта яһау. Һорау интонацияһын дөрөҫ ҡуйыу.

17. Өҫ кейемдәре.

Логик баҫым.

Хәбәр һҡйләмдәр.

1

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу.

Интонация буйынса бүленгән һөйләм төрҙәренә миҫалдар килтереү, уларҙы әҫәрҙән таба алыу.

Тема буйынса уҡытыусы һөйләгәндәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу һәм ҡабатлау.

18. Аяҡ кейемдәре.

Логик баҫым.

Һорау һөйләмдәр.

1

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу. Телмәрҙә логик баҫым ҡуя белеү.

Тема буйынса мәғлүмәтте ҡабул итеү. Һорау һөйләмдәр төҙөү, уларҙы дөрөҫ интонация менән әйтеү. Интонация буйынса бүленгән һөйләм төрҙәренә миҫалдар килтереү уларҙы әҫәрҙән табыу.

19. Йорт хайуандары.

Логик баҫым.

Өндәү һөйләмдәр.

1

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу.

Өндәү һөйләмгә миҫалдар килтереү, уларҙы әҫәрҙән табыу. Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра белеү. Йорт хайуандарын ҡарауҙа яуаплылыҡ тәрбиәләү.

20. Йорт ҡоштары.

Текст менән танышыу.

1

Текстың тамамланған уй - фекерҙе аңлатыуын төшөндөрөү. Башҡорт һәм рус телдәрендә нимә? һорауының бирелеү үҙенсәлектәрен билдәләү. Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

21. Кейектәр.

Текст һәм мәғәнә яғынан бәйләнешле булмаған һөйләмдәр.

Текстағы һөйләмдәрҙең.

Мәғәнәүи бәйләнеше.

1

Тәҡдим ителгән текст буйынса һүрәттәр төшөрөү. Рус телендәге кейек атамаларын башҡорт телендәге менән сағыштырыу.

Башҡорт телендә нимә һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе айырыу. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе үҙгәреүҙән мәғәнә лә үҙгәреүен күҙәтеү. Йорт ҡоштарының исемдәрен хәтерҙә ҡалдырыу һәм уларҙы ҡарауҙа яуаплылыҡты арттырыу.

22. Ҡыш. Яңы йыл.

Уйын.

Ҡабатлау.

1

Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү.

Тәҡдим ителгән тема буйынса бәйләнешле текст төҙөү. Милли уйындар өйрәнеү.

Әлифба осоро - 13 сәғәт

  1. Йыр.

Башҡорт алфавиты.

1

Алфавит тәртибендә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү. Үҙең йәшәгән ҡала, ауыл, урамдың исемдәрен яҙыу, дөрөҫ яҙылышын иптәшеңә аңлатыу. Кластағы уҡыусыларҙың исемдәрен алфавит тәртибендә яҙыу. Тормошта алфавитты белеүҙең ҡасан һәм ҡайҙа кәрәклеген аңлау. Йырҙар өйрәнеү.

  1. Оҫтаханала. Олатайым - осоусы. Тимурсылар.

Эшсе.

А хәрефе ике телдә.

О хәрефе ике телдә .

Ы хәрефе ике телдә.

Э хәрефе ике телдә.

1

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Текст буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу. Артикуляцион күнекмәләрҙе нығытыу. Башҡорт һуҙынҡыларын рус телендәге һуҙынҡылар менән сағыштырыу һәм айырмаһын күрһәтеү.

  1. Мәҡәлдәр.

Ә өнө һәм хәрефе.

1

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Артикуляцион күнекмәләрҙе автоматлаштырыу. Мәҡәл һәм әкиәттәрҙең тормоштағы әһәмиәтен билдәләү. Хәрефтең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү. Һүҙлек запасын байытыу.

  1. Рәссамдар.

Ө өнө һәм хәрефе.

1

Артикуляцион күнекмәләрҙе ятлау. Ө өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашырға өйрәнеү. Был һөнәр кешеләрҙең хеҙмәте менән танышыу. Данлыҡлы рәссамдар тураһында һөйләшеү.

  1. Егәрле балалар.

Ү өнө һәм хәрефе.

1

Ү өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Ү өнөн рус телендәге У өнөнән айыра белеү. Ү өнө менән һүҙҙәр уйлау. Уҡытыусы ярҙамында һығымда эщләү. Һүҙҙә һуҙынҡы өндәрҙе үҙенсәлекле яҡтары менән айыра белеү. Текст буйынса һығымта эшләй белеү. Һүҙлек запасын байытыу.

  1. Ҡасим - ҡурайсы.

Ҡ өн-хәрефе.

1

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Өн менән хәрефте айыра белеү. Һөйләгәнде тыңлау һәм кәрәкле һңҙҙәрҙе айыра белеү. Башҡорт халҡының милли музыкаль инструменты тураһында белемдәрен байытыу. Хәрефтең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү.

  1. Яланда.

Ғ өнө һәм хәрефе.

1

Ғ өнөн дөрөҫ әйтеү, һүҙҙәр уйлау. Рус телендәге Г өнөнән айырмалы яҡтарын билдәләү. Текстан алған тәьҫораттарың менән уртаҡлашыу.

  1. Һәйкәл.

Һ өнө һәм хәрефе.

1

Өн менән хәрефте айыра белеү. Әйтелгән һүҙҙе яҙылған һүҙгә әйләндереү. Һ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен ңҙләштереү. Текст өҫтөндә эшләү күнекмәләренә өйрәнеү.

  1. Айҙар.

Ҙ өнө һәм хәрефе.

1

Ҙ өнөнөң үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Башҡа өндәрҙән айырмалы яҡтарын билдәләү. Һүҙҙә билдәләре буйынса тартынҡы өндәрҙе айырыу. Башҡорт исемдәре менән танышыу.

  1. Миңлебай ағай.

Ң өнө һәм хәрефе.

1

ң өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Башҡа өндәрҙән айырмалы яҡтарын билдәләү. Текст буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу.

  1. Оҫта.

Ҫ өнө һәм хәрефе.

1

Ҫ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Башҡа өндәрҙән айырмалы яҡтарын билдәләү. Кем ул оҫта? Тигән һорауға яуап биреү. Үҙ фекереңде әйтә белеү.

  1. Ф.Туғыҙбаева. Бик мәрәкә.

В өнө һәм хәрефе.

1

В өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Рус телендә һәм башҡорт телендә өндәрҙең әйтелешен сағыштырыу, өндәрҙең айырмалы яҡтарын билдәләү. Өндөң һүҙҙә килеү урынына ҡарап, әйтелешен күҙәтеү. Автор әҫәре менән танышыу. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

  1. Ҡабатлау һәм нығытыу.

Башҡорт өн - хәрефтәрен ҡабатлау.

1

Өндө хәрефтән айыра белеү. Тартынҡы һуҙынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Һабын, йомаҡ тигән һүҙҙәрҙә өн һәм хәреф һанын билдәләү. Һүҙҙә бер өндөң (хәрефтең) үҙгәреүе һүҙҙең лексик мәғәнәһен үҙгәртеүен күҙәтеү, сағыштырыу, билдәләү. Башҡортса уҡырға өйрәнеү. Һүҙҙең запасын байытыу.

Әлифбанан һуңғы осор - 15 сәғәт

Ф. Рәхимғолова. Яҙыу таныған кеше. Әсәйгә бүләк. Яҡшы һүҙҙәр. Ағай менән ҡусты.

Предметтың исемен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре.

1

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙе һөйләмдәрҙән йәки текстан таба белеү һәм һорауҙар ҡуйыу. Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ уҡыу. Текст буйынса эшләү күнекмәләрен үҙләштереү. Етеҙ, шыма уҡырға өйрәнеү.

  1. М.Ғафури. Туғайҙа.

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре. (ҡабатлау)

1

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең төрлө миҡдарҙа килеүен төшөнөү, бер-береһе менән сағыштырыу һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Жалыҡ шағиры, уның әҫәре менән танышыу. Текст буйынса ойошторолған әңгәмәлә ҡатнашыу.

  1. Башҡортостан. Герб. Өфө. Матур Өфө ҡалаһы.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау)

1

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу. Һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу. Башҡортостан Республикаһы тураһында яңы мәғлүмәттәр менән танышыу.

  1. Г.Ғәлиева. Йүкә балы. Ҡымыҙ.

Предметтың исемен, билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау)

1

Тирә-яҡтағы предметтарҙың исемен атау. Предметтың исемен, билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе айыра белеү. Бал, ҡымыҙ тураһында һөйләү.

  1. Ж. Кейкбаев. Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? Айыу ниңә ҡыш буйы өңөнән сыҡмай?

Диалог.

1

Диалог төҙөү. Йөкмәткеһен һөйләү. Бер-береңдең фекерен тыңлау, аңлау, яуап биреү. Уҡылған әҫәргә үҙеңдең уй-фекереңде әйтеү.

  1. М.Кәрим. Теге яҡҡамы, был яҡҡамы? Һанашмаҡтар.

Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.

1

Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү. Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәһен формалаштырыу. М.Кәрим тураһында биографик белешмәне үҙләштереү. Текст йөкмәткеһен һөйләү күнекмәләрен үҙләштереү. Һанашмаҡтар менән танышыу. Рус телендәге һанашмаҡтар менән саҡыштырыу.

  1. З. Биишева. Ҡарға менән төлкө. Валсыҡ.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу һәм айырмаһын күреү, телмәрҙә ҡулланыу. Текст менән һөйләмде айыра белеү. Яҙыусының биографияһын белеү, һөйләү.

К.Кинйәбулатова. Әсәйем, ҙур үҫкәнһең, ти. Йомош. Ҡарар.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу һәм айрмаһын күреү, телмәрҙә ҡулланыу. Шағирәнең биографияһын белеү. Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү.

  1. А.Игебаев. Ҡурайым. Аҡ төҫ. Аҡтүш.

Сағыштырыу.

1

Нимә ул сағыштырыу тигән һорауға яуап биреү. Төҫтәрҙе сағыштырыу. А.Игебаев тураһында белешмә менән танышыу, уны үҙләштереү. Шиғирҙарың тасуири уҡыу. Әҫәрҙән һорауҙарға яуап табыу.

  1. Р.Ғарипов. Тыуған ил һәм тыуған ер.

Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу.

1

Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу күнекмәләрен булдырыу. Р.Ғариповтың биографик белешмәһе менән танышыу. Текст буйынса уҙғарылған әңгәмәлә ҡатнашыу, үҙ фекереңде әйтә, дәлилләй белеү.

  1. Әкиәттәр. Алдар. Ҡомһоҙ эт. Шалҡан. Кәкүк.

Һүрәт буйынса эш.

1

Һүрәт буйынса бәйләнешле текст төҙөргә өйрәнеү. Әкиәттәрҙе һөйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү. Әкиәттәрҙе сәхнәләштереү үҙенсәлектәренә төшөндөрөү.

  1. Салют. Еңеү. Аслыкүл.

Һүрәт буйынса эш.

1

Һүрәт буйынса бәйләнешле текст төҙөү. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында һөйләшеүҙә ҡатнашыу. Тәбиғәт ҡомартҡыларын белеү.

  1. Ҡалалар.

Ҡала исемдәре башҡорт һәм рус телдәрендә.

1

Башҡортостан ҡалалары тураһында белемдәрен байытыу, картанан таба белеү. Үҙ белгәндәрен аудиоторияға башҡорт телендә еткереү.

  1. Ҡабатлау. Йомғаҡлау.

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2

Уҡыу йылында үтелгән грамматик темаларҙы системаға килтереү. Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү. Таныш китаптың исемен, авторын әйтең. Интонация буйынса һөйләм төрҙәрен айыра белеү, тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыу. Предметты, предметтың билдәһен, эш-хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Дөрөҫ итеп һөйләм төҙөй белеү. Рус телендәге һөйләмдәрҙә һүҙҙәрҙең килеү тәртибе менән башҡорт телендәге һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибен сағыштырыу, айырыу. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.

Тематик планлаштырыу

Тематик планлаштырыу

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә

характеристика

Темалар

Сәғәт һаны

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Лексика

Грамматика

1.Башҡортостан. Тыуған илем.

Башҡортостан ("Башҡортса календар"ҙан).

Р.Ғабдрахманов.

Ил төкөрһә - күл була.

Башҡорт теленең алфавиты. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең яҙылышы.

2

Тел.

Алфавит тәртибендә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү. Тормошта ҡасан һәм ҡайҙа алфавитты белеүҙең кәрәклеген аңлау. Үҙең йәшәгән ҡала, ауыл, урамдың исемдәрен яҙыу, дөрөҫ яҙылышын иптәшеңә аңлатыу. Кластағы уҡыусыларҙың исемдәрен алфавит тәртибендә яҙыу. Алфавиттан башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен табыу һүҙҙәрҙә ике өндө белдереүсе өн-хәрефтәрҙе билдәләй белеү.

Уҡыу.

Башҡортостан, Тыуған ил тураһында мәғлүмәт менән танышыу, әҫәрҙҙәр уҡыу. Уҡытыусы уҡығанәҫәрҙе тыңлау һәм ҡаьул итеү, бирелгән һорауҙарға телдән яуап биреү.

2. Һаумы мәктәп!

Р.Ниғмәти. Теләк. Х. Түләкәев.

Тәүге көн.

Р. Хәйри. Ҡәләм.

М.Дилмөхәмәтов. Һөйләмәйем барын да…

Башҡорт телендәге ҡалын һәм нәҙек өн-хәрефтәр. Уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы.

3

Тел.

Башҡорт телендәге ҡалынһәм нәҙек һуҙынҡыларҙың айырмаһын белеү һәм һүҙҙәрҙә билдәләү, дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү. Башҡорт һуҙынҡыларын рус телендәге һуҙынҡылар менән сағыштырыу һәм айырмаһын күрһәтеү.

Уҡыу.

Әҫәрҙең жаноын билдәләү; шиғырҙы сәсмә әҫәрҙән айыра белеү. Әҫәрҙең йөкмәткеһен тыңлап аңлау һәм аңлы, дөрөҫ, тасуири уҡыу уҡытыусы тәҡдим тикән 2-3 һорауға телдән яуап биреү. Һорауҙар ярҙамында һүрәт буйынса әңгәмә ҡороу.

  1. Йәмле йәй үтте

С.Ҡудаш. Хуш, йәшел йәй!

Р.Байбулатов. Сәскәләр.

Г.Юнысова Бәпкәләр.

Р.Байбулатов Гөлләмә. З. Ураҡсин. Алмағас. Ғүмерлек һабаҡ ("Йәншишмә" газетаһынан)

Сингармонизм.

Йо, йө, йы, йе, йү,йә ҡушымсалары (әйтелеше һәм яҙылышы). Башҡорт телендә ижектәр.

Һүҙҙәрҙеюлдан-юлға күсереү.

4

Тел.

Сингорманизм төшөнсәһен аңлау. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәргә дөрөҫ ялғауҙар ҡушып әйтеү һәм яҙыу. Йо, йө, йы, йе, йү, йә ҡушымсаларының һүҙҙәрҙә ҡулланышын үҙләштереү, дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү, ижектәр һанын билдәләү белеү. Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү, бер ижекле һүҙҙәрҙең юлдан юлға күсерелмәүен төшөнөү. Һүрәттәр йәки һүҙҙәр ярҙамында һөйләмдәр төҙөү.

Уҡыу.

Әҫәрҙәрҙе аңлы, шыма, тасуири уҡыу, үҙ аллы эстән уҡып, йөкмәткеһен үҙләштереү, әҫәр аҙағында бирелгән һорауҙарға яуаптар аша йөкмәткеһен иптәшеңә һөйләү.

  1. Көлә-көлә көҙ килә.

Ф.Рәхимғолова. Сентябрь килде.

Е.Кучеров. Көҙ етте. М. Дилмөхәмәтов. Бәхетле көн. Ғ. Ғәлиәскәрова. Алмағас. Д. Исламов. Көҙгө йәйғор.

Башҡорт теленең тартынҡы өндәре һәм хәрефтәре, уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Э өнөнөң әйтелеше. К-г, ҡ-ғ, п-б өндәренең сиратлашыуы.

Тел.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле тартынҡы өн-хәрефтәрен танып белеү; һүҙҙәрҙә ғ, ҙ, ҡ, ң, ҫ, һ тартынҡыларының яҙылышын өйрәнеү. Рус һәм башҡорт һүҙҙәрендә э өнө әйтелешенең айырмаһын таныу (белеү). К-г, ҡ-ғ, п-б өндәренең сиратлашыуы тураһында мәғлүмәт алыу һәм практикала ҡулланыу: миҫалдар ярҙамында һөйләмдәр төҙөү.

Уҡыу.

"Мәктәп" темаһына бәйле әҙер һорауҙар ярҙамында уҡыусының үҙе тураһында һөйләргә өйрәнеү. Тирә-яҡты, тәбиғәтте күҙәтеү һәм әҫәрҙә тасуирланған тәбиғәт менән сағыштырыу.

Кеше - эше менән. Ф.Иҫәнғолов. Һин ни эшләр инең? Батырҙар бар беҙҙең арала! ("Йәншишмә" газетаһынан.) Р.Низамов. Батырлыҡ. А.Йәғәфәрова. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ.

Ау, әү, ай, әй, йә, ей, уы, үе ҡушымсалары. Һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Тел.

Ау, әү, ай, әй, йә, ей, уы, үе ҡушымсаларын дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу. Рус һәм башҡорт һүҙҙәрендә в өнө әйтелешенең айырмаһын белеү һәм хатаһыҙ дөрөҫәйтергә өйрәнеү. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр тураһында мәғлүмәт алыу; уларҙы интонация менән дөрөҫ уҡыу. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләрен интонацияға бәйле рәүештә ҡуйыу.

Уҡыу.

Әҫәрҙәрҙе аңлап, тиҙ, тасуири уҡыу; йөкмәткеһен һүрәттәргә йәки исеменә ҡарап фараз итеү; әҫәрҙең төп мәғәнәһен билдәләү. Йөкмәткеһенән сығып, әҫәр йөкмәткеһенә тап килеүсе мәҡәлдәрҙе һайлау һәм мәғәнәһенн аңлау.

Кеше - эше менән. Ф.Иҫәнғолов. Һин ни эшләр инең? Батырҙар бар беҙҙең арала! ("Йәншишмә" газетаһынан.) Р.Низамов. Батырлыҡ. А.Йәғәфәрова. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ.

Ау, әү, ай, әй, йә, ей, уы, үе ҡушымсалары. Һөйләмдәрҙең интонацион төрҙәре, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Тел.

Ау, әү, ай, әй, йә, ей, уы, үе ҡушымсаларын дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу. Рус һәм башҡорт һүҙҙәрендә в өнө әйтелешенең айырмаһын белеү һәм хатаһыҙ дөрөҫәйтергә өйрәнеү. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр тураһында мәғлүмәт алыу; уларҙы интонация менән дөрөҫ уҡыу. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләрен интонацияға бәйле рәүештә ҡуйыу.

Уҡыу.

Әҫәрҙәрҙе аңлап, тиҙ, тасуири уҡыу; йөкмәткеһен һүрәттәргә йәки исеменә ҡарап фараз итеү; әҫәрҙең төп мәғәнәһен билдәләү. Йөкмәткеһенән сығып, әҫәр йөкмәткеһенә тап килеүсе мәҡәлдәрҙе һайлау һәм мәғәнәһенн аңлау.

Тарих биттәренән. М.Мортазин. Башҡортостан. З.Биишева. Уйҙар. Х.Мохтар. Мәктәпкә. Ғ.Хөсәйенов. Батырша. Ҡ.Аралбаев. Муса батыр. С.Злобин. Кескәй һыбайлы. З.Вәлиди. Аҡтамыр.

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле тартынҡылар менән эштәр. Уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү.

Тел.

Йа, йә, йо, йө, йы, йе, йу, йү, ай, әй, ой, өй, уй, ый, ей өн-хәреф ҡушымсаларын дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу; хаталы бирелгән һүҙҙәрҙә ошо ҡушымсаларҙы табыу һәм төҙәтеү. Интонацион һөйләм төрҙәрен телмәрҙә ҡуллана белеү. Текстарҙан ҙур хәреф менән яҙылған һүҙҙәрҙе табыу һәм яҙылышын аңлатыу.

Уҡыу.

Башҡортостан, башҡорт һәм башҡа халыҡтар, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында мәғлүмәт алыу. Диалог төшөнсәһен үҙләштереү. Әҫәрҙе ролләп уҡыу. Уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләү, күҙәтеүҙәр яһау (ата-әсәй, туғандарҙан белешеү).

Бурай-бурай ҡарҙар яуа... Й.Солтанов. Тәүге ҡар. Г.Юнысова. Ҡар яуғас. Е.Кучеров. Ҡышты нисек үткәрәләр? Ф.Иҫәнғолов. Урманда ни өсөн йылы? Ҡ.Даян. Шыршы. М.Кәрим. Ҡыш бабай әкиәте.

Башҡортса һүҙҙәрҙә баҫым. Башҡорт телендә баҫымдың үҙенсәлектәре. Һорау, хәбәр, өндәү һөйләмдәр. Уларҙа һүҙҙәр тәртибе һәм тыныш билдәләренең дөрөҫ ҡуйылышы (ҡабатлау).

Тел.

Баҫым төшөнсәһе менән танышыу, башҡортса һүҙҙәрҙә баҫымдың ҡуйылыщын төшөнөү һәм телмәрҙә ҡулланыу. Һорау һүҙҙәренә баҫыды дөрөҫ ҡуйыу. Рус телендәге баҫым менән сағыштырыу һәм һығымта яһау. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү һәм баҫымын билдәләү. Һорау, хәбәр, өндәү һөйләм тураһында фекер йөрөтөү һәм дәреслектә бирелгән ҡағиҙә менән сағыштырыу. Бирелгән темалар буйынса, өлгөгә ҡарап, хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр төҙөү. Һүҙҙәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлергә өйрәнеү.

Уҡыу.

Әҫәрҙәрҙе тасуири, дөрөҫ интонация менән уҡыу, йөкмәткеһе буйынса үҙ фекереңде әйтеү йәки сағыштырыу, һығымта яһау. Картиналар буйынса һорауҙарға тулы яуап биреү; һорауҙар ярҙамында һөйләргә өйрәнеү. Йомаҡ, көләмәс жанрҙарын өйрәнеү, уларҙы интонация менән уҡырға өйрәнеү. Күҙәтеүҙәр аша әҙер һорауҙар буйынса йыл миҙгелдәрен сағыштырыу һәм һүрәттләү. Кире һәм ыңғай образдарҙың характерын сағыштырыу, үҙ баһаңды биреү.

Беҙҙең ғаилә. Ғ.Ғүмәр. Әсәйемә оҡшармын. М.Садиҡова. Ер аҫты байлығы. Ф.Рәхимғолова. Һөнәрлеләр. Ш.Ғәлиев. Оҡшаймы? М.Дилмөхәмәтов. Һөнәр.

Башҡорт телендә үҙенсәлекле һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр, уларҙың интонациялары.

Тел.

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү. Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу. Интонацион һөйләм төрҙәренә миҫалдар килтереү, әҫәрҙәнтаба белеү. Тәҡдим ителгән һорауҙарға хәбәр, өндәү һөйләмдәре менән яуап биреү. Һөйләмдәрҙең әйтелешендәге айырмаларҙы әйтеү.

Уҡыу.

Ғаилә темаһына бәйле әҫәрҙәр уҡыу. Бирелгән текстарҙы эстән, ҡысҡырып, тиҙ, тасуири, аңлы уҡыу. Һорауҙар ярҙамында ғаиләң, ата-әсәйеңдең һөнәре, эш урыны тураһында һөйләү. Иптәштәрең менән диалогка инеү.

Шанлы йылдар. Т.Сәғитов. Миңлеғәли Шайморатов. Ҡ.Даян. Шайморатов генерал. Р.Сурағолов. Һунар. Ғ.Әмири. Муса Гәрәев. Р.Ниғмәти. Еңеүселәргә дан!

Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһе. Уларҙың предметты, билдәне, эш-хәрәкәтте белдереүе.

Тел.

Һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһен аңлатыу, һүҙҙәргә дөрөҫ һорау ҡуйыу. Лексик мәғәнәһе яғынан һүҙҙәрҙе төркөмләү. Предметты, билдәне, эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм бер-береһенән айыра белеү. Кем? нимә? Һорауҙарын рус телендәге һорауҙар менән сағыштырыу.

Уҡыу. Бөйөк Ватан һуғышы, батырҙар тураһында мәғлүмәт алыу. Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен әҫәрҙәргә нигеҙләнеп аңлатыу. Шиғри әҫәрҙәрҙе яттан һөйләү.

8 Март - ҡатын-ҡыҙҙар көнө. М.Нагаева. Әсәләр. Ф.Иҫәнғолов. Сер. М.Дилмөхәмәтов. Һылыуым.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, берлек һәм күплек мәғәнәһендә килеүе. Исемдәрҙең күплек ялғауҙары.

Тел.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу һәм айырмаһын күреү, телмәрҙә ҡулланыу. Исемдәрҙең күплек ялғауҙарын билдәләү, һүҙҙәргә ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡушыу.

Уҡыу.

Һорауҙар ярҙамында әсәй, өләсәй тураһында һөйләргә өйрәнеү. Ҡотлау открыткаһы, чат яҙыу. Картинаға исем ҡушыу һәм һорауҙар ярҙамында йөкмәткеһен һөйләү. Ғаилә тураһында мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Ай Уралым, Уралым... М.Кәрим. Тыуған Башҡортостаным. С.Юлаев. Уралым (йыр). Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында белешмә. С.Агиш. Тыңлағыҙ! Өфө һөйләй! М.Кәрим. Йыр булһын юлдашың. Заһир Исмәғилев тураһында белешмә. Рәшит Нурмөхәмәтов тураһында белешмә.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең ваҡыт, урын, эйәлек һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе.

Тел.

Предмет иемдәренең ваҡыт, урын, эйәлек мәғәнәләрен төшөнөү; уларҙы текстан табып билдәләү, һорауҙар ҡуйыу һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Кем? кемдәр? нимә? нимәләр? ҡайҙа? ҡасан? кемдең? Һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр.

Уҡыу.

Башҡортостандың күренекле шәхестәре, халыҡ шағиры, рәссам, композиторҙары тураһында мәғлүмәт алыу, уларҙың тормошо һәм ижады тураһында һөйләй белеү. Асыҡлаусы һорауҙар ярҙамында картинаның йөкмәткеһен һөйләү.

Башҡорт халыҡ ижады. Ата ҡаҙ менән төлкө. Төлкө һәм айыу. Әкиәттәр. Ж.Кейекбаев. Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған? Һандуғас. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар.

Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең (ҡылымдарҙың) мәғәнә үҙенсәлектәре. Берлек һәм күплек, ваҡыт мәғәнәләрен белдереүсе саралар (ялғауҙар).

Тел.

Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең башҡарылыу ваҡытын (хәҙер, элек, алда), һөйләүсенең шаһит булыуын аңлау һәм телмәрҙә дөрөҫ, урынлы ҡулланыу. Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең берлектә һәм күплектә килеүен билдәләү һәм практикала ҡулланыу.

Уҡыу.

Әкиәт төшөнсәһе менән танышыу. Уҡылған әкиәттәрҙең йөкмәткеһе аша әкиәт төрөн билдәләү. Әкиәтте ролләп уҡыу һәм сәхнәләштереү. Әкиәттең йөкмәткеһенә иллюстрациялар төшөрөү. Әкиәттең дауамын йәки хайуандар тураһында әкиәт, йомаҡ уйлау.

Яҙ килде еремә. Я.Хамматов. Яҙ башланды. М.Ғафури. Яҙ. Ҡара ҡарғалар килде. М.Ғәли. Матур көн. Ғ.Ғүмәр. Тамсылар. М.Кәрим. Кил инде. А.Игебаев. Самолетта остом. Ф.Иҫәнғолов. Дуҫтар. Ҡ.Даян. Яҙғы гөлдәр. А.Игебаев. Яҙ бүләге

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Ниндәй? Һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең предмет билдәләрен төрлө миҡтарҙа, башҡа билдәләр менән сағыштырып күрһәтә алыуы. Мәғәнәне белдереүсе саралар. Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең эш башҡарыусының затын, берлеген, күплеген аңлатыуы. Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре.

Тел.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр тураһында мәғлүмәт алыу (күҙаллау), фекерләү, ҡағиҙә сығарыу һәм дәреслектәге менән сағыштырыу, һығымта яһау. Һөйләмдәге һүҙ тәртибен төшөнөү, һөйләм төҙөгәндә иғтибар итеү. Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙе һөйләмдәрҙән йәки текстан таба белеү, һорауҙар ҡуйыу. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең төрлө миҡтарҙа килеүен төшөнөү, бер-береһе менән сағыштырыу һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең затын, һанын, үтәлеү ваҡытын билдәләү һәм практикала ҡулланырға өйрәнеү.

Уҡыу.

Яҙ миҙгеленә бәйле мәғлүмәттәр менән танышыу: шиғырҙар, хикәйәләр, йомаҡтар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу. Интонация ярҙамында әҫәрҙәрҙе ролләп уҡыу, йөкмәткеһенән сығып һорау һөйләмдәр төҙөү. Шиғырҙы яттан тасуири һөйләү: темп һәм тауыш тонына иғтибар итеү.

Ҡәҙерленән дә ҡәҙерле... Ҡан-ҡәрҙәш (Башҡорт халыҡ әкиәте). Т.Сәғитов. Футбол тубы.

Предметтың исемен, билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау).

Тел.

Грамматик тема буйынса алған темаларҙы нығытыуға күнегеүҙәр эшләү: текстан табып уларҙың мәғәнәһен билдәләү, практикала ҡулланыу.

Уҡыу.

Икмәк, кеше хеҙмәте һәм хөрмәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләшеү, иптәштәре менән диалогка инеү. Әҫәрҙең исеменә таянып, уның йөкмәткеһен күҙалларға өйрәнеү, тәҡдим ителгән һорауҙарға әҫәрҙән тап килгән яуаптарҙы уҡыу.

Яҙ байрамдары. Т.Ҡарамышева. Кәкүк сәйе. А.Игебаев. Еңеү көнө. Ҡ.Даян. Дуҫтар байрам итә. К.Кинйәбулатова. Беренсе Май.

Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау).

Тел.

Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе текстан табып, уның затын, берлектә йәки күплектә килеүен билдәләү.

Уҡыу.

Яҙ байрамдары: Беренсе май, Еңеү көнө тураһында мәғлүмәт туплау, әҫәрҙәр менән танышыу. Төрлө милли байрамдар менән танышыу, фекер алышыу. Башҡорт милли байрамы - Кәкүк сәйе тураһында ҡыҫҡаса һөйләү.

Йәйҙең йәмле көндәрендә... Ә.Вәли. Йәй етте. М.Ғафури. Болон (йыр). М.Кәрим. Урманда. К.Кинйәбулатова. Йәй айҙары. М.Кәрим. Һабан туйы. Һабантуй ("Ағиҙел" журналынан). А.Игебаев. Гармун. Тальян гармун байрамы ("Башҡортостан" газетаһынан). К.Кинйәбулатова. Уҡыусылар йыры. Р.Ниғмәти. Йәйге каникулда.

Предметтың исемен, билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәр (ҡабатлау).

Тел.

Уҡыу йылында үтелгән грамматик темаларҙы системаға һалыу һәм күнегеүҙәр эшләү. Һүҙҙәрҙең ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәрен табыу һәм мәғәнәһен аңлатыу, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.

Уҡыу.

Йәй миҙгеленә бәйле әҫәрҙәр уҡыу. Милли байрамдар тураһында мәғлүмәт алыу. Һабантуй байрамы тураһында һөйләү. Аңлы, тиҙ, тасуири уҡыу, текст аҙағынан бирелгән һорауҙарға тулы яуап биреү. Интонацион һөйләм төрҙәрен ҡулланып, йәй тураһында һөйләп өйрәнеү.

8.Уҡыу предметын матди-техник яҡтан тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыу процесын йыһазландырыуға талаптар башланғыс мәктәптә реаль шарттарҙы һәм уҡыусы эшенең хәүефһеҙлеген һаҡлауҙы һәм мәҙәниәт тураһында заманса күҙаллауҙы иҫәпкә ала.

Уҡыусылырҙың эше өсөн түбәндәгеләр талап ителә:

  • уҡыусының шәхси эш урыны (парта, өҫтәл, төркөм менән эшләү өсөн урын);

  • ябай ғына мәктәп инструменттары: ручка, тәҫлә ҡәләмдәр, осо түңәрәкләнеп торҫан ҡайсы, линецка, циркуль, юйғыс;

  • программаның йөкмәткеһенә тап килгән материалдар: ҡағыҙ (яҙыу өсөн, альбом бите, аппликация өсөн төҫлө ҡағыҙ), картон (ғәҙәти һәм төҫлө), пластилин, балсыҡ, фольга, калька.

Башланғыс мәктәптә уҡыу процесын йыһазландырыуҙы тәьмин итеүгә йүнәлдерелгән:

  • моделдәр менән эшләү: һүҙҙең өн составынан торған моделен төҙөү (һуҙынҡы, тартынҡылар, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар); киҫмә алфавиттан һалыу, айырым һүҙ һәм һөйләмдәрҙе әйттереп яҙҙырыу, схемаға нигеҙләнеп һөйләмдәр төҙөү;

  • дөрөҫ ултырыу, дәфтәр битендә дөрөҫ эшләү буйынса гигиеник талаптар;

  • график грамоталылыҡтың тейешле кимәлдә булыуы: үлсәү эшләү, мөмкин булған график һыҙмаларҙы уҡыу, линейка, циркуль, һүрәт, план, схема, таблица менән ҡуллана белеү;

  • әйтеп биреү өсөн тәүге күнекмәләрҙе үҙләштереү, кәрәкле мәғлүмәтте (материалды) дәреслектән, һүҙлектән, каталогтан, китапхананан табыу;

  • уҡыу процесын тейешле кимәлдә йыһазландырыу нигеҙендә һөҙөмтәне булдырыуға, үҙеңде ижади реалләштереү өсөн уңыш мотивацияһы булдырыу.


Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге:


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 - се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. - Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. "Бүләк" дәреслегенә методик ҡулланма. /Толомбаев Х.А., Әбуталипова Р.Ә, Дәүләтшина М.С./ - Өфө, 1993.

  5. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

  6. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.

  7. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. - Өфө, 2005.

Материаль-техник ҡулланмалар:

  • телевизор;

  • видеоплеер

  • магнитофон;

  • компьютер.


© 2010-2022