Тема урока 6 класс Башҡортостанда көҙ. Сифат

Раздел Другое
Класс 6 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:





Тема: Сифат.

6 класс




Башҡарҙы: Лилиә Риф ҡыҙы

Шәйәхмәтова









Башҡортостанда көҙ. Сифат.

Тема: Сифат

Маҡсат: 1. предметтың билдәһен белдереүсе һүҙ - сифат төшөнсәһе менән таныштырыу;мәғәнәһенә, һорауҙарына һәм һөйләмдәге роленә ҡарап, телмәрҙәге һүҙҙәрҙе һүҙ төркөмдәренә айырыу, сағыштырыу, шулай уҡ сифатты табыу күнекмәләрен нығытыу.

2. уҡыусылар телмәрен яңы һүҙҙәр менән байытыу, сифатты һөйләмдә һәм бәйләнешле телмәрҙә урынлы ҡулланырға күнектереү;

3. тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү тойғоһон көсәйтеү.

Йыһазландырыу: табличкала һүҙҙәр, көҙ һүрәттәре, күнегеүҙәр өсөн һүҙҙәр,

текст.


Дәрес барышы:

I Ойоштороу мәле.

  • Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ.

  • Бөгөнгө дәрестә беҙ яңы тема менән танышырбыҙ, текст өҫтөндә эшләрбеҙ, яңы һүҙҙәрҙе үҙләштерербеҙ.

Ә хәҙер телдәребеҙҙе шомартып алайыҡ.

2. Артикуляцион күнегеү.

Минең илемдә

Йылғалар, күлдәр,

Матур баҡсалар,

Хуш еҫле гөлдәр,

Минең илемдә

Сикһеҙ урмандар,

Алтын, көмөшлө

Бик күп ҙур тауҙар.

(Х. Кәрим)

Мин уҡыйым.

Үҙ аллы уҡыу.

Таныш булмаған һүҙҙәр бармы?

Минең арттан ҡабатлайбыҙ.

Рәтләп уҡыйбыҙ.

Бөтәбеҙ бергә.

II Төп өлөш.

  • Дәфтәрҙәрҙе асып числоны яҙып ҡуйығыҙ.

  • Телдәрҙе шомарттыҡ, хәҙер инде яңы тема менән танышайыҡ.

Таҡтаға ҡарағыҙ `әле. Мин һөйләм яҙҙым. Һөйләмде уҡығыҙ. (Йылы, йомшаҡ ел иҫә.) Лиана ҡысҡырып уҡы. Тәржемә ит. Һөйләмдәге исемде тыбығыҙ, аҫтына бер һыҙыҡ һыҙығыҙ. Ул ниндәй һорауға яуап бирә? Нимәне белдерә? (что обозначает), (предмет). Ҡылымды табып аҫтына ике һыҙыҡ һыҙығыҙ. Ҡылымдар нимәне белдерә? (предметтың эшен), (действие предмета). Ниндәй һорауға яуап бирә? (ни эшләй?) Ҡайһы һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙылмай ҡалды? (йылы, йомшаҡ). Улар ниндәй һорауға яуап бирә? Нимәне белдерә? Ҡайһы һүҙҙе асыҡлай?

  • Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай тип уйлайһығыҙ?

Эйе, был сифат була.

Дәреслектең 23 битен асығыҙ. Валерия ҡысҡырып уҡы. Артабан үҙ аллы уҡып бөтөрөгөҙ.

Предметтың ниндәй билдәләре булырға мөмкин? (каҡие у предмета могут быть признаҡи?)

Предметтың төсөн: аҡ, ҡыҙыл

Тәмен (вкус): асы, тоҙло

Формаһы: йомро, оҙон, түңәрәк

Ҡылығын (характер): уҫал, яуыҙ, йыуаш

Ҙурлығын (величину): ҙур, бәләкәй, бейек һ.б

  • Бына предметтың ниндәй билдәләре була икән.

Хәҙер мин һеҙгә һүрәттәр таратам. Һеҙ ошо һүрәттәге предметтың ниндәй билдәһен беләһегеҙ, шуны дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

Биремде тикшереү.

Беҙ сифат предметтың билдәһен белдерә тинек, шулай булғас ул гел исем алдынан килергә тейеш.

Ошо предметты белдереүсе һүҙҙәргә, сифаттар яҙып сығығыҙ. (к следующим существительным допишите прилагательные).

күлдәк ағас

Фатир ел

Дәрес үлән

Синыф уҡыусы

Малай урман

Урам көн

Альбина һүҙҙүрҙе тәржемә ит. Яҙабыҙ (кого-то к доске).

Ял минуты

Бөтәбеҙ ҙә баҫтыҡ, тәҙрә янына килегеҙ. Йыраҡҡа ҡарағыҙ әле. Унда нимәләр күрәһегеҙ? Ағастар ниндәй төҫтә, үләндәр. Йылға буйҙары ниндәй? Күккә ҡарағыҙ, унда нимәләр күрәһегеҙ? Матурмы? Хәҙер урындарға ултырҙыҡ. Был һүрәттеге көҙ һеҙ күргән көҙгә оҡшағанмы? Таҡтаға ҡарағыҙ, был һүрәттәрҙә Башҡортостанда көҙ күренештәре һүрәтләнгән. Һеҙ көҙ көнө ғаиләгеҙ менән урманға ял итергә бараһығыҙҙыр. Урманда нимәләр эшләргә ярамай?

Һеҙҙең алда текст ята. Уҡып сығайыҡ (по цепочке читаем и переводим). Һөйләмдәребеҙ матурмы? (красивые ли предложения?) Юк. Матур булһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? (сифаттар өҫтәргә). Белешмәнән һорауҙар урынына һүҙҙәр ҡуйығыҙ (карандаш менән). Һөйләмдәр матурландымы? Шулай итеп сифаттар өҫтәгәс беҙҙең һөйләмдәр матурланды.

46 - сы күнегеүҙе таптыҡ.

III Өй эшен аңлатыу.

Катя биремде уҡы.

Тексты сылбыр буйынса уҡып сығайыҡ (тәржемә итеү, сифат табыу).

Был текст нимә тураһында булды? (Көҙ).

Әйҙәгеҙ уға исем бирәйек (озаглавим текст).

IV Йомғаҡлау.

Нидәй һүҙ төркөмө менән таныштыҡ? Сифат нимәне белдерә? Һорауын кем әйтә? Һүрәттәге предметтарҙың билдәләрен әйтеү.


© 2010-2022