Сочинение на тему Во мне кровь предков

Раздел Другое
Класс 5 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Миндә- ата-бабалар ҡаны

Минең шәжәрәм 1747 йылдан башланып, Ноғман хәзрәткә барып тоташа. Ул үҙенең осоро өсөн бик уҡымышлы кеше булған. Уның 8 ҡатыны,52 балаһы булған. 3-сө ҡатынынан 2 ҡыҙ, 1малай тыуған. Малайына ул Фәрхетдин тигән исем биргән. Ул балаларын төрлө яҡтан да үҫтерергә омтолған. Үҙе улдарына өлгө булған. Хәҙрәттең улы Фәтхетдин дә атаһы кеүек , дин юлынан киткән. Ул бик ғәҙел кеше булған,атаһының аманатын онотмай, яҡшылыҡ эшләргә тырышҡан. Изгелек ит тә, һыуға һал - халыҡ белер, тип ҡабатларға яратҡан ул. Ысынлап та,үҙе үлгәндән һуң да ауылда уның тураһында гел яҡшы һүҙҙәр генә йөрөгән. Уның исеме лә мәңгеләштерелгән - ауылдан алыҫ түгел Хәҙрәт Шишмәһе бар. Ундан һыуҙар ҡойоп эсәм дә, шул олатайымды күҙаллайым: нисек ул ошо шишмәне таҙарттырған, нисек юлын асҡан, ниндәй ғорурлыҡ менән уның шифалы һыуҙарын тәмләгән… Ә күпме кеше һыуға барған һайын уға рәхмәт уҡыған! Шуларҙы уйлайым да, ғорурланып торам! Ҡатынды ла, тыуасаҡ балаларының әсәһен, ул һайлап ҡына алған. Бер бите ай, бер бите көн кеүек һылыу ҡыҙ Фатыйма тыйнаҡ та, сабыр ҙа, уҡымышлы ла булған. Ҡыҙ баларҙы мәҙрәсәлә уҡытҡан, ғәрәп телендән белем биргән. Уның ҡөръән ситтәренә яҙған яҙмалары бөгөнгө көндә лә беҙҙә һаҡлана. Өләсәйем уның тураһында һөйләгән саҡта мин үҙемде Фатыйма өләсәйем урынына ҡуйып, уйланып ултырам. Үҙемде уға оҡшатам. Ниндәйҙер сихри ептәр мине уның менән тығыҙ бәйләгәнен тоям. Ә бәлки, уның йәне миңә күсеп, миндә йәшәп яталыр?! Бәлки шунлыҡтан мин доғаларҙы тиҙ генә отоп ҡуям, уларҙы матур итеп уҡырға яратам? Ошондай уйҙарҙан уянып китәм дә, бөгөнгөнө күреп тағы ла таң ҡалам. Минең 8 быуын олатайым менән минең арала 265 йыл! Нимә генә үҙгәрмәгән дә, нимә генә булмаған ошо йылдар эсендә! Тик зат ҡына шул уҡ ҡалған, дауам иткән, үрсегән. 117 кешегә эйләнгән! Ә тағы ла күпме тыуасаҡ! Йылдар, быуаттар үтеү менән мине лә шулай уҡ хәтерләп, «Минең Зәрринә өләсәйем кеүек булаһым килә тип» хыялланып, ихтирам менән иҫкә алырҙар, моғайын. Мин тырышасаҡмын, уҡыуҙа ла, эштә лә алғы рәттәрҙә буласаҡмын, затыбыҙға тап төшөрмәҫмен!

© 2010-2022