• Преподавателю
  • Другое
  • Йәшелсә - емеш темаһына уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класс уҡыусылары өсөн дәрес өлгөһө

Йәшелсә - емеш темаһына уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класс уҡыусылары өсөн дәрес өлгөһө

Раздел Другое
Класс 2 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Эш төрҙәре

Дәрес барышы

1.

Психологик кәйеф шарттарын булдырыу.

(1 мин)

У. Һаумыһығыҙ, балалар!

Б. Һаумыһығыҙ!

У. Хәлдәрегеҙ нисек?

Б. Яҡшы. Һәйбәт.

2.

Мотивация.

Мәҡәл уҡыу.

(3 мин)

У. Уҡыусылар! Дәрес мәҡәлен уҡыр алдынан әйҙәгеҙ артикуляцион күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.

У. Ә хәҙер инде дәресебеҙҙең мәҡәлен уҡыһаҡ та була.

( Тырышһаң - бушҡа булмаҫ).

У. Һеҙ был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?

У. Тырышлыҡ нимәгә килтерә? (К чему приведут наши старания?)

У.Тимәк, һеҙ бөгөн дә тырышып эшләп, яңы белемдәрҙе үҙегеҙ алырһығыҙ.( И вы сегодня будете стараться и получать новые знания).

3.

Өйгә эште тикшереү.

(3 мин)

У. Ә хәҙер ҡарайыҡ өйҙә тырышып эшләгәнһегеҙме икән? Өйгә эштәрегеҙҙе тикшерәйек әле.

У. Өйҙә нимә эшләп килергә тейеш инегеҙ.

Б. Аҙна көндәрен ятлап килергә тейеш инек. Улар менән 2-шәр һөйләм төҙөргә тейеш инек.

(Тикшереү - аҙна көндәрен дөрөҫ тәртиптә ҡуйыу; 2-3 уҡыусының һөйләмдәрен тыңлау)

4.

Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу

(5 мин)















У. Балалар, мин бөгөн һеҙгә серле һандыҡ алып килдем. (Сундучок с секретом). Унда нимәләр барлығын белгегеҙ киләме? Уның өсөн йомаҡтарҙы сисер кәрәк. (Надо разгадать загадки).

Йомаҡ әйтеп, һандыҡтан берәмләп әйбер сығарыу.

  1. Ҡыҙыл булып беште, ергә төштө. (Алма)

  2. Тышын әрсейҙәр, эсен ашайҙар, әрсегәндә ҡысҡырып илайҙар. (Һуған).

  3. Һутлы, тәмле, лампочкаға оҡшаған.(Груша)

  4. Ул бик файҙалы туған, ярата уны ҡуян. (Кишер)

  5. Үҙе оҙон, үҙе һары. (Банан)

  6. Ерҙән ҡаҙып алалар, аш, бәлешкә һалалар.(Картуф)

У. Шулай итеп, серле һандыҡта нимәләр булды? (Что было в сундуке?) Бер һүҙ менән уларҙы нисек әйтәбеҙ?

Б. Овощи и фрукты.

У. Дөрөҫ, балалар. Тимәк бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләшәбеҙ?

У.Афарин! Дөрөҫ!


5.

Ял минуты

(1 мин)

У. Уҡыусылар! Арып та киткәнегеҙҙер инде.Әйҙәгеҙ, ял итеп, физкульттәнәфес эшләп алайыҡ.

Бер, ике - уңға борол!

Бер, ике - һул яҡҡа!

Бер, ике - ҡулдарыңды

Тейҙереп ал аяҡҡа!

Бер, ике - эйеләйек!

Бер, ике - үҫәйек!

Бер, ике - теҙелешеп

Түңәрәктән үтәйек!

У. Бик шәп булды. Афариндар!

6.

Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу проблемаһын сисеү.

(3 мин)

У. Балалар, һеҙ әйттегеҙ бит инде, бөгөнгө дәрестә йәшелсә-емештәр темаһына һөйләшәсәкбеҙ. Һүҙлек дәфтәрҙәрегеҙҙе астыҡ. Яңы һүҙҙәрҙе йәбештереп ҡуйҙыҡ.

Һүҙлек эше (уҡыу, тәржемә итеү, һүҙбәйләнештәр төҙөү). Слайд.

Йәшелсә - овощи

Емеш - фрукты

Алма - яблоко

Әфлисун - апельсин

Ҡарбуз - арбуз

Ҡауын - дыня

Кишер - морковь

Картуф - картофель

Ҡыяр - огурец

Һуған - лук

Тәмле - вкусный

Әсе - кислый

Ниндәй? - какой?

7.

Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу).

(13 мин)

У. Дәреслекте 102-се биттә астыҡ. 1-се күнегеүҙе таптыҡ.(телдән)

У. Алма ниндәй? - Тәмле, ҡыҙыл, йәшел, һары.

Лимон ниндәй? - Әсе, һары.

Ҡыяр ниндәй? - Йәшел, тәмле.

Әфлисун ниндәй?

У. Бер миҫалды дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.

У. Уҡыусылар, иғтибар менән таҡтаға ҡарағыҙ әле. (ә, һәм теркәүестәренә слайд). Нимә әйтә алаһығыҙ?

Б. ә - но, һәм - и аңлатҡанына төшөнөргә тейештәр.

У. Дөрөҫ, балалар! Тәҡдим иткән миҫалдарҙы дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуяйыҡ. (уҡыусылар яҙып алалар)

У. Һеҙгә бер-нисә миҫал тәҡдим итәм, дөрөҫ итеп әйтегеҙ әле. (әфлисун һәм алма; ҡарбуз түгел, ә ҡауын; һуған һәм картуф; кишер түгел, ә банан).

У. Хәҙер инде үҙегеҙ миҫалдар килтереп ҡарағыҙ. ( Уҡыусылар миҫалдарын тыңлау).

8.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

(5 мин)

У. Уҡыусылар! Бөгөнгө дәрестә алған белемде тикшереп, нетбуктарҙа тест һорауҙарына яуап бирәйек.

1. Что такое йәшелсә?

- фрукт;

- овощ;

- яблоко.

2. Что такое емеш?

- фрукт;

- овощ;

- ягода.

3. Какая буква потерялась? Һу_ан

- ҡ

- ҙ

- ғ

4. Какая буква потерялась? Тә_ле

- п

5. Алма ниндәй? Яблоко какое?

- әсе, тәмле;

- тәмле, күк;

- тәмле, ҡыҙыл.

6. Апельсин как будет на башкирском языке?

- әвлисун;

- әфлисун;

- әплисун.

7. Найди правильный перевод. Был груша һәм лимон.

- это не груша, а лимон;

- это груша и лимон;

- люблю грушу и лимон.

8. Найди правильный перевод. Был һуған түгел, ә картуф.

- это лук и картофель;

- это не картофель, а лук;

- это не лук, а картофель.

9. Найди правильный перевод. Это арбуз и дыня.

- Был кишер һәм картуф;

- Был алма һәм ҡыяр;

- Был ҡарбуз һәм ҡауын.

10.Найди правильный перевод. Это не яблоко, а груша.

- Был алма түгел, ә груша.

- Был груша түгел, ә алма.

- Был алма түгел, ә әфлисун.

У. Ваҡыт үтте, дөрөҫ эшләп өлгөргәнһегеҙҙер тип ышанам. Әйҙәгеҙ тикшереп үтәйек. (Һөҙөмтәләрен баһалау)


9.

Баһалау.

(3 мин)

У. Балалар, дәрестә бик әүҙем булдығыҙ!(тест яуаптарына, дәрестә ҡатнашыуҙарынан сығып, баһалар ҡуйырға).

10.

Өйгә эш.

(2 мин)


У. Өйҙә, йәшелсә-емеш темаһына ҡараған һүҙҙәрҙе ятларға. Ә, һәм теркәүестәре менән 3 миҫал яҙып килергә. Өй эшен электрон көндәлектәрегеҙҙә күрерһегеҙ.

11.

Йомғаҡлау.

(1 мин)

У. Уҡыусылар! Дәрестә бик актив булдығыҙ. Тырышып эшләгәнегеҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!


© 2010-2022