Конспект. Эссе Мин уҡытыусы

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Эссе "Мин уҡытыусы"

Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем! Был исем тураһында кемдәр генә ниндәй әҫәрҙәр ижад итмәгән .Уҡытыусы элек-электән иң абруйлы кеше һаналған.

Мин бик бәхетле! Минең яратып башҡарған эшем бар. Мин уҡытыусы! «Һөнәрле кеше- ҡораллы кеше» тиҙәр бит. Бала сағымдан уҡытыусы һөнәре бик оҡшай торғайны.

Олатайым Рахматулла Заһиҙулла улы уҡытыусы булды. Уның башына эшләпәһен кейеп, ҡулына портфель тотоп мәктәптән ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә инем. Бәләкәйҙән миңә әкиәттәр һөйләүсе, һанарға өйрәтеүсе лә ул ине. Миндә шул саҡта уҡ олатайым кеүек уҡытыусы булыу теләге уянды.

Мәктәпте тамамлағас педагогия училищеһына уҡырға индем.Унда тәрбиәсе һөнәре алып, өс йыл эшләгәндән һуң, рус мәктәбенә башҡорт телен уҡытырға саҡырҙылар. Һәм, минең теләгем тормошҡа ашты!

Эйе, уҡытыусы һөнәренең бик етди һәм яуаплы булыуын бик яҡшы аңлайым. Уны йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәм, сөнки һәр баланың ғүмере, киләсәге уҡытыусы ҡулынан үтә. Уҡытыусы уҡыусыларына йәшәү серҙәрен өйрәтә, насар элға аяҡ баҫмаҫҡа, ата- әсәңде ихтирам итергә, Тыуған илеңде яратырға, уға тоғро хеҙмәт итергә өйрәтә.

Минең башҡорт теле уҡытыусыһы булыуым миңә икеләтә талаптар ҡуя. Беҙ, беренсенән, туған телде өйрәтһәк, икенсенән, Тыуған илебеҙгә- Башҡортостанға һөйөү тойоһо тәрбиәләргә тейешбеҙ.. Туған телебеҙ тере икән, башҡорт халҡы ла йәшәйәсәк.Телебеҙҙе һаҡлау, юғалтыуға юл ҡуймау - беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының оло бурысы. Әсә телен ҡағиҙәләргә түгел, ә халҡыбыҙҙың бай мираҫына таянып өйрәтеү яҡшыраҡ.

Кеше был донъяла ниндәй генә бейеклектәргә ирешһә лә, уның уңыштары башында уҡытыусы тора. Тик шулай ҙа үҙ белемеңде күтәреү өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү генә тейешле нәтижәләр бирә. Билдәле педагог К. Д. Ушинский ҙа: "Уҡытыусы һәрваҡыт уҡығанда ғына уҡытыусы булып ҡала", - тигән. Эйе, тырышмайынса ғына уҡыусыларға үҙ фәнеңде яраттырып булмай. Үҙ алдыңа билдәле бер маҡсат ҡуйып, шуларҙы тормошҡа ашырғанда ғына быға ирешергә була.

Минең бурыс - уҡыусыларға туған телде, әҙәбиәтте өйрәтеү, халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫын пропагандалау, балаларҙа милли үҙаң, ғорурлыҡ хистәре булдырыу, һәм, иң мөһиме, һәр яҡтан тулы үҫеш алған шәхес тәрбиәләү.

Бөгөн уҡыу-уҡытыу процессына яңы технологияларҙы керетеп ебәреү - уҡытыусы алдында торған төп талап, көн тәртибенә ҡуйылған төп мәсьәлә. Балалар яңы технологиялар менән бик иртә таныша. Шуға ла заман уҡытыусыһы булыу, уҡыусыларҙы үҙ фәнем менән ҡыҙыһындырыу, уларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн, төрлө ысулдар уйлап табам - шул уҡ яңы технологияларҙы үҙләштерергә һәм уларҙы уҡытыу процессында ҡулланырға тырышам. Уҡытыу материалының эстәлеген һәр уҡыусының һәләтенә тура килерлек итеп һайлайым,төрләндереп үткәрергә ынтылам.

Мин - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Мин иң беренсе халҡыма, илемә, телемә ҡарата хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләүсе кеше.

Бәхетлемен! Яратҡан эшем бар, ишеген асып инер тупһам бар. Телем, һүҙем бар, шул телде йотлоғоп тыңлаған уҡыусыларым бар!



© 2010-2022