Урок по родному башкирскому языку Мостай Кәрим. Үлмәҫбай поэмаһы (8 класс)

Раздел Другое
Класс 8 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Калинин районының

74-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе











"М.Кәрим "Үлмәҫбай"поэмаһы"

(Рус мәктәптәренең 8- се класында уҡыусы

башҡорт балалары өсөн)











Авторы: башҡорт теле уҡытыусыһы Минһажева А.Р.

Программа по башкирскому языку и литературе для учащихся-башкир 1-11 классов школ с русским языком обучения. Составители: Тикеев Д.С., Тулумбаев Х.А., Вильданов А.Х., Давлетшина М.С., Хуснутдинова иФ.А., Хажин В.И. (2 линия)

Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. - Өфө: Китап, 2007.- 336 бит.

"Данлы йылдар, шанлы йылдар" разделы, 2 дәрес





























Тема: М.Кәрим "Үлмәҫбай"поэмаһы

Дәрестең маҡсаты: "Үлмәҫбай" поэмаһын анализлау. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға характеристика биреү һәм әҫәрҙең тел-стиль үҙенсәлектәрен тикшереү.

Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, әҫәргә ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү, һүҙлек байлығын арттырыу.

Бөйөк шағирыбыҙҙың ижады менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, мультимедия проекторы, компьютер.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.

Һәммәгеҙгә лә бөгөн яҡшы кәйеф, яңынан яңы белем үрҙәренә үрләүегеҙҙе теләйем.

II. Бөгөн беҙ оло шәхесебеҙҙең Мостай Кәримдең "Үлмәҫбай" поэмаһы өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, йөкмәткеһен анализлаясаҡбыҙ.

Бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

1. Ә хәҙер М.Кәримдең биографияһынан мәғлүмәттәр килтереп китәйек.

Схема - слайд

Ҡасан? Ҡайҙа? М.Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылдарындағы ете йыллыҡ мәктәпкә уҡырға инә. Ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Фронт гәзиттәрендә эшләй. Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләй. 1935-1936 йылдарҙа яҙыша башлай.

Ниндәй? М.Кәрим поэзия жанры менән бергә, проза һәм драматургия жанрҙарында ла актив эшләп килә. (шиғырҙар, поэмалар, повестар, драмалар яҙа)

Кем? I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдары менән бүләкләнә.

Салауат Юлаев исемендәге, К.С.Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик хеҙмәт Геройы,

1977 йылда Г.-Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара Почетлы дипломға лайыҡ булды, Башҡортостандың халыҡ шағиры

Нисек? М.Кәримдең исемен мәңгеләштереү маҡсатында Өфөлә Милли йәштәр театры, 158 -се башҡорт гимназияһы уның исемен йөрөтә, Өфөлә урам исеме бар.

"Илен ҙурлағанды - иле ҙурлар" тигән башҡорт мәҡәле бар бит.

Ә Мостай Кәрим үҙенең етмеш йылға яҡын ижад ғүмерендә Башҡортостанды ҙурланы, уны фронтта һаҡланы, уның өсөн янды, көйҙө, ут эсенә инде. Уның йөрәге һәр ваҡыт Башҡортостан йөрәге менән типте. Беҙ Мостай Кәрим менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, уның ижады алдында баш эйәбеҙ.

2. Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға Мостай Кәримдең шиғыры.

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Эйәрләне атай, ялын үреп

Аҡбуҙ аттың ярһыу, ап-ағын,

Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының

Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын

Мин фронтҡа, китәм иптәштәр!

  • Уҡыусылар был шиғырҙа кем фронтҡа китә? (лирик герой)

  • Был өҙөктә ниндәй фронт, ниндәй һуғыш тураһында һүҙ бара? (Бөйөк Ватан һуғышы)

  • Шағир ни өсөн был шиғырҙы яҙған?

(Сөнки ул үҙе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм ул һуғышҡа китер алдынан ошо шиғырҙы яҙған.)

Һуғыш йылдарындағы һүрәттәр. Слайд.

Мостай Кәрим нисәнсе йылдарҙа һуғышта булған? (һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем).

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуына бына алтмыш йылдан ашыу ваҡыт үтеп бара, әммә уның шаңдауы һаман кешеләр күңеленә тынғы бирмәй. Ил, халыҡ, донъя яҙмыштарын хәл иткән һуғыштың барлыҡ фажиғәһен, барлыҡ дөрөҫлөгө үткән һәм бөгөнгө быуын кешеләре, киләсәк өсөн дә һабаҡ ул.

М.Кәримдең һуғыш тураһында ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ.

III. Өйгә эш итеп һеҙгә "Үлмәҫбай" поэмаһын уҡып килергә ине.

Ә бөгөн беҙ һеҙҙең менән әҫәрҙең йөкмәткеһен анализлаясаҡбыҙ.

Был поэманы М.Кәрим 1942 йылдың көҙөндә госпиталдә ятҡанда яҙа башлай. Унда тәүге ике бүлеген тамамлай. Һуңғы өлөшө 1944 йылда Украинала яҙыла.

  1. Уҡыусылар поэма һеҙгә оҡшанымы?

2. "Үлмәҫбай" поэмаһы әҙәби жанрҙың ниндәй төрөнә ҡарай? Слайд.

Лиро-эпик поэма. Һүрәтләгән ваҡиғаға ҡарата яҙыусының уйҙарын, тойғоларын биргән йәки тәбиғәт күренештәрен тасуирлаған әҫәрҙәрҙе лирик әҫәрҙәр тип атайҙар.

Төрлө ваҡиғалар тураһында һөйләгән әҫәрҙе эпос йәки эпик әҫәр тип атайҙар.

Лиро-эпик әҫәрҙәрҙә ваҡиғаларҙы һөйләү, ғәҙәттә, авторҙың йәки геройҙың уйҙары, кисерештәре менән бергә ҡушылып китә.

Төшөнсә биреү.

  1. Поэманың композицияһы ниндәй?

  2. Поэма нисә бүлектән тора?

(Өс бүлектән. Был поэманың композицияһы тип атала.) Слайд.

  1. 1-се бүлектә нимә тураһында һөйләнелә?

(Немец офицерен пленға алыу.)

Һүҙлек эше. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе ҡарап китәйек. Слайд.

  1. 2-се бүлектә нимә тураһында һөйләнелә?

  2. 3-сө бүлектә нимә тураһында һөйләнелә?

Был поэманың композицияһы өс бүлектән тора, был бүлектәр бер-береһе менән бәйләнгән.

  1. Нимә уларҙы берләштерә?

(Герой, батырлыҡ. Һәр бүлектә лә Улмәҫбай ҡатнаша. )

  1. Дөйөм әйткәндә был поэма нимә тураһында?

  2. Поэмала ниндәй тема яҡтыртыла?

(Һуғыш темаһы. Башҡорт яугирҙарының һуғыштағы батырлыҡтары.)

IV. Ә хәҙер образдар системаһына күсәйек.

  1. Поэманың төп геройы кем?

  2. Ә икенсе геройҙың исеме нисек?

  3. Уларҙың исемдәре тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

  4. 1-се бүлектә Үлмәҫбайҙың ниндәй сифаттары менән танышабыҙ? Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙға ниндәй кеше булып килеп баҫа?

Эйе, был бүлектә Үлмәҫбайҙың ҡыйыу, тәүәккәл булыуын, ҡатмарлы һуғыш шарттарында урындағы хәлгә ҡарап эш итә белеүен күрәбеҙ. Үҙенең тәүге разведкаға барыуын ул бик мәрәкә итеп һөйләй. Ул разведкаға барыу кеүек яуаплы эшкә ауырһынмай, маҡтанмай, киреһенсә, еңел тойғо, тәүәккәллек һәм үҙ көсөнә ышаныу менән сығып китә.

  1. Ә дошман менән осрашҡанда ул үҙен нисек тота?

(Юғалып ҡалмай, төрлө хәйләләр ҡора. Үҙ яҙмышы ҡыл осонда торғанда ла еңеүгә ышаныс менән ҡарай.)

Ә хәҙер һеҙҙең парталарығыҙҙа карточкалар ята һеҙ Үлмәҫбай менән Теребайға хас сифаттарҙы һайлап алығыҙ һәм таҡтала схема төҙөйбөҙ.

Схема

БАТЫРЛЫҠ

ҠЫЙЫУЛЫҠ

ЯБАЙЛЫҠ

САБЫРЛЫҠ

ҮЛМӘҪБАЙ КӨР КҮҢЕЛЛЕЛЕК ХАЛЫҠ

ТЕРЕБАЙ ТАПҠЫР АҠЫЛЛЫ

ЙОР ҺҮҘЛЕ (шаян, үткер тапҡыр)

ХӘЙЛӘКӘР

ШАТ

КҮҢЕЛЛЕ

  1. Үлмәҫбай менән Теребай образы аша автор бер кешене күҙ уңында тотамы әллә күмәк кешенеме, халыҡтымы?

  2. Ни өсөн?

(Сөнки улар үҙҙәрендә халыҡҡа хас ҡыйыулыҡты, батырлыҡты, көр күңеллелекте, тапҡыр аҡыллылыҡты һәм юморҙы кәүҙәләндерәләр.)

Уларҙың исемдәре үк халыҡтың мәңгелек булыуын раҫлай.

  1. Уларҙың милли герой булыу сифаттары поэмала нисек һүрәтләнелә?

  2. Был турала поэмала нисек әйтелгән?

Үлмәҫбай үҙен:

-Тау башҡорто тоҡомонан,

Салауат затлы булам…

- Һунарсы минең ырыуым

Һунарсы ата-бабам,

- Немец башын ҡырт-ҡырт ҡырҡа

Ана шул башҡорт инде…

- Әле илем Рәсәй булыр,

Дауылы, еле лә бар

Һинең бабаң батып үлгән.

Чуд тигән күле лә бар.

  1. Поэмала башҡорттарҙың ниндәй йолалары иҫкә алына?

Һунарсылыҡ, ҡуныҡсыллыҡ, туй йолаһы.

("туй бүләге менән өйҙөң дүрт мөйөшөн һыйланыҡ", "Һауыт-һаба шылтыратыу борондан ҡалған йола")

  1. Үлмәҫбай һәм Теребай нисек һунарға йөрөйҙәр? (Ат менән.)

Эйе Мостай Кәрим был поэмаһында һыбайлы яугир образына мөрәжәғәт итә. Ир-егеттең таянысы, ҡанаты булған, егетте еңеүгә алып барыусы ат образы уның башҡа әҫәрҙәрендә лә осрай.

Шулай итеп, автор Үлмәҫбай образында башҡорт халҡына хас милли һыҙаттарҙы, традицияларҙы, батырлыҡ сифаттарын аса.

Башҡорт халҡы тапҡыр һүҙле, тура һүҙле, йор һүҙле булған.

Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға поэманан өҙөктәр. Мәҡәлдәрҙе, тапҡыр һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе табығыҙ. Слайд.

  1. Поэмалағы хәл ваҡиғаларҙы кем һөйләй?

  2. Үлмәҫбай телмәренә ниндәй сифаттар хас? Ниндәй тонда һөйләй? (Юмор менән, сатира алымы менән һөйләй.)

  3. Халыҡ ижадының тағы ла ниндәй жанрҙарына хас үҙенсәлектәрҙе күрергә мөмкин?

(Поэманың айырым строфлаларының халыҡ йырҙары үлсәүендә яҙылыуы. Был юлдар менән башланған строфалрҙың интонацияһы йырға яҡын булыуын күрергә мөмкин.)

  1. Геройҙарҙың исемдәре нимәне аңлата?

  2. Мостай Кәрим Үлмәҫбай һәм Теребай образдарын һүрәтләгәндә ниндәй алымдар, элементтар файҙалана?

(Фантастик элементтарҙы, әкиәттәргә хас алымдарҙы файҙалана.)

  1. Ни өсөн?

(Геройҙарҙың батырлығын күпертеп күрһәтеү өсөн.)

Шулай итеп әҫәрҙең теле халыҡ һөйләү теле стиленә яҡын.

V. Йомғаҡлау.

"Үлмәҫбай" поэмаһында һүрәтләнгән ваҡиғалар тормошта ла булған: фашистарҙы пленға алыу, тимер юлдарҙы шартлатыу, штабҡа һөжүм итеү - барыһы ла совет һалдаттарының батырлығы, зирәклеге һөҙөмтәһе. Ошо сифаттарға Үлмәҫбай менән Теребай ҙа эйә, сөнки улар үҙ иленең ысын патриоттары, Салауат тоҡомдары.

  1. Һеҙгә "Үлмәҫбай" поэмаһы оҡшанымы?

  2. Был поэма һеҙҙә ниндәй тойғолар уятты, ниндәй тәрбиә бирҙе?

(Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәккәлек (ҡыйыулыҡ сифаты) төшөнкөлөккә (бойоҡлоҡ, күңелһеҙлек) бирелмәү, ауырлыҡтарға бирешмәү.)

VI. Баһалаy.

"Илен ҙурлағанды - иле ҙурлар" тигән башҡорт мәҡәле бар бит.

Ә Мостай Кәрим үҙенең етмеш йылға яҡын ижад ғүмерендә Башҡортостанды ҙурланы, уны фронтта һаҡланы, уның өсөн янды, көйҙө, ут эсенә инде. Уның йөрәге һәр ваҡыт Башҡортостан йөрәге менән типте. Беҙ Мостай Кәрим менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, уның ижады алдында баш эйәбеҙ. Слайд.

Өйгә эш итеп һеҙгә Үлмәҫбай һәм Теребай образдары темаһы буйынса инша яҙырға.







© 2010-2022