Электронная газета Акмулла

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Гәзит 2015 йылдың

1 декабренән нәшер ителә

Электронная газета Акмулла15декабрь, шәмбе

2015 йыл

Электронная газета Акмулла Электронная газета Акмулла

Электронная газета АкмуллаҒәзитте ойоштороусылар- 1-се Бүздәк урта дөйөм белем биреү мәктәбе


185 йыллыҡ юбилеен ҡаршылап


Электронная газета Акмулла

Белеүегеҙсә, һәр бер халыҡ үҙенең ул һәм ҡыҙҙары менән таныла. Урыҫ халҡы тигәндә, Пушкинды, татар халҡы тигәндә, Ғабдулла Туҡайҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә бына, бер нисә милләт өсөн уртаҡ булған шәхестәр бик һирәк. Шул милләт араһында башҡорт халҡы, үҙебеҙҙеке тип таныған шәхестәрҙең береһе - Мифтахетдин Аҡмулла. Бөгөнгө гәзитә уның яҡты иҫтәлегенә, 185 йыллыҡ юбилеена бағышлана.










Викторина һәм Аҡмулла уҡыуҙарының еңеүселәре.

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Аҡмулла уҡыуҙары


12 декабрьҙә 1- се Бүздәк урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Мифтахетдин Аҡмулланың 185 йыллыҡ юбилеена арналған Аҡмулла уҡыуҙары булып үтте. Уҡыусылар Аҡмулланың тормошон һәм ижадын сағылдырған фәнни- эҙләнеү эштәре менән сығыш яһанылар. Аҡмулланың шиғырҙарын уҡынылар. 5 класс уҡыусыһы Ғәлиев Ринаттың "Нәсихәттәр" шиғыры айырыуса матур яңғыраны.

9 класс уҡыусылары араһында " Кем ул Аҡмулла?" тигән викторина уҙғарылды.





Саҡаева Ангелина

Шафиҡова Гөлиә

Мостафина Айгөл

Ғәлиев Ринат

Дәүләтбаева Вилена

Ҡашапова Рәлинә

Әхмәтшина Рәмилә

Тәүхетдинова Гүзәл

Голик Надежда

Медведева Млада





Электронная газета Акмулла
















Мифтахетдин Аҡмулла күренекле башҡорт һәм татар шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.

Ул 1831 йылдың 11 декабрендә Бәләбәй өйәҙенең Туҡһанбай ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районында) мулла ғаиләһендә тыуа. Тыуған ауылында башланғыс белем ала, күрше Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылдарына йөрөп мәҙрәсәлә уҡый, һуңыраҡ Стәрлебаш мәҙрәсәһенә шәкерт булып пара. Стәрлебашта ул мәшһүр шағир, суфыйлыҡ тарафдары Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала.


Электронная газета Акмулла
























Башҡорт шиғриәтендә Аҡмулланың роле

Кем арбаһына ултырһаң,шуның йырын йырлырһың…


Аҡмулла поэзияһы тормошҡа яҡынайтыу, ҡеүәт биреү менән яңы әҙәбиәткә нигеҙ һалышҡан ҙур поэзия. Башҡорт шиғриәтен бейеклеккә күтәрешкән. Халҡыбыҙҙың байлығына әүерелгән шиғриәт ул!

Юлдарҙың да, илдәрҙең дә ниндәйен генә күрмәне шағир: башҡорт, татар ауылдары, ҡаҙаҡ далалары, төркмән сүллектәре, урыҫ ҡәлғәләре. Һәр береһе Аҡмулланың йырҙарына үҙ аһәңен, үҙ төҫ-биҙәген өҫтәне. Уларҙа, шағирҙың үҙ самалауынса, осһоҙ-ҡырыйһыҙ дала киңлеге лә, сүлдәр ҡайнарлығы ла, ҡәлғәләр ныҡлығы менән туған моңдар ғәзизлеге лә бергә ҡушылған.

Ҡайҙа ғына барһа ла, кемдәр менән аралашһа ла, уның даны алдан йөрөнө. Халыҡ араһында таралған яҡшы аты шағирҙы барлыҡ сәфәрҙәрендә Хызыр Ильяс булып оҙата йөрөнө, ҡаршы сығып атын бәйләр дуҫтар, фекерҙәштәр тапты.

Аҡмулланың юбилей йылында, уның "Нәсихәттәр"ен таныусылар тағы артыр, "Аҡмулла булған ерҙә әҙәп булыр". Быуаттарҙан быуаттарға исеме яңғырап торор, сөнки милләтем балаларын үҙ арбаңда хаҡ юлға төшөрөүсе бит ул, Аҡмулла!

Бына ни өсөн хөрмәт итәм мин Аҡмулланы, бына ни өсөн ултырҙым мин уның арбаһына.

Шафиҡова Гөлиә, 11 класс уҡыусыһы






























Электронная газета Акмулла


Был сығышымды мин юҡҡа ғына "Кем ул Аҡмулла?" тип атаманым. Эште башлар алдынан ошо һорауҙы мин үҙемә бирҙем. Уға яуап табыр өсөн байтаҡ ҡына эҙләнергә, шағир тормошон, ижадын өйрәнергә тура килде. Эҙләнеүҙәр барышында күп кенә күренекле әҙиптәребеҙҙең ғилми эштәре менән таныштым.

Иң тәүҙә, уның ғәҙәти булмаған исеме миндә ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның тулы исеме Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ хәтерендә ул Аҡмулла исеме менән йәшәп килә. Был исем уның бөтә тормошон, булмышын һәм йәшәү маҡсатын асыҡлай.

Кешеләр менән аралашҡанда саф, аҡ күңелле булғаны, халыҡты мәғрифәткә һәм мәҙәниәткә өндәгәне, был изге эштәргә тулыһынса бирелгәне өсөн, мөғәллим мулланы ҙурлап, Аҡ мулла тип йөрөтә башлайҙар. Был исем уның фамилияһына әйләнә.

Әлбиттә, шул тиклемге бай йөкмәткеле тормош юлына, тәрән фәлсәфәүи мәғәнәле ижадҡа эйә булған бөйөк шәхес менән "танышҡандан" һуң, һәр кешенең күңелендә үҙенең "Аҡмуллаһы" барлыҡҡа киләлер, тип уйлайым. Минеңсә, Аҡмулла - ул аҡлыҡ, хаҡлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының бөйөк улы, әҙәбиәтебеҙҙең яҡты йондоҙо. Беҙҙең ғорурлығыбыҙ ул - Аҡмулла.

Тәүхетдинова Гүзәл, 8 класс уҡыусыһы

Был турала уйланмаған кеше юҡтыр. Кемдер бәхетте матди байлыҡта, кемдер матур итеп кейенеүҙә, кемдер ашауҙа һ.б. күрә. Ә бөйөк шәхес бәхетте нимәлә күрә һуң? Шағирҙың"Бәхет" исемле шиғырын ҡарайыҡ:

Заманыңды яманлап,

Беҙҙәй ғәрип табылмаҫ,

Үҙ буйыңды төҙөй бир,

Йөмлә шәриф табылмаҫ.

Һәр замандың үҙ ҡыйынлыҡтары ла, яҡшы яҡтары ла булалыр. Заман насар булғанға беҙ бәхетһеҙ, тип ултырыуҙан фәтүә юҡ. Аҡмулла бында замананың насарлығына һылтанып ултырмаҫҡа, ә үҫеүеңде дауам итергә, алға барырға өндәй, минеңсә. Беҙгә лә унан фәһем алырға кәрәктер.

Хакимыңды яманлап,

Ғәҙел ҡайҙан табырһың,

Хужаларың яманлап,

Артығын ҡайҙан табырһың.

Ысынлап та, хаҡ был һүҙҙәр. Кешене яманлап һөйләгәнсе, үҙеңдең насар яҡтарыңды күреп төҙәтһәң, яҡшыраҡ түгелме?

М. Аҡмулла, үҙ шиғырҙарында кешеләргә нәфселәрен тыйырға, бәхет таптым, тип артыҡ шашынмаҫҡа өгөт-нәсихәт бирә. Бәхет табыу юлын аныҡ күрһәтә. Был проблема бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмаған.

Халҡыма өндәшер инем. Әйҙәгеҙ, белемде күберәк алайыҡ! Үҙ бәхетебеҙҙе табайыҡ! Мифтахетдин Аҡмулла ла бит бәхетте белем алыуҙа күргән.

Әхмәтшина Рәмилә, 8 класс уҡыусыһы

Кем ул Аҡмулла?


"Нимә һуң ул бәхет?




















































Электронная газета Акмулла

Электронная газета Акмулла

Аҡмулланың аҡ исемен онотмайыҡЭлектронная газета АкмуллаЭлектронная газета Акмулла





































Мөхәррир: Шафиҡова Г.Р.,

Сығарылыш өсөн яуаплы: Мостафина А.И.

Корректор: Мостафина З.Р.

Беҙҙең адрес:452711,

БР Бүздәк ауылы,

Эшселәр урамы, 31







Электронная газета Акмулла




























© 2010-2022