Открытый урок по творчеству Р. Гарипова

Раздел Другое
Класс 11 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Рәми Ғариповтың "Кеше" шиғырын өйрәнеү.

( Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән 9 - сы класс уҡыусылары өсөн дәрес өлгөһө)

Маҡсат:

  • Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады менән таныштырыу;

  • Яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, телмәр күнекмәләрен үҫтереү;

  • Шағирҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Рәми Ғариповтың портреты, слайдтар, видеотаҫма.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле

1 - се слайд

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова

  • Һаумыһығыҙ, балалар! Ултырығыҙ!

  1. Фонетик - орфоэпик күнегеү.

    • Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен( һ, ҡ, ғ, ҫ, ҙ, ә, ң) ҡабатлау.

2 -се слайд

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова

2. Уҡылысаҡ өҙөк ниндәй шиғырҙан һәм авторы кем икәнлеген әйтегеҙ.

5 -се слайд

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова



Открытый урок по творчеству Р.Гарипова



  • Шулай итеп, бөгөн дәрестә беҙ кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • Кем һуң ул Рәми Ғарипов?

  • Был һорауға яуап бирергә ошо схема ярҙам итер.

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова

1. Ҡайҙа? Ҡасан?

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова

2. Ниндәй? Рәми Ғарипов төрлө жанрҙарҙа ижад итә: шиғырҙар, поэмалар, балладалар, ҡобайырҙар, тәржемәләр.

3. Кем?

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова

4. Нисек?

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова

Слайдар

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова



Открытый урок по творчеству Р.Гарипова

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова

Тимәк, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 2016 йылдың 12 февралендә 84 йыл тула. Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны, теманы һәм ошо схеманы төшөрөп, яҙып ҡуйығыҙ.

Хәҙер уның турыһында видеотаҫманан өҙөк ҡарайыҡ.

III. Яңы тема буйынса эш.

  1. Бөгөн Рәми Ғариповтың " Кеше" исемле шиғыры менән танышырбыҙ. ( Инеш әңгәмә.)

  2. Уҡытыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы.

  3. Һүҙлек эше:

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова



  • Был һүҙҙәрҙе хор менән, һуңынан төркөмләп уҡыу.

  1. Уҡыусыларҙың шиғырҙы уҡыуы, тәржемә итеүе.

  2. Уҡытыусы Айҙар Хөсәйенов тәржемәһен уҡып ишеттерә.

Человек
Да будет нужен людям,
Да не будет лишним человек!
В работе,
На отдыхе
Пускай
Смеется и плачет,
Поет,
Не вздыхает от бед
И несчастий судьбы,
Горе свое одолевает.
Пусть радуется,
Видя
Свой светлый след,
Что оставили
Ум его
И умелые руки.
Пускай мечтает,
Горит,

Окрыляется вновь и вновь,
Вперед и вперед
Устремляется снова!
Пускай влюбляется,
Горит,
Живет
Надеждами народа своего!

Горе свое
Не раздувая,
Живет, ожидая
Праздника -
Таким я вижу
Человека
Будущего.
Он
Прекрасен!


6. Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса эш.

  • Шағир киләсәктең матур кешеһен нисек күҙ алдына килтерә?

  • Шиғырҙан терәк һүҙҙәрҙе табыу.

Яуап: янып эшләгән, тормошон үҙе биҙәгән, хыялланған, ҡанатланған, алға ынтылған, күркәм кеше, бай бәхетле.

  • Терәк һүҙҙәргә таянып, автор нимә әйтергә теләгәнен бер нисә һөйләм менән һөйләп биреү.

Яуап: "Киләсәктең матур кешеһе кешеләргә кәрәкле, янып эшләгән, ял итә белгән, үҙ эшенә ҡыуанған, алға ынтылған, халыҡ тураһында уйлап йәшәгән, ҡайғыларға баш эймәгән, бай бәхетле булырға тейеш". Ошо һөйләмде дәфтәргә яҙып ҡуйыу.

  • Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Автор "кешегә" дөрөҫ ҡылыҡһырлама биргәнме?

  • Ә һеҙ, балалар, "ысын кеше"не нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

  • Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.

  1. Төркөмдәр менән эш.

Беренсе төркөм кеше һәм уның эше тураһында мәҡәлдәр яҙа. ( "Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр" һүҙлеген ҡулланыу). Мәҫәлән: "Кеше күңеле быяла, һакһыҙ тиһәң ыуала", "Кеше, һис шикһеҙ, эше, күркәм булмышы менән мәңгелек", "Көслө кеше көсөнә таяныр", "Аҫыл кеше "алтын" тип үлмәҫ, "халҡым" тип үлер", "Алтын утта һынала , әҙәм эштә һыналыр". Мәҡәлдәр буйынса тәрбиәүи әңгәмә ҡороу.

Икенсе төркөм тик ҡылымдар ярҙамында ғына Рәми Ғариповтың " киләсәк кешеһен" тасуирлай. ( Эшләһен, көлһөн, йырлаһын, һыҡранмаһын, ҡыуанһын, хыялланһын, янһын, ҡанатланһын, ынтылһын, һөйһөн, көйһөн.)

  • Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.

  • Шиғырҙан авторҙың тормошона, ижадына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе яҙып алыу.

Яуап: Янып эшләй, ял иткәндә көлә, йырлай, тормошона һыҡранмай, тормошон үҙе биҙәй, эшенең һөҙөмтәһенә ҡыуана, хыяллана, яна, күркәм кеше була, халыҡ ғәме менән йәшәй, үҙ ҡайғыһын кескәй ҡайғы итеп, ҙур байрам көтөп йәшәй.

  • Ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып Рәми Ғариповҡа ҡылыҡһырлама биреп буламы?

( Рәми Ғариповтың тормошо, әлбиттә, еңелдәрҙән булмай. Ләкин ул тормошона һыҡранмай, ә иле, халҡы, теле тип янып, хыялланып йәшәй.)

IV. Йомғаҡлау.

Бар ғүмере хеҙмәттә үткән шағирҙың тормошо, ижады һеҙгә үрнәк булһын. Рәми Ғариповтың хеҙмәтен баһалағыҙ, онотмағыҙ, хөрмәт итегеҙ. Уңған, эшһөйәр, аҡыллы, булып үҫегеҙ. Тормошоғоҙҙо үҙегеҙ биҙәгеҙ, хыялланығыҙ, алға ынтылығыҙ, кешеләргә кәрәкле кеше булығыҙ! Тыуған илдең киләсәге - һеҙҙең ҡулда.

V. Өйгә эш.

1). Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнергә.

2). "Киләсәк кеше"һенең һүрәтен эшләргә.

Ошоноң менән дәресебеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!





Тема:

Рәми Ғариповтың " Кеше" шиғырын өйрәнеү.

(Рәми Ғарипов ижадына арналған дәрес план - конспект)

.

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова

.

Открытый урок по творчеству Р.Гарипова

© 2010-2022