Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв

Раздел Другое
Класс 10 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Есть
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ТАРИХЫНДА БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ

1941-45 йылдарҙа СССР Ҡораллы көстәрендә БАССР-ҙан 700 меңдән ашыу кеше (шул иҫәптән кадрҙағы хәрбиҙәр һәм хәрби уҡыу йорттары курсанттары) хеҙмәт итә, шуларҙан 575 мең кеше - һуғыш барышында мобилизацияланған һәм саҡырылған. Ҡайтарыуһыҙ юғалтыуҙар (һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, йәрәхәтләнеүҙән һәм ауырыуҙан, шул иҫәптән әсирлектә үлгәндәр) 322 меңдән ашыу кеше тәшкил итә; 50 меңдән ашыу кеше (1946 йылға ҡарата) инвалидлыҡ буйынса демобилизациялана. Һуғыш хәрәкәттәрендә БАССР-ҙа төҙөлгән (комплектланыуы тамамланған) 186-сы Брест уҡсылар дивизияһы, 219-сы Идрица уҡсылар дивизияһы, 214-се Кременчуг Александрия уҡсылар дивизияһы, 21-се гвардия Невель уҡсылар дивизияһы, 87-се гвардия Перекоп уҡсылар дивизияһы, 170-се Речица уҡсылар дивизияһы һәм 124-се уҡсылар бригадаһы, 76-сы кавалерия дивизияһы һәм 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы, 469-сы Кременчуг миномётсылар полкы, 134-се Луга миномётсылар полкы, 467-се Львов миномётсылар полкы, 120-123-сө миномётсылар полктары, 1097-се һәм 1098-се тупсылар артиллерия полктары, 587-се гаубица артиллерия полкы, 144-се Ропшин миномётсылар полкы, Салауат Юлаев исемендәге 1292-се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы, 25-се («Александр Невский» һәм «Полководец Суворов») һәм 60-сы («Салауат Юлаев» һәм «Уфимец») айырым бронепоезд дивизиондары ҡатнаша. Фронтҡа БАССР-ҙа йәшәүселәр иҫәбенә төҙөлгән танк колонналары («МОПР-ҙың Башҡортостан ойошмаһы», «Башҡортостан Осоавиахимы», «Башҡортостан пионеры», «Башҡортостан уҡытыусыһы») һәм эскадрильялар («Башҡорт истребителе», «Башҡорт нефтсеһе», «Белорет металлургы», «Башҡортостан комсомолы») ебәрелә. БАССР-ҙан алынған 200 меңдән ашыу яугир (бер өлөшө - үлгәндән һуң) ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 300-гә яҡын кеше Советтар Союзы Геройы (М.Ғ.Гәрәев - ике тапҡыр) һәм Дан орденының тулы кавалеры була, 3 кеше Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ була. М. Х.Ғөбәйҙуллин һәм А. М. Матросовтың ҡаһарманлығы бөтә илгә таныла.

1941 йылдың сентябренән алып БАССР халҡының күп өлөшө (16-50 йәштәрҙәге ир ат һәм 8-10 кластарҙа уҡыусы ҡыҙҙар) Всеобуч системаһына (эштән һәм уҡыуҙан айырмайынса дөйөм хәрби белем биреү; 200 меңгә яҡын кеше) һәм Осоавиахимға (СССР-ҙың Оборонаға, авиация һәм химия төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү йәмғиәте; 196 меңдән ашыу кеше) йәлеп ителә. Һуғыш барышында БАССР мөһим тыл төбәгенә әүерелә. 1942 йылға ҡарата республикаға СССР-ҙың Европа өлөшөнән 278 мең кеше эвакуациялана, һуңыраҡ та БАССР-ға меңәрләгән ҡасаҡ килеүе дауам итә. 1942 йылдың көҙөнә республика 172 предприятие, айырым цех һәм ҡоролмалар ҡабул итә.

БАССР-ға 100-ҙән ашыу ойошма һәм учреждение эвакуациялана. Башҡортостанда 250 меңдән ашыу ауырыу һәм яралыға медицина ярҙамы күрһәтеүсе 40-тан ашыу эвакуация госпитале эшләй. Эшмәкәрлек өлкәһе буйынса оҡшаш күп кенә урындағы һәм эвакуацияланған предприятиелар, ойошмалар һәм фәнни учреждениелар берләштерелә. Эвакуацияланған халыҡтың, предприятие һәм учреждениеларҙың күп өлөшө һуғыштан һуң республикала ҡала (ҡара: Авиация техник университеты, Нефть техник университеты, «Сода», Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы, Өфө кизе-мамыҡ комбинаты һ.б.).

Һуғыш башланыу менән БАССР сәнәғәте оборона продукцияһы сығарыуҙы арттыра (шул иҫәптән халыҡ ҡулланыуы тауарҙары һәм туҡланыу продукттары етештереүҙе ҡыҫҡартыу иҫәбенә). 1945 йылға ҡарата республикала 364 яңы предприятие барлыҡҡа килә (эвакуацияланғандарҙы иҫәпләмәйенсә). БАССР-ҙа 416 меңдән ашыу кеше «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә, 20-нән ашыу кешегә (1950 йылға ҡарата) Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Еңеүгә фәнни техник һәм ижади интеллигенция ҙур өлөш индерә. БАССР юғары уҡыу йорттары һәм фәнни учреждениелары эшендә илдең көнбайыш һәм үҙәк райондарынан килгән ғалимдар әүҙем ҡатнаша. Улар урындағы ғалимдар менән бергә оборона әһәмиәтенә эйә булған фәнни проблемалар өҫтөндә эшләй, яңы сеймал һәм материалдар, медицина препараттары сығанаҡтары эҙләп таба. Һуғыш йылдарында респупликала түбәндәге күренекле фән эшмәкәрҙәре эшләй: А. А. Блохин, Г. В. Вахрушев, А. Я. Виссарионова, И.-Ғ. Ғ. Ҡадиров, М. А. Лаврентьев, Д. В. Наливкин, С. С. Намёткин, Е. О. Патон, Х. Р. Солтанаев, Е. И. Суханкин, А. А. Трофимук, Й. А. Усманов, К. Р. Чепиков һәм башҡалар. 1943 йылда Украина ССР-ы ФА һәм уның Өфөлә эшләгән 14 академигы (А. А. Богомолец, П. П. Будников, А. В. Палладин, П. Тычина һәм башҡалар) фәнни ҡаҙаныштары өсөн БАССР-ҙың Почёт грамоталары менән бүләкләнә.

Совет кешеләренең батырҙарса көрәше рәссамдар В. П. Андреев, К. И. Герасимов, Р. У. Ишбулатов, А. П. Лежнев, А. Э. Тюлькин, И. И. Урядов әҫәрҙәрендә лә сағылыш таба (ҡара: Рәсем сәнғәте). Өфөлә скульпторҙар - Т. П. Нечаева, В. Г. Морозова, С. Д. Тавасиев эшләй (ҡара: Скульптура). Халыҡтың хәрби һәм хеҙмәт батырлығы Х. К. Ибраһимов, З. Ғ. Исмәғилев, Х. Ф. Әхмәтов һ. б. күптәрҙең йырҙарында маҡтап йырлана. Һуғыш йылдарында театр сәнғәте (ҡара: Театр) асыҡ патриотик йүнәлеш ала (ҡара: Башҡорт академия драма театры, Урыҫ драма театры, Опера һәм балет театры). Башҡорт филармонияһы, урындағы театрҙар, эвакуацияланған Воронеж драма театры (Стәрлетамаҡ), Киев драма театры һәм опера һәм балет театры (Өфө), Мелитополь украин муз. драма театры (Мәләүез р ны Мәләүез ҡасабаһы), Петрозаводск драма театры (Бөрө), Николаев ҡурсаҡ театры (Дәүләкән) һ. б. коллективтары БАССР райондары буйлап гастролдәрҙә була; респ. артистарының фронт бригадалары хәрәкәттәге армия яугирҙары алдында сығыш яһай.

Мәҙәниәт учреждениелары агитация-пропаганда һәм киң мәҙәни эш м н әүҙем шөғөлләнә. Һуғыш барышында уларҙың бер өлөшө ябыла; 1945 й. 1639 колхоз һәм район клубы, мәҙәниәт һарайы, 1113 уҡыу өйө, 226 радиоузел, 1 музей, 254 китапхана ҡала. Респ. радиотапшырыуҙар башҡ., урыҫ, татар һ.б. телдәрҙә алып барыла. Радиотапшырыуҙарҙа совет кешеләренең хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары т да Совинформбюро хәбәрҙәре ҙур урын алып тора. БАССР ҙа сығарылған гәзит һәм журналдар һанының ҡырҡа кәмеүе шарттарында бөтә ҡала һәм торама пункттар урамдары, майҙандарында, пр тиеларҙа һ.б. урындарҙа гәзит витриналары ҡуйыла.

БАССР-ҙан һуғышта ҡатнашыусылар иҫәбендә 29 меңгә яҡын Советтар Союзы коммунистар партияһы ағзаһы һәм 120 меңдән ашыу Бөтә Союз Ленинсы коммунистик йәштәр союзы ағзаһы була. Башҡортостан халҡы оборона һәм ҡорал эшләү фондтарына 355 млн һумдан ашыу аҡса йыйып бирә, фронтҡа 362 вагон аҙыҡ түлек һәм 470 мең йылы әйбер (36 мең ҡолаҡсынлы бүрек, 29 мең мамыҡ куртка һәм салбар, 21 мең ҡыҫҡа тун, 83 мең пар быйма, 300 мең парға яҡын бейәләй һәм ойоҡбаш) оҙата. Фронтҡа ярҙам ойоштороуҙа Урыҫ православие сиркәүе һәм Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) әүҙем ҡатнаша. СССР ҙың көнбайышын немец оккупацияһынан азат иткәндән һуң БАССР, үҙ халҡы ауыр матди хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, РСФСР ҙың Воронеж, Курск, Ленинград, Ростов, Смоленск өлк., Украина ССР ының Ворошиловград һәм Харьков өлк. аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙам күрһәтә.

Бөйөк Ватан Һуғышы йылдарында БАССР-ҙа әсирлеккә эләккәндәр һәм репрессияланғандар (ҡара: Сәйәси репрессиялар) тотола. 1946 й. яҙына респ. 7 мең самаһы хәрби әсир, 2 меңгә яҡын «власовсы» (Рәсәйҙе большевизмдан азат итеү өсөн Германия яғында һуғышҡан Рус азатлыҡ армияһы хәрби хеҙмәткәрҙәре) була.

Халыҡтарҙың Бөйөк Ватан Һуғышы осорондағы батырлығы тураһыдағы иҫтәлек Башҡортостан Республикаһында йәмғиәтте туплай, быуындар бәйләнешен һәм милләт-ара татыулыҡты нығыта, намыҫ һәм патриотизм өлгөһө була. Бөйөк Ватан Һуғышы һәм унда ҡатнашыусылар тураһында йыл һайын фәнни-ғәмәли конференция үткәрелә, китаптар баҫтырыла, телевизион һәм радиотапшырыуҙар сыға. Өфөлә Хәрби дан музейы (уның составында 112-се Башҡорт кавалерия дивизия музейы), Еңеү паркы эшләй; Башҡортостандың һәр торлаҡ пунктында тиерлек һуғыш ваҡиғаларына йәки унда ҡатнашыусыларға бәйле урам, Дан аллеяһы, йорт-музей, һәйкәл йәки мемориаль таҡтаташ бар. «Хәтер. 1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар исемлеге» («Память. Списки погибших в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.»; 20 китапта. Өфө, 1994-1999); «Хәтер. Башҡортостан Республикаһы» [«Память. Республика Башкортостан»; 21, 22 се кит., өҫт. Өфө, 2000], «Улар Еңеү менән ҡайтты. 1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышынан тере ҡайтыусы хәрби хеҙмәткәрҙәр исемлеге» («Они вернулись с Победой. Списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.»; 15 китапта. Өфө, 2001-2005) йыйынтыҡтары нәшер ителә.

БАШҠОРТ ЯҘЫУСЫЛАРЫ ҺӘМ ШАҒИРҘАРЫ ИЖАДЫНДА БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНЫҢ САҒЫЛЫШЫ

Кешеләрҙең фронттағы һәм тылдағы батырлығы башҡорт яҙыусылары И. Ә. Абдуллин, М. Ғ. Абдуллин, С. Агиш, Б. Бикбай, Ә. Һ. Бикчәнтәев, Ҡ. Даян, Ә. Ихсан, М. Кәрим, Х. Кәрим, Н. Ҡ. Ҡәрипов, А. Карнай, С. Ҡудаш,С. Кулибай, Х. Ҡунаҡбай, С. М. Мифтахов, К. Мәргән, Б. Моҡамай, Ш. Ғ. Насиров, Р. Ниғмәти, М. Хәй, Ғ. Әмири һәм башҡалар әҫәрҙәрендә сағылыш таба .

Күп башҡорт яҙыусылары, улар араһында М. Ғ. Абдуллин, Ҡәрипов, А. Карнай, Х. Ҡунаҡбай, С. Мифтахов, Б. Моҡамай, М. Хәй, М. Харис фронтта һәләк була.













Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв




Ибраһим Абдуллин - драматург, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре».

Ибраһим Әхмәт улы Абдуллин, Башҡортостандың Шаран районы Ерекле ауылында 1920 йылдың 20 сентябрендә тыуған, Ул −1938 йылда яҙыша башлай, 1939 йылда Өфө геологоразведка техникумын тамамлай һәм Бөйөк Ватан һуғышы аҙаҡтарынаса армияла хеҙмәт итә. Сталинград фронтында ҡаты яралана. «Выстрел» тигән офицерҙар әҙерләү буйынса юғары курстарҙа уҡый. 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.

И. Абдулин ижадыяың төп өлкәһе - драматургия; ул өс тиҫтәләп ҙур күләмле пьесалар авторы. Уның «Девон фонтандары», «Вәғәҙә онотолмай», "Беҙ айырылышмабыҙ «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Гөлмәрфуга», «Бажалар», «Урман ҡыҙы», «Ялҡынһыҙ яна йөрәк», «Йөрәк менән шаярмайҙар», «Утың һүнмәһен, улым», «Бер мөхәббәт яҙмышы», «Онотолған ант», «Ә ҡайындар һаман хотерләй», «Их, Өфө ҡыҙҙары!..», «Тиле йәшлек», «Йыр булып ҡайтырмын», «Яратам, яратам…», «Күңел дәргә пәрҙә ҡормағыҙ», «Айһылыуҙың айлы кистәре», «Беҙ китергә килмәнек» һ. б. пьесалары китаптарҙа баҫылып сыҡты һәм театрҙарҙа ҡуйылды, һуңғы йылдарҙа драматург «Тоштар оҙон булмай» пьесаһын яҙҙы.

Ул шулай уҡ «Хуш, Рим». «Тол ҡатындар иламай», «Ҡош юлынан барам» романдары, повестары, хикәйәләр һәм нәҫерҙәр авторы.


Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв





Мазһар Ғиләжетдин улы Абдуллин (29.12.1912, 1-се Иҙелбай ауыл, Салауат районы, Башҡортостан - 25.08.1942, Калинин өлкәһе, Воригино ауыл) - Ул 30-сы йылдарҙа шиғырҙары, хикәйә һәм очерктары менән танылған әҙип.

1912 йылдың 29 декабрендә Башҡортостандың Салауат районы 1-се Иҙелбай ауылында ярлы крәҫтиән ғәиләһендә донъяға килгән.

Ауылда башланғыс белем алғандан һуң, Мазһар Ғиләжетдин улы 1924-1930 йылдарҙа Өфөлә Ленин мәктәбендә уҡый, унан һуң Мәскәүҙә журналистарҙың коммунистик институтын тамамлай. 1935-1937 йылдарҙа Армия хеҙмәтендә була. Ҡайтҡас, Башҡортостан китап нәшриәтендә - редактор, «Ҡыҙыл Башҡортостан» газетаһы редакцияһында мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мазһар Абдуллин яңынан ғәскәри хеҙмәткә алына. Танкистар мәктәбен тамамлағас, Мәскәү өсөн барған ҡаты бәрелештәҙә ҡатнаша. Ул 1942 йылдың 25 авгусында Калинин өлкәһе Зубцев районы Воригино ауылы янында батырҙарса һәләк була.

Уның «Тормош» һәм «Кимәл» исемле китаптары донъя күргән.



Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв





Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы 1905 йылдың 19 ғинуары - 1973 йылдың 21 майы) - күренекле башҡорт яҙыусыһы.

1905 йылдың 19 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Александровка районының Иҫәнгилде ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.

  • 1917-1919] Ырымбур ҡалаһында «Хөсәйениә мәсете» мәҙрәсәһендә уҡый,1919 йылда ауырып, үҙ ауылына ҡайта һәм күрше Юлдаш ауылындағы II баҫҡыс мәктәпкә керә.

  • 1921 йылда Ырымбурға барып, Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә.

  • 1925 йылда комсомолдың өлкә комитеты органы «Башҡортостан йәштәре» газетаһына секретарь итеп алына.

  • «Белем» журналында «Ауыл дауылда» тигән тәүге шиғыры баҫыла.

  • 1932 йылдан башлап ул үҙенең бөтә ижади көсөн проза жанрында эшләүгә бирә

  • 1932 йылда С. Агиш Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетының киске бүлегенә уҡырға инә

  • 1934 йылда, институттың II курсын тамамлап, уҡытыусы булып китә. Сермән, Дәүләкән педучилищеларында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта

  • 1934 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы

  • 1939 йылда Өфөгә килеп, Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында башҡорт әҙәбиәте методикаһы буйынса ғилми эшмәкәр булып эшләй.

  • Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул Ғафури районында ике йыл Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып эшләй.

  • 1943 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһына һайлана. Өфөгә ҡайта, Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй.

  • 1949-1951 йылдарҙа С. Агиш «Әҙәби Башҡортостан» журналында мөхәррир була.

  • 1973 йылдың 21 майында вафат була.

Үлгәндән һуң 1975 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Башҡорт, рус, татар, мари телдәрендә яҙыусының иллегә яҡын китабы баҫылып сыҡҡан. Оҙаҡ йылдар Сәғит Агиш Өфө ҡала Советы депутаты була. Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының 1974 йылдың 23 ғинуарындағы ҡарары менән Совет районындағы Полярная урамы уның исеме менән атала. Сәғит Агиш йәшәгән Карл Маркс урамындағы 57-се йортҡа таҡтаташ ҡуйылған. Ғафури районы Сәйетбабаауылындағы ул эшләгән мәктәп бинаһында таҡтаташ бар. Башҡорт яҙыусыһы Сәғит Ишмөхәмәт улы Агишевтың ҡәбере Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында.











Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв







Баязи́т Ғаяз улы Бикба́ев (Баязит Бикбай) (9 ғинуар 1909 - 2 сентябрь 1968) - башҡорт шағиры, прозаик, драматург,Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Салауат Юлаев» - беренсе милли опера авторы (либретто).

1929 йылда Ырымбур педагогия техникумын тамамлай. Унан һуң «Ленин юлы» Туймазы район гәзитендә яуаплы сәркәтиб булып эшләй. Өфөлә «Башҡортостан» гәзитендә бүлек мөдире. «Октябрь» журналында яуаплы сәркәтиб, китап нәшриәтендә, Башҡорт Дәүләт драма теәтрында, Яҙыусылар союзында вазифалы эштәр башҡара.

Баязит Бикбай - шағир, драматург, прозаик һәм публицист. 1932 йылда беренсе шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң бер бер артлы «Урман артында», «Яҡты ер» тигән китаптары донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле фронтта була алмай. Шулай ҙа ул һуғыш йылдары ауазы булып яңғыраған шиғырҙарын яҙа.

1937 йылда Баязит Бикбай драматургия өлкәһендә бик уңышлы эшләй. Беренсе драма әҫәре «Ҡарлуғас» яҙылып бөтә. Унан һуң «Ватан саҡыра», «Бер ғаилә балалары» бер шаршаулы пьесаларын яҙа. Музыка театрҙары өсөн яҙылған либреттолары уның ижадында күренекле урын биләй. Ул 40-тан ашыу китап авторы. Толстой, Тургенев, Горький әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы, «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән. Үлгәндән һуң 1970 йыл Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһытапшырылды.

Баязит Бикбай 1968 йылдың 2 сентябрендә Өфөлә вафат була. Ҡәбере Өфөнөң мосолмандар зыяратында.

Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв





Әнүәр Бикчәнтәев (21 сентябрь (4) октябрь 1913 йыл, Өфө - 18 май 1989, Өфө) - башкорт яҙыусыһы.

Әнүәр Һаҙый улы Бикчәнтәев 1913 йылдың 4 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1931 йылда Ырымбур педтехникумын тамамлай. 1931-1932 йылдарҙа Архангельск ҡалаһында ете йыллыҡ мәктәптә-завуч, Алыҫ Көнсығыштағы Мазанов районының Яңы Уфа ауылында уҡытыусы була.

1933 йылда Өфөгә ҡайта һәм «Коммуна» газетаһында эшләй. 1935-1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнә.

1945-1947 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» газетаһында эшләй. 1954-1956 йылдарҙа Әнүәр Бикчәнтәев М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы Юғары курста уҡый һәм бер үк ваҡытта әҙәбиәт институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай.

Әҙәби ижад юлында Әнүәр Бикчәнтәев бик күп хикәйәләр, повестар, романдар ижад итте. Уның «Бөркөт һауала үлә», «Ҙур оркестр» повестары, «Ҡарасәй юлы», «Ожмах вәғәҙә итмәйем» романдары киң билдәле.

Әнүәр Бикчәнтәев Октябрь революцияһы һәм «Почет Билдәһе» ордендары менән бүләкләнде. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә, Ғ. Сәләм, С. Юлаев исемендәге премияларға лайыҡ булды.



Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв





Даянов Ҡадир Хәким улы - күренекле башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

1910 йылдың 14 февралендә хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.1927 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Арғаяшта уҡытыусылар әҙерләү курсында шөғөлләнә. Уҡып бөткәс, уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй.

1930-1933 йылдарҙа Өфөгә килеп, педагогия институтында уҡый. Уҡып бөткәс, Башгосиздатта мөхәррир булып эшләй. Аҙаҡ ике йыл Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡыта, 1936-1941 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт педагогия институтындабашҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй.

Ҡадир Даян Беренсе май байрамында демонстрацияла йырлау өсөн уҡыусыларға бер йыр сығара. Был йыр 1929 йылда уҡ «Ҡыҙыл флаг» исеме менән матбуғатта баҫыла.

Ҡ. Даяндың бер юлы өс китабы 1934 йылда донъя күрә: «Рәшиҙә» поэмаһы, балалар өсөн «Тимеркәй» хикәйәһе һәм «Хәйрүш менән Фәйрүш» тигән бер шаршаулыҡ пьесаһы. Шағирҙың шиғриәте Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк формалаша һәм нығына.

Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв





Әхтәм Ихсан (1908-1992) -- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, тәржемәсе. СССР яҙыусылар союзы ағзаһы (1935).

Ихсанов Әхтәм Сөләймән улы 1908 йылдың 24 декабрендә хәҙер Күгәрсен районы Ибрай ауылында тыуған.

1930 йылда Өфө педагогия техникумында белем алғандан һуң, республикала сыҡҡан журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә, радио, телевидениела эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 112-се Башҡорт атлы дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары була. Һуғыштан ҡайтҡас, республика радиокомитетында, «Башҡортостан ауыл хужалығы» журналы редакцияһында эшләй.

Әхтәм Ихсандың «Элеватор» тип аталған беренсе китабы 1930 йылда донъя күрә.

1960 йылда Башҡорт атлы дивизияһы яүгирҙәре тураһында «Саҡма тояҡ аттарҙа» исемле документаль повесть яҙҙы, унда элекке яуҙаштарының дошманға ҡаршы нисек һуғышыуын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй.

1992 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.

2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены (24.12.1989).



Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв







Кәримов Хәниф Кәрим улы (Хәниф Кәрим; 1910-1983) - башҡорт шағиры.

Хәниф Кәрим 1910 йылдың 25 июлендә (7 августендә) Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған.1929 йылда ауылдарында урта мәктәп тамалай. Шул уҡ йылда Өфө ҡалаһына килеп «Йәш коммунар» («Ленинсы», «Йәшлек») гәзитендә яуаплы сәркәтип булып эшләй. 1932-1934 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафтарында була. Әрменән ҡайтҡас,Башҡорт дәүләт педагогия иниститутында уҡый. 1937 йылдан «Октябрь» («Ағиҙел») журналында мөхәррир була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙе теләп фронтҡа китә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм башҡа яу миҙалдары менән бңләкләнгән.

1946-1959 йылдарҙа Башҡортостан яҙыусылар берлегенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын башҡара.

1936 йылдан яҙыусылар берлеге ағзаһы булған. 1983 йыл Өфө ҡалаһында баҡый донъяға күсә.

Китаптары:

  • «Һаҡсы йыры» 1934 йыл.

  • «Тантана» 1936 йыл.

Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв





Мостай Кәрим, ысын исеме Мостафа Сафа улы Кәримов (1919 йылдың 20 октябрь - 2005 йылдың 21 сентябрь) - күренекле башҡорт яҙыусыhы, шағиры hәм драматургы. Башҡортостандың халыҡ шағиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Салауат Юлаев премияһы лауреаты (1967).

1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының[2] тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән.

2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв





Ҡәрипов Низам Ҡәрип улы, Низам Ҡәрипов - яҙыусы.

1905 йылдың 25 июлендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Хәлил ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Бишланғыс белемде ул тыуған ауылында ала. Тнҙҙән уны комсомол ячейкаһы секретары итеп үҫтерәләр. ВЛКСМ-дың Мәсәғүт канткомы янындағы курсты тамамлағандан һуң Низам Ҡәрипов Мәсетле волкомы аппаратына эшкә алына, ә инде 1925 йылда волком секретары итен һайлана.

1929 йылда Н. Ҡәрипов Ҡаҙанға рабфакка уҡырға китә. Аҙаҡ Татарстан коммунистик университетының журналистар бүлегендә уҡый. Ләкин университетсы тамамларға тура килмәй. III курсынан уҡ Башҡортостандың Ейәнсура МТС-ыпа политбүлек начальнигы итеп ебәрелә, Шул уҡ районда ул район газетаһы редакторы вазифаһын да үтәй. Унан Һуң - Маҡар райопы газетаһы редакторы.

1935 йылда Низам Ҡәрипов «Башҡортостан» газетаһының партия бүлеге мөдире итен күсерслә.

1939 йылда ул Башҡортостан яҙыусылар союзыһың беренсе секретары итеп һашана. 1941 йылда Бөнөк Ватан һуғышына китеп, Сталинград өсөн булған дәһшәтле алыштарҙа ҡатнаша һәм 1942 йылда батальон политругы Н. Ҡәрипов батырҙарса һәләк була.

Низам Ҡәрипов башҡорт әҙәбиәтенә очерктар, хикәйәләр һәм драматургик әҫәрҙәре менән һиҙелерлек өлөш индерҙе. Уйың айырыуса «Сәлим ҡарт», «Алма», «һалдаттар ҡайтҡас», «Алмашсылар» кеүек пьесалары драматургия үҫешендә популярлыҡ яуланылар. Шулай уҡ балалар өсөн яҙылған « менән Ғәли», «Ҡуяндар» пьсалары. «Күгәрсендер» һ. б. хикәйәләре лә уҡыусыларға яҡшы таныш.

Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв





Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев (Али Карнай) - башҡорт яҙыусыһы.

1904 йылдың 19 ғинуарында Башҡортостандың Мишкә районы боронғо башҡорт ауылы Оло Шаҙыла тыуған. Милләте буйынса башҡорт. Ул тәүҙә үҙҙәренең мәктәбендә уҡый, шунан Бөрө ҡалаһында педагогия курсында уҡый.

1924 йылда Бөрө педагогия техникумының икенсе курсын тамамлағас, Мәскәүгә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә әҙерлек курсына ебәрәләр. 1924-27 йылдарҙа Мәскәүҙә, Ленинградта Центрсоюздың юғары курстарында уҡый. 1932 йылда «Далалағы уттар» повесын яҙа. Шул йылдарҙа Хәйбулла районы, Маҡан совхозында эшләй. 1932-35 йылдарҙа Ишембайҙа «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә эшләй. 1940 йылда «Беҙ ҡайтырбыҙ» повесы айырым китап булып баҫылып сыға.

Бөйөк Ватан һуғышында «Башҡорт атлылары» гәзитенең яуаплы мөхәрирре була. 1943 йылдың 16 июнендә көнсөл бәндәләр арҡаһында вафат була.

1934 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы.



ҠУчастие башкирских поэтов и писателей в ВОвудашев Сәйфетдин Фәттәхетдин улы , Сәйфи Ҡудаш - Башҡорт АССР-ҙың халыҡ шағиры (1964). РСФСР-ҙың Ратҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984).

1894 йылда хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында тыуған.

- 1913 йылда тыуған ауылымдағы мәҙрәсәне тамамлағас, мин бәхет эҙләп, белемемде арттырыу өсөн аҡса эшләп табыу маҡсатында тәүге сәйәхәткә юлланырға ҡарар ҡылдым. Өй тулы бала-сағаһы булған әсәйемдән аҡса һорарға оялдым. Һораһам, әлбиттә, берәй малын һатып булһа ла, бирер ине. Еребеҙ бәләкәй ине, атай иртә мәрхүм булып ҡалды, мал да аҙ ине, ярлыларҙың балалары ғына күп була бит… Мин ҡаҙаҡ далаларына, Ҡустанайға юл тоттом. Ул саҡта бер ниндәй самолет та, машиналар ҙа юҡ ине, дала буйлап йәйәү атлайым, осраған һәр нәмәгә: ҡояшҡа, үләнгә, мине алға этәргән елгә һәм бигерәк тә кешеләргә ҡыуанам. Төндәрен ҡайҙа етәм, шунда - ҡуналҡала, ауылдарҙа үткәрәм.

Сәйәхәтселәрҙе кешеләр борон-борондан ихтирам итә торғайны, ҡунырға индерер, ҡайҙа һатып, ә күп осраҡта йәлләп ашарға ла бирер ине. Үҙебеҙҙең Келәш мәктәбендәге белемле уҡытыусыларҙан алған ярайһы уҡ яҡшы белемем арҡаһында мине ҡаҙаҡ балаларын уҡытырға саҡырҙылар. Ул саҡтағы бәхетле көндәремде ғүмерҙә онотаһым юҡ. Ике генә йыл. Әммә улар миңә күп нәмә бирҙе. Мин ҡаҙаҡ телен, уларҙың фольклорын өйрәндем, күп йырҙар ишеттем, аҡындар күп тарихтар һөйләне. Был изге күңелле, эшһөйәр халыҡты яратып киттем. Мин унда әҙәбиәттә үҙ көсөмдә тәүге тапҡыр һынап ҡараным. Ҡустанайҙа бөйөк Туҡайҙың вафаты тураһында ишеттем һәм Туҡай тураһында тәүге шиғырымды яҙҙым. Минең бик тә данлыҡлы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡығым килә ине, унда дини белем менән бер рәттән донъяуи белем дә бирәләр ине бит. Һәм мин был бәхеткә ирештем, унда ҡаҙаҡ Бәйембәт Майлин, Шәйехзада Бабич, Хәсән Туфан кеүек яҡшы кешеләр менән дуҫлаштым. Ошонда мин тәүге тапҡыр Мәжит Ғафури, Сәғит Рәмиевты күрҙем. Өс йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Октябрь революцияһынан һуң ауылда мәктәптә уҡыттым. 1925 йылда ғына Өфөгә күстем.

Тәүҙә «Башҡортостан» редакцияһында, һуңынан "Яңы ауыл"да эшләнем. Ошо ваҡытта Мәжит Ғафури менән яҡындан дуҫлашып киттем. Мәжит Ғафури үпкә туберкулезы менән сирле ине. Ул саҡта көслө дарыуҙар булманы. Башҡорт хөкүмәте шағир тере саҡта уның алты том әҫәрҙәрен сығарыуҙы тиҙләтергә ҡарар итә. Ғафуриҙың теләге буйынса был яуаплы эште миңә һәм Булат Ишемғоловҡа йөкмәттеләр. Беҙ көн-төн ал-ял белмәй эшләнек. Ләкин беҙгә эште тамамларға бирмәнеләр. Кемдеңдер ошаҡлауы арҡаһында мине «Етегән» тигән ниндәйҙер йәшерен ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеләр. Минең үҙемде тыңларға ла теләмәнеләр, партиянан сығарҙылар. «Октябрь» журналы мөхәррире булып эшләп йөрөгәнемдә эштән ҡыуҙылар. Ҡулға алыуҙан ҡурсалап, мине Ҡыйғы районына ебәрҙеләр.

…Сәйфи Ҡудаш Ҡыйғы район гәзитен ойоштороуҙа төп роль уйнай. Ҡыйғыла эшләгәнендә (1930-1931) баҫмала йыш сығыш яһай, ҙур әҫәр өсөн материалдар йыя, һәм уның шиғыр менән яҙылған «Ҡушҡайын» романы донъя күрә. Унда коллективлаштырыу, колхоздарҙы нығытыу тураһында һөйләнелә.

Һуңынан шағир Өфөгә әйләнеп ҡайта, ләкин эш бирмәйҙәр. ВКП(б) Үҙәк Комитетына партия сафына ҡайтарыуҙарын һорап апелляция яҙа - 1927 йылдан кире ҡайтаралар.

30-сы йылдар уртаһынан Сәйфи Ҡудаш үҙен тулыһынса әҙәби ижадҡа арнай.

Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалының 80-дән ашыу исем менән китаптары сыға. Улар күп телдәргә тәржемә ителгән.

1964 йылда Сәйфи Ҡудашҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә, ә 1985 йылда «Шиғырҙар һәм поэмалар» китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.








Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв




Сәләх Ғәбит улы Кулибаев 1910 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Үрге Таһир ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем ҡалған Сәләх байтаҡ ғүмерен төрлө байҙарҙа батраклыҡта йөрөп үткәрә. 1921-1923 йылдарҙа Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924-1925 йылдарҙа Түбә руднигының фабзавучында уҡый, аҙаҡ приискыларҙа эшләй. 1929 йылда Баймаҡ заводының тау-техник мәктәбен тамамлап сыға. Баймаҡ баҡыр иретеү, Свердловск заводтарында практика үтә.

1930 йылда «Башҡортостан» газетаһында Сәләх Кулибайҙы промышленность бүлегенә әҙәби сотрудник итеп эшкә саҡыра. Был йылдарҙа ул «Октябрь» журналының яуаплы секретары, Башҡортостан Пролетариат яҙыусылары ассоциацияһының (БАПП) секретары, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы кеүек вазифаларҙы башҡара.

С. Кулибай 1933 йылдың көҙөнән алып 1937 йылдың яҙына тиклем Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында һәм «Октябрь» журналы редакцияһында эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарынан алып фашистик Германияны еңгән көндәргә тиклем Сәләх Кулибай яу эсендә була. Башта ул хәрби училищела уҡый, аҙаҡ Көнбайыш Украина, Карпат, Польша, Чехословакия ерҙәрендә ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша, ҡаты яраланып, байтаҡ ваҡыт госпиталдә ятып сыға. Һуғыш ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[1] һәм миҙалдар менән наградлана.

Кулибай 1945 йылдың көҙөнән алып 1950 йылға саҡлы Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, «Әҙәби Башҡортостан» журналы сотруднигы, СССР Яҙыусылар союзының Литфонд вәкиле булып эшләй. Шунан һуң ун йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы һәм шул бүлектең мөдире вазифаларын башҡара.

Сәләх Кулибайҙың әҙәбиәткә яҡынлашыуында драматург Мирхәйҙәр Фәйзи ҙур роль уйнай. Ул Түбә фабзавуына уҡыған сағында, Түбә руднигындағы китапхана менән етәкселек иткән М. Фәйзи менән яҡындан таныша, ул ойошторған драма һәм әҙәбиәт түңәрәгендә актив ҡатнаша. Сәләх Кулибайҙың Мирхәйҙәр Фәйзи тәҡдиме менән «Сәсән» журналына ебәргән тәүге шиғыры 1927 йылда баҫылып сыға. Ул шунан эшсе-хәбәрсе сифатында «Башҡортостан», «Башҡортостан йәштәре» газеталарында, «Сәсән» журналында хәбәрҙәр һәм шиғырҙар менән сығыш яһай башлай.

Кулибайҙың «Эш тауышында» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1930 йылда донъяға сыға. Төрлө жанрҙарҙа яҙа һәм 30-ҙан ашыу китабы баҫылып сыға. Көлкөлө хикәйә, мәҫәл, фельетондарҙан торған «Төрлө биҙәктәр» (1958), «Күңелле хикәйәләр» (1964) йыйынтыҡтары авторы. Быуындан-быуынға рухи күсәгилешлек проблемалары «Тау йыры» (1965) повесында сағылыш таба. Драма һәм комедиялары республика театрҙары сәхнәләрендә ҡуйыла. Башҡорт әҙәбиәтендә мемуар жанрын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. «Ватан улдары» китабында (1972) әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади портреттары бирелгән.

Сәләх Кулибай тәржемә эше менән дә шөғөлләнә. Башҡортсаға ул Пушкин һәм Лермонтов шиғырҙарын, Лермонтовтың «Беҙҙең заман геройы» романын, С. Щипачевтың «Павлик Морозов» исемле китабын тәржемә итте.

1948 йылдан КПСС ағзаһы ине.

1934 йылдан бирле СССР яҙыусылар союзы ағзаһы булды.

Вафаты 1976 йыл.






Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв




Ҡунаҡбай Хөсәйен Әхмәтйән улы, Хөсәйен Ҡунаҡбай (12 февраль 1912 йылда, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙеНурғәле ауылы- 15 февраль 1943 йылда, Курск өлкәһе Ольховатка ауылы янында) - шағир һәм журналист. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Милләте башҡорт. Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы.

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыған (1932-36).

1929 йылда алып Бөрйән улусы башҡарма комитеты секретары, Иҫке Монасип 1-се баҫҡыс мәктәбе мөдире,«Башҡортостан» гәзит хеҙмәткәр, «Коммуна» («Ҡыҙыл таң») гәзит, БАССР ХКС эргәһендәге Республикаһы радиолаштырыу комитетында бүлек мөдире, 1936-37 йй.

Дәүләкән һәм Стәрлетамаҡ педагогия училищеларында, 1940 йылда - 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә уҡыта, 1942йылдаң Стәрлебаш районы Табылды тулы булмаған урта мәктәбе директоры. «Дуҫлыҡ тураһында йырҙар» исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1935 йылда сыға. Ҡунаҡбай әҫәрҙәрендә тыуған ергә һөйөү, халыҡтар дуҫлығы данлана. «Хәтимә» (1956) поэмаһы башҡорт ҡатын ҡыҙы яҙмышына арналған. И. В. Гёте, Дж. Лондон, А. С. Пушкин һәм башҡалар әҫәрҙәр башҡорт теленә тәржемә иткән.

1937 йылда репрессиялана, 1939 йылда азат ителә. Тыуған ауылында Ҡунаҡбай исеме менән урам аталған.


Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв





Мифтахов Сәғит Мифтах улы - башҡорт яҙыусыһы.

1907 йылдың 10 ғинуарында Өфө губернаһында Ҡыҙылъяр ауылында[1] урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Үҙ ауылында башланғыс белем ала һәм 1919 Йылда Өфөләге уҡытыусылар курсында уҡый.

1922 Йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында өлкә совет-партия мәктәбен тамамлай. 1923 йылда Мәскәүҙәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик университетына (КУТВ) уҡырға ебәрелә. Бер ни тиклем ваҡыт Ульяновск өлкәһе Мәләкәс ҡалаһында ВЛКСМ-дыц өйәҙ комитеты секретары булып эшләй. Шунда 1925 йылда КПСС ағзалығына алына.

Университетты уңышлы тамамлағандан һуң Өфөләге В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә һәм комвузда ижтимағи фәндәр уҡыта. 1930 йылда КПСС-тың Баймаҡ районы культура һәм пропаганда бүлеге мөдире итеп һайлана. Бында ул тәү башлап «Ҡыҙыл Баймаҡ» тигән район газетаһын сығарыуҙы юлға һала.

1935 йылдан С. Мифтахов Өфө ҡалаһы берләштерелгән дәүләт театрҙарының (Башҡорт академия һәм рус драма театрҙары) директоры булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көнөндә үк үҙе теләп һуғышҡа китә һәм 1942 йылдың февраль айында батальон комиссары С. Мифтахов батырҙарса һәләк була.

Уның тәүге «Пандар илендә» тигән драмаһы 1929 йылда сәхнәлә ҡуйыла, «Һаҡмар», «Урал ҡаны», «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», «Зимагорҙар», «Ялан ҡыҙы» драмалары, «Күктән төшкән Хөрәйрә» комедияһы, «һаҡмар» һәм «Аҡбуҙат» либреттолары әле булһа театрҙар сәхнәһендә ҙур уңыш менән ҡуйылалар.

Яҙыусы тамамлаған «Блюхер рейды», «Бөйөк шквал» кеүек драмалары сәхнәлә күрһәтелеүгә насип булманы.

Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв




Мөхәмәтйәнов Бәҙретдин Мөхәмәтйән улы - 1909 йылда Дүртөйлө районы Ҡайыш ауылында тыуған. Ауылдарында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфөгә килеп, педагогия техникумына уҡырға керә. 1934-1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа китә. Ике тапҡыр яралана. 1944 йылдың 20 сентябрендә Литваны азат иткән саҡта вафат була[1].

Тәүге шиғырҙары 1929-1931 йылдарҙа «Йәш юҡһыл», «Яңы ауыл», «Әҙәби удар» гәзиттәрендә баҫыла.

1943 йылда уның «Урал егете» тигән китабы сыға.

1939 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.













Насиров Шакир Ғиниәт улы (6 март 1913, Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ибраһим ауыл - 3 октябрь 1968,Өфө) - фронтовик яҙыусы, журналист, тәржемәсе.

Шакир Насиров 1913 йылдың 6 мартында, Ғафури районының Ибраһим ауылында тыуған. Башланғыс белемде ауылдарында ала. 1929-1931 йылдарҙа Өфө сәнәғәт-иҡтисади техникумында уҡый. Артабан журналистика өлкәһендә эш башлай. «Башҡортостан» гәзитендә эшләй. 1935-1937 йылдарҙа әрме сафтарында була.

1942 йыл Быҙаулыҡ хәрби училищеһын тамамлай. Артабан Башҡорт атлы дивизияһында, фронт гәзитенең яуаплы сәркәтибе, полк агитаторы була. 1943 йылда яралана. 1946 йылда демоблизациялана. Ҡайтыу менән «Совет Башҡортостаны» гәзитендә яуаплы секретарь вазифаһына эшкә алына. Партия мәктәбе тамамлай.



Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв





Рәшит Ниғмәти, Ниғмәтуллин Рәшит Ниғмәтулла улы - башҡорт совет яҙыусыһы, шағир, драматург, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе. Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Урал тауҙарынан, йәмле Ағиҙел, Һаҡмар, Дим буйҙарынан бик-бик алыҫта, Һамар далалары уртаһынан йәйрәп ағып ятҡанЫрғыҙ, Кәрәлек йылғалары буйында, байтаҡ ҡына башҡорт ауылдары бар. Рәшит Ниғмәти ана шул Ырғыҙ буйына ултырғанДиңгеҙбай ауылында Ниғмәтулла исемле ярлы крәҫтиән ғаиләһендә 1909 йылдың февралендә тыуған. Рәшит Ниғмәтиҙең бала сағы бик ауыр шарттарҙа үтә. Уларҙың ғаиләләре бик мохтажлыҡта йәшәй. Тәбиғи, бындай шарттарҙа бәләкәй Рәшиткә уйнап-көлөп үҫеү бәхете теймәй. Бала йәнле атаның ғаиләһен һөйөндөргән мәлдәре лә йылына бер-ике була торған йәрминкәнән берәр ҡаҙаҡлап ҡына алып ҡайтҡан сәй-шәкәрҙән, ҡалас-фәләңдән үтмәй. Ләкин Ниғмәтулла ярлы-ябағамын тип артыҡ бошоноп бармай, донъяһына ҡуп һелтәмәй, ул сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ менән тормошон рәтләргә тырыша, киләсәктә бер йүнле көн килеренә өмөтләнел йәшәй. Шуға уп ҡайғыны ла түҙемлелек менән кисерергә күнеккән, ауырлыҡтарҙы ла кәрәк саҡта өмөт һәм йорлоҡ менән еңергә ғәҙәтләнгән. Ата кеше бигерәк тә сабый баланың күңелен ауыр тормош йәберенән иртә һаҡларға, уның күңеленә ҡайғы-хәсрәткә ҡаршы торорлоҡ өмөт һәм шатлык тойғолары һалырға тырыша.

Бының өсөн бер сара итеп, Ниғмәтулла улына халыҡтың бай фантазияһын, өмөт-шатлыктарын туплаған әкиәттәр һөйләй. Йәйге тымыҡ кистәрҙә өй эргәһендә, ут алмай торған ҡышҡы оҙон төндәрҙә усаҡ алдында бәләкәй Рәшит үҙ тиңдәштәре менән атаһының бер .ваҡытта ла ялкытмай торған әкиәттәрен ихлас күңелдән тыңлай торған була. Ул бигерәк тә ут-һыуҙар кисеүсе батырҙарға һокяана.

Ете йәшенә еткәс, Рәшит үҙҙәренең ауыл мәҙрәсәһенә һабаҡҡа йөрөй башлай. Ул унда ике кыш йөрөгәндән һуң, китаптарҙы, ололар әйтмешләй, «һыу кеүек эсерлек» була. Был иһә, үҙ нәүбәтендә, атаға үҙе бер кинәнес килтерә. Ул хәҙер улының үҙенән төрлө китаптар уҡытып, рәхәтләнеп тыңларға ярата.

Ләкин былай йыуанып йәшәү әллә ни күпкә бармай. 1918 йылда Рәшит Ниғмәтиҙең әсәһе үлеп китә, ә 1921 йылғы аслык уны атаһынан айыра. Үкһеҙ етем ҡалған Рәшит Ниғмәти, башта һамар ҡалаһындағы, аҙаҡ Украинала балалар йортонда тәрбиәләнеп, иҫән ҡала. Аслык йылдары үткәс, ул тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Шунан бер йыл самаһы ауылда йәшәй, ер тырматыу, ураҡ урыу, иген һуғыу эштәрендә ағаһына булыша. 1924 йылда Рәшит Ниғмәти Өфөләге Ленин исемендәге мәктәпкә уҡырға килеп урынлаша. Был мәктәпте тамамлағас, бер йыл самаһы Мәскәүҙә рабфакта уҡып йөрөй. Ләкин ауырып китеү сәбәпле, уға Мәскәү рабфагын бөтөрөп сығырға тура килмәй, ул кире Өфөгә әйләнеп ҡайта.

1931 йылда Өфө рабфагын тамамлағас, Рәшит Ниғмәти Туймазы районына эшкә китә. 1933-1936 йылдарҙа ул Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, унан тағы Туймазы районына эшкә ҡайта. Аҙаҡтан ул Өфөгә күсеп килә һәм «Коммуна» гәзите редакцияһында, Башкортостан яҙыусылар союзы аппаратында эшләй. Рәшит Ниғмәтиҙең яҙа башлауы Ленин исемендәге мәктәптә укыған йылдарға тура килә. Ул башта үҙенең шиғырҙарын мәктәптәге ҡулъяҙма журналдарҙа баҫтыра, әҙәбиәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. 1926 йылда уның шиғырҙары «Башкортостан», «Башҡортостан йәштәре» тигән гәзиттәрҙә басыла башлай.

Рәшит Ниғмәтиҙең «Кереш» исемле тәүге шиғырҙар китабы 1933 йылда баҫылып сыға. Оҙаҡламай ул «Йәмле Ағиҙел буйҙары»; «Дауылдар тыуҙырған ғүмер» тигән поэмалары, матур шиғырҙары менән үҙен һәләтле шағир итер танытып өлгөрә. «Мин постамын» шиғыры ижады нәҡ сәскә атҡан 1938 йылда яҙыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған «Үлтер, улым, фашисты!», «Һинең кәләшеңдең хаттары» кеүек поэмалары фронтта башҡорт һалдаттарының иң яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелә.

һуғыштан һуң Рәшит Ниғмәти «Большевик», «Һаҡмар ҡыҙы», «Осҡондан ялҡын…» тигән поэмаларын, бик күп шиғырҙар ижад итә, пьесалар яҙа.

Башҡорт совет әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән ҙур ижади хеҙмәттәре әсән Рәшит Ниғмәти Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике тапҡыр «Почет Билдәһе» ордендары менәм бүләкләнә, 1959 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.



Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв







Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы (1911-1941) - Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәтендә беренселәрҙән булып сонет жанрын үҙләштергән әҙип, СССР яҙыусылар союзы ағзаһы (1934).

1911 йылдың 15 сентябрендә хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бер нисә йыл «Ленинсы», «Йәш коммунар» гәзиттәрендә мөхәррир була, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында яуаплы эштәр башҡара. 1933-1937 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Институтты тамамлағандан һуң Мәскәүҙә тәржемәселәр һәм мөхәррирҙәрҙең бер йыллыҡ курсын үтә, аҙаҡтан Өфөләге Тел һәм әҙәбиәт ғилми тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Башҡорт әҙәбиәтенең сағыу йондоҙҙарының береһе шағир ижадына жанрҙар төрлөлөгө, формалар күплеге хас. Күрәһең, шиғыр яҙыу уның өсөн тормоштоң йәмен күреү, көрәш мәғәнәһен тойоу, яңылыҡ табыу сараһы булып торған. М. Хәй 1934 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы була.

Хәй Мөхәмәтйәров 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1941 йылдың декабрендә Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк була.


Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв






Ҡунаҡбай Хөсәйен Әхмәтйән улы (12 февраль 1912 йылда, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙеНурғәле ауылы[1] - 15 февраль 1943 йылда, Курск өлкәһе Ольховатка ауылы янында[2]) - шағир һәм журналист. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Милләте башҡорт. Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусы.

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыған (1932-36).

1929 йылда алып Бөрйән улусы башҡарма комитеты секретары, Иҫке Монасип 1-се баҫҡыс мәктәбе мөдире,«Башҡортостан» гәзит хеҙмәткәр, «Коммуна» («Ҡыҙыл таң») гәзит, БАССР ХКС эргәһендәге Республикаһы радиолаштырыу комитетында бүлек мөдире, 1936-37 йй.

Дәүләкән һәм Стәрлетамаҡ педагогия училищеларында, 1940 йылда - 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә уҡыта, 1942йылдаң Стәрлебаш районы Табылды тулы булмаған урта мәктәбе директоры. «Дуҫлыҡ тураһында йырҙар» исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1935 йылда сыға. Ҡунаҡбай әҫәрҙәрендә тыуған ергә һөйөү, халыҡтар дуҫлығы данлана. «Хәтимә» (1956) поэмаһы башҡорт ҡатын ҡыҙы яҙмышына арналған. И. В. Гёте, Дж. Лондон, А. С. Пушкин һәм башҡалар әҫәрҙәр башҡорт теленә тәржемә иткән.

1937 йылда репрессиялана, 1939 йылда азат ителә. Тыуған ауылында Ҡунаҡбай исеме менән урам аталған.



Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв





Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы (1911-1941) - Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәтендә беренселәрҙән булып сонет жанрын үҙләштергән әҙип, СССР яҙыусылар союзы ағзаһы (1934).

1911 йылдың 15 сентябрендә хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ҡунаҡбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бер нисә йыл «Ленинсы», «Йәш коммунар» гәзиттәрендә мөхәррир була, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында яуаплы эштәр башҡара. 1933-1937 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Институтты тамамлағандан һуң Мәскәүҙә тәржемәселәр һәм мөхәррирҙәрҙең бер йыллыҡ курсын үтә, аҙаҡтан Өфөләге Тел һәм әҙәбиәт ғилми тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Башҡорт әҙәбиәтенең сағыу йондоҙҙарының береһе шағир ижадына жанрҙар төрлөлөгө, формалар күплеге хас. Күрәһең, шиғыр яҙыу уның өсөн тормоштоң йәмен күреү, көрәш мәғәнәһен тойоу, яңылыҡ табыу сараһы булып торған. М. Хәй 1934 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы була.

Хәй Мөхәмәтйәров 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1941 йылдың декабрендә Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк була.



Участие башкирских поэтов и писателей в ВОв






Мәлих Харис (Мәлих Харис улы Харисов) - шағир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

1915 йылда Башҡортостандың Саҡмағош районының Яңы Күл ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем тороп ҡала. Башланғыс белемен үҙҙәренең ауылында ала. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алынып, офицерҙар курсында уҡып сыға. 1944 йылдаВатан һуғышында батырҙарса һәләк була[1][2].

Мәлих Харистың ижади гүмере бик ҡыҫҡа булды, сәскә атып өлгөрмәй өҙөлөп ҡалды. Уның тәүге шиғырҙары 1934 йылдагәзит-журналдарҙа күренә башлай, һәм ул күп тә үтмәй нескә тойғоло, хистәргә бай үҙенсәлекле лирик шағир булып танылып китә. Һуғыш алды көндәрендә ул көр һәм саф тауышлы, күтәренке рух менән һуғарылған әҫәрҙәре менән әленән-әле сығыш яһап тора. Шағир йыш ҡына үҙе кисергән ваҡиғаларҙы тасуирларға тырыша, үҙ мөнәсәбәтен йырлай. «А. С. Пушкинға», «Йәшлек», «Диңгеҙгә», «Руставели», «Әсә тураһында йыр», «Мин һөйәм» кеүек поэтик ынйылары бөтә башҡорт поэзияһында билдәле урын тоталар. Ихласлыҡ, үҙ иленә сикһеҙ бирелгәнлек тойғолары уның әҫәрҙәрендә төп урын биләй.

Мәлих Харис үҙе иҫән саҡта әҫәрҙәренең айырым китап булып сығыуын күреү бәхетенә ирешә алманы. Уның «Йөрәк тауышы» тигән беренсе китабы тик ул үлгәндән һуң 1944 йылда баҫылып сыҡты. 1954 йылда шул уҡ китабы, бер аҙ тулыландырылып, Н. Нәжмиҙең баш һүҙе менән баҫылып сыҡты. Үҙенсәлекле шағир Мәлих Харис поэзияһы әле лә беҙҙең сафта бурысын үтәп килә. М. Харистың шиғырҙары рус телендә 1974 йыл «Башҡорт лирикаһы өлгөләре» серияһында сыҡты.



© 2010-2022