Дәрес конспекты Зәйнәб Биишева Өйрәнсек һәм һөнәрсе 4-се класс

Раздел Другое
Класс 4 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Теме:Зәйнәб Биишева.Өйрәнсек һәм һөнәрсе.( 4-се класс)

Маҡсат: 1.Зәйнәб Биишева тураһында күберәк белеү әҫәрҙәре менән танышыу;?

2.Уҡытусыларҙың фикерләү,анализлау,ғомумиләштерү күнекмәләр үҫтереү.

3.Уҡылған әҫәр аша уҡыусыларҙа тырышлыҡ,саф күңеллек,хеҙмәт һөйүсәнсәлек тәрбиәләү.

Йыһазландырыу : презентация, китаптар,һүрәттәр,балсыҡ көршәк (чүлмәк),яҙыуҙар.

Барышы: I. Ойоштороу.

1.З.Биишева."Хәйерле көн".-Сөмбөл яттан һөйләй.

2.Эйе,барыбыҙға ла хәйерле көн. Мәктәпкә килгәндә беҙҙең аяҡ аҫтарыбыҙҙа ҡар шығырҙаны, беҙгә ҡояш йылмайҙы. Улар беҙгә ниндәй теләктәр теләнеләр икән : (хәйерле иртә ,көнөгөҙ уңышлы булһын,яҡшы билдәләр алығыҙ.)

-Бөгөн беҙ дәрестә З. Биишева тураһында һөйләшербеҙ,унын "Өйрәнсек һәм һөнәрсе "тип аталған хикәйәһен уҡырбыҙ, ял итербеҙ.

-Әгәр дәрестә тырышып эшләһәҡ,ҡояш апай беҙгә тағы ла яҡты нурҙарын һибер.

-Ә дәресте йылмайыуҙан башлайы ҡ.Бер-беребеҙгә,миңә, ҡунаҡтарға йылмайыу бүләк итегеҙ.

II.Тын алыуға күнегеүҙәр,фонетика зарядка:

Матур яҙыу -ҙ ҙ

-Һеҙҙtң алдығыҙҙа янып ултырған шәмдәр бар тип күҙ алдына килтерегеҙ. (өрөп,һүндерәләр).

-Был ҡорттары нисек беҙелдәй?(ҙ,ҙ,ҙ,)

-Тиҙәйткес-тел шымартҡыс:

(һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме,беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке)-бергә һәм айырым әйтеү.

III. Өйгә эште тикшереү.Ҡабатлау.

-Беҙ уҙған дәрестә тарҡау,йыйнак һөйләмдәр тураһында һөйләшкән инек.Хәҙер ҡабатлап китәйек.

-Дәрес башында,ҡояш йылмая,-тигән һөйләм әйттек.Был ниндәй һөйләм (йыйнаҡ).

Кем ошо һөйләмде тарҡаү һөйләм итәр.(таҡтала һәм урындарҙа яҙыу).

2.Һәр уҡыусыға бер һүрәт бирелә.Ошо һүрәткә ҡарап тарҡау һөйләмдәр төҙөтөү.

IV.Төп өлөш.

-Сөмбөл беҙгә кем яҙган шигырҙы һөйләп ишеттерҙе?

-Ә уҡыу йылы барышында беҙ З. Биишеваның ниндәй әҫәрҙәрен уҡыныҡ?(«Кәмһетелгәндәр" өҙөк, "М.Буранғолов").Кем һуң ул З.Биишева?(презентация күрһәтеү).

-1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡ. Күгәрсен районы Туйембәт ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған.һ. б. аңлатам

2.Китаптар күрғәҙмәһе менән таныштырам.(фотоальбом,башҡа китаптары.)

3.Бөгөн беҙ яҙыусының тағы ла бер әҫәре менән танышабыҙ."Өйрәнсек һәм һөнәрсе".

V.Китап менән эш

-Прогноз-Балалар,хикәйә нимә тураһында тип уйлайһығыҙ?( уҡыусылар әйтә).

1.Уҡытыусының уҡыуы.Аҙағын ҡысҡаса һөйләп бирәм.

2.Һүҙлек эше.(аңлашылмаған һүҙҙәрҙе аңлатам).

3. "Ҡыуып ет" уйыны- Уҡытыусыға эйәреп уҡыйлар.

1-се абҙацты , аҙаҡҡа тиклем үҙ аллы.

4.Сылбыр буйынса уҡыу.

5.Үҙегеҙгә оҡшаған өлөштө генә таусири уҡып күрһәтегеҙ.

VI.Философ өҫтәле.

-Ә хәҙер үҙәгеҙҙе философтар итеп күҙ алдына килтерегеҙ? Кем ул философ? Философ - аҡыллы һәм аңлы кеше тигән һүҙ.Ул үҙ фекерен уйлап ҡына һөйләй,иҫбатлап ҡуя.

-Хикәйә нимә тураһында?

-Ул ни өсөн шулай атала?

-Хикәйәне уҡығанда һеҙ ниндәй хистәр киcерҙеғеҙ?

-Төп геройҙар кемдәр?Улар һеҙгә оҡшанымы?

Ни өсөн?

-Хикәйәне уҡығанда ниндәй теләктәр тыуҙы?

-Йөрәк ҡушҡанса эшләнгән көрсәк ниндәй булған?

(уҡыусылар яуабы).

-Һүрәттәр күрһәтәм: Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, менә был көршәктәр,йөрәк ҡушҡанса эшләгәнме?

Көршәк (сүлмәк )тураһында һөйләп китәм.( Кавказ ҡыҙҙарының көршәк менән һыу ташыуы)

VII. Ял минуты.

VIII. -Ә хәҙер дауам итәбеҙ.(урында һәм таҡтала яҙалар).

Өйрәнсек-кире Һөнәрсе-ыңғай

Яман ябай

Үҙен генә ҡайғыртыусы саф күнелле

Һаран (скупой) тиҙ ышана

Алдаҡсы тырыш

Ҡомһоҙ (жадный) тыңғылыҡ белмәүсе

Хәйлекәр һәр ваҡыт эҙләнеүсе

Өйрәнеүсе

Изгелекле

Кешелекле

Тәртипле

Йомарт

Яҡшы күңелле.

-Бына һеҙҙең алдығыҙҙа кешеләргә хас булған сифаттар.

-Һеҙ ҡайһы яҡты үҙегеҙгә һайлап алыр инегеҙ?Ә бының өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?(уҡыусылар һөйләй)

Һөҙөмтә: Тимәк,беҙ яҡшыны ямандан айыра белергә ,комһоҙлоҡ, тупаслыҡ,ике йөҙлөлөк кеүек сифаттарҙы үҙебеҙгә яҡын ебәрмәҫкә тырышырға,ә гүзәллек,матурлыҡ ,яҡшылыҡ,тырышлыҡ,йомартлылык,яҡшы күңеллелек өсөн көрәшергә кәрәк -,тигән фекерҙе хуплайбыҙ.Эште яратырға кәрәк.

IX.Ижади эштәр (ваҡытҡа ҡарап)

Әйтем-һүҙҙең биҙәге

Мәҡәль-һүҙҙең еләге.

-Мәҡәлдәрҙең тәүге өлөшө бирелгән,аҙағын тап.(карточкалар)

-Тирләп эшләһәң,тәмләп ашарһың.

-Ағасты япраҡ биҙәһә,кешене хеҙмәт биҙәй.

-Хөрмәттең төбө-хеҙмәт.

-Аҙ һөйлә ,күп эшлә.

-Эш бетҡәс,уйнарға ярай.

-Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

-Ағас емеше менән,кеше эше менән.

-Һүҙең менән маҡтанма ,-эшең менән маҡтан.

-Ҡайһы мәҡәлдәр беҙ уҡыған әҫәргә тура килә.(Һәр мәҡәлде аңлатыу).

"Һүҙҙәр төҙө" уйыны-йәшелсә исемдәре.

-Был әйберҙәр ҡайҙа үҫә?Уларҙы кем үҫтерә? Мул итеп уңыш йыйып алыу өсөн нимә эшләрғә кәрәк? Һ.б.

-Ә хәҙер З.Б.-ның бер шиғырын яҙманан тыңлап китәйек.(ваҡыт күбрәк ҡалһа "Йәшел үлән "тигән хикәйәһен).

X.Йомғаҡлау.

-Балалар,беҙ дәрестә ниндәй хикәйә уҡыныҡ?Уны кем яҙған?

Ҡайһы геройға оҡшап үҫәрһегеҙ?

  • Әйе,уҡыусылар тырыш булырға,эш һөйәргә, алдамаҫҡа ,сабыр булырға кәрәк.

  • Ҡарағыҙ әле балалар,ҡояш беҙгә йылмая,йылы,яҡты нурҙарын һибә.Тимәк ул һеҙҙең менән ҡәнәғәт.Бөгөн дәрестә әйтелгән һүҙҙәрҙе һеҙ тормоштала ҡулланырһығыҙ.

Билдәләр ҡую

Өй эше:Һөйләргә өйрәнергә.Йөкмәтҡеһен белергә.

© 2010-2022