• Преподавателю
  • Другое
  • Дәрестә һәм дәрестән тыш сараларҙа телмәр компетентлылығын үҫтереү алымдары. Реферат

Дәрестә һәм дәрестән тыш сараларҙа телмәр компетентлылығын үҫтереү алымдары. Реферат

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАһЫНЫҢ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

ДҮРТӨЙЛӨ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ




Дәрестә һәм дәрестән тыш

сараларҙа телмәр компетентлылығын

үҫтереү алымдары.

Реферат.



Башҡарҙы:

Дүртөйлө районы муниципаль район

Мәскәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғәдиева Илүсә Әсғәт ҡыҙы

Мәскәү- 2013


Йөкмәтке

Инеш. Телмәр компетентлылығын үҫтереүҙең әһәмиәте................ 3-5

Төп өлөш.

I. Дәрестә уҡыусыларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, телмәр компетентлылығын үҫтереү алымдары .

1.1. Компетентлылыҡ. Телмәр компетентлығы......................................7-9

1.2. Тел һәм телмәр. Телмәр төрҙәре. ……………………………… ….9-14

1.3 Бәйләнешле телмәр үҫтереүҙә текст менән эш.……………………14-20

1.4 Тыңлап аңларға өйрәтеү юлдары ………………………………….12-17

1.5.Әҙәбиәт дәрестәрендә телмәр үҫтереү……………………………..18-

1.6. Дәрестә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы алымдарын ҡулланыу………………………………………………………………………18

1.7. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә һүҙ байлығын арттырыуҙың роле………………………………………………………………

1.8.Һөйләү тиҙлегендә уҡырға өйрәтеү………………………………………..

1.9.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү өсөн эш төрҙәре………………………………………

1.10.Компьютер һәм телмәр үҫтереү……………………………………….

1.1 1. Башҡорт теле дәрестәрендә периодик баҫмалар ҡулланыу һәм башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен файҙаланыу………………………………….

II. Ижади һәләт һәм телмәр үҫтереү……………………………………..

III.Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү……………….

IV. Кластан тыш сараларҙа телмәр оҫталығы тәрбиәләү...................22-23

V. Телмәр үҫтереү эшмәкәрлеге буйынса эш һөҙөмтәләре………….....24-27

Йомғаҡлау.........................................................................................28-30

Ҡулланылған әҙәбиәт........................................................................31

Ҡушымта …………………………………………………………..........32-35

Инеш .

Телмәр компетентлығын үҫтереүҙең әһәмиәте.

  1. Хәҙерге ваҡытта бигерәк тә йәштәрҙең телмәрендә тупаҫ,насар яңғыраған

һүҙҙәрҙең күп булыуы, сит һүҙҙәрҙең урынһыҙ ҡулланылыуы, синтаксик конструкцияларҙың төҙөк, шыма булмауы уҡыусыларҙың бәйләнешле , камил, шыма телмәрен үҫтереүҙе, йәғни, уҡыусыларының телмәр компетентлылығын үҫтереүҙе, яҙма һәм һөйләү телмәренә талапты көсәйтеүҙе, был йүнәлештә эште һығылмалы һәм индивидуаль алып барыуҙы һорай. Ошоларҙы иҫкә алып, мин үҙемә түбәндәге бурыстарҙы ҡуйҙым:

· Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә һөйләгәнде, уҡығанды аңларға өйрәтеү, телмәр үҫтереү;

· Башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү;

· Уҡыусыларҙың башҡорт теле дәрестәрендә телмәр компетентлылығын үҫтереү юлдарын асыҡлау, үҫешен тәьмин итергә йүнәлтелгән дидактик материал туплау һәм системалаштырыу.

· Һәр уҡыусыға телде практик үҙләштереүгә шарттар тыуҙырыу.

· Ғилми-методик әҙәбиәтте өйрәнеп, башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланылыусы инновацион технологияларҙы асыҡлау.

· Уҡыусының танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, теоретик нигеҙҙәрен билдәләү, ҡулланыу юлдарын күрһәтеү.

Әҙәбиәт һәм сәнғәтебеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләтлектәрен үҫтереү.

Уҡыусыларҙың үҙ аллы белем алыуына, әҙәби китап уҡыуына, уҡылғанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен әүҙемләштереү.

Йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү.

Маҡсатым - башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә телмәр компетентлылығын үҫтереү.

Мин уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтырыу өсөн, яңы технологиялар ҡулланырға булдым. Ә әсә - атайҙары ҡыҙыҡтырыу өсөн, уларҙың иң ҡәҙерле балаларының һәләттәрен күрһәтеп ҡыуандырыу сараһын отошло тип һанайым.

Минең көткән һөҙөмтәләрем: Әгәр яңы федераль белем биреү стандартына таянып уҡытыуҙы башҡа предметтар менән бәйләп, төрлө шәхсән, регулятив (көйләү), текст менән эшләү, коммуникатив (аралашыу), танып-белеү ғәмәлдәрен ҡулланып, балаларҙың физиологик үҫешенә таянып, яңы технологиялар ҡулланып эшләгәндә:

1.Башҡорт телен һөйөүселәр, теләп өйрәнеүселәр бермә - бер артыр.

2. Телмәр компетентлылығы формалашыр.

3. Уҡыусының үҙ аллы фекерләү һәләте үҫер.

4. Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙары, ихтирамдары артыр.

5. Уҡыусылар башҡорт телендә дөрөҫ, матур һөйләшергә өйрәнер.

6. Башҡорт теле дәрестәре күпкә ҡыҙығыраҡ һәм фәһемлерәк үтер.

Принциптар.

Телмәр үҫтереүҙә түбәндәге педагогик принциптарҙы иҫәпкә алып: күсәгилешлелек, дауамсанлыҡ, күргәҙмәлелек, тормош менән бәйләнеш, ябайҙан- ҡатмарлыға, әүҙемлекте арттырырлыҡ итеп ҡороу өсөн инновацион технологиялар файҙаланыу.

Ғилми яңылыҡ: Төрлө күренекле педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең фәһемле фекерҙәренә таянып эҙләнеү, тикшереү эше алып барылды. Мәҫәлән: «Мин балалар ойошмаһы уйын менән байытылырға тейеш тип иҫбат итәм, тип яҙған А.С. Макаренко.- Хәтерҙән сығармағыҙ, беҙ, бөтәһенән элек, уйынға ҙур ихтияжы булған баланың айырым бер үҫеш осоро тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ.Ул ихтияжды ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Бала ни тиклем матур уйнаһа, шундай итеп матур эшләйәсәк тә…»

А.С. Макаренконың 100 йыл элек балалар менән эшләгән тәжрибәһе бөгөнгө көндә лә актуаль.

Н.К. Крупскаяның үткән быуатта яҙған педагогик хеҙмәтендә лә сағыла: «Бик матур программалар төҙөргә мөмкин, ләкин, әгәр ҙә уҡытыусы уларҙы балаларға яҡын һәм аңлайышлы итә алмаһа, улар аҙ файҙа килтерәсәк. Хәҙерге заман балалары элеккегә ҡарағанда аңлыраҡ һәм үткерерәк. Ләкин иҫке метод менән эшләргә ярамай. Уларҙы ҡыҙыҡтырырға, мауыҡтырырға, әүҙемлегенә билдәле бер йүнәлеш бирергә кәрәк». Шул йәһәттән, хәҙерге балаларҙы ла инновацион технологиялар менән эшләнгән уйындар, проекттар, логик- мәғнәүи модель ҡулланып дәресте байытырға кәрәк.

Балаларҙың тырышып уҡыуында ҡыҙыҡһыныу төп урында тора. Әлбиттә , быға тәбиғи һәләт тә сәбәпсе. Шулай ҙа һәләтте асыу өсөн тейешле шарттар булдырыу әһәмиәткә эйә. Билдәле педагог Л.Г.Занков: "Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш», - ти. Ә белемгә, яңылыҡҡа бала ҡыҙыҡһыныу булғанда ғына ынтыла. Балаларҙың киләсәктә фекерләү үҙ аллылығы, теоретик материалды практика менән бәйләй алыуы һәм алған белемен яңы шарттарҙа файҙалана белеүе уларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ни ҡәҙәре аңлы, мауығып, ижади һәм теләк менән өйрәнеүенә бәйле. Танып белеүгә ҡыҙыҡһыныу иғтибарҙы, ихтиярҙы, хәтерҙе, аҡыл эшмәкәрлеген, ижадты активлаштыра, яңы материалды тиҙерәк һәм еңелерәк иҫтә ҡалдырырға булышлыҡ итә. Балаларҙың эшләү һәләте лә арта.

Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен өсөн, унда һоҡланыу, үҙе ирешкән "асыш" һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәре, төрлө алымдар ҡулланыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Әгәр материалды үҙләштереү ауыр, ялҡытҡыс, бер төрлө икән, уҡыусының күңеле һыуына, активлығы ла кәмей һәм телде өйрәнергә булған теләге бөтөнләй һүнергә мөмкин. Шуға күрә уҡытыусы яңы ысулдар, эш алымдары ҡулланғанда ғына балалар ҙа ижади фекер йөрөтә аласаҡ, үҙҙәрен "асыш яһаусы", "уйлап табыусы" итеп тоясаҡ.

В.А. Сухомлинский: "Дәрес - ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон,"- тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү , һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә.

Методист ғалимдарҙың билдәләүенсә, Рәсәй территорияһындағы мәктәптәрҙә илленән ашыу уҡытыу технологиялары йәшәп килә. Был йәһәттән Д.Б. Элконин, В.В. Давыдов, Л.В. Занков, Ш.А. Амонашвили, В.А. Сухомлинский, В.В. Потапов, А.А Границкая, Е.Н. Никитин, В.Н. Зайцев, В.Ф. Шаталов кеүек ғалимдарҙың, уҡытыусы - методистарҙың инновацион технологик системаларын күрһәтергә кәрәк. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһын түбәндәге ғалим- методистарҙың хеҙмәттәрен күрһәтеп китергә кәрәк: Толомбаев Х.А., Алсынбаева Р.Р. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу".

Яңы ФДББС-ты талаптарында ла инновацион алымдар менән, эҙләнеп белемеңә таянып өйрәнеүгә, белем алыуға өҫтөнлөк бирелә.

Урыҫ яҙыусыһы М.Горькийҙың «Йәштәр тураһында» мәҡәләһендә үрҙә әйтелгән талаптар сағылыш алған. «Балаларҙы һөйләргә, яҙырға өйрәткәндә проблемалы хәлде эсенә алған «донъяны таныу юлы" булған ҡыҙыҡ уйындарҙы, аҡыл операцияһының эшен һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙ рәүештә файҙаланырға кәрәк. »

Фараз.

Минең төп бурысым балаларҙың тыумыштан килгән зирәклеген артабан үҫтереү, йәки юғалтмау.

Үҫтереүсе уҡытыу концепция нигеҙҙәрен ҡарап китәйек: Башҡортостанда киң таралыш тапҡан педагогик система. Был технологияларҙың теоретик нигеҙҙәре заманында И.Г. Песталоцци, А. Дистерверг, К.Д. Ушинский, һ. б. хеҙмәттәрендә яҡтыртыла. Теорияның фәнни яҡтан Л. С. Выготский нигеҙләй, ә экспрерименталь өлөшөн Л. В. Занков, Д. Б. Эльконин, В. В. Давыдов һ. б. ғалимдар етәкләй.

Үҫтереүсе уҡытыу системаһының төп маҡсаты яңы тенхнологиялар менән шәхесте төрлө яҡлап интенсив үҫтереү. Был системаны Башҡортостанда юлға һалыусы, өйрәтеүсе башҡорт теле дәреслектәрен, уның методикаһын белгән ғалимдарҙың, доценттарҙың эше ҙур хөрмәткә лайыҡ улар: М. С Дәүләтшина, Ф. Ш. Сынбулатова, Ә. Т. Мәүлийәрова, Х. А. Толомбаев, М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова һ. б.

Яңы ФДББС - на таянып был эште башҡа предметтар менән бәйләп, төрлө шәхсән, регулятив (көйләү), текст менән эшләү, коммуникатив (аралашыу), танып-белеү ғәмәлдәрен ҡулланып балаларҙың физиологик үҫешенә таянып эшләгәндә был башлаған эш тормошҡа ашасаҡ, сөнки яңы технологиялар заманға ярашлы һәм балаларҙы йәлеп итә.

Төп өлөш.

I. Дәрестә уҡыусыларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, телмәр компетентлылығын үҫтереү алымдары .

1.1. Компетентлылыҡ. Телмәр компетентлығы.

Р.А. Абулатипов, А.В. Камалетдинованың "Русско- башкирский словарь терминов по методики преподования языков" тигән һүҙлегенә мөрәжәғәт иткәндә, унда былай тип бирелә:"Белделеклелек, белгәнлек", " нигеҙлелек, төплөлөк", икенселәрендә был төшөнсә "айырым бер өлкәлә тейешле белемле булған, яҡшы белемле" тип бирелә.

Ә В.М. Полонский үҙенең һүҙлегендә:" Компетентлылыҡ - кешенең тейешле өлкәлә күнекмә булдырыу һәм практик яҡтан нығытыу",- ти.

Компетентлылыҡ " әҙер килеш бөтәһен дә бирергә түгел, ә " өйрәнергә өйрәтеүҙе" күҙ уңында тота. Ошонан сығып компетентлылыҡтың төп маҡсаты булып мәктәп дәүерендә төрлө яҡтан үҫешкән уҡыусы шәхесен формалаштырыу, уның фекерен, тел интуицияһын, һәләтен, телмәрен, телмәр мәҙәниәтен , аралашыу мәҙәниәтен , ҡылығын үҫтереү.

Компетентлылыҡтың 4 төрө була.

1. Тел компетентцияһы. Лингвистик компетенция нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ул һүҙҙәрҙе әҙәби тел нормаларына ярашлы, дөрөҫ итеп ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

2. Лингвистик компетенцияны формалаштырыу - ул терминдарҙы яҡшы белеү, телдең төҙөлөшөн, функцияларын үҙләштереү.

3. Коммуникатив компетенция - аралашҡанда тел һәм телдән тыш сараларҙы маҡсатҡа һәм ысынбарлыҡҡа ярашлы, теманан, ситуациянан һ.б. ҡуллана белеү.

4. Лингвокультурологик компетенция - лингвокультурология өлкәһендә компетентлы булыуҙы талап итә. (Лингвокультура- тел һәм культураның бәйләнешен синтезлаусы комплекслы фәнни дициплина.)

Телмәр компетентлығы - ул телмәр эшмәкәрлегенең коммуникатив яҡтан үҫешенең дүрт төрөн белдерә ( уҡыу, яҙыу,тыңлау, һөйләү).

Һөйләүгә монологик, диалогик телмәр инә. Диалогик телмәр уҡыусыларҙың төрлө темаларға әңгәмәләшә белеүен күҙ уңында тота. Монологик телмәр төрлө ваҡиғаларҙы һөйләй, һүрәтләй, баһалай белеүҙе талап итә, уҡығанды ҡулланырға өйрәтә.

Коммуникатив компетенция һөйләшә, аралаша, бәйләнешкә инә белеү оҫталығы, социаль нормаларға таянып эш итеүеҙе аңлата.

1.2. Тел һәм телмәр.

Тел - ул быуаттар буйына тупланған рухи хазина, ата - бабаларыбыҙҙан быуындан быуынға күсә килгән изге аманат. Тел - кешеләрҙең аралашыуы өсөн иң кәрәкле ҡорал. Уның ярҙамында беҙ бер - беребеҙ менән аңлашабыҙ, ғилем донъяһына юл ярабыҙ, уй - фекерҙәрҙе уртаҡлашып тормошҡа ашырабыҙ.

Эйе, телһеҙ шәхестең, кешелек йәмғиәтенең, фәндең, техниканың, мәҙәниәттең үҫеше мөмкин түгел. Халҡыбыҙ элек -электән быны яҡшы аңлаған һәм телдең кешелек тормошонда тотҡан урынын юғары баһалаған.

Әсә телендә кеше донъяны, донъя матурлығын аңлай башлай. Уның шул телдә фекерләү культураһы, зауығы формалаша.

Туған тел - халҡыбыҙҙың аҡыл - зиһенен, ғөрөф - ғәҙәттәрен, тормош фәлсәфәһен һәм тәжрибәһен, тарихын, рухи байлығын меңәр йылдар үҙенә һеңдерә килгән икһеҙ - сикһеҙ хөрмәтле хазина ул.Тыуған ил, туған халыҡ, туған тел - иң изге төшөнсәләр.

Телмәргә өйрәтеү - ул аралашыу аша телмәр күнекмәһе булдырыу һәм тел саралары менән эшләүҙе системалы алып барыу тигән һүҙ.

Һөйләү, яҙыу телмәре күнекмәһе йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу өсөн генә түгел, мәктәптә уңышлы белем алыу өсөн дә кәрәк. Әгәр ҙә баланың телмәре үҫешмәһә, уның аҡыл үҫеше лә артта ҡала. Уҡыусыны уҡырға, яҙырға, һөйләргә өйрәтеүҙә иғтибар, фекерләү һәләте, телмәре әһәмиәтле урын биләй.

«Телмәр үҫтереү» тигән төшөнсәгә дәрестәрҙә уҡыусыларҙың аңын фәнни төшөнсәләр, белемдәр менән байытыу, тел сараларының грамматик һәм стилистик яҡтан дөрөҫ ҡулланып үҙ фекереңде билдәле ситуацияла тәрән йөкмәткеле итеп һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыуға бағышланған бөтә эштәр системаһы инә.(Аҙнағолов Р.) Ошонан сығып, телмәр үҫтереүҙең йөкмәткеһен түбәндәгесә билдәләй алабыҙ:

-Уҡыусыға һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатыу, телмәрҙә ҡулланырға күнектереү;

-Бәйләнешле телмәр төҙөү күнекмәләрен биреү;

- Туған телдең орфоэпик нормаларын ныҡлы өйрәтеү.

Телмәр барлыҡҡа килтереү механизмдары бәйләнешле телмәр үҫтереүҙә аңлы эш итеүҙе талап итә.Танып белеү һәм фекерләү кеүек мөһим ҡорал булған телмәрҙе камиллаштырмайынса тороп, Һәр яҡлап ныҡлы үҫешкән шәхесте тәрбиәләү мөмкин түгел. Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен бөтә уҡыу йылдары осоронда системалы рәүештә байытҡанда ғына телмәр мәҙәниәтен, дөйөм әҙәби үҫешен файҙалы итеп күтәрергә була.

1.3. Бәйләнешле телмәр үҫтереүҙә текст менән эш.

Баланың телмәрен үҫтереү - төп бурысым, сөнки һөйләү һәм яҙма телмәр һәр төрлө аҡыл хеҙмәтенең һәм аралашыуҙың нигеҙе булып тора.

Бәйләнешле телмәр төҙөү күнекмәһе үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй, ул оҙайлы һәм эҙмә-эҙлекле ижади эшмәкәрлек талап итә. Уҡыусыларға текстың билдәләре, структураһы, төрҙәре, уны барлыҡҡа килтереүсе саралар тураһында белешмә бирәм.

Телсе Е.И. Никитина текстың билдәләренә түбәндәгеләрҙе индерә:

1) исеме, темаһы, идеяһы барлығы;

2)башы, төп өлөшө, аҙағы булыуы;

3)бәйләнгәнлек;

4) композицион тамамланғанлыҡ;

5) стилистик берҙәмлек.

Ошо билдәләмәгә нигеҙләнеп текстың төҙөлөшөн аңлатам. Һәр текстың темаһы һәм йөкмәткеһе була. Темала текста нимә тураһында һүҙ барыуы асыҡлана. Конкрет материалда шул теманы асыу йөкмәткене тәшкил итә. Авторҙың маҡсаты текстың төп фекерен, идеяһын белдерә. Шулай итеп, текст 3 компоненттан торғанын асыҡлайбыҙ. Уларҙы 3 һорау рәүешендә бирәбеҙ:

текста нимә тураһында һүҙ бара? (тема);

был турала текста нимә әйтелгән ? (йөкмәтке);

ни өсөн һәм нисек әйтелә ? (төп фекер).

• Текстың исеме уның йөкмәткеһе менән бәйле, шуға күрә, күп осраҡта, исеменә ҡарап текста нимә тураһында һүҙ барғанын билдәләйбеҙ. Мәҫәлән: "Кәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән" әкиәтенең исемендә үк уның йөкмәткеһе сағылыш тапҡан.

• Текст берәмектәрен айырыу өсөн тексҡа хас бәйлелеккә, мәғәнәүи һәм стилистик бөтөнлөккә таянып эш итәбеҙ.

Уҡыусыларға текстың өлөштәрен айырырға өйрәтәм, һәр өлөштөң текст төҙөүҙәге ролен ентекләп аңлатам, сөнки тексты дөрөҫ анализлау һөҙөмтәһендә уларҙың үҙ аллы текст төҙөү күнекмәһе формалаша. Абзацтарҙы танырға өйрәтеү фекер ебен эҙмә-эҙлекле үҫтереүгә, бер фекерҙе икенсеһенән айыра белеүгә булышлыҡ итә. Был белем, күнекмәләр текстар анализлағанда ғына түгел, уҡыусыларға ижади эштәр үтәгәндә (ижади диктант, изложение, инша, эссе һ. б .) лә бик кәрәк. Башҡорт теле дәрестәрендә текстар менән эште дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтерергә ярҙам итә. Лингвистик компетентлыҡ үҫешә. (Ҡушымта №1)


1.4.Тыңлап аңларға өйрәтеү юлдары. Коммуникатив компетентлыҡ формалаштырыу.

Белем биреүҙең федераль дәүләт стандартында уҡыусыларҙа компетентлыҡ формалаштырыу, белем алырға, уны практикала ҡулланырға һәм толерантлыҡҡа өйрәтеү төп бурыстарҙың береһе тип ҡарала.

Башҡорт телен уҡытыуҙа коммуникатив компетентлыҡ формалаштырыу өсөн, уның нигеҙе булараҡ, текст өҫтөндә эште дөрөҫ ойоштороу мөһим. Тел дәрестәрендә уҡыусының зиһенен, фекерләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереүҙә, донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа, белем һәм тәрбиә биреүҙә бәйләнешле текст ҡулланыуҙың роле бик ҙур.

Башҡортса һөйләргә, тыңлап аңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеүҙең нигеҙендә текст ята. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү өсөн уларҙы төрлө йүнәлештәге текстарҙы ҡабул итергә һәм төҙөргә, йәғни аралашырға өйрәтәм. Фекерҙе дөрөҫ әйтергә, яңы мәғлүмәтте үҙләштерергә һәм шул турала һөйләргә, телмәр мөхитен иҫәпкә алып эш итергә өйрәтәм, беренсенән, аралашыу берәмеге булған текст тураһында белем бирәм, икенсенән, уҡыусыларҙа махсус күнекмәләр формалаштырам. Башҡорт теле дәресендә һөйләү, тыңлап аңлау, уҡыу, яҙыу күнекмәләренә өйрәткәндә, һәр береһенә хас эш төрҙәре башҡарам. Шуларҙың береһе - тыңлап аңлауға (аудирование) иғтибар йүнәлтәм.

Тыңлап аңлау. Башҡорт телен уҡытыуҙа тыңлап аңларға өйрәтеү этабы - иң ауыр телмәр эшмәкәрлеге, сөнки телмәрҙе аңлау өсөн тыңлай белеү мөһим. Балалар дәрес һайын башҡорт әҙәбиәтенең сағыу өлгөләре менән таныша, һүҙ байлығын ишетә. Аудирование әҫәрҙең нескәлектәрен тойомларға мөмкинлек бирә, уҡыусыларҙа эстетик зауыҡ тәрбиәләй. Тыңлап аңлауҙың ыңғай яҡтары күп:

- аудио( видео)текст тыңлаған ваҡытта, уҡыусылар автор позицияһы менән таныша. Һөйләүсе тыңлаусының нимәгәлер иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында, айырым һүҙҙәргә баҫым яһай, тауыш менән хис-тойғоларҙы биреүгә ирешә. Уның тасуири уҡыу оҫталығы уҡыусылар өсөн өлгө булып тора. Тәрән йөкмәткеле һәм уҡыусыларҙың зауығына тап килгән текстар башҡорт теле дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу уята;

- тыңланасаҡ текстар грамматик һәм лексик теманы бергә алып барырға мөмкинлек бирә, ә был иһә дәресте йәнләндерә;

- төрлө темаға ҡараған текстар рухи һәм матди мәҙәниәт тураһында бай мәғлүмәт бирә;

- бәйләнешле текст телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеүҙең бөтә төрҙәре буйынса ла комплекслы эшкә юл аса. Тыңлап аңларға өйрәтеү этабында тәрән йөкмәткеле, тәрбиәүи әһәмиәтле, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡәнәғәтләндерерлек, белемен киңәйтерлек текст һайлайым. Текстың йөкмәтҡеһе, теле буйынса уҡыусының йәшенә тап килә, дәрестә өйрәнеләсәк грамматик, лексик материалды үҙ эсенә ала, стилистик яҡтан өлгө була.

Әлбиттә, текстар күп төрлө: аудио-текст, видеотекст, мини-текст, әҙәби текст (роман, хикәйә, әкиәт, шиғыр), яҙма текст (диктант, инша, изложение), уҡыусының яуабы (диалог, монолог). Тыңлап аңларға өйрәтеүҙең башланғыс этабында үҙемдең телмәрем дә ҙур роль уйнай. Техник саралар ярҙамында бирелгән мәғлүмәттән айырмалы рәүештә, мин, тыңлаусыларҙы иҫәпкә алып, телмәр темпын һайлайым, әйтелгәнде ҡарашым, ым-хәрәкәтем менән дә аңлатам.

Тыңларға өйрәтеүҙең тәүге этабында, аңлауҙы еңеләйтеү өсөн, күргәҙмәлелек файҙаланып, бәйләнешле 3-4 һөйләм төҙөтәм. Артабан әкиәт, хикәйә, һүрәтләү текстары тәҡдим итәм. Әгәр текст күләмле булһа, уны 3-4 өлөшкә бүлеп тыңлайбыҙ һәм һәр өлөш аҙағында контроль һорауҙар менән нығытабыҙ.

Тыңлағандан һуң, уҡыусыларға ошондай эш төрҙәре тәҡдим итәм:

^ Терәк һүҙҙәрҙе билдәләп, логик сылбыр төҙөү.

^ Тулы йөкмәткене аңлау өсөн, һүҙҙәрҙе билдәләү.

(Методика буйынса, осраясаҡ яңы һүҙҙәрҙе тексты уҡыр алдынан аңлатып китергә кәрәк. Һүҙҙең мәғәнәһен логик сылбыр буйынса аңлатыу отошло: ниндәй өлкәгә ҡарауын эйткәс, уҡыусылар төрлө варианттар тәҡдим итә, аҙаҡ һүҙҙең билдәләре конкретлаша, формаһы, төҫө йәиһә тормоштағы функцияһы телгә алына. Балалар эҙләнеүҙәр аша дөрөҫ яуапҡа килә, һүҙҙең мәғәнәһен генә асыҡлап ҡалмай, уның билдәләре, функциялары менән таныша. Ә йомаҡты сисеү дәрестә «уңышлылыҡ» ситуацияһын тыуҙыра, уҡыусыларҙа үҙ көсөнә ышаныс уята.)

^ Теманы билдәләү.

^ Тексҡа исем биреү. (Варианттар тәҡдим ителә, фекерҙәр дәлилләнә һәм иң уңышлыһы һайлап алына.)

^ Айырым абзацтарға исемдәр эҙләү.

^ Йөкмәтке буйынса төҙөлгән һорауҙарға яуап биреү.

^ Логик сылбырға таянып, оҡшаш текст төҙөү. (Уҡыусылар бер темаға яҙылған төрлө стилдәге текстар менән таныша, үҙҙәре лә ижад итеп ҡарай.)

Үтелгән теманы ҡабатлау һәм нығытыу маҡсатында эштәр тәҡдим итәм.

Фонетик эш төрҙәре:

^ Һүҙҙә йәки һөйләмдә билдәләнгән өнгә башланған һүҙҙәрҙе табыу;

^ Нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәрҙә ялғау яҙылышын аңлатыу;

^ Өндөң телмәрҙә үҙгәрешенә миҫалдар эҙләү;

^ Бирелгән һүҙҙәргә фонетик транскрипция эшләү.

Лексик эш төрҙәре:

^ Тура һәм күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәрҙе табып, улар менән һүҙбәйләнеш төҙөү;

^ Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлатыу, улар менән яңы һөйләм уйлау;

^ Билдәләнгән һүҙҙәргә синоним, антонимдар яҙыу;

^ Һүҙҙәрҙе ниндәйҙер билдә буйынса төркөмләү.

Синтаксик эш төрҙәре:

^ Эйә менән хәбәр төркөмөн билдәләү;

^ Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу;

^ Үҙаллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айырыу;

^ Һөйләмдең төрөн билдәләү.

Бөтә фонетик, лексик, синтаксик эш төрҙәрен дәрес һайын үткәрергә тырышам.

Уҡыусылар һәр ерҙә икенсе кешенең телмәренә иғтибарлы булып, аңламағанын һорап, асыҡлай белһә, һөйләүсенең төп фекерен тотоп ала алһа, уның тыңлап аңлау күнекмәһе формалашҡан тип әйтергә мөмкин. Өйҙә тыңлау өсөн эш бирәм , телевизорҙан башҡортса тапшырыу ҡарап, нисек аңлағанын һөйләтәм. Был эштәр уҡыусыларҙың лингвистик компетентлылығын арттыра.

1.5.Әҙәбиәт дәрестәрендә телмәр үҫтереү.

Әҙәбиәт дәрестәре уҡыусыларҙы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙә, уларҙың үҙаңын формалаштырыуҙа, һәләттәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм ынтылыштарын үҫтереүҙә төп предмет булараҡ сығыш яһай. Ул баланың шәхес булып өлгөрөүендә, тормош юлын, асылын эҙләү һәм аңлауында ҙур роль уйнай.

Әҙәбиәт дәрестәрендә ошондай мәсьәләләрҙе сисәм:

а) уҡыусыларҙың фекерләүен әүҙемләштереү;

б) ижади һәләтен үҫтереү;

в) дәрестәрҙә уҡыусыларҙың аҡыл хеҙмәтен эҙмә-эҙлекле ойоштороу;

г) психологик хәл-торошон анализларға, һаулығы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо

булдырырға һәм уның менән идара итергә өйрәтеү;

д) уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Был эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙа педагог-новатор В.Э. Штейнберг технологияларын эффектлы файҙаланам. ( Ҡушымта №2) Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә логик моделдәр, схема-проекттар ҡулланып яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәм. Шулай уҡ проблемалы ситуациялар булдырыу, ҡаршылыҡлы мәсьәләләрҙе сисеү, уларҙы йәнәш ҡуйып, сағыштырып ҡарау, дөйөмләштереү, бер үк күренешкә педагог, финансист, юрист, башҡа төрлө һөнәр кешеләре күҙлегенән ҡарау яңы материалды яҡшы үҙләштерергә ярҙам итә. Дәрестә проблемалы ситуациялар тыуҙырыу, улар хаҡында фекер алышыу һәм КВН, уйын, сәйәхәт, викторина, конкурс, концерт, зачет кеүек стандарт булмаған дәрес формаларын файҙаланыу уҡыусыларҙың иғтибарын, хәтерен нығыта. "Әкиәт-терапия" дәрестәрендә (тәбиғәттәге аномаль күренештәрҙе аңлатырға тырышыу, хайуандар менән аралашыу) балалар үҙҙәрен иркен тоя, уларҙың ижади һәләтенә, фантазияларына юл асыла.

Хәҙерге заман шарттарында баланың дөйөм рухи мәҙәниәтен үҫтереү, йәмғиәттә үҙ урынын табырға әҙерләүҙә "реклама", "маркетинг", "аукцион" кеүек иктисади терминдарҙы аңлауға ҡоролған сюжетлы уйын-дәрестәр уңайлы. Ундай дәрестәрҙә уҡыусылар ҙур аудитория менән аралашырға, идара итергә, дипломатик бәйләнештәр булдырырға, үҙенең фекерҙәрен ҡурҡмай әйтергә өйрәнә.

Өлгәшеү сифаты ниндәй булыуҙа уҡыусының һаулыҡ торошо ла мөһим факторҙарҙың береһе. Бөгөнгө экологияны, ғаиләнең социаль хәлен, уҡыу-уҡытыу программаһының тығыҙ булыуын иҫәпкә алып, балала сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш тәрбиәләйем.

Уҡыусыларҙың яҙма телмәрен, ижади һәләтен үҫтереү өсөн иншалар йыш ҡулланыла. Әҙәби әҫәрҙе анализлағандан һуң яҙылған әкиәт, хикәйәт, хикәйә, көндәлек, иҫтәлек, хат, сәйәхәтнәмә тибындағы иншалар, реферат, докладтар уҡыусының ижад итеүгә ынтылышын тыуҙыра.

Юғары компьютер технологиялары быуатында нәфис әҙәбиәт уҡыуға ынтылыш тәрбиәләү - көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Дәрестә генә ҙур әҙәби әҫәрҙе уҡып сығыу мөмкин түгел. Тимәк, әҫәрҙең күп өлөшө менән уҡыусыға үҙаллы - өйҙә танышырға тура килә. Был осраҡта ғаилә менән мәктәп араһында тығыҙ эшмәкәрлек булдырам, уҡыусының үҙаллы уҡыуын күҙәтәм. Китап уҡыуға ынтылыш тәрбиәләүҙә, ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа "Китапхана көнө", «Кем күпме әҫәр уҡыған?» кеүек ярыштарҙың да роле ҙур. ( Ҡушымта № 3)

Әҙәбиәт дәрестәрендә балаларҙың телмәрен уҫтереү буйынса алып барылған эштәр уларҙың юғары мәҙәниәтле, эрудициялы, рухлы булып формалашыуына йоғонто яһай. Ошо дәрестәрҙә уҡыусылар туған телендә яңғыраған һүҙҙәргә иғтибарлы булырға, матурлыҡҡа һоҡлана белергә өйрәнә, туған тел байлығының серҙәренә төшөнә, халҡының бай рухи хазинаһы менән таныша, яҙма һәм һөйләү телмәрен генә түгел, күңелен дә байыта, баланың лингвокульторологик компетенцияһы формалаша. К.Д. Ушинскийҙың "Һүҙ аша баланы халыҡтың рухи донъяһына, тормошона алып инергә кәрәк" тигән һүҙҙәре бөгөнгө әҙәбиәт дәрестәремдең девизы.

1.6. Дәрестә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы алымдарын ҡулланыу.

Дәрестә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы алымдарын ҡулланып балаларҙың фекерләү кеүәһен үҫтерәм, үҙаллылыҡ тәрбиәләйем, иң мөһиме - баланы дөрөҫ һорау ҡуйырға һәм уға яуап бирергә өйрәтәм. Америка психологы Элисон Кинг әйтеүенсә, "фекерләй белгәндәр генә дөрөҫ һорау ҡуя белә".

Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһын тәү башлап сит ил ғалимдары өйрәнгән, ә Рәсәйҙә ул 1997 йылдан алып билдәле һәм Л.С. Выготский, И. Муштавинская, С. Заир-Бек, И. Загашев кеүек ғалимдарҙың исемдәре менән бәйле. Француз ғалимы Ж. Пиаже үҙенең хеҙмәтендә технологияны "саҡырыу", "фекер йөрөтөү", "рефлексия" стадияларына бүлеп өйрәнә.

"Саҡырыу" стадияһының маҡсаты:

- ошоғаса алған белемде актуалләштереү;

- яңы белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- тема өйрәнеүгә ҡуйылған маҡсаттарҙы асыҡлау.

Саҡырыу стадияһында "дөрөҫ һәм ялған иҫбатлауҙар", "кластер", "табли-цалар", "прогнозлау", "беләм - белергә теләйем - белдем" алымдары ҡулланыла.

«Фекер йөрөтөү» стадияһының маҡсаты:

-яңы мәғлүмәт алыу;

-уҡыусы тарафынан ҡуйылған маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу.

Уҡыусы был стадияла тыңлай йәки уҡый, шартлы тамғалар ярҙамында билдәләй, яҙа, күҙәтеүҙәр, яңы асыштар яһай. "Туҡталыш менән укыу", "инсерт", "таблицалар", "кластер", "беләм - белергә теләйем - белдем" был стадияла уңышлы алымдар булып һанала.

"Рефлексия " стадияһының маҡсаты:

- яңы алған белемде дөйөмләштереү, фекер алышыу, дәлилләү, һығымта яһау;

- яңы маҡсаттар ҡуйыу, фаразлау.

Уҡыусылар был стадияла "иҫке" мәғлүмәт менән "яңы"ны сағыштыра. "Дөрөҫ һәм ялған иҫбатлауҙар", "кластер", "эссе", "синквейн", "пирамида", "түңәрәктә яҙышам", "беләм - белергә теләйем - белдем" рефлексия стадияһы алымдарын тәшкил итә.

Туған тел дәрестәрендә уҡыусыларға "кластер", "инсерт", "беләм - белергә теләйем - белдем", "ышанаһығыҙмы?", "күҙаллау", "синквейн", "пирамида", "түңәрәктә яҙышыу ", "туҡталыш менән уҡыу" алымдары оҡшай.

1. "Туҡталыш менән уҡыу" алымын әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштергәндә ҡулланам. Алдан әҫәрҙе мәғәнәһе яғынан өлөштәргә бүләм, йөкмәткеһенә ҡарап, һорауҙар әҙерләйем. Туҡталыш яһағанда уҡыусыларға һорауҙар бирәм, уҡыусылар әҫәрҙә артабан ниндәй хәл-ваҡиғалар булыуын күҙаллай. Психолог Б. Блума тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы һорауҙарын түбәндәгесә төркөмләй:

- ябай («кем?», «нимә?», «ҡасан?», «ҡайҙа ?»);

- аңлатыусы («ни өсөн ?»);

- аныҡлаусы («мин дөрөҫ аңлағанмынмы ?..», «дөрөҫмө ?..»);

- баһалаусы («нимә менән айырыла?..», «һин быға нисек ҡарайһың.. ?»)

- практик («һин ни эшләр инең?..», « ғәҙәти тормошта нисек йәки ҡайҙа?..»);

-ижади («ни булыр, әгәр ҙә?..).

Ә иң мөһиме «артабан нимә булыр һәм ни өсөн?» тигән һорау булырға тейеш.

Мәҫәлән, Динис Бүләковтың «Яралы китап» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереүҙе "туҡталыш менән уҡыу" алымы аша күрһәтеү.

Әҫәрҙе ошондай өлөштәргә бүләм.

I.Йәтимәктең үткәне.

II.Йәтимәктең бөгөнгөһө.

III. Һуғыш йылдарында Йәтимәк ауылы халҡының тормошо.

IV. Мәктәп музейындағы хәлдәр.

I. Беренсе бүлеккә анализ.

1.Ауылының үткәне тураһында кем уйлана?

2.Ауыл атамаһына иғтибар итәйек(Йәтимәк).Ни өсөн шулай атала?

3.Ауылдағы халыҡтың көнкүреше ниндәй?(Урман,тауҙар булғас,халыҡ һунарсылыҡ менән шөғөлләнә.)

4. Ниндәй һунарсылар йәшәгән? (Мәргән, данлы)

5.Хикәйә ниндәй осорҙо сағылдыра?(Һуғышҡа тиклемге, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдар.)

6.Хикәйә ниндәй эпизод менән башланып китә? (Әсләм исемле малайҙың Йәтимәк ауылының үткәне һәм бөгөнгөһө, унда йәшәгән халыҡтың тормош-көнкүреше тураһындағы уйланыуҙары менән.)

7. Артабан әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ бара икән? Әсләм нимә тураһында уйлана? (Фараздар)

II. Икенсе бүлеккә анализ.

1.Йәтимәктә ниндәй үҙгәрештәр бар? (Йәтимәк хәҙер ҙур төҙөк ауыл. Унда клуб, китапхана, ике ҡатлы магазин, медпункт бар.)

2.Ауылдың үҫеүенә нимә сәбәпсе? ( Нефть табыла,. Йәштәр күсеп килә.)

3.Ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө араһында айырма.

4.Ни өсөн Әсләм һәйкәл яғына атланы икән? (Фараздар)..

III. Өсөнсө бүлеккә анализ.

1.Һуғыш йылдарында Йәтимәк ауылы халҡының ниндәй һыҙаттары асыла? (Унда батыр ҙа, ғорур ҙа, ғәрсел дә халыҡ йәшәй. 35 өйҙән 34 ир яуға киткән.)

2.Ни өсөн 35-се өйҙән фронтҡа китеүсе булмаған? (35-се өйҙөң хужаһы Илғужа ағай һуғышҡа тиклем үк һунар ваҡытында яраланып, донъя ҡуйған.)

3.Илғужа ағайҙың ҡатыны Фәғилә апай ниндәй ҡарарға килә? Ни өсөн? (Ул ауылдаштарына үҙенең һуғышҡа китәсәген белдерә.)

4. Йыйылышта ауылдаштары Фәғилә апайҙы ни өсөн һуғышҡа ебәрмәҫкә тырышалар? ( Уның ике бәләкәй генә балаһы бар, мәктәп, балалар уҡытыусыһыҙ ҡала.)

5.Фәғилә апай Һуғышта ниндәй батырлыҡтар күрһәтә? (Үлемесле яуҙарҙа ҡатнаша, шәфҡәт туташы булып яу юлдарын үтә, яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыша, йөҙәрләгән яралыны ут эсенән алып сыға, командирын ҡотҡара.)

6.Фәғилә апайҙың, балаларын ҡалдырып, һуғышҡа китеүенә нисек ҡарайһың?(Яуаптар).

7.Фәғилә апай яу ҡырынан әйләнеп ҡайтамы?(Ул һуғышта һәләк булып ҡала.)

8.Уның урынында һин ни эшләр инең? (Яуаптар).

9. Йәтимәк ауылында һуғышта һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ниндәй эштәр эшләнелә?( (Ауыл уртаһында обелиск тора. Унда һуғышта ятып ҡалған 19 ҡаһармандың исеме яҙылған. Исемлектең аҙағында Фәғилә апайҙың да исеме бар.)

IV. Дүртенсе бүлеккә анализ.

1.Музейҙы ойоштороуҙа кемдәр ярҙам итә? (Уҡыусылар.)

2.Ошо музейҙа Әсләм һәм уның класташы Мәжит нимә тураһында һөйләшәләр?

3. Мәжит урынында һин ни эшләр инең?

4.Был һөйләшеүҙә кем хаҡлы тип уйлайһығыҙ?

5.Обелиск янына килгәс, Әсләм ниндәй уйҙарға бирелә?

(Өләсәһе, уның батырлыҡтары тураһында уйлай. Үҙенә шундай асыш яһай ул: һуғышта ҡулға мылтыҡ тотмайынса ла фашистарҙан үс алып булған икән. Уның өләсәһе лә батыр йөрәкле кеше булған.);

(Әсләм хаҡлы.)

6.Әсләм ниндәй малай? Уның ниндәй һыҙаттары һеҙгә оҡшаны? (Өләсәһе менән ғорурлана. Шулай уҡ башҡа өлкән кешеләргә, ветерандарға ҙур ихтирам менән ҡарай.)

7.Әсләмдең әсәһен ни өсөн ауыл Советына саҡырттылыр? Украинанан ниндәй хат алалар? (Алыҫ Украинанан Әсләмдең өләсәһенең батырлығы тураһында һөйләгән хат килә. Хат менән бергә Фәғилә апайҙың юл тоҡсайында йөрөгән китабын ебәрәләр. )

8. Был әҫәр ниндәй тәрбиә бирә?

(Геройҙарҙы алыҫтан эҙләргә лә түгел. Беҙҙең үҙебеҙҙең ауылдан да бик күп кеше һуғышта ҡатнашҡан, күбеһе һәләк булған. Улар бик аҙ ҡалды. Ветерандарға ҡарата бик иғтибарлы булырға кәрәк. Азатлыҡ өсөн көрәшеп яу ҡырында ятып ҡалған батырҙарыбыҙҙы беҙҙең оноторға хаҡыбыҙ юҡ.)

9.Ни өсөн әҫәр һеҙгә оҡшаны? ( Малайҙар дуҫлаша. Тыуған илде һаҡлаусыларҙы Ватан онотмай.)

10. Малайҙарҙың ҡул ҡыҫышыуын нисек аңлайһығыҙ? (Мәжит үҙ хатаһын аңланы)

2. "Кластер" һүҙе "бәйләм", "тәлгәш", "шәлкем" тигәнде аңлата, икенсе төрлө уны "идеялар яланы" тип атарға мөмкин. Ул график системалаштырыуҙы, билдәле бер теманы, һүҙҙе, төшөнсәне асыҡлаусы бик күп мәғлүмәт йәки һүҙҙәр теҙмәһен үҙ эсенә ала. Әҫәрҙе күҙаллағанда, ыңғай һәм кире образдарға характеристика биргәндә кластер алымын уңышлы ҡулланырға була.

Мәҫәлән, V класта "Хәмит күпере" әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштергәс, геройҙарға характеристика (ҡылыҡһырлама) биреү "кластер" алымы менән башҡарыла. Хәмит менән Вәлиттең ниндәй сифаттарға эйә булыуын асыҡлап, уҡыусылар үҙ аллы кластер төҙөй. Аҙаҡ слайд ярҙамында уҡытыусы төҙөгән кластер менән сағыштырып, хаталарын таба, һығымта яһай. ( Ҡушымта 4)

Бындай алым ярҙамында уҡыусы һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлай; үҙ фекерен әйтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға, һүҙҙәрҙең синоним, антоним, омонимдарын табырға һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәнә.

Уҡыусыларҙың һәләтенә ҡарап, кластер һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр йәки һөйләмдәр ярҙамында төҙөлә.

"Кластер" алымы менән Йәтимәк ауылы халҡына хас сифаттарҙы барлайбыҙ (дөрөҫлөктө яратыусан, батыр, ҡыйыу, ғәрсел, ғорур, сая, көслө, ҡеүәтле, аңлы, аҡыллы, тәүәкәл, уңған, эшсән, ғәйрәтле, тоғро, кешелекле.) Кластер төҙөгәндә (ҡылыҡһырлама биргәндә) кешеләргә хас сифаттарҙы тулыраҡ асыҡлау өсөн һүҙлектәр ярҙамға килә. ( Ҡушымта № 5).

3. "Инсерт" алымы "саҡырыу" стадияһында ҡулланыла. Ул уҡыусыларҙы үҙ аллы фекерләргә, һығымта яһарға өйрәтә, монологик һәм диалогик һөйләү телмәрен үҫтерә. "Инсерт" алымын әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштергәндә йәки яҙыусының биографияһы менән танышҡанда ҡулланыу отошло. Тәүҙә шартлы тамғалар ярҙамында ("я" - яңылыҡ белдем, "а" - аңлашылмай, "б" - миңә билдәле) әҫәрҙе үҙ аллы уҡыйҙар, төп фекерҙе табып, теманы билдәләйҙәр, уҡытыусы әҙерләгән һорауҙарға яуап бирәләр, йәки үҙҙәре әҫәр йөкмәткеһе буйынса һорауҙар төҙөйҙәр.

Мәҫәлән, М. Аҡмулланың "Башҡорттарым уҡыу кәрәк" шиғырын өйрәнгәндә, яҙыусының тормош һәм ижад юлын ошолай өйрәнергә була. Шулай ук "инсерт" алымын йомғаҡлау дәрестәрендә ҡулланыу ҙа отошло. Урындарҙа мәғлүмәттәрҙе таблицаға тултыралар. ( Аҡмулла. Презентация.)

4."Беләм - белергә теләйем - белдем" алымына нигеҙ һалыусы - Чикаго профессоры Донн Огл (1986 йыл).

Был алымды өс стадияла ла ҡулланырға мөмкин.

Беләм

Белергә теләйем

Белдем


"Саҡырыу" стадияһында таблицаның "беләм", "белергә теләйем", теманы үҙләштергәс, "рефлексия" стадияһында "белдем" графаһы тултырыла. Уҡыусыларҙың һәләтенә ҡарап, өсөнсө графаны өйҙә тултырырға бирергә мөмкин. Һөҙөмтәлә уҡыусының ижади фекерләүе, танып-белеү һәләте, яҙыу һәм һөйләм телмәре үҫешә; ул ишетеп-күреп белгәндәрен сағыштырырға, иҫбатларға, үҙ аллы һығымта һәм асыш яһарға өйрәнә.

Шулай итеп, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы ярҙамында уҡыусының материалды алдан уҡ күҙаллау, уй-фекерен иптәштәренә еткереү мөмкинлеге тыуа; һүҙ байлығы арта, бәйләнешле һөйләү телмәре үҫешә.

1.7. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә һүҙ байлығын арттырыуҙың роле.

Рус телендә һүҙ байлығын арттырыу методикаһы ентекле өйрәнелгән. Бигерәк тә А.В.Текучев, В.А.Добромыслов, Л.В.Щерба, Д.Н.Ушаков, В.И.Чернышев, А.М.Пешковский, А.Н.Гвоздев, Е.С.Истрина, С.И.Абакумов, В.В.Виноградов, С.Г.Бархударов яҙған методикаларында һүҙ байлығына иғтибар иткәндәр.

Инглиз теле һүҙ байлығын арттырыу методикаһы ентекле өйрәнелгән. Бигерәк тә Тер Минасова, Н.А.Бонк, В.Фон Гумбольдт күп көс һалған.

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә һүҙ байлығын арттырыуҙың эффектлы методтары һәм алымдары Т.Ә. Бикҡужина, М.С. Дәүләтшина, Р.Ғ.Аҙнағолов, башҡорт теле уҡытыусыларынан Толомбаева Э.Ю. , Һамарбаева Г.Р. хеҙмәттәрендә урын алған.

Ә нимә һуң ул һүҙ байлығы?

Һүҙ байлығы - ул теге йәки был телдә уҡыусының аңлаған һәм телмәрендә ҡуллана алған һүҙҙәр күләме.

Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыуҙың өс төрө бар.

- уҡытыусы ярҙамында (дәрестә);

- һүҙлек ярҙамында (үҙаллы);

- аралашыу мөхитендә (ғаиләлә, йәмғиәттә).

Мин үҙ тәжрибәмдән сығып дәрестәрҙә нисек итеп уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу өҫтөндә эшләгәнемде яҙам.

1. " Ау үреү" алымы.

Был алымға ярашлы, уҡыусыларҙың һүҙ байлығы һүҙ төркөмдәренә бүлеп ҡарала. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе һүҙ төркөмдәренә бүлеп эҙләйбеҙ.

Мәҫәлән: "Тыуған илем Башҡортостан" тигән лексик тема алайыҡ. Белеүебеҙсә, Башҡортостан темаһы һәр бер класта ҡабатлана. Билдәле бер лексик тема буйынса уҡыусыларҙың һүҙ байлығын булдырыу, уларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү тәү шарттарҙың береһе.Бының өсөн лексик тема программаға ярашлы бәләкәй темаларға бүленә. Мәҫәлән, Башҡортостан халҡы, тәбиғәте, символикаһы һ.б. Башланғыс кластарҙа танышыу характерында булһа, өлкән кластарҙа мәҙәниәтен, тарихын индерергә мөмкин. Урта кластарҙа тәрәнерәк итеп өйрәнелә. Дәфтәрҙең (схеманың) уртаһына тема " Башҡортостан" тип яҙыла. Артабан ау рәүешендә һүҙҙәр яҙыла, иң бренсе түңәрәктә ниндәй һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр. Был түңәрәк тулҡын һыҙыҡтар менән һыҙыла, сөнки ниндәй һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр һөйләмдә аныҡлаусы булалар. Икенсе түңәрәктә кем?, нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр, өсөнсө түңәрәктә ни эшләй һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр (түңәрәк ике һыҙыҡ менән һыҙыла). Ошо уҡ ысул менән рәүештәрҙе лә табырға була. Ни өсөн был тәртиптә эшләйбеҙ һуң? Һүҙҙәр һөйләмдә ниндәй тәртиптә килә, шул тәртиптә ау ҙа үрелә. Һөйләм моделен күрһәтергә кәрәк. Башҡорт телендә ҡылым һөйләм аҙағында, исем алдынан сифат килә. Һөйләм, һүҙбәйләнештәр төҙөгәндә схема бик уңайлы. Һуңынан был ауҙарҙы ҡулланып уҡыусылар һөйләмдәр, диалогтар, текстар төҙөргә өйрәнәләр. Был метод менән бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә була. Был схемалар, ауҙар күп төрлө булырға мөмкин. Был метод менән эшләү түбәндәге һөҙөмтәләргә килтерә:

-Уҡыусыларҙың һүҙлек запасы актив рәүештә формалаша.

-Уҡыусы схемалағы һүҙҙәр ярҙамында бәйләнешле телмәрен үҫтерә һәм бәләкәй текстар төҙөй ала.

-Балаларҙың һүҙлек запасын тәртипкә килтерә.

-Грамматик төшөнсә тураһында практик йәһәттән белеме нығына.

2.Һүҙҙәр артынан "ҡыуыу". Был метод бик ҡыҙыҡлы һәм уйынға оҡшаш. Уҡыусылар аңлатмалы һүҙлек ярҙамында таныш булмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен асыҡлайҙар. Һүҙҙәрҙе күп һыйҙырған һүҙлектәр ҡулланыу отошло. Сөнки бындай һүҙлектәрҙә һүҙҙең бер нисә мәғәнәһе, һүҙ тураһында тулы мәғлүмәт бирелә.

2.1.Һүҙлек байлығын арттырыу өсөн үҙаллы һүҙлектәр менән эшләргә өйрәнеү мөһим. Тел һәм тарих институты "Башҡорт теленең машина фондын" булдырған. Бында башҡорт теле буйынса бик күп мәғлүмәт тупланған. Мин уҡыусыларымды ошо фондтағы мәғлүмәт менән эшләргә өйрәтәм, бында ҡайҙа нимә барлығы, нисек мәғлүмәт эҙләргә икәнлеге рус телендә яҙылыуы уҡыусылар өсөн бик уңайлы. Беҙ әле фондты өйрәнә башланыҡ ҡына, күберәк һүҙлектәре менән эшләйбеҙ.

Шулай уҡ башҡорт теленең машина фонды ата-әсәләр өсөн бик уңайлы. Беҙгә йыш ҡына ата-әсәләрҙең телде аңламайым, беҙ өйрәнмәнек, балама ярҙам итә алмайым тигән зарланыуҙарын ишетергә тура килә. Ата-әсәләргә лә был фондтың барлығы тураһында әйттем, балалары уны ҡулланырға өйрәтә.

3.Синонимик рәттәрҙе киңәйтеү. Уҡыусылар синонимдарҙы һүҙлек дәфтәренә (һүҙлек дәфтәренең уртаһына) яҙып баралар. Улар араһында "Синонимдар батшаһы" тигән уйын бик уңышлы. Сөнки уйында кемдең синонимдары күп - шул еңеүсе. Кемдең генә еңеүсе булғыһы килмәй. Синонимик рәттәрҙе һәр ваҡыт тулыландырып һәм тикшереп торорға кәрәк. Шунда ғына был эш алымы һөҙөмтә бирә. Синонимдар һүҙлеге беренсенән һүҙлек байлығын арттырһа, икенсенән, фекерҙе тулыраҡ итеп еткерергә ярҙам итә.

4.Дәрестәрҙә төрлө ребустар, кроссвордтар, синквейндар төҙөйбөҙ. Был метод баланы уйландыра һәм эҙләндерә. Ребус, синквейн йәки кроссворд төҙөгәндә ҡулланған күпселек һүҙҙәр актив һүҙлеккә әйләнә. ( Ҡушымта № 6)

5.Һүрәттәрҙе һүҙгә әйләндереү. Текстағы ҡайһы бер һүҙҙәр урынына һүрәттәр бирелә, уҡыусылар шул һүрәттәр урынына һүҙҙәрҙе ҡуйып яҙырға тейештәр.

Шулай итеп, башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек байлығын арттырыу буйынса эффектлы эш формаларын эҙмә-эҙлекле, даими ҡулланғанда, уҡыусыларҙа башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләгәндә, уңайлы шарттар һәм ыңғай мотивация тыуҙырғанда уҡытыу процесында һүҙлек байлығы формалашасаҡ. Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын формалаштырыу нигеҙендә уҡыусыларҙың телмәр компетентлығы арта.

1.8.Һөйләү тиҙлегендә уҡырға өйрәтеү.

Аралашыу теле - татар теле һәм ерле диалект булғанда , уҡыусылар башҡорт әҙәби телендә дәрестә генә һөйләшеү сәбәпле, телмәр үҫтереү актуаль булып ҡала.

Туған телде өйрәнгәндә уҡыусылар менән башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү өҫтөндә даими эш алып барам. Телмәрҙе һөйләшеү кимәленә еткереү өсөн иң отошлоһо - оптималь уҡыу. Мин дәрестәрҙә был алымды йыш ҡулланам, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәм.

Оптималъ уҡыу - ул һөйләү тиҙлегендәге уҡыу. һөйләү тиҙлегендә уҡыған бала дәрестә яҡшы өлгәшә, яңы теманы аңлы рәүештә ҡабул итә. Әгәр хәрефтәрҙе бутаһа, бер үк һүҙҙе йыш ҡабатлаһа, тексты уҡып сыҡҡансы ул күп көс түгә, мәғәнәһен аңлар өсөн бер нисә тапҡыр уҡырға мәжбүр була. Оптималь уҡырға өйрәнеү был проблемаларҙан арынырға ярҙам итә. Һөйләү тиҙлегендә уҡырға өйрәнеүҙә дөрөҫ тын алыу, пауза яһау, баҫым ҡуя белеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Түбәндәге күнекмәләр ярҙамында ыңғай һөҙөмтәләргә тиҙерәк өлгәшәм :

* Һәр дәрес башында биш минут ниндәйҙер текст уҡыу.

* Иҫтә ҡалдырып яҙыу. (•Таҡтала яҙылған һүҙҙәрҙе бер нисә ҡат уҡып сыҡҡас, һүҙҙәр ҡаплана, уҡыусылар иҫтә ҡалдырып яҙалар. Эште, таҡтаға ҡарап, үҙҙәре тикшерә. • Еңел һөйләм алына. Дөрөҫ яҙырға өйрәнгәс, һөйләмгә яңы һүҙҙәр өҫтәлә.)

* Шиғырҙы интонация менән уҡыу.(Уҡыусылар яңылышмаһын өсөн, интонация уҡтар менән күрһәтелә.)

* Тексты хор менән ҡысҡырып уҡыу, сылбыр менән уҡыу, парлап уҡыу, рәт менән уҡыу.

* Һәр дәрес башында фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр, тиҙәйткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар, һанашмаҡтар ҡулланыу.

*Сағыштырып уҡыу. (Текстан бер минутлыҡ өҙөк уҡыла, туҡтаған урын билдәләнә. Икенсеһендә- беренсеһенән, өсөнсөһөндә икенсеһенән тиҙерәк уҡырға тырышалар, һөҙөмтәләрҙе сағыштыралар. Уҡыусыларҙа нормаға өлгәшеү өсөн тағы ла яҡшыраҡ уҡыу теләге барлыҡҡа килә.

*Күреү һәләтен үҫтереү. (Уҡыусылар тексты уҡығанда һүҙҙе генә түгел, ә бөтә һөйләмде күрергә ынтыла. Күнекмәне һандар менән үткәреү уңышлы. Ватманға берҙән егермегә тиклемге һандар төрлө ергә яҙыла. Уҡыусы уларҙы һанау тәртибендә төртөп күрһәтә, бер һанды уҡығанда, икенсеһен күҙе менән табырға тырыша.)

Оптималь уҡыуға булышлыҡ иткән алымдарҙың береһе - төрлө интонация менән уҡыу. Бер үк һөйләмде аптырау, һорау, асыу, ғәжәпләнеү менән һәм битараф булып уҡып була.

Йыл башында махсус дәфтәрҙә уҡыусының уҡыу тиҙлеге тикшерелеп, яҙып ҡуйыла, сирек һайын яңы һөҙөмтәләр өҫтәлә. Уҡыу йылы аҙағында һығымта яһала, йәйгелеккә эш бирелә. Был эшкә ата-әсәләр ҙә йәлеп ителә.

Оптималь уҡырға өйрәнеү алымдарын төрлө баҫҡыстарҙа ҡулланып була. Эҙмә-эҙлекле эшләгән кластарҙа ыңғай һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй, уҡыусыларҙың телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы арта. (Ҡушымта №7)

1.9.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү өсөн эш төрҙәре.

I. Диалогик телмәргә өйрәтеү.

( Танышыу. Китапханала. Урамда. Вокзалда. һ.б.)

1. Әҙер диалогты тыңлау.( магнит таҫмаһынан)

2. Ролдәргә бүлеп уҡыу.

3. Өлгө буйынса яңы диалог төҙөү.

4. Бирелгән һүҙҙәр менән диалог төҙөү.

5. Диалогик телмәрҙе монологҡа үҙгәртеү.

6. Төрлө темаларға диалогтар төҙөү һәм һөйләй белеү.

II. Монологик телмәргә өйрәтеү.

1. Текстың төрөн билдәләү (тасуирлау, хикәйәләү, иҫкә төшөрөү һ.б.)

2. Стилен билдәләү.

3. Бирелгән һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙән һөйләмдәр төҙөү.

4. Бирелгән һөйләмдәрҙе тулыландырып хикәйә төҙөү.

5. Аудиотаҫманан тыңлаған текстҡа ҡарата үҙенең фекерен белдереү.

III. Текст менән эш төрҙәре.

1. Текст буйынса һүҙлек эше.

2. Уҡыу.

3. Текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуаптар.

4. План төҙөү.

5. Йөкмәткеһен һөйләү.

IV. Яҙма телмәргә өйрәтеү.

1. Һүҙлек диктанты үткәреү.

2. Диктанттар яҙҙырыу.

3. Изложениелар яҙҙырыу.

4. Иншалар яҙыу. ( Бирелгән темаға, ирекле темаларға, һүрәтте тасуирлай белеү.)

5. Тестар менән эшләү.

V. Грамматик анализға өйрәтеү.

1. Фонетик анализ. Өлгөләр биреү.

2. Морфологик анализ.

3. Синтаксик анализ.

4. Лексик-семантик анализ. (Ҡушымта № 8)

VI. Ижади эш төрҙәре.

1. Һүҙлек эше.

2. Һүҙбәйләнештәр төҙөү.

3. Һөйләмдәр төҙөү.

4. Бәләкәй текст төҙөү.

5. Һүрәт буйынса мини-иншалар төҙөү.

6. Бирелгән темалар буйынса инша яҙыу.

7. Аудиотаҫманан тыңлаған тексҡа һорауҙар ҡуйыу, үҙ мөнәсәбәтен белдергән иншалар яҙыу.

8. Логик фекерләүгә төрлө эш төрҙәре үткәреү ( кроссвордтар, ребустар, синквейн, текста һөйләм тәртибен билдәләү, һөйләмдәрҙе тулыландырып яҙыу, дауам итеү һ.б.)

VII. Өндәр һәм хәрефтәр өҫтөндә эш.

Уҡыусылар телмәрендәге фонетик-график хаталарҙы (башҡорт өндәрен һәм хәрефтәрен бутау, һүҙҙең мәғәнәһен аңламауға бәйле фонетик-график хаталар, үҙенсәлекле башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтә белмәүгә бәйле хаталар) иҫкәртеү һәм бөтөрөү маҡсатында үткәрелгән күнегеүҙәр.

VIII.Һөйләм һәм бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш.

  • Айырым лексик тема буйынса һөйләмдәр төҙөү.

  • Предметтарҙы бер-береһе менəн сағыштырып, түбəндəге һүҙҙəрҙəн һөйлəмдəр төҙөп яҙырға.

1. Таш, ағас, ҡаты.

2. Бүре, арыҫлан, көслө.

3. Айыу, ҡуян, ҙур.

4. Волга, Урал йылғаһы, оҙон.

5. Өфө ҡалаһы, Стəрлетамаҡ, ҙур.

6. Кавказ, Урал тауы, бейек.

  • Һүрәт, картина, күҙәтеүҙәргә нигеҙләнеп һөйләм төҙөү.

  • Бирелгән йыйнаҡ һөйләмде укытыусы ҡуйған һорауға ярашлы йәки үҙ аллы тарҡатыу.

  • Терәк һүҙҙәр менән һөйләмдәр, хикәйә төҙөү.

  • Түбəндəге һүҙбəйлəнештəрҙе ҡулланып һөйләмдәр, кескәй текст төҙөргә:

а) елле көн, боҙло һыу, тоҙло аш, баллы сəй, күңелле байрам;

б) яҡшы юл, зəңгəр күк, аҡ сəскə, тасуири уҡыу, киң ялан;

в) һары себеш, ҡара бесəй, отҡор малай, тоҙло ҡыяр, ҡомло яр, ҡыҙыл күлдəк, ҡалын китап.

  • Һорауҙарға яуап биреү нигеҙендә бәйләнешле телмәр төҙөү.

  • Һөйләмдәге айырым һүҙҙәрҙе синонимдар менән алмаштырыу.

  • Уҡыусыларҙы бер-береһенә һорауҙар бирергә, диалог төҙөргә өйрәтеү.

  • Бутап бирелгән һүҙҙәрҙе кәрәкле тәртиптә ҡуйып һөйләм төҙөү.

  • Айырым тема буйынса хикәйә төҙөү.

  • Картина йәки экскурсия материалдарын файҙаланып, бәйләнешле текст төҙөү һ. б.

IX. Яҙма телмәргә өйрәтеү күнегеүҙәре.

1. Төрлө типтағы һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.

2. Яттан яҙыу күнегеүҙәре.

3. Һөйләмдәге һүҙҙәрҙең затын, заманын, һанын, килешен үҙгәртеп яҙыу

А)Түбəндəге ҡылымдарҙың заманын билдəлəргə:

барҙы, барған, барыр, ҡайтты, ҡайтҡан, ҡайтыр, килде, килгəн, килер, уҡыр, йүгерҙе, һөрə, эшлəне, килə, оҙата, өйрəтте, уҡый, оҙатты, уҡыны, йүгерə, һөрҙө, йүгерер, өйрəтə, һөрөр, бара, эшлəр, килде, оҙатыр, барҙы, эшлəй, килер, өйрəтер.

Б)Һүҙҙəргə тейешле ялғау ҡушып, əкиəтте уҡырға:

Борон-борон заманда эт үҙенə хужа эҙлəп сығып киткəн. Ул юлда бүре... (нимəне?) осратҡан. Уның менəн бер аҙ йəшəгəн. Лəкин бүре... (нимəнең?) айыу... (нимəнəн?) ҡурҡыуын күргəн. Бүре... (нимəне?) оҡшатмай, ташлап киткəн. Айыу... (нимəне?) һəм арыҫлан... (нимəне?) ла яратмаған. Кеше... (кемдең?) бөтə нəмəнəн дə көслө булыуын аңлап, кеше... (кемдə?) ҡалған.

4. һөйләмдәрҙе ҡыҫҡартыу, тулыландырыу.

5. Ике-өс һөйләмде берләштереү.

6. Тексҡа таянып һорауҙарға яуап яҙыу.

7. Төрлө эш ҡағыҙҙары төҙөү.

8. Ҡотлауҙар яҙырға өйрәтеү, хат яҙыу.

9. Мини-иншалар төҙөргә, мөхәррирләргә өйрәтеү.

10. Төрлө диктанттар яҙырға өйрәтеү: һайланма, аңлатма¬лы, иҫкәртмәле, график һ. б.

Тексты уҡырға, тейешле тыныш билдəлəре ҡуйырға.

Башҡортостан - бай республика. Унда йылғалар күлдəр тауҙар болондар күп. Урманында имəн ҡайын ҡарағай йүкə шаулап үҫə. Киң болондарын ал ҡыҙыл һары аҡ зəңгəр сəскəлəр биҙəй.

Мәсәлән, 5 класта «Синтаксис һәм пунктуация» темаһын үткәндә, түбәндәге бурыстарҙы ҡуям:

1) һүҙбәйләнештәр составындағы эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙәрҙе табырға; эйәртеүсе һүҙҙән эйәреүсе һүҙгә ҡарата һорау ҡуйырға өйрәтеү;

2) һөйләмдәрҙе һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу күнекмәһе биреү;

3) һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр, һүҙбәйләнештәрҙән һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү;

4) телдә киң ҡулланылған һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу ҡалыптарын билдәләү.

Быларҙан сығып, укыусылар менән берлектә һығымта яһала:

1) телмәрҙә һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр төҙөлә;

2) һүҙбәйләнештәр эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙән тора;

3) эйәреүсе һүҙ һәр ваҡыт эйәртеүсеһен асыҡлап, конкретлаштырып килә;

4) эйәреүсе һүҙ эйәртеүсеһе менән мәғәнәүи бәйләнешкә инә, быны эйәртеүсе һүҙҙән сығып бирелгән һорау ярҙамында билдәләп була.

Ә инде 6 класта бындай ижади эштәрҙе төрлө формаларҙа һәр һүҙ төркөмөн үткәндән һуң эшләйбеҙ. Берәй грамматик категорияны үткәндәме, тыныш билдәләрен системалаштырғанда йәки дөйөмләштергәндәме уҡыусыларҙы мөмкин тиклем үҙ аллы ижадҡа өйрәтеү мөһим. Мәҫәлән, омонимдарҙы өйрәнгән дәрестә түбәндәге шиғри юлдарҙы ижад иттек:

Беҙҙең баҡсала

Ҡыҙарып беште алма.

Күҙең ҡыҙһа ла,

Рөхсәтһеҙ алма.

Фразеология бүлеген өйрәнгәндә фразеологик һүҙлектәр ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, Баш тураһында фразеологизмдар яҙығыҙ

баш һалыу

башы йомро

башы эшләй һ.б. ( Ҡушымта № 8)

фразеологик берәмектәр менән эшләгәндә телмәр үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу өсөн иллюстрациялар, рәссамдарҙың картиналарына репродукциялар, видеофильмдарҙан өҙөктәр ҡарала.Текста йәки текстың бер өлөшөндә аңлашылмаған һүҙҙәрҙе айырып уларҙы класташтарыңдан аңлаттырыу тибындағы эштәр уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Бындай эштәр һүҙлек эшенә ҡыҙыҡһыныу уята, хәтерҙе, ижади хыялын үҫтерә.

Синонимдар, омонимдар, антонимдар, тамырҙаш һүҙҙәр менән күнегеүҙәр ҙә һүҙҙәрҙе актив үҙләштерергә ярҙам итә.

Шулай итеп, яҙырға өйрәтеү этабы уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереү менән бергә үрелеп бара. Бында иғтибар орфографик күнекмә менән бергә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә йүнәлтелә. Уҡыусы үҙенең уйлағанын, уҡығанын, ишеткәнен, күргәнен яҙма телмәрҙә дөрөҫ итеп бирә белергә тейеш.

X.Йөкмәткеле һәм сериялы һүрәттәр менән эш

1. Бәйләнешле телмәр үҫтереү, һүҙлек запасын арттырыу маҡсатында йөкмәткеле һүрәттәр ҡулланып, түбәндәге күнегеүҙәрҙе үткәрергә мөмкин;

1) терәк һүҙҙәр ярҙамында һөйләмдәр төҙөү;

2) һүрәт буйынса уҡытыусы биргән һорауҙарға тулы яуап бирергә өйрәтеү;

3) һүрәткә исем биреү;

4) һүрәт буйынса хикәйә төҙөү.

2. Ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлелеген билдәләй белеү, логик фекерләүҙе, бәйләнешле телмәрҙе үҫтереү, план төҙөү күнекмәләре биреү маҡсатында сериялы һүрәттәр менән түбәндәге эштәр үткәрелә:

1) һүрәттәрҙе таҡтаға ваҡиғалар ағышы тәртибендә урынлаштырыу;

2) һәр һүрәткә исем биреү;

3) һүрәттең һәр береһе буйынса һөйләмдәр төҙөү;

4) 3-4 һүрәттең йөкмәткеһен дөйөмләштереп, бәйләнешле телмәр төҙөү.

Һүрәттәрҙе уҡыу түбәндәге тәртиптә ойошторола:

1. Һүрәт йөкмәткеһен ҡабул итеүгә әҙерләү әңгәмәһе.

2. Уҡыусыларҙың иғтибар менән һүрәтте ҡарауы һәм унда нимәләр күргәндәрен һөйләүе.

3. Уҡытыусының һорауҙары ярҙамында иғтибарҙан ситтә ҡалған әһәмиәтле нәмәләр тураһында әңгәмә:

а) персонаждарҙың кейеменә, тәбиғәт күренештәре нисек һүрәтләнеүенә бәйле ваҡиғаның ҡасан, ҡайҙа барыуын асыҡларға өйрәтеү;

б) рәссамдың ниндәй буяуҙарҙы күберәк ҡулланыуына бәйле дөйөм кәйефте билдәләү.

4. Һүрәттәге кешеләргә исем ҡушыу.

5. һүҙлек эше.

6. Төп иғтибарҙы алғы планда һүрәтләнгән нәмәләргә йүнәлтеү. Айырым һөйләмдәр төҙөү.

7. Артҡы планда һүрәтләнгән күренештәр тураһында әңгәмә үткәреү.

8. Һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларға бәйле уҡыған әҫәрҙәрҙе, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөү, терәк һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙыу.

9. План төҙөү.

10. Бөтә һөйләгәндәрҙе, терәк, һүҙҙәр ҡулланып, бәйләнешле телмәр төҙөү.

Уҡыусыларҙың күҙ алдында терәк һүрәттәр ,яҙмалар булһа,ишеткәндәрен аңлау еңелләшә.Уларға таратып бирелгән карточкаларҙа һорау ҡуйылған һүрәттәр, эш биремдәре төрлө булырға мөмкин:

-бирелгән сюжет буйынса кескәй генә хикәйә яҙырға,уға исем бирергә;

-тура телмәр ҡулланып һөйләмдәр яҙырға.

Мәҫәлән, "Ҡыш" темаһына һүрәт буйынса ҡар,бәҫ,буран,саңғы, һ.б. һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр яҙырға.

1.10. Компьютер һәм телмәр үҫтереү.

Компьютер технологияларын ҡулланыу уҡытыуҙы ҡыҙыҡлыраҡ ойошторорға мөмкинлек бирә. Беренсе кластан тәүге дәрестән үк, грамотаға өйрәтеү менән бер ҡатарҙан, башҡорт теленең фонетикаһын, орфографияһын, грамматикаһын, пунктуацияһының төшөнсәләрен өйрәтергә тейешбеҙ. Туған тел дәреслегебеҙ бик матур, бай йөкмәткеле, әммә ҙур күләмлелеге менән эш ҡатмарлана, текстарҙың эстәлегенә төшөнгәнсе уҡыу телмәре ситтә ҡала. Шуның өсөн,беренсенән, уҡыусыларҙы башҡорт телендә аралашырға йәлеп итергә, ҡыҙыҡтырырға кәрәк, был йәһәттән заманға ярашлы инновацион техник саралар ҡулланыу мотлаҡ.

Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө - күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеше ( текст, төшөрөлгән графика, слайдтар, реалистик һүрәттәр), стереотауыш (музыка, төрлө тауыштар), анимация (хәрәкәтсән һүрәттәр, видео) берлегендә бирелеүе. Технологияның принцыбы - компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу.

Тел уҡытыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙың телмәр компетентлығын үҫтереү булғанлыҡтан, телде практик үҙләштереү кәрәк. Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәр файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш ( башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу); грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәттәр алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау ) һ.б.

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, картиналар, һүрә ттәр, күргәҙмә әсбаптар,( яҙыусылар, шағирҙар, тураһында фоторәсемдәр, видиофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙе уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләре булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль- кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү), уҡылған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ҙур класта йәнһүрәттәр, видеофильмдар төшөрөргә мөмкин. Дөйөм алғанда был саралар уҡыусыларҙың башҡорт телен өйрәнеүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә, уҡыуға һөйөү, теләк арта.

Компьютер төрлө яҡлап контроль үткәреү мөмкинлеге бирә.Тестар, диагностик эштәр, күсереү, изложение, инша яҙыу эштәре эшләп була. Компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойошторорға ҡулай. Шулай ҙа компьютер уҡытыусыны алыштырмай, тик техник сара булып хеҙмәт итә, баланың компетентлы булыуы тәрбиәнән дә тора.

Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:

1) демонстратив планда;

2) индивидуаль рәүештә ҡулланырға (тест эшләү һ.б.);

3) интерактив таҡтаны файҙаланыу ( күнегеүҙәр эшләү).

Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалар, әсбаптар бар.

1. Башҡортса өйрәнәйек: электрон дәреслек /Төҙ. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.

2. Башҡорт теле: 5- 11 кластар өсөн/ авторҙары УсмановаМ.Ғ., ҒәбитоваЗ.М.

3. Башҡорт теле: 7-8 кластар өсөн компьютер дәреслеге/ проек авторы Сиразетдинов З. Ә.

4. Башҡорт әҙәбиәте : 5-9 сы кластар өсөн электрон ҡулланма.

5. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр.

1) Урыҫса- башҡортса һүҙлек (УраксинЗ.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

2) Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

3) Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

4) Дөйөм һүҙлек.

Электрон һүҙлектәрҙе өй эшен тикшергәндә, яңы тема аңлатҡанда, үткәнде ҡабатлағанда ҡулланырға мөмкин.

Башҡортса һүҙлектәр дәресте уйындар аша тулыландырырға, ҡабатларға, һүҙҙәрҙең өндәрен дөрөҫ ҡуйып әйтергә өйрәтә. Электрон дәреслектән тыш дәрестәр темаһына ярашлы слайдтар, дидактик материалдар, презентациялар (йырҙар, видеояҙма, йәнһүрәттәрҙән өҙөк, һүрәттәр,фотолар һ.б.) ҡулланам.

Мәҫәлән:

-Кем тиҙерәк 1-ҙән 25-кә тиклем һандарҙы таба?

-Ҡапма -ҡаршы һүҙҙәрҙе әйт

иртә- һуң, ҡыш- … , тиҙ - … , еңел- … , киң - … , алыҫ - …,

килделәр- …, өләсәй - …, батыр - …, дуҫ - … , төн - ..., күп - …

-Берәр генә хәрефен үҙгәртә барып,

«һөт" һүҙенән "май" һүҙен яһарға (Һөт - һөй - һай -май).

-Аҙашҡан хәрефтәр:

ЛЫҠҘЫ ( Ҡыҙыл), ҠА (аҡ) ,ККҮ (күк) ,ОҺРО (һоро), ШӘЛЙЕ (йәшел), ААҠР (ҡара),ЫҺАР (һары) ,ЛА (ал);

Ял минуттарында, динамик паузала башҡорт телендә һамаҡлы, хәрәкәт уйындар уйнатыу мотлаҡ.Шунлыҡтан презенация рәүешендә эшләнгән көйлө - йырлы , хәрәкәтле ял минуттарын ойошторам.

Мнемосхемалар төҙөйбөҙ. Был эш уҡыусыларҙың телмәрен үҫтерергә, һүҙлек запасын арттырырға, дөрөҫ итеп һүҙҙәрҙе әйтергә,ҡабатларға йоғонто яһай.

М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн тип эшләнгән 5 - 11-се кластар өсөн башҡорт теленән электрон дәреслекте һәм "Башҡорт әҙәбиәте" 5-9-сы кластар өсөн электрон дәреслек бик бай йөкмәткеле. Үҙем эшләгән слайдтарҙы, презентация дәрестәрен ҡулланам. Ял минутына анимациялы, көйлө шиғырҙар, бейеү көйлө физкультминуттар, йә йырҙарҙы хәрәкәткә һалып үткәрәм.

-Ҡыш ниндәй? һорауына яуап.

-Һөйләмдәр төҙөргә.

-Яһаусы ялғауҙарҙы табырға.

-Лексик эштәрҙе балалар үҙҙәре башҡарып алып килә алалар.

-Мәҫәлән: ребустар, синоним, йә антонимға кроссвордтар эшләргә мөмкин.

-Һүрәткә ҡарап хикәйә төҙөргә, йәки инша яҙырға.

-Өйгә текстың абзацтарын бүлеп биреп һүрәттәр эшләтергә һәм дәрестә проекторға ҡуйып тексты һөйләтергә, йәки төркөмләп мнемосхемалар эшләп әҫәрҙе ярыштырып һөйләтеү телмәрҙе үҫтерә, публика алдында ҡурҡыуҙы баҫа.

-Слайдтағы һүрәттәр буйынса әҫәрҙең эстәлеген төҫмөрләп һөйләү, ә һуңынан уҡыу, сағыштырыу, һүҙлек эштәре эшләү.

-Картинаға ҡарап арҙаҡлы шәхестәрҙе һүрәтләтеү. (Был кем ул? Уның холҡо , характеры ниндәй тип уйлайһығыҙ?)

-Яҙыусылар, шағирҙар, тураһында фоторәсемдәр күрһәтеп уйланырға мәжбүр итеү.

-Лексик - грамматик компьютер уйындар: хикәйәне өлөштәргә бүлергә, асҡыс һүҙҙәр табырға, төп фекерҙе билдәләргә, ижади һөйләү күнекмәләренә эйә булырға, йөкмәткеһен план буйынса ҡыҫҡа хикәйәләр төҙөргә, баланың уй-фекерен, ҡарашын белергә, дөрөҫ грамоталы яҙырға, һөйләмдәр төҙөргә өйрәтә.

-Ә әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектаклдәр, халыҡ фольклоры (һамаҡлы, бейеүле-таҡмаҡлы, сюжетлы-ролле уйындар) һәм ял минуттары, әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү телдең нескәлектәренә,дөрөҫ логик баҫым яһарға, тонды, паузаны, темпты аңларға ярҙамлаша. Был иһә әҙәби һөйләү нормаларын: аңлы, дөрөҫ, тасури уҡырға өйрәнергә булышлыҡ итә, телмәр компетентлығын үҫтерә.

1.1 1. Башҡорт теле дәрестәрендә периодик баҫмалар ҡулланыу һәм башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен файҙаланыу.

Уҡыусыларыма "Аҡшишмә", " Йәншишмә", "Аҡбуҙат", " Йәшлек",

" Аманат", " Шоңҡар" һ.б. гәзит, журналдарға яҙылырға һәм уҡырға тәҡдим итәм.

Дәрес газета, журналдарҙан кем, ниндәй мәҡәлә уҡығаны тураһындағы информацианан башлана. Был эш төрө уҡыусыларҙың үҙ-аллы фекерләү ҡеүәһен арттырыуға, телмәр мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген үҫтереүҙә фразеологизм, мәҡәлдәр, әйтемдәр, әҙәби әҫәрҙәрҙән ғөрөф-ғәҙәттәргә бәйле өҙөктәр, төрлә һүрәтләү сараларын дөрөҫ ҡулланыуҙарына ҙур иғтибар бирәм. Уларҙың телмәрен байытыу өсөн фразеологизмдар һүҙлеген ҡулланабыҙ, фразеологизмдарҙы рус теле менән сағыштырабыҙ, эквиваленттарын табабыҙ. Фразеология темаһын үткәндә тағы ла карточкалар файҙаланыу уҡыусыларҙың эшен индивидуаль ойошторорға булышлыҡ итә.

Баланың яҙыу телмәрен үҫтереүҙә фәһемле күнегеүҙәр ҙә файҙаланам.

1-се күнегеү. Өҙөктө күсереп яҙ. Уйла: табипсылыҡ менән бәйле тағы ла ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәрҙе беләһең?

...Бер көндө баярҙың баҡсала уйнап йөрөгән балаһын йылан саҡҡан. Тос йылан. Фатиманың әсәһе - бик бала йәнле кеше, уныһын-быныһын ҡарап тормайынса, йүгереп барған да, малайҙың яраһын табып, ҡан менән бергә йыландың ағыуын һурып ситкә төкөргән. Шул бит инде ул саҡтың әмәле. Шулай итеп, бала тере "ҡалған. Баярҙың бисәһе бик ҡыуанған быға, хатта ни алып, ни бирергә белмәгән. Аҙаҡ тотҡан да ул, ҡолағынан ошо алҡаларҙы һалып, уның (Фатиманың. - Р А.) әсәһенә һуҙған... (Б. Бикбайҙан.)

2-се күнегеү. Өҙөктө күсереп яҙ. Уйла: ниндәй хәтер күҙ уңында тотола? Һинең үҙеңдең хәтереңдә нимәләр һаҡлана?

- Хәтерем барсы минең, - тип рыя ғына булһа ла уҙен яҡларға тырышты Ихсанбай. - Бөгөн әле арифметиканан биш алдым.

- Хәтерең булғас, һин миңә ете быуыныңды, ырыуыңды, ил һаҡлаған батырҙарҙы һанап курһәт!.. (Т. Ғарипованан.)

3-сө күнегеү. Өҙөктө күсереп яҙ. Уйла: ниндәй ғөрөф-ғәҙәт, йола һалған уға автор? Үҙең ниндәй ырым, йола, ғөрөф-ғәҙәт тәртиптәрен беләһең?

...Ихсанбай мал өйөнөң ишегенә барып етте, ҡолаҡ һалды - тауыш-тын юҡ. Эстән бәрелгән шомло тынлыҡ уның күкрәген ҡурыштырҙы. Кәртә эсендә әтәс ҡысҡырҙы. Әтәсме был... Әллә тауыҡмы? Тауыҡ, ахыры. Эйе, тауыҡ. Әтәсе бит күрше әтәстән таланып үлде. Ихсанбайҙың йөрәге ҡыҫылып, тыны ҡурылды. Хәйерлегә булһа ярай ҙа... Тауыҡтың әтәс булып ҡысҡырыуы оҡшамай ҙа... Етмәһә, эңерҙә. Иртәгә үк һуйып быраҡтырырға кәрәк. Тик ҡайһыһы икән?.. (Т. Ғарипованан.)

4-се күнегеү. Өҙөктө күсереп яҙ. Уйла: ҡунаҡ килерен иҫкәртеүсе тағы ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәрҙе беләһең?

... Таҫма телле Ғәмилә Хәмәтте күргәс, осоп төшкәндәй булды.

- И-и, яратҡан ҡәйнешем килгән дә баһа, әйтәм, бөгөн иртә менән көмөш бысағым сылтырт итеп иҙәнгә төшөп киткәйне. Әйттем бит мин, әйттем, көмөштәй ҡәҙерле бер кеше килер, тинем. Дөрөҫ тә шул! Маҡтап та йөрөй икән үҙе: самауырым ҡайнап тора, ҡоймағым бешкән... (Б. Бикбайҙан.)

Был күнегеүҙәр телмәр үҫтереүгә, бала шәхесен үҫтереүгә булышлыҡ итә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уята, предмет-ара бәйләнеш ойошторорға киң мөмкинлектәр аса. Балаларға үҙ фекерҙәрен әйтеү, уның дөрөҫлөгөн яҡлау мөмкинлеге тыуа. Дәрестә уҡыусылыр иғтибарлы булырға, йомғаҡ яһарға, дөйөм фекергә килергә өйрәнәләр, үҙ көстәренә ышанысты нығыталар. Телмәр үҫтереүҙең иң кәрәкле факторы- телдең һиҙгерлеге үҫә.

II.Ижади һәләт һәм телмәр үҫтереү.

Балаларҙың ижади һәләтен, һөйләү телмәрен, образлы фекерләүҙәрен үҫтереүҙә уйындар ҙур роль уйнай.

1."Тиҙәйткес әйт" уйыны. Класс төркөмдәргә бүленә. Уҡытыусы һәр төркөмгә тиҙәйткес яҙылған карточкалар тарата. Уларҙы ятлау өсөн балаларға 1 -2 минут ваҡыт бирелә. Артабан һәр кем тиҙәйткесте ҡысҡырып уҡый, хор менән ҡабатлатырға ла була. Ҡайһы төркөм уны тиҙерәк, хатаһыҙ һәм яҡшы дикция менән ҡабатлай - шул еңә.

2. "Хикәйәне тамамла" уйыны.

Уҡытыусы һәр төркөмгә карточкалар тарата. Унда хикәйәнең башы яҙылған. Мәҫәлән, "Йәкшәмбе көн мин ата-әсәйем менән урамға саф һауа һуларға сыҡтым. Көн аяҙ ине. Паркта тыныс һәм һил. Шул саҡ..."

Төркөмдәр хикәйәнең дауамын уйлай. Әҙерлек өсөн 5 минут ваҡыт бирелә.

3."Анаграммалар". Уҡытыусы анаграммалар тәҡдим итә. Мәҫәлән:

аптра (парта), әтәнфес (тәнәфес), ыҡғңрыуа (кыңғырау), әдтфрә (дәф-

тәр), өкднләке (көндәлек), игнмсаитак (гимнастика).

Анаграммаларҙы тиҙ һәм дөрөҫ уҡыу.

4."Креатив рәссам" уйыны. Уҡытыусы берәй хикәйәнән өҙөк уҡый.

Мәҫәлән, «Тәбиғәт уяна. Тирәктәрҙә, ҡурсаҡтарҙан сыҡҡан күбәләктәр

һымаҡ, бөрөләр тулышып шартлай. Ботаҡтарында ултырған турғайҙар йәбешкәк йәшел күбәләктәрҙе ҡырлай. Уларҙың бер күҙҙәре "Төйлөгән юҡмы?" -тип, өҫкә, икенсеһе "Бесәй юҡмы?" - тип, аҫҡа баға...» Һәр төркөм 10-15 минут эсендә уҡылған өҙөккә ҡарата һүрәт йә коллаж эшләй.

5. Төрлө йырлы - бейеүле , һамаҡлы уйындар.

Мәҫәлән, " Күрһәт әле, Ғабдулла!" уйыны.

Балалар ҡулға-ҡул тотоношоп, түңәрәккә баҫалар. Уртаға бер бала индерәләр.

Ул "Ғабдулла" була. Балалар хор менән йырлап унан берәй хәрәкәт яһауын һорайҙар. "Ғабдулла" уны ҡыланып күрһәтә. Уйын барышында һорауын да, яуабын да балалар бергә йырлайҙар.

- Күрһәт әле, Ғабдулла, нисек һабаҡ уҡыйҙар?

- Бына шулай, бына шулай, шулай һабаҡ уҡыйҙар.

- Күрһәт әле, Ғабдулла, нисек яҙыу яҙалар?

- Бына шулай, бына шулай, шулай яҙыу яҙалар.

- Күрһәт әле, Ғабдулла, нисек бесән сабалар?

- Бына шулай, бына шулай, шулай бесән сабалар.

- Күрһәт әле, Ғабдулла, нисек ураҡ уралар?

- Бына шулай, бына шулай, шулай ураҡ уралар.

- Күрһәт әле, Ғабдулла, нисек ашлыҡ һуғалар?

- Бына шулай, бына шулай, шулай ашлыҡ һуғалар.

- Күрһәт әле, Ғабдулла, нисек ҡоштар осалар?

- Бына шулай, бына шулай, шулай ҡоштар осалар.

Шул рәүешле оҙаҡ импровизацияларға мөмкин. Уҡыусылар ҡыйыу, ижади һәм инициативалы эшләйҙәр. Был эштәр ижади һәләт һәм телмәр үҫтереү өсөн мөмкинлектәр аса. Коммуникатив компетентлыҡ үҫешә.

III.Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү.

Дәрестәрдә үҫтереүсе уҡытыу технологияһын ҡулланыу, балаларҙың белем сифатын күтәреүҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә.

Һәр дәрес балаларға проблемалы һорау ҡуйыуҙан башлана. Уҡыусы дәрестең төрлө этаптарында ҡуйылған һорауға яуап эҙләргә, үҙе ҡағиҙә сығарып, һығымта яһарға тейеш. Уҡыусы - эҙләнеүсе, тикшереүсе. Төркөмләп эшләү - телмәр мәҙәниәтен үҫтереүҙең отошло алымы. Башҡорт теле дәресендә һәр төркөмгә билдәле бер әҫәрҙәге өҙөк тәҡдим ителә. Мәҫәлән: был хикәйәнең йөкмәткеһенә ниндәй мәҡәл тура килә? Ни өсөн? Миҫалдар менән иҫбатлағыҙ. Һәр уҡыусы үҙенең фекерен әйтә, дөйөм һығымтаға килеп, бер уҡыусы сығыш яһай. Дәрес барышында өлгәшкән уңыштарын билдәләй, сөнки рефлексия дәрестең һөҙөмтәһе булып тора. Телмәр үҫтереү дәрестәрендә филологик фәндәр докторы Р.Аҙнағолов методикаһына таянам. Мәҫәлән: " Мин ни өсөн көҙгө сыуаҡ көндө яратам?" тигән темаға инша яҙғанда, һәр береһе үҙенсә көҙгө көндө тасуирлайҙар һәм класта уҡыйҙар. Үҙҙәре иптәштәренең һөйләмдәге хатаһын төҙәтәләр, баһа бирәләр.

Дөрөҫ,бәйләнешле телмәр үҫтереүҙә мәктәптә тасуири уҡыу конкурстары, телмәр культураһы менән бәйле булған һәр төрлө ярыштар, викториналар, күргәҙмәләр, олимпиадалар, туған тел аҙналыҡтарын үткәреүҙең дә әһәмиәте бик ҙур. Бындай сараларҙы үткәргәндә төрлө күргәҙмәләр ойоштороу, стендтар эшләү, альбомдар төҙөү,стена гәзиттәре,ҡулъяҙма журналдар сығарыу кеүек эш төрҙәрен башҡарыуға уҡыусыларҙың үҙҙәрен йәлеп итеү ҙә һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Артабан телгә һәм телмәргә ихтирам һәм иғтибар алған уҡыусы,мәктәпте тамлағас та матур итеп яҙырға һәм һөйләшергә ынтыласаҡ.

IV. Кластан тыш сараларҙа һөйләм оҫталығы тәрбиәләү.

Һөйләм телен һәм ижади фекерләү һәләтен үҫтереүҙә дәрестәр менән бергә кластан тыш сараларҙы ойоштороу мөһим роль уйнай. Дәрестән тыш эштәрҙә һүҙгә һаҡ ҡараш, һөйләм оҫталығы тәрбиәләү йүнәлешендә лә даими эш алып барам. Кисәләр ойоштороу үҙенең ыңғай һөҙөмтәләрен бирә. Был саралар уҡыусыларҙа белем һәм фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, балаларҙың ижади фекерләү һәләтен үҫтерә, киң күҙаллау булдырыуға ярҙам итә .

Телебеҙгә мөхәббәт тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың ғөрөф -ғәҙәттәре, йола-байрамдары менән таныштырыу, тасуири уҡыу күнекмәләре үҫтереү һәм, иң әһәмиәтлеһе, аралаша белергә өйрәтеү маҡсатынан ойошторолған башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы ҙур әһәмиәткә эйә. Ул тантаналы, күтәренке шарттарҙа байрамса үткәрелә. Аҙналыҡ башланыр алдынан, мәктәп залы иғтибарҙы йәлеп итерлек белдереү, башҡорт яҙыусыларының тормош һәм ижадын сағылдырған таблица-плакаттар, төрлө башватҡыстар, ребус, кроссвордтар менән биҙәлә. Күрһәтмә йыһаздың күп һәм төрлө булыуы уҡыусыларҙы әлеге сара менән ҡыҙыҡһындырыуҙа һәм уларҙың төрлө сараларҙа актив ҡатнашыуҙарына ирешеүҙә ярҙам итә. Тәүге көндән һуңғыһына ҡәҙәр, башҡорт көйҙәре һәм йырҙары яңғырап тора, башҡорт халҡының йырлы-бейеүле уйындары уйнала.

Башланғыс класс уҡыусылары тамашасыларға сәхнәләштерелгән әкиәт тәҡдим итә. Әкиәттәрҙе башҡорт телендә күрһәтәбеҙ.Әкиәттәрҙе сәхнәләштереп күрһәтеү - әҙәби тел нормаларын үҙләштереүҙә ысын күргәҙмә материал. Драмалаштырылған уйындарҙа персонаж исеменән һөйләү хәтер һәләтен яҡшырта, аҡылды камиллаштыра,телмәрҙе үҫтерә, сәнғәтлеккә ирешеүҙә мөһим сара булып тора. Һәр йыл һайын беҙ, уҡыусылар менән Туған телдәр көнөнә бағышлап "Тел - күңел көҙгөһө" тигән гәзит сығарабыҙ, "Туған телем - наҙлы гөлөм" тип аталған кисә үткәрәбеҙ. Маҡсатыбыҙ -уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү,туған телгә мөхәббәт тәрбиәләү. Иң беренсе эш итеп, аҙналыҡты үткәреүгә барлыҡ балаларҙы йәлеп итәбеҙ. Һөйләй белгәне һөйләһен, йырлай белгәне йырлаһын, бейеһен...

Әсәйҙәр көнөнә бағышлап ойошторолған шиғырҙар ижад итеү конкурсына ла уҡыусылар теләп ҡатнашалар.Уҡыусыларҙа үҙҙәренең ижади һәләтен һынап ҡарау мөмкинлеге тыуа. Әсәйҙәр тураһында матур - матур хикәйәләр, инша ижад итәләр. Бөйөк шағирҙарыбыҙ Р.Ғарипов, Н.Нәжми, Ш. Бабич, әҙәбиәтебеҙҙәң йөҙөк ҡаштары булған яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ, драматургтарыбыҙҙың юбилейҙарын ҙурлап билдәләп үтәбеҙ.

Яҙ еткәс үткәрелә торған "Әсәйҙәр байрамы", "Туған көн", "Ҡар һыуына барыу йолаһы" байрамдары ла ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. "Урал Батыр" эпосын сәхнәләштереү - оло байрам. Бындай саралар аша балаларҙа атай- әсәйгә, тыуған илгә хөрмәт тәрбиәләйем, уларҙың ижадҡа ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырам, бәйләнешле телмәрен үҫтерергә ынтылам.

Район гәзитебеҙ "Аҡшишмә" менән тығыҙ бәйләнештә торабыҙ.

Йомғаҡлау.

Тел - фекерләүҙең туранан - тура ысынбарлығы. Кеше үҙенең фекерен тел ярҙамында белдерә. Телдең төп функцияһы ла шунан сығып асыҡлана, ул кешенең аралашыу, фекер алышыу, аңлашыу ҡоралы.Мәктәптә компетентлылыҡ өҫтөндә системалы, планлы, дауамлы эштәр кәрәк. "Компетентлылыҡ" төшөнсәһен асыҡлап киттем. Компьютер ҡулланып презентациялар, проекттар,ғилми конференциялар үткәреү бик отошло булыуын асыҡланым. Телмәр компетентлығын үҫтереүҙә яңы технологиялар ҡулланып эшләүҙәң отошло булыуын аңланым. Телмәр компетентлығы үҫеше һәр бер эш төрөнә бәйле. Телмәр компетентлығы үҫешкән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ, һәр саҡ төрлө ҡатмарлы тормош һынауҙарына бирешмәҫ. Аҡыллы, үткер ,үҙенең ҡарашы булған шәхес булып үҫер .Аңлап йүгерек уҡый, дөрөҫ һәм тиҙ яҙа белгәндә генә балала һөҙөмтәле белем -тәрбиә алыу нигеҙе һалына. Быны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Шул уҡ ваҡытта иҫтән сыгармаҫҡа тейешле тагы бер нәмә - һәр бер бала тәбиғәт тыуҙырған зат. Үҫә барған һайын баланың эш-хәрәкәтендә айырым бер теләк-ынтылыштар, мауығыуҙар, ҡыҙыҡһыныуҙар асыҡлана башлай. Был ваҡытта беҙ,педагогтар, ярҙамға килергә тейешбеҙ. Баланың һөйләм теле бай булыу - дөйөм интеллектуаль үҫешенең бер өлөшө.

Дәрестәрҙә телмәр үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп һәм төрлө. Тик уны һәр бер уҡытыусы үҙенсә башҡара һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ынтыла. Ғалимдарыбыҙ А.А. Леонтьев һәм И.А. Зимина, методистарыбыҙ Ғ.Ибраһимов, К. 3. Закирйәнов, Р.Аҙнағолов, З.М. Ғәбитова, Ҡ. Мортазиндарҙың бәйләнешле телмәр үҫтереү тураһындағы хеҙмәттәре бар. Был эшемне яҙғанда мин З.М. Ғәбитова, К. 3. Закирйәнов, Р.Аҙнағоловтарҙың эш - тәжрибәләренә таяндым. Уларҙың уҡытыу алымдарын мин үҙ эшемдә ҡулланыуымды дауам итермен. Күпмелер дәрәжәлә уңыштарға ирештем, тип уйлайым.

-уҡыусыларымдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненә ҡарата ҡыҙыкһыныуҙары үҫте: улар араһында башҡорт телендә китап уҡыусылар күбәйҙе,ваҡытлы матбуғат менән ҡыҙыкһыныусылар артты; (Ҡушымта № 9).

-дәрестә, дәрестән тыш сараларҙа актив ҡатнашалар,үҙ эштәренә баһа бирә беләләр, әҙәби тел нормаларына ярашлы һөйләшәләр; (Ҡушымта № 10).

-яҙма эштәрҙә дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен нығыталар;

-уҡыусыларҙың ижади фекерләү һәләт , тел байлығы үҫә: матур- матур шиғырҙар, иншалар ижад итәләр, уларҙың эштәре матбуғатта баҫтырыла;

( Ҡушымта № 11).

-мәктәп, район, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа уңыштар яулайҙар. ( Ҡушымта № 12).

Уҡыусыларҙың һөйләм күнекмәләре үҫтереүҙең әһәмиәтен яҡшы аңлаған хәлдә, был мөһим проблемаға мин башланғыс кластан уҡ иғтибар итәм. Һуңғы йылдарҙа " Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү" проблемаһын методик темам итеп һайлау ҙа шуға бер миҫал. Методик темам буйынса эҙлекле эш алып барыу өсөн маҡсат - бурыстарҙы билдәләнем. Улар түбәндәгеләр:

1.Телмәр йөкмәткеле булырға тейеш. Башланғыс класс уҡыусылары бер предметҡа ҡарап, бөтенләй башҡа әйбер тураһында һөйләп китергә яраталар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән ситкә тайпылалар: дөрөҫ йүнәлеш бирәм. Мәғәнәһен аңламайынса теге йәки был һүҙҙе һөйләм һайын ҡулланыуҙарына юл ҡуймаҫҡа тырышам. Ундай һөйләм йәмһеҙ булыуын аңлатам.

2. Телмәр логикалы, йәки аҡылға ятышлы булырға тейеш. Уҡыусыларҙан үҙ фекерҙәрен эҙлекле итеп ойоштороуҙарын талап итәм.

3. Телмәр асыҡ булырга тейеш. Уҡыусыларыма: "Беҙ еңел һәм аңлайышлы итеп һөйләй алабыҙ. Аңлашылмаған һүҙҙәр ҡыҫтырып телмәрегеҙҙе йәмһеҙләмәгеҙ!",- тип иҫкәртеп торам.

4. Телмәр саф булырға тейеш. Уҡыусылар кемделер ҡабатларға, кемгәлер оҡшатып һөйләргә яраталар. Балаларга рус һүҙҙәрен ҡушып һөйләү, "урам телен" кирәгенән артыҡ ҡулланыу хас, уларға дөрөҫ йүнәлеш бирергә тырышам.

5. Телмәр грамматик яҡтан төҙөк, орфографик һәм пунктуацион яҡтан дөрөҫ булырға тейеш. Уҡыусыларымдың телмәрен әҙәби тел нормаларына тура килерлек итеп формалаштырырға тырышам.

6. Телмәр тел сараларына бай булырға тейеш. Бер үк уйҙы төрлөсә әйтә алырға, һөйләмдәрҙә бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатламаҫҡа өйрәнәбеҙ.

7. Телмәр тәьҫирле булырға тейеш. Дәрестә тасуири уҡыу алымдарын өйрәтеү, ролдәргә бүлеп уҡыу, шиғыр уҡыусылар бәйгеләре - маҡсатҡа ирешеүҙә төп саралар.

Шуны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк: ниндәй генә шөғөл тапмаһын, уҡыусы үҙенең эшенең, шөғөлөнөң файҙалы, кәрәкле икәнен тойорға тейеш. Кеше өсөн иң ҙур бәләләрҙең береһе - файҙаһыҙ, кәрәкһеҙ, мәғәнәһеҙ һәм һөҙөмтәһеҙ эш башҡарыу, шул эшкә көс сарыф итеү.

Алыштырғыһыҙ шарттарҙың тагы ла береһе - һәр уҡыусының характер үҙенсәлеген һәм йәш айырмаһын иҫкә алыу. Төрлө дәрестәрҙә, дәрестән һуң ойошторолған сараларҙа быға иғтибар итергә кәрәк. Был принциптарҙың һаҡланыуы - балаларҙың сәләмәтлеге тураһында ҡайғыртыу, уларҙың зауығына дөрөҫ йүнәлеш биреү,минеңсә, дөрөҫ эшләү тигән һүҙ.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. АҙнабаеваФ.Ғ. :Гөлбостан. Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү.- Өфө. Китап,2010.-416 бит .

2. Абулатипов Р.А., Камалетдинованың А.В. Русско- башкирский словарь терминов по методики преподования языков. Уфа.Китап, 2009,36 бит.

3. Аслаев Т.Х. Уйнат, уйлат баланы. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте. 1973. 134 бит.

4. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. Өфө - 2008, 202 бит.

5. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Өфө. З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте. 2009. 126 бит.

6. Ғәләүәтдинов.И.Ғ. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. Беренсе китап.Өфө. Китап.2002.

7. Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы.-Өфө.

З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте. 2009. 126 бит.

8. Иҫәнғолова Ә.Ф. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр.

Өфө. Эшлекле династия.2008. 27 бит.

9. Полонский В.М..Словарь по образованию и педагогике.

-М.: Высшая школа,2004, 46 стр.

10. Толомбаев Х.А. Бүләк дәреслегенә методик ҡулланма.-Өфө Китап.1997.[

11. Текучев А.В. Методика русского языка в средней школе. -М. Просвещение, 1970, 462 стр.

12. Толомбаев Х.А.Тылсымлы бүләк. Өфө.Китап. 1995.

13. Сынбулатова Ф.Ш, ДәүләтшинаМ.С., Мәүлийәрова Ә.Т.

Туған тел (1-4) уҡыу программаһы. Өфө-2009.

14. Сынбулатова Ф.Ш. 2 синыф өсөн Әсә теле дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Өфө- 2005. 69 бит.

15. Закирьянов К.З. Обучение русской речи в IV - VIII классах башкирской школы.- Уфа: Башкнигоиздат, 1985.

16. Мещеряков В.Н. Жанры школьных сочинений: Теория и практика написания. -М.: Флинта: Наука, 2001.

17. Тикеев Д.С. Башҡорт теленең синтаксик төҙелөшөн өйрәнеү. - Өфе: Китап, 1996.

18. Школьный толково-этимологический словарь / Составитель Г.Н. Афонина. - М.: Айрис-пресс, 2007.

19. Б. Б. Ғафаров Әҙәбиәттән яҙма эштэр. - Өфө: Башҡортостан "Китап" нәшриәте, 1999.

20. М.С.Дәүләтшина, З.М.Ғәбитова.Башҡорт телен уҡытыу методикаһы.- Өфө: Башҡортостан "Китап" нәшриәте, 2011.

21. А.З.Рәхимов. Эҙләнеүҙәр һәм табыштар. Мәҡәлдәр һәм дәрес

эшкәртмәләре йыйынтығы.-К.:РИЦ "Школа", 2000.-93 б.




III.Телмәр үҫтереү эшмәкәре буйынса эш һөҙөмтәләре.

-Башҡорт теле дәрестәренә ҡарата уҡыусыларҙың мөнәсәбәте яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе.

-Уҡыусыларҙың яҙма һәм һөйләү телмәре үҫә.

-Тел һәм әҙәбиәт буйынса өлгөрөш -100%.

-Тел һәм әҙәбиәт буйынса сифатлылыҡ үҫә.

Кластан тыш китап уҡыу буйынса мониторинг.

Уҡыу йылы

Класс

Уҡыусы һаны

Китап һаны

2009/2010

5

7

33

7

11

49

9

14

49

11

14

42

2010/2011

6

7

37

8

11

53

9

12

40

10

11

41

2011/2012

7

7

40

9

11

55

10

12

41

11

11

43

2012/2013

1яртыйыллыҡ

3

5

29

10

3

10

11

7

19

Уҡыу тиҙлеген тикшереү һөҙөмтәләре

Уҡыу йылы

Класс

Уҡыусы һаны

Норманан юғары

Нормаға ярашлы

Норманан түбән

2009/2010

5

7

1

5

1

7

11

2

6

3

9

14

3

9

2

2010-2011

6

7

2

5

0

8

11

3

6

2

9

12

3

9

0

2011-2012

7

7

3

4

0

9

11

3

7

1

2012-2013

1яртыйыллыҡ

3

5

1

4

0

Башҡорт теленән уҡыусыларҙың белем сифатлылығы буйынса динамика

Башҡорт әҙһәбиәтенән уҡыусыларҙың белем сифатлылығы буйынса динамика

Уҡыусыларҙың башҡорт теленән өлгәш һәм өлгәш сифатының мониторингы

Уҡыу йылы

Класс

Уҡыусылар һаны

Өлгәш %

Өлгәш

сифаты %

2009/2010

5

7

100

85,7

7

11

100

81,8

9

14

100

78,6

11

14

100

78,5

2010/2011

6

7

100

85,7

8

11

100

81,8

9

12

100

83,3

10

11

100

90,9

2011/2012

7

7

100

100

9

11

100

81,8

10

12

100

83,3

11

11

100

90,9

2012/2013

1яртыйыллыҡ

3

5

100

100

10

3

100

100

11

7

100

85,7




Район кимәлендә үткәрелгән диагностик эштең һөҙөмтәләре

2011 йылдың 11 февралендә 5 класс уҡыусылары район кимәлендә

диагностик эш эшләне, күрһәткестәр яҡшы булды. Быйыл үҙем уҡытмаһам да, ошо 8 класс менән шундай уҡ эш башҡарҙыҡ, һөҙөмтәләр түбәндәгесә:

Башҡорт теленән контроль эш һөҙөмтәләре

Уҡыу йылы

Класс

Уҡыусылар һаны

"5"

"4"

"3"

"2"

Өлгәш

Өлгәш

сифаты

2011-2012

5

7

8

7

7

8

1

0

0

3

4

5

2

3

3

1

0

0

86%

100%

100%

57%

57%

62%

2012-2013

5

6

9

8

6

15

1

1

0

3

3

10

3

2

5

1

0

0

80%

100%

100%

50%

66%

66%


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығында ҡатнашыусылар

Уҡыу йылы

Класс

Уҡыусы һаны

Ҡатнашыусылар һаны

%

2011-2012

5

7

8

10

7

7

8

10

5

5

6

10

71%

71%

75%

100%

2012-2013

5

6

9

8

6

15

6

5

12

75%

83%

80%

Республика күләмендә ҡатнашҡан конкурстар һөҙөмтәләре

Уҡыу йылы

Уҡыусының фамилияһы, исеме

Класс

Конкурстың исеме

Уңышы

2010/2011

Хөснийәрова Илнара

7

" Башҡо ртостан - Республикам". Тыуған яҡты өйрәнеү викторинаһы.

3-сө урын

2012/2013

Ардыуанова Индира

11

Ишембай ҡалаһында үткән Туған телдәр көнөнә арналған форум.

3-сө урын.

"Телем, телгенәм". Иншалар конкурсы.

2012/2013

Ғәдиев Булат

10

3-сө урын.

Вәлидигә арналған шиғырҙар конкурсы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән районда үткән олимпиада һөҙөмтәләре

Уҡыу йылы

Уҡыусының фамилияһы, исеме

Класс

Уңышы

2010/2011

Ардыуанова И.М.

9

3-сө урын

2011/2012

Ардыуанова И.М.

10

3 -сө урын

2012/2013

Ардыуанова И.М.

11

2 -се урын

Районда үткәрелгән ижади эштәр конкурстарының һөҙөмтәләре

Уҡыу йылы

Уҡыусының фамилияһы, исеме

Класс

Конкурс исеме

Уңышы

2009/2010

Мусина Әлиә

10

Республика көнөнә арналған ижади эштәр конкурсы

1-се урын

2009/2010

Ғәдиев Булат

7

Ш. Бабичтың тыуыуының 115 йыллығына арналған ижади эштәр конкурсы (викторина)

2-се урын

2009/2010

Ғәдиев Булат

7

Ш. Бабичтың тыуыуының 115 йыллығына арналған ижади эштәр конкурсы

( шиғыр)

1-се урын

2010/2011

Хәлимов Айҙар

5

"Тыуған яғым минең..." райондың 80 йыллығына арналған конкурс

1-се урын

2010/2011

Сәлимгәрәева

Ғәлиә

10

Республика көнөнә арналған ижади эштәр конкурсы

1-се урын

2011/2012

Ханов Алмаз

4

"Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсы

" Әртислек" номинацияһы

2011/2012

Мәктәп командаһы

"Урал Батыр" эпосын сәхнәләштереү

2-се урын

2012/2013

Ғәдиев Булат

10

Республика көнөнә арналған ижади эштәр конкурсы

2-се урын

2012/2013

Ғәдиев Булат

10

Н. Нәжмиҙең тыуыуының 95 йыллығына арналған ижади эштәр конкурсы

2-се урын

Фәнни- тикшеренеү эше буйынса:

2011-2012 уҡыу йылында Кнәзова Гүзәл үҙенең "Ҡобайырҙарҙа ат образы" тигән эше менән 2 этапта, Ғилметдинова Эльвина "Ә.Вәлиди: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге…" тигән эше менән 1 этапта ҡатнашты.

Ҡушымта.

№ 1 Инша төрҙәре.

1

маҡсаты буйынса

өйрәтеүсе; өйрәтеүсе- контроль; контроль.

2

телмәр төрө буйынса

һүрәтләү; хикәйәләү; фекерләү.

3

күләме буйынса

тулы йөкмәткеле; миниатюр

4

темаһы буйынса

әҙәби; лингвистик; ирекле.

5

материалдың сығанағы буйынса

  • тормош тәжрибәһенә нигеҙләнгән;

  • уҡылған әҫәр буйынса;

  • картина, сюжетлы һүрәттәр буйынса;

кинофильм, телетапшырыуҙарға нигеҙләнгән

6

стиле буйынса

фәнни стилдә; матур әҙәбиәт стилендә; публицистик стилдә; рәсми стилдә; хаттар стилендә

7

жанры буйынса

  • әкиәт;

  • новелла (хикәйә);

  • очерк;

  • шиғыр;

  • рецензия, аннотация;

  • эссе;

  • мәҡәлә.

8

урыны, яҙылыу ысулы буйынса

  • класта һәм өйҙә;

  • коллектив һәм индивидуаль.

№2. Комплекслы анализда эш төрҙәре:

  1. Өҙөккә йәки тексҡа исем бирергә. Темаһын билдәләргә.

  2. Был өҙөктөң текст икәнен иҫбатларға.

  3. Төп фекерҙе билдәләргә.

  4. Текстың тибы һәм стиле (иҫбатларға).

  5. Һүҙгә фонетик анализ яһарға.

  6. …. һүҙенең синонимын(антонимын, омонимын) табырға.

  7. Түбәндәге һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһен асыҡларға.

  8. Өҙөктән һүрәтләү сараларын табырға.

  9. Текстан ҡушма һүҙҙәрҙе күсереп яҙырға һәм яһалышы буйынса анализларға.

  10. Һүҙҙе килештәр менән үҙгәртергә.

  11. Беренсе абзацҡа пунктуацион анализ яһарға.

  12. Теҙеү юлы менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙе күсереп яҙырға, төрөн билдәләргә.

№ 3. М. Кәримдең «Өс таған» повесынан алынған өҙөккә эш төрҙәре.

Вәзирҙең кемгәлер яҡшылыҡ эшләгеһе, кемделер ҡыуандырғыһы килде. Ул салбарының һул кеҫәһендәге һалҡын ғына тос нәмәне ҡапшап ҡараны.

Малайҙар, ә малайҙар туҡтағыҙ әле,- тине ул,- башлыҡҡа ҡоралһыҙ йөрөү килешмәҫ,мә, Ғабдулла, ал,- ул кеҫәһенән һөйәк һаплы боронғо бәке сығарып Ғабдуллаға һуҙҙы.

Башлыҡ менән йүгеректең дүрт күҙе һигеҙ булды.

  • Ҡайҙан ҡулға төшөрҙөң быны?

  • Һорашып торма, биргәндә ал.

Ләкин башлыҡ бүләкте алырға ашыҡманы. Бәке оҡшаны уға, бик оҡшаны. Тик: «Был нәмә Вәзир ҡулына яҙып-яңылышып килеп инмәнеме икән», - тигән шик уны тыйып ҡалды.

  • Ҡайҙан алдың, дөрөҫөн әйт. Юғиһә, бәкеңә бармаҡ осомдо ла тейҙермәйем.

  • Биргәс, ал да ҡуй.

  • Ҡайҙан алдың, тиҙәр һиңә?

  • Дөрөҫөн генә әйткәндә, бая мин уны Шәрифулланың сумкаһынан сәлдерҙем.

  • Урланыңмы? - Башлыҡ ике юлдашын ике яҡҡа этәреп ебәрҙе. Күҙҙәренән уның уҫал осҡондар сәсрәп сыҡты.

  • Урламаным, сәлдерҙем, - тип аҡланды Вәзир, - һабы күренеп тора ине.

  • Ух, бәке ҡарағы! - Ғабдулла уға бер ҡунып та төштө. - Көтөүсе Шәрифулланың һөйәк һаплы бәкеһен урлаған өсөн, ҡараҡ Вәзирҙе «Өс таған»дан сығарып ташларға. Бынан һуң уға ҡул бирмәҫкә, һүҙ ҡушмаҫҡа. Мәсхәрә!

Эш төрҙәре:

  1. Өҙөккә исем бирергә. Темаһын билдәләргә.

  2. Был өҙөктөң текст икәнен иҫбатларға.

  3. Төп фекерҙе билдәләргә.

  4. Тестыңтибы һәм стиле (иҫбатларға).

  5. Вәзир һүҙенә фонетик анализ яһарға.

  6. Һуҡты һүҙенең синонимын табырға.

  7. Түбәндәге һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәһен асыҡларға:

юлдаш -...;мәсхәрә - ... .

  1. Өҙөктән һүрәтләү сараларын табырға.

  2. Текстан ҡушма һүҙҙәрҙе күсереп яҙырға һәм яһалышы буйынса анализларға.

  3. Бәке һүҙен килештәр менән үҙгәртергә.

  4. Икенсе абзацҡа пунктуацион анализ яһарға.

  5. Теҙеү юлы менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙе күсереп яҙырға, төрөн билдәләргә.

№4. Әҙәбиәт дәрестәрендә укыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү өсөн эш төрҙәре:

  1. Әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә план төҙөү (юғары кластарҙа - ижади план).

  2. Дәрескә сәнғәт әҫәрҙәрен йәлеп итеү (музыка, кино, картина һ.б.).

  3. Төрлө күнегеүҙәр (уйын, башватҡыс, кроссворд һ.б.)

  4. Ижади изложениелар, иншалар яҙҙырыу.

  5. Хаттар, мәҡәләләр яҙырға өйрәтеү, көндәлектәр тотоу.

  6. Репортаж, һүрәтләмә, юлъяҙма.

  7. Докладтар, сығыштар, конспект, рецензия.

  8. Традицион булмаған дәрестәр: дәрес-әңгәмә, семинар-диспут, әҙәби тирмә, семинар-практикум, дәрес-конференция, дәрес-лабиринт, «Бәхетле осраҡ», дәрес-консультация, «Мөғжизәләр яланы», КВН (ШТК) һ.б.

№5. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу сифатын тикшереү

Класс_5

Уҡытыусы Ғималетдинова Рәфиҙә Мөбәрәк ҡыҙы

Уҡыусының фамилияһы,

исеме

Тикшереү

ваҡыты

Уҡыу күрһәткестәре

Дөйөм баһа

иҫкәрмә

Дөрөҫ уҡыу

Уҡыу

тиҙлеге

Аңлап уҡыу

Тасуири

уҡыу

Адыев Айнур

10.10.12

4

2

3

3

3

Басиров Артур

10.10.12

4

4

4

3

4



© 2010-2022