• Преподавателю
  • Другое
  • "Доклад по башкирскому языку и литературе по теме Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон уҡытыуҙы ҡулланыу; бөгөнгө торошо, проблемаһы, перспективалары. "

"Доклад по башкирскому языку и литературе по теме Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон уҡытыуҙы ҡулланыу; бөгөнгө торошо, проблемаһы, перспективалары. "

Раздел Другое
Класс 10 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә электрон уҡытыуҙы ҡулланыу; бөгөнгө торошо, проблемаһы, перспективалары.

Яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу маҡсатынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһында заманса технологиялар, инновацион алымдар ҡулланыу күҙәтелә.

Уҡыу-уҡытыу, үҫеп килгән быуынға кешелек тарихында тупланған белемдәрҙе тапшырыу - мәңгелек, бер ваҡытта ла мөһимлеген юғалтмаған проблема. Йәмғиәттәге әхлаҡ, мәҙәни мөхит, рухи ҡиммәттәрҙең үҫтерелеше мәсьәләһе тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә нисек хәл ителеүенә бәйләнгән.

В.А. Сухомлинский: "Дәрес - ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон", - тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнһен өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланыу талап ителә. Ғөмүмән, туған тел уҡытыусыһы уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, тел шәхесе тәрбиәләү эшмәкәрлегендә әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре, алымдар уйлап сығара ала. Яңылыҡтар, асыштар яһағанда, әлегә тиклем билдәле булғандарының асылын белеү, берләштереү, таныш булмағандарының асылын белеү, берләштереү, таныш булмағандарының яңы мөмкинселектәрен күҙаллау талап ителә.

Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу бөгөнгө белемде үҫтереүгә этәргес булып тора. Кешелектең үҫеше донъя закондарына ярашлы бара. Ә бөгөн Ер шарының ҡайһы ғына мөйөшөнә баҡма, был үҫеш компьютер технологияһы менән туранан-тура бәйле. Хәҙерге заманда беҙ тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа мәктәптә яңы информацион технологияларҙы файҙаланыу үҫеште.

Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө - күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш, стереотауыш, анимация берлегендә бирелеүе. Технологияның принцибы - компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы формалары һәм методлары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш та инә.

Тел уҡытыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙың телмәр культураһын, коммуникатив культураһын формалаштырыу булғанлыҡтан, уҡытыусының төп бурысы һәр бер балаға телде практик үҙләштереүгә шарттар тыуҙырыуҙа.

Бөгөн педагогик технологиялар, мәҫәлән, хеҙмәттәшлектә уҡытыу, проектлау методикаһы, яңы информацион технологияларҙы, Интернет ресурстарын файҙаланыу уҡыу-уҡытыу эшендә шәхесте формалаштырыуҙы бойомға ашырырға ярҙам итә, балаларҙың һәләттәрен, белем кимәлдәрен, ынтылыштарын иҫәпкә алып, уҡытыуҙы индивидуалләштереүҙе һәм дифференциациялауҙы тәьмин итә.

Хәҙерге заманда белем биреүҙә компьютер - аҡыл эшмәкәрлеген оптималләштереүҙең эффектив сараһы. Ул үҙенең эмоциональ тәьҫире яғынан битараф булыуы менән айырылып тора: компьютер бер ваҡытта ла арығанлығын, насар кәйефен күрһәтмәй, һәм, ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, уҡытыуҙың айырым аспекттарын индивидуалләштереү өсөн иң уңайлыһы булып торалыр.

Балаларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн компьютер хәҙерге шарттарҙа иң кәрәкле техник сара булып китте. Тик компьютерҙы дөрөҫ һәи урынлы файҙалана белергә кәрәк. Дәрес буйына копьютер йәки интерактив таҡта ҡулланыу бик үк дөрөҫ булмай. Һәр нәмәне сама белеп, комьтерҙың дәрестә ҡуйған маҡсатҡа ирешеүҙә эште нисек еңеләйтеүен асыҡлап ҡулланыу кәрәк.

Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (комьютер һүҙлектәрен файҙаланыу) , дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә (башҡорт теле дәреслектәренән, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу), орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу), грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында), эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү. Һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау һ.б. башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә комьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә мөмкин (яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған шиғырҙарҙы тыңлау, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль-кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү һ.б.), уҡыған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу(компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, видеофильмдар, һүрәттәр төшөрөргә мөмкин). Дөйөм алғанда, был саралар уҡыусыларҙа башҡорт телен үҙләштереүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә. Компьютер һәм мультимедиа системаларын ҡулланыу уҡытыуҙың нитенсив формаларын һәм методтарын тәьмин итә, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, мәғлүмәтте ҡабул итеүҙең эмоционаллеге, тәьҫир көсө артҡанлыҡтан, уҡыуға мотивация үҫешә.

Компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Комптютер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн дә уңайлы сара: был осраҡта баһа объектив ҡуйыла, уҡытыусының ваҡыты экономиялана, аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей, уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе туплау мөмкинселеге лә бар.

Айырыуса компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороу өсөн ҡулай, сөнки әҙерлеге төрлө булған уҡыусыларға, уларҙың белем кимәленән сығып, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә.

Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:

  1. демонстратив планда (төрлө күргәҙмә әсбаптарҙы проектор аша экранда бөтә класҡа күрһәтеү)

  2. компьютерҙы индивидуаль рәүештә ҡулланыу

  3. интерактив таҡтаны файҙаланыу

бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған уҡыу программалары һәм әсбаптары бар.

Уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята.

Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерерг кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә эҙләп тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре , алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөргә өйрәткәндә, ғәҙәти эш алымдары менән бергә төрлө яңы технология

Алымдарын файҙаланыу уңышлы һөҙөмтәләр бирә. Тик уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, системалы рәүештә даими ҡулланырға кәрәк.

Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө - күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш, стереотауыш, анимация берлегендә бирелеүе. Технологияның принцибы - компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы формалары һәм методлары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш та инә.

Компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Комптютер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн дә уңайлы сара: был осраҡта баһа объектив ҡуйыла, уҡытыусының ваҡыты экономиялана, аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей, уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе туплау мөмкинселеге лә бар. Әйткәндәй, мин үҙ эшемдә вотум программаһын тест һорауҙары буйынса тиҙ яуап биреүҙә ҡулланам. Пульт кнопкаларына баҫып уҡыусылар экранда сыҡҡан дөрөҫ тип тапҡан яуаптарҙы билдәләй. Был эш бик күңелле һәм ваҡытты ла күп алмай. Малайҙар-ҡыҙҙар үҙ ялғыштарын тиҙ күрә, баһаны ла программа буйынса экрандан күреү мөмкинселеге бар.

Уҡыусылар айырым тема буйынса презентация төҙөргә бик ярата. Мин был эш төрөн информатика фәнен белеү, предмет ара бәйләнеште уңышлы ҡулланам. Проблемаларҙа юҡ түгел, һәр класс бүлмәһендә интерактив таҡта, һәр уҡыусы алдында компьютер булмауы ҡыйынраҡ. Был мәсьәләне һәр уҡытыусының айырым ноутбугы булыу еңеләйтә. Уңыштарыбыҙға ла һөнөр урын бар. Тикшеренеү эштәрен компьютер технологияларын киң ҡулләнып эйләйбеҙ, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә ҡулланабыҙ. Уҙған йыл 7а класы уҡыусыһы Уйылданова Лариса менән "Тәтешле районында милли уйындар" тип аталған тикшеренеү эшен башҡарҙыҡ. Район күләмендә уҙғарылған "Малая академия наук" тикшеренеү эштәре сиктәрендә сығыш яһаныҡ. Шулай уҡ республика күләмендә уҙғарылған "Тәтешле ынйылары" конкурсының район этабында уңышлы ҡатнаштыҡ. Был эштәр киләсәктә уҡыусыларҙың үҫешенә ыңғай йоғонто яһар тип ышанам.

Интернет селтәре аша Аҡмулла олмпиадаларына уҡыусылар теләп ҡатнаша. Элегерәк бындай мөмкинлектәр юҡ ине. Ә хәҙер мәктәп йәшәндәге һәр бала төрлө төбәктә йәшәгән тиҫтерҙәренең белем кимәлен үҙ уңыштары менән сағыштыра ала. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 70 йыллыҡ юбилейына арналған "Интернатым пар ҡанатым" иншалар буйынса республика бәйгеһендә лә ҡатнашыу бәхетенә ирештек. Бәләкова Камилла, Ғаянов Илназ номинацияларҙа еңеүсе булды.

"Уҡытыусы үҙе уҡығанда ғына уҡытыусы булып ҡала" тигән әйтем йәшәй беҙҙең халыҡта. Был йәһәттән дистанцион уҡыуҙар, интернет форум, педсовет, конференциялар булып тороуы һәр уҡытыусы өсөн дә уңайлы, кәрәкле тип уйлайым. Шулай итеп, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.








Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу: уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө: Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте, 2009. Өфө: Информреклама, 2003

2. Ғималова М. Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV - VII кластарында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы. - Өфө, 1982.

3. Толомбаев Х. А., Алсынбаева Р. Р. Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө: БМҮИ нәшриәте, 2006.


© 2010-2022