Поэты и писатели Башкортостана

Раздел Другое
Класс 7 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Поэты и писатели Башкортостана


Зәйнәб Биишева (1908-1996)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева ижады әҙәбиәтебеҙҙең сағыу биттәрен тәшкил итә. Уның жанрҙары яғынан күп төрлө, идея йөкмәткеһе, художестволы формаһы, тел-стиль саралары яғынан бай һәм үҙенсәлекле ижады рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл хазинаһын тәшкил итә.

Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, 1924 йылда ул Ырымбурҙағы башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап сыға. 1929 - 1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй, ауылда яңы тормош төҙөү эшендә әүҙемҡатнаша.

1931 йылда 3. Биишева Өфөлә уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу курсын үткәндән һуң, Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкәҡалдырыла. Тәүҙә ул башҡорт һәм татар телдәрендә сыға торған "Пионер" исемле дәреслек-журналдың яуаплы мөхәррире, аҙаҡ нәшриәттең дәреслектәр секторында мөхәррир булып эшләй.

1938 - 1951 йылдарҙа 3. Биишева төрлө гәзиттәрҙә, радиокомитетта эшләй. 1951 йылдан һуң - профессиональ яҙыусы.

Зәйнәб Биишева - төрлө жанрҙарҙа берҙәй оҫта эшләгән әҙип. Уның тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмалары, "Дуҫлыҡ", "Серле ҡурай", "Гөлбәҙәр" тигән драма әҫәрҙәре, балалар өсөн яҙылған әкиәттәре бар.

Зәйнәб Биишева бигерәк тә проза өлкәһендә актив эшләп килә. Уның "Яҡтыға" трилогияһына ингән "Кәмһетелгәндәр", "Оло Эйек буйында", "Емеш" исемле романдары уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршы алынды һәм уларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелде.

Үҙенең "Сәйер кеше", "Уйҙар, уйҙар...", "Ҡайҙа һин, Гөлниса?" тигән повестарында яҙыусы йәштәр тормошоноң мөһим яҡтарын һүрәтләй.

"Мөхәббәт һәм нәфрәт" тигән китабы яҙыусының хикәйәт жанрының оҫтаһы булыуын күрһәтте.

1981 - 1982 йылдарҙа әҫәрҙәренең 4 томлы йыйынтығы баҫылып сыҡты. Күп әҫәрҙәре урыҫ телендә донъя күрҙе. Яҙыусы әҙәби тәнҡит һәм тәржемә өлкәһендә лә һәләтен һынаны. Зәйнәб Биишева йәмәғәт эштәрендә һәм әҙәбиәт өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн миҙалдар һәм өс тапҡыр "Почет Билдәһе" ордены менән бүләкләнде. 1968 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булды.

Әҙибә 1996 йылда Өфө ҡалаһында вафат булды.



Поэты и писатели Башкортостана

Мәжит Ғафури

(1880-1934)

Башҡорт әҙәбиәтенең классигы Мәжит Ғафури (Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғафуров) 1880 йылдың 2 авгусында Башҡортостандың Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Елемҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. Ете йәштән үҙҙәренең ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бер аҙҙан һуң Елемҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡып белем ала. 1898 йылда Троицк ҡалаһына барып, Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә керә. Бында ул прогрессив характерҙағы ваҡытлы матбуғат менән таныша, халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтең алтын приискыларында эшләп уҡыуын дауам иттерә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дәҡыҙыҡһына башлай. 1904 йылда Ҡаҙанға килеп, "Мөхәммәдиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1906 йылдың аҙаҡтарында М. Ғафури Өфөгә ҡайта һәм "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә уҡырға урынлаша. М. Ғафури XX быуаттың баштарында ижад эше менән шөғөлләнә башлай. Был осорҙа ижад ителгән "Себер тимер юлы", "Башҡа мәмләкәттәрҙә мосолмандарҙың хәле", "Ғилем", "Йәш ғүмер" кеүек гуманизм менән һуғарылған, аң-белемгә саҡырған, өгөт-нәсихәтле дидактик шиғырҙары инде халыҡ күңеленә бик яҡын инеләр. 1905 йылғы революция көндәрендә ул "Ваҡыт етте", "Шатлыҡ йыры", "Хөрриәт дәүерендә", "Бай кеше" кеүек ысын көрәш пафосын сағылдырған агитацион рухтағы шиғырҙарын яҙҙы. Халыҡты азат итмәй тороп, милли азатлыҡҡа ирешеп булмаясағын аңлатырға тырышты. Беренсе рус революцияһы баҫтырылғас,ҡара реакция йылдарында "1906 йылдың 1907 йылға васыяты", "Етенсе йылдың яуабы" кеүек әҫәрҙәрендә самодержавиены ҡорал менән ҡыйратырға, донъяны үҙгәртеп ҡорорға өндәне, "донъяға башҡа күлдәк" кейҙереү өсөн һәр төрлө иҙеүҙәргә ҡаршы сығырға өндәне.

Империалистик һуғыш йылдарында шағир был һуғыштың тәүге көндәренән үк кемдәр файҙаһына булыуын аңлай, "донъяның ҡанға батырылыуына", "толҡатындарҙың, үкһеҙҙәрҙең, хәйерсе, ғәриптәрҙең ҡыҙғаныс донъяһы эсендә кешенең тапалып ҡалыуына", һуғышҡа ҡаршы көслө протест белдереп шиғырҙар яҙа. М. Ғафуриҙың егерменсе йылдар ижадында проза жанры ҙур урын биләй. Ул революцияға тиклем дә "Фәҡирлек менән үткән тереклек", "Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ", "Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын", "Үгәй балалар", "Онотолған енәйәт", "Һалдат ҡатыны Хәмиҙә" кеүек реалистик хикәйәләрен ижад итте. Ә инде һуңғы йылдарҙағы прозаһы тәрән эпик дөйөмләштереүҙәр, тулы ҡанлы художество образдар тыуҙырыу, халыҡ тормошон киңерәк полотноларҙа күрһәтеүе менән характерлылар. Айырыуса "Ҡара йөҙҙәр", "Шағирҙың алтын

приискыһында", "Тормош баҫҡыстары" повестары башҡорт прозаһын үҫтереүҙә әһәмиәтле роль уйнанылар. М. Ғафури башҡорт әҙәбиәтенең бөтә жанрҙарында ла эшләне. Мәғрифәтселек, революцион-демократик идеялар менән һуғарылған романтик стилдәге шиғырҙары һәм поэмалары, реалистик прозаһы менән бергә, ул балалар әҙәбиәте өлкәһендә мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итте, мәҫәл жанрына нигеҙ һалды, тәнҡит һәм үткер публицистика өлкәһендә даими эшләп килде.

1934 йылдың 28 октябрендә М. Ғафури күптән килгән үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була.


Поэты и писатели Башкортостана

Рауил Бикбаев

(1938)

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покров (хәҙер Переволоцкий) районы Юғары Ҡунаҡбай ауылында тыуа.

Башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәғрифәтенә Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, ауылдашы Ғабдулла Амантай, нәҫелдәштәре Сәғит Мерәсев, Кәрим Иҙелғужин һымаҡ арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән Туҡсоран ерендә Рауил бәләкәстән йыр-моңға, әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә. Ауылындағы ете йыллыҡмәктәпте тамамлағас, Ҡаҙағстан менән Ырымбур сигендәге Аҡбулаҡ педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында, аспирантурала уҡый. 1965 йылдан Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 1995 йылдан - Башкортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретаре.

Рауил Бикбаевтың тәүге шиғырҙары 1957 йылдан республика гәзиттәрендә, "Йәш көстәр" альманахында баҫыла башлай. 1962 йылда "Ағиҙел" журналында "Вокзал" поэмаһы донъя күрә.

1964 йылда Рауил Бикбаевтың "Дала офоҡтары" исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. Унан һуң донъя күргән "Ҡош юлы", "Автобиография", "Ғүмер уртаһы", "Ерем балҡышы", "Яҙмышым", "Ай күргәндәй, ҡояш алғандай" һ. б. китаптары башҡорт шиғриәтенең үҫешенә тос өлөш индерҙе. Бигерәк тә замандың иң киҫкен һәм борсоулы хәлдәре хаҡында яҙылған "Халҡыма хат", "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!", "Система", "Баҙар балтаһы", "Башһыҙһыбайлы", "Барокамера" тигән поэмалары киң билдәлелек алды.

Алтмышынсы йылдар башынан уҡ Рауил Бикбаев шиғри ижадты төплө, фәнни тикшеренеүҙәр менән бергә алып бара. Ул Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов әҫәрҙәрен ентекле өйрәнеүгә һәм халыҡҡа еткереүгә күп көс һалды, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти һәм башҡа бик күп шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙҙы, башҡорт әҙәбиәтенең алты томлыҡ тарихын баҫтырып сығарыуға күп көс һалды.

Рауил Бикбаевтың Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдәрендә егерменән ашыу китабы баҫылды.

Шиғриәттәге һәм фән өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Рауил Бикбаевҡа 1993 йылда Башкортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Ул - Башкортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башкортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты.

1966 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.


Поэты и писатели Башкортостана

Дауыт Юлтый

(1893-1938)

Дауыт Юлтый (Дауыт Исхаҡ улы Юлтыев) 1893 йылдың 18 апрелендә элекке Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Иванов районы) Юлтый ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Мәктәп йәшенә еткәс, Дауыт үҙауылдарындағы мәҙрәсәгә уҡырға йөрөй башлай. Артабан ул үҙҙәренә яҡын булған Сорокин мәҙрәсәһенә бара. Бында Дауыт бер нисә йыл уҡый. Уҡыу өсөн бер аҙ аҡса йыйыу ниәте менән Ҡаҙағстанға китеп, бер-ике йәй ҡаҙаҡ балаларын, ә аҙаҡтан үҙ ауылына ҡайтып, балалар уҡытып йөрөй.

1914 йылда, беренсе донъя һуғышы сыҡҡас та, Дауыт ике ағаһы менән бер мәлдә һалдатҡа алына. Октябрь революцияһын Дауыт Юлтый фронттаҡаршылай.

Дауыт Юлтый 1919 йылда Коммунистар партияһы сафына инә, граждандар һуғышы фронттарында була. Ошо мәлде беренсе революцион армияның штабында сыҡҡан "Ҡыҙыл йондоҙ" гәзитендә эшләй. Был йылдарҙа уға Туҡсоран кантонында хәрби комиссар, партияның кантон комитеты секретары кеүек вазифаларҙы ла башҡарырға тура килә.

1920 йылдың аҙағында Д. Юлтый Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа саҡыртып алына, һәм уға бик күп яуаплы эштәр йөкләтелә. Ул башта Башҡортостан хәрби комиссариаты политидаралығында "Ҡыҙыл батыр" тигән гәзитте ойоштороуҙа ҡатнаша һәм шул гәзиттең мөхәррире була. Артабан республика хәрби комиссариаты политидаралығының мәктәптәр бүлегендә инспектор ҙа, Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең мөдире лә, Башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби консультанты ла булып эшләй.

1921 йылдан Юлтый "Башҡортостан" гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләнә, "Яңы юл", "Белем" кеүек журналдар ҙа уның редакторлығында сыға.

1925 - 1926 йылдарҙа Д. Юлтый Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессура институтында уҡый, бер ни тиклем ваҡыт Центриздатта мөхәррир булып эшләй. Утыҙынсы йылдарҙа "Октябрь" журналының, "Әҙәби удар" гәзитенең мөхәррир вазифаларын алып бара, Башҡортостан Милли культура институты эшендә яҡындан ҡатнаша, Башҡортостан Яҙыусылар союзын ойоштороусыларҙың һәм уның етәкселәренең береһе була. Ошо рәүешле Юлтый үҙенең яҙыусылыҡэшен йәмәғәт эштәре менән тығыҙ бәйләп алып бара.

Д. Юлтыйҙың ижади эшмәкәрлеге Октябрь революцияһынан һуң ғына күтәрелә һәм тиҙҙән ул күренекле яҙыусы булып таныла. 1921 йылда уның "Урал моңдары" тигән шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты. 1920 йылда яҙылған "Ҡарағол" исемле пьесаһы тамашасыларҙың яратып ҡараған сәхнә әҫәренә әүерелде. Бынан тыш Дауыт Юлтыйҙың "Салауат", "Маҡтымһылыу", "Тирмәндә", "Һин кем?", "Аралбаевтар" тигән пьесалары ла Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә ҡуйылалар. Ул бер шаршаулы пьесалар ҙа яҙа.

Д. Юлтый, бик күп шиғырҙар, поэмалар ижад итеү менән бергә, хикәйәләр, очерктар ҙа яҙҙы. Уның 1934 йылда яҙылған "Ҡан" исемле романын уҡыусылар яратып ҡаршы алдылар.

Дауыт Юлтый балалар өсөн бик күп шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр ижад итә. Уның "Сана шыуғанда" тигән шиғырҙар китабы, "Бәләкәй Ҡотош" исемле хикәйәһе, "Әпәш" тигән поэмаһы балаларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелде.

Д. Юлтый 1938 йылда шәхес культы осоро репрессияһына эләгеп һәләк булды.

Поэты и писатели Башкортостана

ҠАЗИМ АРАЛБАЕВ

(1941 )

Яңы быуын шағирҙарыбыҙҙың береһе Ҡәҙим Аралбаевтың тормош юлы үҙенең быуындаштарыныҡы менән күп яҡтан оҡшаш. Ул 1941 йылда Хәйбулла районы Таңатар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған; Аҡъяр урта мәктәбен тамамлаған, колхозда шофер булып эшләгән, Совет ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткән. Ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетында уҡыған, унан уҡытыусы булып эшләгән. Етмешенсе йылдар башында Өфөгә килеп «Ағиҙел» журналы редакцияһында, Яҙыусылар союзы идараһында, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетында эшләй, Башҡортостандың «Китап» нәшриәтен етәкләй. Хәҙерге көндә - Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы идараһының рәйес урынбаҫары.

Ҡәҙим Аралбаев Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хәйбулла районы Таналыҡ совхозы булдырған Сергей Чекмарев исемендәге әҙәбиәт премияһы (1983), 1-се һанлы Республика гимназияһының Рәми Ғарипов исемендәге бүләге (1995), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1996) лауреаты.

Авторҙың тиҫтәнән ашыу китаптары: робағиҙар, ҡобайырҙар, шиғырҙар, поэмалар донъя күрҙе, байтаҡтары ҡаҙаҡ, татар, алтай, сыуаш, украин, удмурт телдәрендә баҫылып сыҡты.

Ҡәҙим Аралбаев үҙенең йәш сағы, тыуған ауылы яҙмышы тураһында шулай яҙа: «Мин Башҡортостандың көньяғында йәйрәп ятҡан Хәйбулла далаларында, алыҫтан күҙгә күренер-күренмәҫ бәләкәй генә Таңатар ауылында тыуҙым, бала сағым, үҫмер һәм егетлек йылдарым шунда үтте. Ауылым алтмышынсы йылдар уртаһында киләсәкһеҙ («перспективаһыҙ») ауылдар иҫәбендә юҡҡа сығарылды, тамырынан ҡоротолдо, хатта өйҙәрҙең нигеҙҙәре туҙҙырылып, ер менән тигеҙләп ташланды.

Быуаттар буйына, быуын-быуын ошо изге ата-бабалар еренә ерегеп, тыуған төйәк итеп йәшәгән ауылдаштарым төрлө яҡтарға һибелде, тарҡалды, ҡайһы берҙәре бәхет эҙләп, сит-ят яҡтарҙа яҙмыш елдәре ыңғайына ҡамғаҡ кеүек тәгәрәргә, күсенергә мәжбүр булды.

Ҡәҙим Аралбаевтың шиғырҙарында һәм поэмаларында ана шул тыуған яғының дала тәбиғәте, яҡташтарының тормошо, хәҙерге быуын кешеләренең уй-тойғолары сағыла.




Поэты и писатели Башкортостана

ШӘЙЕХЗАДА БАБИЧ

(1895-1919)

Шәйехзада Бабич 1895 йылдың 2 ғинуарында Өфө губгернаһының Бөрө өйәҙендә (хәҙерге Дүртөйлө районында) Әсән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Мөхәммәтзакир шаҡтай хөр фекерле кеше булған. Батшаға тел тейҙергән өсөн ул хатта эҙәрләнеүҙәргә дусар ителгән.

Шәйехзада башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы уҡытҡан мәҙрәсәлә ала. Ул бәләкәстән уҡырға бик зирәк була. Туҡай, Аҡмулла, Мәжит Ғафури уның иң яратҡан шағирҙарына әйләнә. Халыҡтың йырҙарын, бәйеттәрен, әкиәттәрен мауығып тыңлай, күптәрен йәһәт отоп ала.

1910 йылда, ун алты йәшенә сыҡҡанда, Бабич ҡаҙаҡ далаларына сығып китә.Ҡустанай өлкәһенең Турғай далаларында ятҡан Дүсәнбай тигән ҡаҙаҡауылында балалар уҡыта. Шулай итеп, бер ни тиклем аҡса йүнәткәс, 1911 йылдың көҙөнә Өфөгә ҡайтып, "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Ике йылдан һуң, 1913 йылдың йәйендә, йәнә үҙе уҡытып йөрөгән Дүсәнбай ауылына китә,ҡаҙаҡ балаларын уҡытыуын дауам итә. Был юлы ул ҡаҙаҡ телен ныҡлап үҙләштереп өлгөрә, аҡындарҙың әйтештәрен, өләңдәрен тыңлай, ҡаҙаҡхалҡының бөйөк шағиры Абай Ҡонанбаевтың әҫәрҙәре менән таныша. Ул "Себер сәхрәһендә, ҡаҙаҡта уҙҙырған көндәрем" тигән көндәлек дәфтәрендә, "Ҡонанбайҙың өләңендә төп нәфислек вә ләззәт табып, уны татарҙың Туҡайы, ғәрәптең Имрекәйе дәрәжәһенә мендерҙем" тип һоҡланып яҙа.

Бабич Абай тәржемәләре аша урыҫ поэзияһының айырым өлгөләре менән дә таныша. Уны бигерәк тә Лермонтов шиғырҙары хайран итә.

Шәйехзада Бабичтың әҙәби ижад, сәнғәт өлкәһенә тартылыуында Өфөнөң мәҙәни тормошо, "Ғәлиә" мәҙрәсәһе ғәйәт ҙур роль уйнай. Ул мәҙрәсәлә сығарылған "Эләктергес", "Парлаҡ" исемле ҡулъяҙма журналдарҙа үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра, "Милли көй, сәхнә вә әҙәбиәт" түңәрәгендә йышҡатнаша. Йор һүҙле, музыкаль тәбиғәтле, мандолинала ғәжәп шәп уйнаусы Бабич әҙәби-музыкаль кисәләрҙең төп фигураһына әйләнә.

Мәҙрәсәлә Ғәлимйән Ибраһимов кеүек танылған яҙыусының уҡытыуы Бабичтың әҙәби ижад эшенә ылығыуын тағы тиҙләтеп ебәрә, әҙәбиәткә, сәнғәткә, ғөмүмән ижад эшенә етди ҡарарға өйрәтә.

1916 йылда Бабич "Ғәлиә"не тамамлағас, Троицк ҡалаһына барып, уҡытыусы булып эшләй. Ҡалала сыға торған "Аҡмулла" исемле сатирик журнал эшендә яҡындан ҡатнаша: шиғырҙар, эпиграммалар яҙа.

Бер йылдан һуң Бабич Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм 1917 йылдың авгусында "Ҡармаҡ" журналы редакцияһының саҡырыуы буйынса Ырымбурға китә, шул журналдың секретары булып эшләй башлай. Был осорҙа ул Ырымбурҙа төҙөлгән милли "Башҡорт хөкүмәте" эшенә, "Тулҡын" тигән әҙәби ойошмаға ылығып китә һәм милли азатлыҡ көрәше уртаһында ҡайнай.

1919 йылдың февралендә башҡорт ғәскәрҙәре менән бергә Бабич Ҡыҙыл Армияға килеп ҡушыла. Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлгән тарихи көндәрҙә совет матбуғаты хеҙмәткәре булып эшләп йөрөй. Ләкин Граждандар һуғышы ҡыҙыу барған был осорҙа, фронт һыҙығынан йыраҡ түгел ерҙә, 1919 йылдың 28 мартында фажиғәле рәүештә һәләк була.


Поэты и писатели БашкортостанаКәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова

(1920-2012)

Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәүлит ауылында тыуа. Башланғыс белемде атаһынан ала. Артабан Өфөлә педрабфак тамамлай, Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, институттың ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, ауылына ҡайта. Кәтибәгә етемҡалған өс һеңлеһенә, бер энеһенә "ғаилә башлығы" булырға тура килә. Уҡытыусылыҡуның бөтә булмышын биләй. Башта Сируси ете йыллыҡ мәктәбендә, унан Мөхәмәтҡолой урта мәктәбендә эшләй.

1952 йылдың аҙағында Өфөгә күсеп килә һәм "Әҙәби Башҡортостан" (хәҙерге "Ағиҙел") журналына эшкә алына. 1960 йылда Мәскәүгә Яҙыусыларҙың Юғары әҙәби курсына уҡырға ебәрелә. 1968 йылда Республикала беренсе тапҡыр ойошторолған "Башҡортостан ҡыҙы" журналына мөхәррир итеп тәғәйенләнә.

1975 йылдан шағирә Кәтибә Кинйәбулатова ижад эшенә күсә.

Кәтибә Кинйәбулатованың әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлауы рабфакта уҡыған йылдарына ҡарай. Шулай ҙа уның ижад эшенең активлашып китеүе Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарға тура килә. Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләү, балалар психологияһын яҡшы белеү уның мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн яҙған әҫәрҙәренең уңышын билдәләй. Уның лирик шиғырҙарына ихласлыҡ, сәнғәтсә ябайлылыҡ, мөләйемлелек хас.

Кәтибә Кинйәбулатованың русса сыҡҡан китаптары матбуғатта ла ыңғай баһа алды. 1956 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Поэты и писатели Башкортостана

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла

(1831-1895)

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың декабрендә элекке Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, 12-се Башҡорт кантоны, Күлиле Мең олосоноң (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы - икеһе лә аҫаба башҡорттар.

Мифтахетдин башланғыс белемде үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була.

1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мулдәкә булып таныла.

Үҙенең тыуған илендә атаҡлы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе булып данҡаҙанған Мифтахетдин мәғрифәт йырын йырлай, ғилемгә арҡыры төшкән иҫкеҡарашлы муллаларҙан көлә, байҙарҙы шелтәләй. Әҙип 1895 йылдың 8(20) октябрендә, Ҡаҙағстандан тыуған яҡтарына ҡайтып килгән сағында, Миәсҡалаһы менән Һарыстан станцияһы араһында фажиғәле һәләк була. Мифтахетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Аҡмулла - XIX быуат башҡорт поэзияһында үҙенең ижады менән тотош бер поэтик мәктәп тыуҙырған иң ҙур мәғрифәтсе шағирҙарҙың береһе. Әҙиптең бик күп әҫәрҙәрендә уның мәғрифәтселек ҡараштары, халыҡ тормошонда яңылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн аң-белемде, ғилем-һөнәрҙе хәл иткес көс тип раҫлаусы идеялары ғәйәт тәрән һәм үҙенсәлекле әйтеп бирелгән.

Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың бер китабы ғына баҫылып сыға. Ул 1892 йылдаҠазанда сыҡҡан "Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе" тигән китап.

Бынан һуң Аҡмулланың Ҡазанда тағы ике китабы донъя күрә. Береһе - 1904, икенсеһе - 1907 йылда. Аҡмулланың иң тулы йыйынтығы 1981 йыл Өфөлә башҡорт телендә баҫылып сыҡты. Уның китаптары татар,ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдәрендә лә донъя күрҙе.





Поэты и писатели Башкортостана

Абдулхаҡ Хажмөхәммәт улы Игебаев

(1930)

Абдулхаҡ Хажмөхәммәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуа. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай. 1946 - 1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. "Ҡыҙыл таң", "Совет Башҡортостаны" гәзиттәре һәм "Ағиҙел" журналы редакцияларында эшләй.

1969 - 1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1971 - 1990 йылдарҙа "Ағиҙел" журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире була.

Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙары республика матбуғатында 1948 - 1949 йылдарҙа уҡ баҫыла башлай. Шағирҙың 1954 йылда донъя күргән тәүге китабы "Йәшлек йыры" тип атала.

Абдулхаҡ Игебаевтың "Тыуған ер", "Ирәндек бөркөтө", "Йылмайығыҙ, йондоҙҙар", "Урал тауышы", "Һағына белә икән таштар ҙа", "Беләм ерем-һыуым ҡәҙерен", "Шиғырҙар, поэмалар", "Гөлдәр һиберҙәй булам", "Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар", "Һайланма әҫәрҙәр", "Елеп бара ғүмер йомғағы" һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтарын уҡыусылар ихлас ҡабул итте.

Ул нигеҙҙә лирик шағир. Ошо сифат авторҙың шиғырҙарына яҙылған бик күп йырҙарында ла асыҡ сағыла. Уның "Оран һала Ер-әсә" поэмаһы һәм байтаҡҡына шиғырҙары рус, украин, ҡырғыҙ, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде.

Ул - балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләй.

Абдулхаҡ Игебаев - Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ул - Башҡортостан Республикаһының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Абдулхаҡ Игебаев - Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданы, шағир Батыр Вәлид исемендәге премияның иң беренсе лауреаты.

Абдулхак Игебаев - Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдәрендә сыҡҡан утыҙҙан артыҡ китап авторы.

1963 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.





Поэты и писатели Башкортостана

Рәшит Ниғмәти

(1909-1959)

Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) 1909 йылдың 9 февралендә хәҙерге Куйбышев өлкәһе Больше-Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында донъяға килә. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге етем балалар мәктәбенә уҡырға инә. 1931 йылда Өфө рабфагын тамамлағас, Р. Ниғмәти Туймазы районы гәзитендә эшләй. 1934 - 1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Өфөгә күсеп, республика гәзиттәрендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.

Рәшит Ниғмәтиҙең беренсе шиғырҙары 1926 йылда "Башҡортостан", "Башҡортостан йәштәре" гәзиттәрендә баҫыла. 1933 йылда шағирҙың "Кереш" тигән тәүге шиғырҙар китабы сыға. Шул йылда баҫылған "Баҫыу хөкөмө" поэмаһы менән ул үҙен әҙәбиәттә нығыраҡ танытты. Утыҙынсы йылдарҙа яҙыусының "Мин постамын", "Хат", "Кавказ", "Тимер юл", "Байраҡ тураһында поэма" кеүек әҫәрҙәре башҡорт поэзияһында тыуған илгә, халыҡҡа оло һөйөү тойғоларын һүрәтләндергән иң яҡшы өлгөләр булды.

Публицистик лирика, героик эпос Рәшит Ниғмәти поэзияһының иң көслө сифаттарынан береһе булып әүерелә. Ул поэзияның идея-художество юғарылығына ирешеүҙә шағир В. Маяковскийҙан бик ныҡ өйрәнә. Был хаҡта башҡорт шағиры "Ҡыҙыма хаттар" шиғырында, "Маяковский миңә маяҡ булды, ә мин барам ана шул юлдан", тип хаҡлы әйтте.

Рәшит Ниғмәти 1939 йылда иң популяр әҫәрҙәренән һаналған "Йәмле Ағиҙел буйҙары" тигән лиро-эпик поэмаһын ижад итте. Автор был поэмаһында башҡорт халҡының үткән героик тарихын, бөгөнгө тормошон тасуирлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р. Ниғмәти ижады айырыуса әүҙемләшә һәм яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Уның "Тыуған илем өсөн", "Әсә һүҙе", "Үс ал, патриот!" шиғырҙары, "Үлтер, улым, фашисты!", "Һинең кәләшеңдең хаттары" поэмалары башҡорт шиғриәтенең алтын фондына инде.

Һуғыштан һуң Р. Ниғмәти "Большевик", "Осҡондан ялҡын", "Һаҡмар ҡыҙы" поэмаларын ижад итте.

Р. Ниғмәти сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙы. Уның "Врач Ғимранов", "Ағиҙел ярында", "Урман шаулай" һ.б. пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Яҙыусы тәржемә эше менән дә сығыш яһаны.

Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Р. Ниғмәти Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике тапҡыр "Почет Билдәһе" ордендары менән наградланды. 1959 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.

1938 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.



Поэты и писатели Башкортостана

Рәми Ғарипов

(1932-1977)

Рәми Йәғәфәр улы Гарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, ул Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә, шул мәктәп янындағы интернатта тәрбиәләнә.

Урта мәктәпте тамамлап сыҡҡас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса, 1950 йылда Мәскәүгә барып, А. М Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға керә.

Мәскәүҙә юғары белем алып ҡайтҡас, Рәми Ғарипов 1955 йылдан "Совет Башҡортостаны" гәзитендә эшләй башлай. Бер ни тиклем ваҡыт ул Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм "Ағиҙел" журналы редакцияһында эшләп ала.

1959 йылда ул тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. "Йүрүҙән" колхозында һәм "Һарғамыш" совхозында ул өс йыл комскомитет секретары һәм Салауат район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. Аҙаҡ ул яңынан "Совет Башҡортостаны" гәзитенең әҙәби сотруднигы була. Байтаҡ йылдар "Башҡортостан ҡыҙы" журналының яуаплы секретары вазифаһын башҡара.

Рәми Ғариповтың шиғырҙар яҙыуы Арҡауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ башлана, ә Өфөлә 9-сы мәктәптә уҡығанда әҙәби түңәрәктә актив ҡатнашыу, кисәләрҙә яҙыусылар менән осрашыу, консультациялар алыу уның ижадын йәнләндереп ебәрә. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡыу уға ижад эшенә яуаплы ҡарарға һәм сәнғәт нигеҙҙәрен тәрән белергә өйрәтә.

Рәми Ғариповтың матбуғатта сыҡҡан беренсе әҫәре- 1950 йылда "Әҙәби Башҡортостан" журналында баҫылған "Ленин" тигән шиғыры. Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы - "Йүрүҙән" исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыға һәм матбуғатта ыңғай баһа алды. Шулайҙа уның шағир булараҡ формалаша барыуын 1958 йылда сыҡҡан "Таш сәскә" исемле шиғырҙар йыйынтығы асыҡ күрһәтә. Уның поэзияһы өсөн тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Лирик шиғырҙарынан йәшлек ялҡыны бөркөлөп торһа ла, ул, нисектер, талғын бер сабырлыҡ менән аға. Тормоштағыса моңло һағышҡа мул ул поэзия.

Институт аудиторияларынан, нәшриәт, редакция бүлмәләренән һуң, колхозҡырҙарында эшләү ҙә Рәми Ғарипов поэзияһына күп нәмә бирҙе, шағир өсөн үҙе бер ҙур тормош мәктәбе булып әүерелде. Китаптан китапҡа уның поэзияһында халыҡтың тормош һәм ижад тәжрибәһенә нигеҙләнгән философик лирика, халыҡсан юмор көсәйә.

Тормоштоң айышы, йәшәү мәғәнәһе, заман һулышы менән бәйле мотивтар нығына, поэтикаһы халыҡсан тасуирҙар менән байыға. Рәми Ғариповтыңҡобайыр формаһына мөрәжәғәт итеүе лә һис осраҡлы түгел. Ул башҡорт халыҡ поэзияһының фекер тәрәнлеге, мәғәнә теүәллеге, форма камиллығы кеүек иң яҡшы сифаттарынан ижади өйрәнә һәм үҙ шиғырҙарында шуларҙы яңыса - новаторҙарса үҫтереү хәстәрлеген күрә.

Рәми Ғарипов - үҙ ижадына ла, ҡәләмдәштәре ижадына ла ғәжәп талапсан кеше ине. Ошо талапсанлыҡ һәм ижадҡа хәстәрле, ентекле ҡараш уның әҙәбиәт хаҡында һәм йәш шағирҙар тураһында яҙған мәҡәләләрендә ярылып ята.

Рәми Ғариповтың ижади уңыштары художестволы тәржемәлә лә айырым асыҡ. Ул Пушкиндән, Лермомтовтан, Гейненан, Рудакиҙан, Ғүмәр Хәйямдан, Хетагуровтан, Абайҙан, Блоктан, Есениндан, Рәсүл Ғамзатовтан һ. б. һүҙоҫталарынан поэзия өлгөләрен башҡорт теленә тәржемә итте. Бынан тыш Иван Франконың, А. Твардовскийҙың әҫәрҙәре, Рәсүл Ғамзатовтың байтаҡшиғырҙары уның тәржемәһендә башҡортса сыҡты. "Ғөмүмән, әҙәби тәржемә эшен мин үҙебеҙҙең милли культура үҫеше өсөн иң кәрәкле эштәрҙең береһе тип һанайым һәм был эште ахырғаса дауам итәсәкмен",- тип яҙҙы был хаҡта Рәми Ғарипов үҙе.

Рәми Ғарипов 1977 йылда Өфөлә вафат булды. 1988 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге премия (үлгәндән һуң) бирелде.

Әҙип Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән оло исемгә лайыҡ булды.



© 2010-2022