Сочинение по башкирскому языку на тему Родной край

Раздел Другое
Класс 3 класс
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Республика ара инша конкурсы «Пою мою республику»

Тыуған ауылым





Үтәне: Кәйүмова Зарина

3 "а" класс

Нефтекама ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учрежденияһы

Уҡытыусы: Мусина Р.Н.

Тыуған ил... Һеҙ уны нисек күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙ? Был, әлбиттә, беҙ тыуған урын, тәүге тапҡыр таныған һәм күргән ер. Башта ул беҙҙең өй, һуңынан урам, ялан, урман... Беҙ уҫәбеҙ, һәм беҙҙең дә ил тураһында белемебеҙ әкренләп арта бара.

Мин иншамды үҙебеҙҙең матур һәм күркәм ауылыбыҙ Ямады тураһында яҙырға булдым. Беҙ ике йыл элек ул ауылдан ғайләбеҙ менән Нефтекама ҡалаһына күсеп килдек. Мин ауылым менән бик ғорурланам. Беҙҙең ауылды тирә- яғын ҡалын урмандар, бейек тауҙар солғап алған. Уларҙың исемдәре үк ауылымды нурлап тора: Гәрәй йылғаһы, ә иң ҙур тауҙар - Йүкәү, Кәли һәм Түңәрәк. Уларҙың һәр береһенең исеме әллә ниндәй сер һаҡлай кеүек миңә.

Ауылымдың уртаһында матур күл ята. Яҙын унда селән, торна килеп тағы ла уны йәмләй.

Йәй көндәрендә беҙ унда һыу инәбеҙ, балыҡ тотабыҙ.

Шуныһы ҡыҙыҡ, хәҙер был күлдә тырышып - тырмашып ҡондоҙҙар плотиналар ҡора. Улар ҙа беҙҙең ауылды үҙ итәләр буғай.

Болон -ҡырҙарында аллы - гөллө сәскәләр, тос башаҡлы игендәр уҫә.

Урмандары еләк - емешкә, йәнлектәргә, ҡоштарға бай.

Башҡортостандың барлыҡ төбәге лә беҙҙеке кеүек матур. Мин уның гүзәллеген китап -журналдарҙан, дәреслектәрҙән, телевизорҙан ҡарап беләм.

Башҡортостандың хуш еҫле балын, серле ҡурайын бөтә ер шарында беләләр. Уҡытыусыбыҙ һөйләүенсә, күптәр беҙҙең республиканың исемен ишеткәс, «О Салауат иле, Мостай иле» тиҙәр икән.

Минең тыуған яғым ер йөҙөндә иң-иң матуры, мин уны бер ниндәй сит илдәргә лә алмаштырмайым.

Шулай итеп, мин үҙемдең Башҡортостан республикаһы менән бик ғорурланам.

Республика ара инша конкурсы «Пою мою республику»



Тыуған яғым-

Башҡортостан



Үтәне: Ҡәсимова Зөлфиә

4 "д" класс

Нефтекама ҡалаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учрежденияһы

Уҡытыусы: Мусина Р.Н.

Башҡортостан... Мин был һүҙҙе ишеткәс, минең күҙ алдыма ғорур, бейек тауҙар, киң далалар, тау йылғалары, саф, тоноҡ күлдәр, ҡуйы урмандар баҫа.

«Башҡортостан» һүҙен ишеткәс, башҡорт ерҙәренең матурлығын һөйләгән ҡурай тауышын ишетәм.

Мин үҙемдең тыуған еремде, тыуған республикамды яратам. Һәр бер кешегә үҙенең тыуған ере ҡәҙерле, һәр бер кешегә үҙенең иле иң матур булып тора. Беҙ уны бында тыуған, үҫкән, беренсе тапҡыр эшләнгән аҙымдар, беренсе тапҡыр «әсәй» һүҙе, беренсе тапҡыр мәктәпкә барған өсөн яратабыҙ.

Беҙҙең бында иң ҡәҙерле кешеләр, туғандар: әсәй, атай, дуҫтарыбыҙ йәшәгән өсөн һөйәбеҙ.

Мин үҙебеҙҙең тыуған илебеҙ менән ғорурланам.

Үҙебеҙҙең башҡорт ерҙәребеҙҙең матурлығы күп кенә башҡорт йырҙарында йырлана, күп кенә билдәле булған рәссамдар эштәрендә төшөрөлгән. Шағирҙар үҙҙәренең шиғырҙарында, йырсылар үҙҙәренең йырҙарында, көйҙәрендә һүрәттәйҙәр.

Үҙебеҙҙең республикабыҙҙа рәхимле, тыныс атмосфераһы өсөн шатмын.

Беҙҙең башҡорт ерҙәрендә сикһеҙ көс, сикһеҙ байлыҡ тупланған. Был башҡорт нефте, алтын, тимер мәғдәне, малахиттар... Был бай үҫемлек һәм малсылыҡ донъяһы, беҙҙең аҫыл, яратҡан башҡорт балы, ҡумыҫы, минерал һыуҙары. Үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙең бөтә байлыҡтарын һанап бөтөрөрлөк түгел, уның таланттары, матурлығы тураһында сикһеҙ һөйләргә була.

Беҙҙең йәш быуын туған телен, тарихын һәм әҙәбиәтен белергә тейеш.

Һәр беребеҙгә лә тыуған Башҡортостаныбыҙҙың яҙмышы ҡәҙерле.

Минең уйлауымса, беҙҙең республикабыҙ, беҙҙең илебеҙ матур булып йәшәргә тейеш, мин тырышып уҡырға, үҙемдең яҡындарымды, дуҫтарымды яратырға, киләсәге тураһында ҡайғыртырға тейешмен.

Мин бөтә кешеләрҙе лә бындай матур илдә татыу йәшәргә өндәйем.


© 2010-2022