Литературно-музыкальный вечер по творчеству М. Карима

Раздел Другое
Класс -
Тип Другие методич. материалы
Автор
Дата
Формат docx
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына арналған

музыкаль кисә.

Хәкимйәнова Лилиә Әхмир ҡыҙы,

Өфө районы Авдон урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Сараның маҡсаты:

1.Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады менән тулыраҡ таныштырыу.

2.Уның ижадына ҡарата уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу.

3.Балаларҙың ижади әүҙемлеген үҫтереү.

Йыһазландырыу:китаптар күргәҙмәһе, шағирҙың портреты, интерактив таҡта Мәҙәниәт йылына арналған эмблема.

Сәхнә байрамса биҙәлгән. Плакатта шиғыр һүҙҙәре.

Тәбиғәттә шундай миҙгел бар:

Ел тынғас та, япраҡ тирбәлә,

Ҡояш бата тауҙар артына,

Нуры бүленеп ҡала түбәлә.

Тәбиғәттең шундай миҙгелен

Күрһә ине минең йылдарым:

Мин киткәндә, берәй быуатҡа

Бүленеп ҡалһа ине йырҙарым.

1-се уҡыусы

Мостай Кәрим( Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған.Келәш ауылы Өфөнән 30 саҡрымда, Дим йылғаһы буйында урынлашҡан.Ауылдың тирә-яғында,уйһыуҙарҙа, ҡашлаҡтарҙа әрәмәлектәр ҡусҡыллана, болонлоҡтар ҡуйынында Аҡманай һәм Ишбай күлдәре тонйорап ята.

2-се уҡыусы

Ана шул сөм-ҡара тупраҡлы иген баҫыуҙары, туғайҙар күрке, Дим буйы йәме, һыуҙар тәме, табандар аша йылыһын тойған тыуған ер, шағир күңеле аша уҙып, аҙаҡ үҙҙәре бер илһам ризығына, затлы образдарға әйләнәсәк туған шиғри бишек ул.

3-сө уҡыусы

Мостафа бик ишле ғаиләлә үҫә. Атаһы Сафа ике ҡатын менән йәшәй. Ғаиләлә 16 кеше була. Ләкин өйҙә көндәштәр араһында ла, балалар араһында ла һис тауыш-маҙар булмаған, ишле ғаилә бик татыу йәшәгән. Мостафа хатта балиғ булғансы байтаҡ йылдар ҡайһыһы үҙ тыуған әсәһе икәнен дә айырмаған; уның өсөн икеһе лә берҙәй әсәй: оло һәм кесе әсәй.

4-се уҡыусы

Мостай Кәримдең бала сағы тыуған ауылының, тымыҡ Дим буйы тәбиғәтенең матур ҡосағында уҙа. Ата кеше улын ер һөргәндә ат башында йөрөтә, төнгөлөккә үҙе менән ала. Атаһы улын эшкә күндереү менән бергә, тыуған ер тәмен тойҙорторға,сер-хикмәттәрен беремтекләп аңлатырға ла сараларын таба.

5-се уҡыусы

Һүҙгә оҫта оло инәйҙең һөйләгән иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәре. Ҡойған йомаҡтары,әйткән мәҡәлдәре баланың хыял ҡанатын үҫтерә,зиһенен байыта, донъяға һоҡланыу, күңелендә гүзәллек тойғоһо тәрбиәләй. Оло инәйҙең кендексе әбей саҡтары ла эҙһеҙ ҡалмай.Бала тыуған йортта кендексе әбей аҙналар буйына ҡунаҡ булып ята: әсә менән йөрөгән улы ла шул һый-хөрмәт эсендә. Шуғалыр ҙа, күрәһең, кешенең донъяға килеү хәбәре һәм бала ҡәҙерләү йолаһы уның күңеленә айырыуса ҡәҙерле һәм изге хис булып урынлашып ҡала. Оло инәй үҙе аҙаҡ улының «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған» повестарында мөләйем өләсәйҙәрҙең прототибы булып китә.

1-се уҡыусы

Бәләкәй Мостафа тиҫтерҙәре менән ырҙын арттарында үҙҙәренең уйын һөрөнтө ерҙәрен, туғайҙарын яһап ебәргәндәр, хатта һәр йыл һайын йүгереш, көрәш һәм бүтән төрлө ярыштары менән үҙ һабантуйҙарын ҡороп ташлайҙар, еңеүселәргә төрлө кәнфит, сәй, һабын ҡағыҙҙарынан торған тәтәй бүләктәр өләшәләр.

2-се уҡыусы

Замана балаларынан һуғыш уйындары ла ситтә ҡалмай. Тик улар бүленешеп уйнағанда һәр береһенә ил исеме табып бөтә алмай йонсойҙар.Аптырағас, " Рукавказ", "Рукарпат" кеүек яңы исемдәр уйлап сығаралар.

3-сө уҡыусы

Мостафа тыуған ауылы мәктәбендә уҡый. Мортаза ағаһынан ҡала Мостафа үҙ ырыуҙарында хәреф таныған икенсе кеше. Уға хәтле үҙ ата-бабаларының хатта ҡултамғаларын ҡуйырлыҡ та мәғлүмәттәре булмаған. Ҡултамға урынына бер аҙ һәнәккә, бер аҙ тауыҡ аяғына оҡшаш тамға һалғандар.

4-се уҡыусы

Мәктәп йылдары, китап Мостафаны ғилем донъяһына алып инә. Ҡыҙыл галстуклы пионерҙың онотолмаҫ мәктәп йылдары китап аҡтарып, зәңгәр колонналарҙа барабан ҡағып, борғо өрөп, костерлы дозор төндәре, әкиәт төҫлө оло хыялдар менән биҙәлеп уҙа.

5-се уҡыусы

Иркен үҫтем һәм күрмәнем

Тормош тарлығын,

Һәм белмәнем мин донъяла

Ҡайғы барлығын.

Үтте балалыҡ, әйтерһең,

Ул йәйге болот,

Төнгө костер янындағы

Әкиәт булып.

1-се уҡыусы

Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, 1935 йылда Өфө педрабфагына уҡырға инә.Ошо йылда уның "Зөбәйҙә һәм бәпкәләр» исемле тәүге шиғыры баҫылып сыға.1936-1937 йылдарҙа «Ленинсе» газетаһында шиғырҙары йышыраҡ күренә башлай.

2-се уҡыусы

Сәскәләр йыйырһың һайлап,

Тештәрең төҫлө ағын,

Күҙҙәрең төҫлө зәңгәрен,

Иренең төҫлө алын.

Уйна әйҙә,шаян һеңлем,

Күңелең күбәләк булғас,

Тыуған илең гөл баҡсаһы

Хуш еҫен һибеп торғас.

«Гөлдәр миңә һаумы,һаумы тиҙәр" йыры яңғырай.

3-сө уҡыусы

1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» шиғырҙар йыйынтығы, 1941 йылда « Яҙғы тауыштар» исемле китабы донъя күрә.

Күңел яҙҙы һөйә шуның өсөн-

Ул өр-яңы йәшәү уята,

Йәш бөрөләр шартлап япраҡ була,

Һәм кәкүккә яңы моң ҡайта…

Йәшәү бәхетен йырҙарына ҡойоп,

Ҡоштар оя үрә ҡыуаҡта,

Ҡар һыуҙары аҡҡас, тау битенә,

Ынйы сәскә килә ҡунаҡҡа.

4-се уҡыусы

1941 йылда хәрби хеҙмәткә алына. 1942 йылдың февралендә Муром ҡалаһында хәрби училищене тамамлағас, артиллерия дивизионында элемтә начальнигы итеп тәғәйенләнә.1942 йылдың авгусында дошман снарядының утлы бер ярсығы уның күкрәк кеҫәһендәге комсомол билетын тишеп, йөрәк япмаһына саҡ ҡына етмәй ҡала.

Ҡалҡыулыҡта, уйһыулыҡта атака!

Мәңгелектән өҫтөн минуттар,

Туп шартлауы булып үлем көлә

Һәм уттар, һәм уттар, һәм уттар!..

Ер яна!

5-се уҡыусы

Ярты йылға яҡын госпиталдә булғандан һуң, Воронеж фронтының «За честь Родины» газетаһында эшләй. 1943 йылдың авгусында 3-сө Украина фронтына ебәрелә. Һуғышты Австрияның баш ҡалаһы Венала тамамлай.

«Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа" йыры яңғырай.

1-се уҡыусы

1942 йылда «Декабрь йыры», 1942-44 йылдарҙа «Үлмәҫбай», 1961 йылда «Ҡара һыуҙар», 1947 йылда «Ҡайтыу» исемле китаптары баҫыла.

2-се уҡыусы

1954 йылда "Европа-Азия», 1961-«Йылғалар һөйләшә», 1978 - «Мөхәббәттең дүрт миҙгеле», 1986 -«Заманалар»шиғри йыйынтыҡтары баҫыла.

М.Кәрим һүҙҙәренә «Йылғалар төнөн һөйләшә" йыры яңғырай.

3-сө уҡыусы

1967 йылда «Айгөл иле», 1981-»Йәйәүле Мәхмүт» драмалары , 1958 -«Ҡыҙ урлау» комедияһы, 1963 -"Ай тотолған төндә», 1971-«Салауат.Өн аралаш ете төш.» ,1975 -«Ташлама утты, Прометий» трагедиялары донъя күрә.

Мостай Кәрим «Беҙҙең өйҙөң йәме» (1951), «Өс таған» ( 1966), «Ярлыҡау» (1986), "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ » (1976) повестарының авторы ла.

4-се уҡыусы

Мостай Кәрим - күп яҡлы талант эйәһе. Драматургия, проза һәм художестволы публицистика, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге үҙе бер оло әҙәби донъя.

Мостай Кәрим күренекле йәмәғәт эшмәкәре лә. 1953 йылда БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты, РСФСР Юғары Советының IV-XI саҡырылыштары депутаты, КПСС-тың XIX-XXVII съездары делегаты, РСФСР Яҙыусылар Союзы идаралығы

Секретаре, БАССР Яҙыусылар Союзы идаралығы председателе.

5-се уҡыусы

Тыуған иле, халҡы алдында күрһәткән хеҙмәттәрен юғары баһалап, Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелә.Халҡы , әҙәбиәте алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ,"Почет Билдәһе", Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнде. Шулай уҡ Мостай Кәрим Ленин исемендәге,СССР, РСФСР, БАССР -ҙың дәүләт премиялары лауреаты.

1-се уҡыусы

Мостай Кәримдең исемен мәңгеләштереү маҡсатында уның исемен Башҡортостандың Милли Йәштәр театры, Өфө ҡалаһының бер урамы,Шишмә районы Келәш ауылы мәктәбе йөрөтә.Тыуған ауылында йорт-музейы асылған. Тыуған ауылына кергән ерҙәге ҡоҙоҡто ла Мостай Кәримдең илһам сығанағы тип атайҙар. Өфөлә, Энгельс урамындағы бер йорттоң фасадына, шағирҙың бюсы менән мемориал таҡта ҡуйылған.Профсоюздар йорто алдында һәйкәл ҡуйылған.

«Юлдарым һиңә бара" йыры менән кисә тамамлана.

© 2010-2022