Эҙләнеү эше М. Кәрим әҫәрҙәрендә ат образы

Раздел Другое
Класс 10 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат doc
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Баҡалы мәғариф бүлеге




Мостай Кәрим әҫәрҙәрендә ат образы


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса

ғилми - тикшеренеү- эше


Әҙерләне: Мостафа урта дөйөм

белем биреү мәктәбенең

IХ класс уҡыусыһы

Фәррәхов Илназ

Етәксеһе: Мостафа урта дөйөм

белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Насирова Эльмира Рәүис ҡыҙы



Мостафа- 2014


Тикшеренеү эшенең актуаллеге:

Тикшеренеү эшенең маҡсаты: Мостай Кәрим әҫәрҙәрендә ат образы ҡулланылышын асыҡлау.

Бурыстары:

  • Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен өйрәнергә;

  • Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендә ат образы ҡулланылышы тураһында фәнни тикшеренеү үткәрергә;

  • тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса класс сәғәтендә сығыш яһарға.

Тикшеренеү эшенең объекты:. Мостай Кәримдең шиғырҙары, драмалары

Предметы: Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендә ат образы

Тикшеренеү эшенең фәнни яңылығы: Мостай Кәримдең әҫәрендә ат образының ҡулланылышын тикшереү.

Тикшеренеү эшенең ғәмәли әһәмиәте: тикшеренеү һөҙөмтәләрен класс сәғәттәрендә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа, үҙ белемемде күтәреү маҡсатында файҙаланырға мөмкин буласаҡ.






Инеш

Иң тәүге ат ниндәй булған икән, тип һорау биргәнегеҙ бармы үзегеҙгә? Уны бик зур кәүзәле итеп һүрәтләр инегез, моғайын. Сөнки боронғо динозавр, мамонт, ҡоштар бик эре булғандар бит. Юҡ икән шул. Тәүге аттарзың ҙурлығы 30 сантиметрҙан да артмаған. Үззәре ҡыҫҡа

муйынлы, озон ҡойроҡло булған. Арткы аяҡтары өс, ә алғылары дүрт бар-маҡлы икән.

Йылдар үткән һайын, аттарҙың кәүҙәһе үҫә барған. Өс бармаҡлылары яйлап үлеп бөткән. Урынына хәҙерге кеүек тояҡлы бейек аттар - (эквустар) йәшәй башлаған. Уларҙы мулаттар тип тә йөрөткәндәр. Өйөр-өйәр был ҡырағай аттарҙың сабыуынан ерҙәр һелкенеп торған. Бик уҫал, көслө икән үҙҙәре. Кешеләр ҡулға эйәләштергән туғандарын ҡырағай аттар, һатлыҡ йән кеүек ҡабул итеп тапап, иҙеп китер булған.

Иң тәүҙә һинд-европа кешеләре ҡырағай аттарҙы ҡулға өйрәткән. «Ат» һүҙе уларҙың «алаша» һүҙенән килеп сыҡҡан.

V-VI быуаттарҙа кешеләр ҡырағай аттарҙы тулыһынса тиерлек ҡулға эйәләштерә.

Хәҙерге ат бик һиҙгер һәм аҡыллы. Ул тирә-йүнде бөтә тәне һәм айырыуса тояҡтары менән тоя. Иң һиҙгере танауы. Үҙенең ҡолонон, хужаһын, егеү әйберҙәрен еҫтән айыра ала ат. Күҙҙәре лә төндә бик яҡшы күрә. Ҡолаҡтары бик йыраҡтағы өйөр көтөүен, ер тетрәүен һәм башҡа тауыштарҙы бик тиҙ тойоп ала. Әкиәттәге кеүек һөйләшә белмәһә лә, уны ҡыланыштарына ҡарап аңларға була.

М ә ҫ ә л ә н , т у п а ҫ өндәшкәнде яратмай ат. Шунда уҡ һулышы, йөрәк тибеше йышая, баҫҡан урынында тапана башлай. Ул асыуын шулай бел-гертә. Ә һыйпағанды бик ярата.


Башҡорт мифологияһында ат менән кеше образы айырылғыһыҙ, тығыҙ бәйләнгән, бер-береһен тулыландырып, бер бөтөндө барлыкка килтерә. Мифтарҙа ваҡиғалар әкиәти герой эргәһендә генә түгел, шулай ук уның тылсымлы аты янында ла ҡайнай. Геройҙың теге йәки был ҡыйынлыҡтарҙы үтеүе һәм алға ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүе атының позицияһына һәм активлығына бәйләнгән.

Башҡорт халыҡ ижадында тылсымлы аттар образын шартлы рәүештә өс төркөмгә бүлеп була: беренсенән: һауа, һыу һәм мәмерйә (ер аҫты) акбуҙаттары (аҡ+буҙ+ат), һауа һарат-тары (һары+ат), тураттар (туры+ат) һәм күгаттар (күк+ат), һыу һәм мәмерйә (ер аҫты) караттары (ҡара+ат), икенсенән, ҡанатлы толпарҙар һәм, өсөнсөнән, кеше рәүешле тормош алып барырға һәләтле әүермән аттар. Шул уҡ ваҡытта бөтөн мифик аттар ҙа хайһы бер сифаттары буйынса бер бөтөндө тәшкил итә: уларға кеше интеллекты һәм психикаһы, һөйләшеү һәләте бирелгән, йәғни был тылсымлы аттар тотемик хайуандарға хас сифаттарға әйә.

Күберәк эпостарҙа сағылыш тапҡан, берөнсе төркөм мифик аттар араһынан төп урында Аҡбуҙат тора. Уның образы "Урал батыр", "Аҡбуҙат", "Заятүләк менән Һыуһылыу", "Иҙеүкәй менән Мораҙым" эпостарында, "Зәйнулла һәм Матурлыҡ" әкиәтендә, шулай ук айырым риүәйәттәрҙә һәм легендаларҙа айырыуса тулы сағыла.

Аҡбуҙат - иҫ киткес матур, илаһи ат, Ҡояш-тәү әсәнең аты һәм нурлы йөҙлө күк ҡыҙының һыбай йөрөй торған аты. Урал батыр уны Ҡояш ҡыҙы һомайҙан бүләк итеп ала. "Урал батыр" эпосында Аҡбуҙат батырға яуыз көстөргә ҡаршы көрәшкәндә ярҙамлашҡан ат ҡына түгел. Ул эпоста аңы, зиһене һәм көсө буйынса хужаһынан бер ҙә ҡалышмаған һәм тылсымға эйә булған айырым бер персонаж да булып тора.

Икенсө йыһан аты - һарат (Һарысай) башҡорттарҙың эпик әҫәрҙәрендә киң асылыш тапмай. Һарат та шулай ук күктә яралған һәм күктә йәшәй, ул - Айҙың аты. Ай уны Айһылыу исемле ҡыҙына бүләк итә, ә ул, үҙ сиратында, һаратты үҙенең Шүлгәндән тыуған улы Һаҡмарға бирә.

Аҡбуҙат һәм Һарат башҡорт халҡынын йондоҙҙар менән бәйле мифтарында йәнәшә лә сығыш яһай.

Мифик ат менән күк араһындағы бәйләнеш башҡорттарҙың ҡайһы бер ғөрөф-ғәҙәттәрендә һәм йола фольклорында ла күҙәтелә.

"Аҡбуҙат", "Заятүләк менән һыуһылыу" һәм "Иҙеүкәй менән Мораҙым" эпостарында Аҡбуҙат һыу стихияһына бәйле һәм ул һыу аҫты батшалары ҡарамағында. Урал батыр һәләк булғандан һуң, Аҡбуҙат төрлө сәбәлтәр арҡаһында һыу аҫтына - күлдәр хужаһына юлыға һәм артабан үрҙә һаналған эпостарҙа катнаша.

Башҡорттарҙың мифологияһында мәмерйәләрҙә йәшәгән Аҡбуҙат образдары ла бар. Башҡорт халҡының риүәйәттәренән һәм легендаларынан күренеүенсә, тау мәмерйәләренә, йәғни ер аҫтына аҡбуҙаттар ғына түгел, ғәйрәтле ҡараттар ҙа бикләнгән. Шуларҙың араһынан ҡеүәте һәм ҡөҙрәте менән "Бүре улы Сынтимер -бәһлеүән" әкиәтендә төп герой ер аҫтынан алып сыҡкан Ҡарат исемлеһе айырылып тора.

Барлыҡ акбуҙаттарҙы, һараттарҙы, тураттарҙы һәм ҡараттарҙы уларҙың илаһи зат, йәғни һауа, һыу стихияларын кәүҙәләндергән хтоник хайуандар, демиургтар булыуы, ер һыуҙары ташҡындарын баҫып тыйыусылар, тау менән йылға-ларҙы тыуҙырыусылар, кешеләрҙең ҡеҙрәтле яҡлаусылары һәм уларҙы һаҡлаусылары ролдәрендә сығыш яһауы берләштерә.

Тылсымлы аттарҙың икенсе төрө - ҡанатлы толпарҙар. Улар күбеһенсә батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙә һәм ле-гендаларҙа ҡатнаша, буйҙары сағыштырмаса ҙур түгел. Ҡағиҙә булараҡ, толпарҙар - килбәтһеҙ ҡиәфәтле ҡырҡмыш тайҙар, геройҙың өйөрҙән ат һайлағанында, улар йүгән зыңлауына беренсе булып тауыш бирә. Батырҙарҙың уларҙы эйәрләп юлға төшөүе була, толпарҙар ысын батыр аттарына әүерелә. Ҡайһы вакытта толпарҙар, беренсе төр мифик аттар кеүек, диңгеҙ йәки ҡойо төбөнән сыға, йәғни әкиәти геройҙар уларҙы күлдәрҙең һәм башҡа һыу ятҡылығы ярынан эйәрләп ала.

Аттар хаҡындағы бындай фекер башҡорттарҙың ата - бабаларына ғына хас түгел. Аттың тотемик культының ҡалдығы бөгөнгө көндә лә йәшәй һәм яҙыусыларыбыҙҙың, шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрендә уларға киң урын бирелгән. Шундайҙарҙың береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадында ат образы.

Үҙе әйткәнсә, кескәй Мостафаны атҡа өс йәшендә ултыртҡандар:

... Өс йәшеңдә атҡа мендерҙеләр,

Һин сытырлап ялға йәбештең...

...Атҡа мендең - ҡулдан киттең, бала,

Тәҡдир, һаҡлай күр үҙеңде!

(" Әсәйем сирләгәндә").

Мостай Кәрим өсөн ат ул - илаһи зат , мөғжизә була.

"…Бәләкәй ҡапҡа шар асылып китте. Тәүҙә Мортаза ағайым күренде. Унан ап-аҡ ат килеп инде. Атлап түгел, бейеп инде. Ағайым уның теҙгенен ҡыҫҡа ғына тотоп алған. Шулай ҙа аҡбуҙ, тәҙрә тураһына еткәс, бер тапҡыр үрәпсеп ҡуйҙы. Ятһыныуымы, ҡыуаныуымы шул булды. Бығаса ат күрмәгән шикелле, әллә нишләп киттем. Шомло ла, рәхәт тә миңә. Ергә баҫып килмәне ул, күктән осоп төштө. Оло инәйем һөйләгән әкиәттәге шикелле. Ағайым ҡалай таҫыллы баһадир икән, тегенең теҙгенен ныҡ эләктереп алған. Аттың килеп инеүе булды, бөтә нәмә яҡтылыҡҡа сумды, уның ҡуйы оҙон ҡойроғонан, туҙғаҡ ялынан, әйтерһең, ап-аҡ нур-ҙар ергә агыла. Мин хайран ҡалдым. Мин сихырландым. Юрғанымды атып ташлап, тышҡа йүгерҙем, Мин сыҡмаһам, кире осоп китер тип, ҡотом ҡалманы.

Мин бына ошо Аҡсалдың һыртында ун ике йәшемә тиклем йөрөнем, йәғни көн иттем. Тәненә сыбыртҡы-ҡамсы тейҙертмәне ул. Ғәрсел булды. Бер саҡ туғайға ҡуна барышлай малайҙар менән уҙышҡанда, тышау һелтәп, абайламаҫтан атымдың осаһына тейҙерҙем. Теге, ҡапыл ситкә тайпылып, мине ергә ҡолатты. Өҫтөмдә ҡалын көпө ине. Имгәнмәнем, Шулай ҙа һыным ҡатып, бер аҙ яттым. Аҡсал кире боролоп минең эргәмә килгән дә башын сайҡап тора, әйтерһең, битәрләй: «Миңә шулай ҡул тейҙереүеңде көтмәгәйнем. Рәнйеттең», - ти. Минең дә уға хәтерем ҡалды. Ныҡлап ҡалды. Һуғам тип һелтәмәнем дә инде. Яңылыш ҡына тейҙе. Хәл кергәс тә, күҙҙәремде йомоп, байтаҡ заман ҡуҙғалмай яттым. Әйҙә, мине ни көнгә төшөргәнен күреп, үкенһен, эсе әрнеһен әле, тим. Бер мәл мороно менән мине төрткөләргә тотонмаҫмы теге. Мин ҡымшанмайым да. Аптырағас атым, көпөмдән тешләп, тартҡылай башланы. Шунан ғына аяҡ үрә баҫтым. Аҡсал минең яурыныма матур ҡаҡ башын һалды. Мин уның маңлайынан һыйпаным. Малҡайымдың моңһоу ике күҙенән ике бөртөк йәш тәгәрәне. Ат күҙендә йәш күреп мин ҡойолоп төштөм"... ( " Ап - аҡ мөғжизә")

Шунан алып ғүмеренең һуңғы мәленә тиклем ул башҡорт әҙәбиәтендә "һыбайлы" шағир булып ҡалды.

" Минең рухым - йүгәнһеҙ ат "- тип атҡа ир - егеттәрсә ысынлап ғашиҡ булған кеше генә әйтә алалыр.

Мостай Кәрим ижадында ат ир - егетлектең үлсәме булып тора: «Ир-егет аты менән хөрмәтләнер, ҡоралы менән данланыр ». «Өс йөҙ егет» шиғырында ул егет менән атының даны тураһында:

" Үҙе үлһә, аты ҡайта бер урап,

Аты ҡалһа, даны ҡайта яңғырап"- тигән.

Аттарға ғашиҡ булған кеше булараҡ, М. Кәрим "Ярлыҡау" повесында Любомир Зухтың бабаһы Пантелеймон Зухтың төрөктәр менән алышындағы эпизодта аттың үҙ хужаһына нисек тоғро ҡалыуын һоҡланып бәйән итә: " Бер мәл бөтә мәхшәр эсендә Пантелеймон Зух яңғызы тороп ҡалды. Сукмары менән ул тиҫтәләгән таҡыр башты иҫәңгерәтеп, ат өҫтөнән һуғып төшөрҙө, ҡылысы мепән бер кәүҙәнән икешәрҙе яһаны. Ул, аҡты ҡаранан айырмаҫ булып, ярһыны. Арыу-талыу белмәҫ бер һуғыш ҡоралына әйләнде. Ҡыра бирҙе, ҡыра бирзе. Ә үҙе һаман иҫән-һау. Гүйә, уны һугыш аллаһы, ҡанат аҫтына алып, әжәлһеҙ итте. Үҙе кеүек үк ҡурҡыу белмәҫ тимер күк бейәһе, йә үрә һикереп, йә ситкә тайшанып, йә ҡапыл артҡа сигенеп, хужаһын үтә хәтәр хәлдәрҙән ҡотҡарҙы...

...Алыш барған майҙанға сабып килгән сапҡын оран һалды. Зухты ҡамап алған янычарҙар, борсаҡ сәселгән шикелле, ҡапыл төрло яҡҡа һибелде. Ҙур ғына буш түңәрәк уртаһында атлы казак бер үҙе ҡалды. Тимер күк бейә, бәлә һиҙенгәндәй, сыйнәп кешнәп ебәрҙе, үҙе үргә ырғыны, әйтерһең, күккә ашырға ынтылды. Бына бер ваҡыт, ҡырагай ат тотҡандагы кеүек, төрлө яҡтап Зухҡа ҡороҡ ташларга керештеләр. Быныһын ул көтмәгәйне. Шулай ҙа үҙенең баһадир кәүҙәһенә хас булмаган йылғырлыҡ күрһәтеп, эйәр өҫтөндә зыр әйләнеп торҙо, ныҡ тартышты ул, шыйлап килгән бер ҡыл ҡороҡто ҡылысы менән сабып өҙҙө хатта, Ҡайһыһылыр үтә мәргән һәм хәйләкәр булып сыҡты. Богаҙынан быуылған казак атынан йығылып төштө. Ләкин тоғро хайуан эйәһен ташлап китмәне, дүрт аягын терәп, ҡатып ҡалды."..

Әгәр ҙә М. Кәримдең артабанғы әҫәрҙәренә күҙ һалһаҡ, аттар уның күңелен тулайым биләп алғаны күренә.

" Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! " шиғырында быуындар бәйләнеше асыҡ сағылыш тапҡан:

Эйәрләне атай, ялын үреп,

Аҡбуҙ аттың ярһыу ап- ағын,..

...Ышан, атай, һин эйәрләп биргән

Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ

"Яр ситендә" шиғырында М. Кәрим дүрт аяҡлы дуҫы образы аша егет менән ҡыҙҙың һөйөү хистәрен бирә:

Яр ситендә йәш ҡамыштар

Болғана,

Атлы егет ат эсерә

Йылғала.

Муйынына ҡыҙыл башлыҡ

Уралған,

Моғайын, был егет йыраҡ

Уралдан.

... Пар шәулә - икәү шатлыгы

Булалыр;

Ҡуҙғалыр улар, шатлыҡ та

Юғалыр...

Тик туғайҙа зйәрләнгән

Аҡбуҙ ат

Бойоҡ йөрөнө кискә тиклем

Яңғыҙаҡ.

Бик һун, ине.

Ауыҙлыҡлап

Ул атын,

Йыраҡ юлға ҡарай йәйҙе

Ҡанатын.

Һелтәне егет атына

Ҡамсыһын,

Сапты, ҡалдырып йөрәге

Яртыһын. (1943)

Башҡорт шағиры өсөн ат ижадында ғына түгел, тормошонда ла бик әһәмиәтле: ат уның өсөн төрлө борсоуҙарҙан яҡлау, өмөт, тынысланыу ҙа.

«Әсәйем ауырғанда" шиғырында ла үҙ геройы төшө аша ла ошо уҡ уйҙарҙы тапшыра:

... Таң алдынан

Мостафаңды күрҙем төштә,

Аҡбуҙатта һыбай, имеш, үҙе,

Ап- аҡ күлдәк, имеш, өҫтөндә.

Артабанғы шиғри юлдарҙа ла һыбай осҡан Мостай Кәримде тағы ла тойомлап була:

.. Тыуған яҡтан йыраҡ, ә йөрәккә

Шундай яҡын булған ерҙә мин

Беренсе ҡат ҡындан ҡылыс алдым

Һәм атыма ҡамсы һелтәнем.

Еҙ дағалар әле япраҡ түгел,

Аяҡтары аттың талманы.

Күпме тураһам да, йөҙө ҡайтып,

Был ҡылысым ҡылға ҡалманы.

Борондан башҡорт халҡы аттың баһаһын юғары ҡуйған. " Ай тотолған төндә" трагедияһында Тәңкәбикә яҡшы хәбәре өсөн Дәрүишкә ат тәҡдим итә, ә тегеһе бүләкте ҡабул итмәй.

"Дәрүиш. Юҡ, юҡ, байбисә. Мин көн кешеһе түгел,дин кешеһе. Туҡланырлыҡ ризыҡ, төн төнәрлек урын бирһәң,саҙаҡаң шул булыр. Донъя малы миңә кәрәкмәй."

М. Кәримдең шиғырҙарында ат образы ваҡыт менән дә уңышлы сағыштырылған:

Көпшәк ҡарҙы яра-яра,

Сана елә, сана елә.

Һис туҡтамай ғүмер баҡый

Шулай саба заман аты,

Берәүҙәрзең данын тейәп,

Берәүҙәрҙең - яманатын.

Эй, замандың ярһыу аты!

Елең бәрһә биттәремә,

Үкенмәмен был донъяға

Килгәнемә-киткәнемә.

... Ҡайтып киләм. Башта кәпәсем юҡ,

Баш һау булһа, кәпәс табылыр...

Арғымаҡҡа менеп, һабантуйға

Мин барырмын әле тағы бер!

М. Кәримдең һуғыш йылдары шиғырҙарында милли атрибутика йыш ҡына осрай:

" ҡанатлы толпар", "дөлдөл", "арғымаҡ", " юрға"," аҡбуҙат"

«МИНЕҢ АТЫМ» шиғыры ла нәҡ шулай башлана :

Аҡбуҙымды мин төшөмдә курҙем:

Тарһынып ул ҡырҙар киңлеген,

Ярһынып ул, башын сайҡай-сайҡай,

Асып инде бүлмәм ишеген.

Атым телгә килде:

«Өс ай инде

Ауыҙлыҡһыҙ минең йүгәнем,

Өс ай инде,

Аҡ күбеккә батып,

Яландарҙа яңғыҙ еләмен.

Өҙгөләне елдәр, хәтәр елдәр

һин ялыма үргән таҫманы.

Өс ай инде,

Ләкин өҙәңгемә

Ят кешеләр аяҡ баҫманы.

Мин ант иттем тугайҙарға ҡарап,

Мин күлдәргә ҡарап ант иттем:

  • Бер үҙеңә генә тоғро атмын,

Башҡаларҙы шуға ят иттем.

һин һауыҡһаң ине. Дуҫһыҙ ауыр,

Эҙләп килдем эсем бошҡанға;

һинең ҡаның өсөн үс алырга,

Атылаһы ине дошманға!

Өҙәңгемә һин һикереп баҫһаң,

Дәртем таша ине шул саҡта,

Күкрәгемә йөрәк һыймай ине,

Ә хәҙер һин минән йыраҡта...»

Ҡапыл ул юғалды...

Доктор, доктор, һауыҡтырсы мине,

Ауырырға хаҡым бармы ни?

Яландарҙа яңғыҙ елеп йөрәгән,

Эйәрләнгән атым бар минең!.. , йәки

Ебәк теҙгенемде ҡағып,

үреп арғымаҡтың ялын

Тын киләм уйға талып (" Таң ине " балладаһы),

…Күбекләнгән атта беҙ үтәбеҙ

Байып барған ҡояш яғына (" Рус ҡыҙы "(1942)),

…Һикереп менһә инем юрғаға!.. ( " Ерҙәге йондоҙҙар "( 1942)),

…Минең арғымағым

Тибенә- тибенә ашай һолоһон…

(" Ҡояш сыҡҡан яҡта, йыраҡта"( 1944)),

… Далаларҙа үҫкән ярһыу аттың

Еҙле эйәренә һикерҙем…

Иҙел-әсә әйтте:" Тап төшөрмә,

Тап төшөрмә әсә хаҡына,

Алмас таштай булһын ҡылысҡайың,

Шоңҡар ҡанат бирһен атыңа !"

(" Украина өсөн "( 1944))

Шағирҙың тыуған ергә, Тыуған илгә һөйөүе лә, уны һағыныуы ла ат образы аша тәрән тойғолар менән бирелгән:

… Һин эйәрләп биргән ат абынманы,

Ҡойоп биргән ҡылыстарың һынманы...

Атылған уҡ, иҫкән ел тиҙлегендә,

Яуҙар ярһыған ат етеҙлегендә

Сәләмебеҙ барһын һиңә ,ай, Урал,

Улдарыңдың оло хөрмәт һүҙен ал!

(" Башҡорт халҡына яуап хаты "( 1943))

Ал таҫмаларға биҙәрбеҙ

Юрғаларҙың ялдарып.

Беҙ ҡайтырбыҙ, яңғыратып

Ағиҙелдең ярҙарын. (1944)

"Ат образы минең өсөн бик ҡәҙерле, -ти Мостай Кәрим. - Минең олатайҙарым ир - егеттең булдыҡлылығын маҡтағыһы килһә, йөрәгендә эйәрле ат йөрөтә, тигәндәр"

"Йырланмаған йыр" драмаһында Гөлбикә аттарға булған һөйөүен түбәндәге һүҙҙәр менән сағылдырған:

"Мәстүрә. Һин, Гөлбикә, бөтөнләй ат маҡтаған кеүек маҡтап ташланың мине...

Гөлбикә.Эй, Мәстүрә апай, шундай һылыу аттар була, үҙҙәренә иң һуңғы фасон буйынса ебәк күлдәк тегеп кейҙерге килә..".

Ә "Ауыл адвокаттарында" яҙылғанса, шундайҙары ла була:"Ялҡау аттың да үҙ мәртәбәһе бар.Кәгәүендәр, һуҡыр себендәр айғырҙы һырып алып йәнен алғанда ла ҡойроғон да һелтәмәй, нисек барһа, шулай барыуын дауам итә, ситкә лә сыҡмай, аҙымын да ҡыҙыулатмай."

Әлбәттә, шағир фекере менән килешмәй мөмкин түгел:" Тогролоҡто кешеләр генә түгел, аттар ҙа яҡшы һиҙемләй "

Алыҫ юлға эйәрләйҙәр

Аттарҙың иң яҡшыһын,

Ҙур йомошҡа ебәрәләр

Ирҙәрҙең иң затлыһын

Ҡунаҡ алдына ҡуялар

һыйҙарҙың иң татлыһын,

Байрам көндө яндыралар

Шәмдәрҙен, иң яҡтыһын.

«Оло юлға сыҡҡан юртаҡ, -

Тимә, - берҙән-бер генә»,

Күпме аттар, күпме аттар

Тиргә батып ер һөрә!

«Ҙур йомошто йомошлаусы,

-Тиһәң, - берҙән-бер батыр»,

Әкемдәр һун, иген игер,

Тимер сүкер, таш ватыр?..

Ҡунаҡ һыйын татығанда:

«Был иң татлы!» - тимә һин,

Тейөлдөрөр бураҙнала

Умырып ҡапҡан икмәгең.

Байрам шәме үтә яҡты,

Тик ҡарама бик оҙаҡ.

Ул тиҙ һүнә, Һәм күҙҙәрең

Күрмәҫ булырҙар аҙаҡ.

Дан йырланһын яҡшы атҡа,

Затлы иргә, ҙур шәмгә,

Тик күп йырланһын донъяны

Алып барған әҙәмгә. (1963й.)

Ә бына М. Кәрим " Ярлыҡау " повесында ҡыҙыҡлы психологик һығымта яһай:

" Мәрҙән Гарданов:

- Минең ҡул аша үткән атты иҫәпләһәң, бер дивизияны атландырырга етер ине, - тип шапырынды ул, - хатта артып та ҡалыр ине. Минең эскән араҡыны бергә йыйһаңмы?.. Хәйер, ниңә уны йыйьш торорға?.. Эселеп бөткән араҡының кемгә кәрәге бар? Уны һөйләүҙән ҡалтыранып торған алҡаш та иҫермәй. Ә атты инде мин... атты... Теләһә ниндәй шайтанын «ә» тигәнсе фәрештәгә әйләндерә торғайным. Тик берәүһе генә, һыртынан йығып, тояҡ осо менән бына танауҙы ҡыйшайтып ҡасты. - Ул танауын ҡапшап алды, - Ерән айғыр ине. Ерән зат күбеһенсә тиҫкәре, тиле була ул, Ҡола мал - тыңсыл, сабыр, ҡара тоҡом - хәйләкәр, аҫтыртын, о бына аҡ ат нескә хисле, һиҙгер күңелле була. Бигерәк тә бейә малы. Ерле юҡҡа ғына боронғо батырҙар аҡбуҙ атта йөрөгән тиһеңме ни?"

Шағирҙың ижадының һәр бер юлында ат образы уның идеялары, фекерҙәре менән йәнәш йәшәйҙәр:

"... Ауыҙлыҡты тешләне лә

Сапты уйҙарым шашып", йәки

" Ташлап китте мине, йөрәгем,

Йөрәкһеҙ бар кемгә кәрәгем?

Гүйә, ҡашы төшкән йөҙөкмөн,

Аты йығып ҡасҡан егетмен.",

"Бөгөн беҙҙе ҡаршыларға диңгеҙ

Ашып сыҡҡан ташлы ярҙарын.

Тулҡындары , ярһыу аттар һымаҡ,

Сайҡай - сайҡай килә ялдарын"

Хатта көсһөҙ, хәлһеҙ ҡалғанда ла уның геройҙарының тоғро дуҫтары булы ат ҡала. Улар беләләр, ат үҙ хужаһын һис ҡасан бәләлә ялғыҙ ҡалдырмай.

" Йәш й о л ҡ о ш. Майзанда - халык! Митинг һине... һеҙҙе, беҙҙе... һөйөклө Диктаторҙы, көтә һеҙҙең, беҙҙең... һөйөклө халҡығыҙ. (Кәпәсен күккә сөйэ.) Йәшәһен еңеү! йәшәһен Диктатор!

Диктатор. Балаларым!.. Бар, улым, әйт уларға: хәҙер барам, Көтөгөҙ мине, балаларым!

(Китергэ ынтыла,ҡылысына абынып йығыла. Мөртәтша менән һыңар күҙ уны торғоҙа.) Һы! Бына ул хәҙер йыуашыраҡ берәй атҡа атланып ҡарарға ине.

М ө р т ә тш а (ҡысҡыра). Өҙәңгегә баҫып, еңеү телмәре һөйләр өсөн Диктаторға арғымаҡ килтерегеҙ!

Һыңар күҙ (алыҫтан). Ат бирегеҙ Диктаторға!

П о п у г а й. Диктаторға ат бирегеҙ!

Диктатор. Ат килтерегеҙ миңә! Ат бирегеҙ! (Ынтыла, тағы ла ҡылысына абынып, һөрлөгөп, китә.)"

Йомғаҡлау.

Борон ат хөрмәтенә тотемик байрамдар йыш үткәрелгән, быны Евразия халыҡтарының, шулай ук башҡорттарҙың, төрлө ғөрөф-ғәҙәттәрендә һәм байрамдарында теге йәки был элементтарҙың һаҡланып ҡалыуы иҫбатлай. Атҡа бағышланған тотемик байрамдың эҙҙәре башҡорт халҡында ла күҙәтелә. Ошо хаҡта, беренсенән, борон башҡорттар араһында һәр бер йорттоң кәртә-ҡураһына, текмәләренә, һарай түбәләренә, умарталарына ат башының һөйәген элеп ҡуйыу ғәҙәте киң таралғанлығы һөйләй. Ҡайһы бер башҡорттарҙың ваҡыты-ваҡыты менән ат башы һөйәктәренең морондарына май һөртөп торғандары ла билдәле. Был йола мал-тыуарҙы, бал ҡорттарын һ. б. күҙ тейеүҙән һаҡлай, шулай ук умарталыҡтан һәм мал-тыуар хужаһынан ҡот китмәһен өсөн дә эшләнә. Икенселәр быға башҡа аңлатма бирә: хужа ҡасандыр яҡшы хеҙмәт иткән атының баш һөйәге ерҙә тапалып ятыуын теләмәгән, имеш. Яҙыусы С. Злобин тарафынан был йолаға өсөнсө аңлатма яҙып алына. Уға, әгәр ат башының һөйәген ергә ташлаһаң - шул төҫлө мал бүтән үрсемәйәсәк, үләсәк, нәҫеле ҡороясаҡ, тип тә аңлаталар.

Был эҙләнеү эшен башҡарғанда Мостай Кәримдең ижадына байҡау яһап, мин дә ошондай фекергә килдем:

Кескәй Мостафаға " ап - аҡ мөғжизә" булып килеп ингән ат, шағирҙың бөтә ижадының яҡлаусыһы, һаҡлаусыһы , уның ҡото булып тора. Ат образы - шағир ижадының тотемы. Быны ул үҙенең түбәндәге шиғыры менән иҫбатлай:

«Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде», - тиһең.

Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ.

Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы

Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымак.

Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,

Бер саҡ килер үлем - ят ҡунаҡ;

Ауһам ине шул саҡ, бәйгеләрҙә

Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Мостай Кәрим Әҫәрҙәр дүрт томда, I том, II том, III том, IV том, Өфө,1987й.

2. Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр ,V том,Өфө, 1973й.

3. Мостай Кәрим. " Заманалар", Өфө, 1982 й.

4.Мостай Кәрим " Ғүмер миҙгеләре ",Өфө, 1992 й.

5. Мостай Кәрим " Ярлыҡау", Өфө, 1986 й.

6. Мостай Кәрим " Оҙон - оҙаҡ бала саҡ ", Өфө,1976 й.

7. Мостай Кәрим Әҫәрҙәр , I том, Өфө, 2009 й.

8. И.И. Валеев " Традиции башкирского национального воспитания в творчестве Мустая Карима", Уфа, 2005 г.

9. А. Илембәтова " Башҡорттарҙа ат культы " " Йәшлек "№ 17, 18, 2006й.

10 " Аманат " журналдары №10, 1997 й., №6,2000й., № 10, 2002й.










Ҡушымта

АТЛЫЛАР ЙЫРЫ

Илебеҙҙең тыныслығын

Дошман утҡа үртәне,

Ҡындан ҡылыс сығарырга

Ил ҡушты ул иртәне.

Ел тараны юргаларҙың

Ергә тейгән ялдарын.

Яуға киттек беҙ, ҡалдырып

Ағиҙелдең ярҙарын.

Ҡайнай асыу.

Беҙ һуғышта

Ил намыҫын һаклайбыҙ.

Уйнай ҡылыс. Дошмандарҙы

Беҙ ярһып тураҡлайбыҙ.

Елдәр тарай юрғаларҙың

Утта көйгән ялдарын.

Иҙел йыраҡ.

Алдыбыҙҙа Дңестрҙың ярҙары.

Әле ҡанга һуғарылған

Ер иркен һулыш алыр,

Йәйғорҙай нурҙарын һибеп,

Дан юлы һуҙылып ҡалыр.

Ал таҫмаларға биҙәрбеҙ

Юрғаларҙың ялдарып.

Беҙ ҡайтырбыҙ, яңгыратып

Ағиҙелдең ярҙарын.

АТЛЫЛАР АНТЫ

Ҡышҡы күктә, һарғайып, таң

Атканда,

Атлылар полкы теҙелде

Аҡланда,

Ат баҫҡанда, шыңшыны ҡар

Һалҡындан.

Йәнгә йылы алдыҡ беҙ ҙур

Ялҡындан.

Һунмәҫ ярһыулыҡ алдыҡ беҙ

Йәш ҡанға;

Ант бирҙек беҙ был иртәлә

Ватанға -

Дошман утын һүндерергә

Ут менән һәм яҡларға ғәҙеллекте

Уҡ менән.

Ант иттек беҙ: дошманға

Үлем сәсергә,

Ант иттек беҙ: еңеү өсөн

Йәшәргә.

Полк тантана тынлығын

һаҡланы.

Хатта аттар ҙа баштарын

Ҡаҡманы.

Дәртләнеп йыш-йыш һуланы

Атлылар.

Һәр бер ҡараштан һибелде

Сатҡылар.

Шул ант менән үттек күпме

Яу ҡырын,

Ялҡын өйөрмәһен,

Ҡурғаш ямғырын.

Ҡындарына ҡылыстарҙы

һалманыҡ,

Беҙ, уттан ҡайнар булғанға,

Янманыҡ.

Юлдарыбыҙ тайпылышһыҙ

Еңеүгә табан,

Ҡылыс уйнай, аттарыбыҙ

Ашҡынып саба.1943

Ҡышҡы юлдан аҡбуҙ килә,

Саба-елә, саба-елә,

Көпшәк ҡарҙы яра-яра,

Сана елә, сана елә.

Ялан ҡуллы күсер егет

Дилбегәне тотҡан урап,

Изеү асыҡ.

Ҡара бүркен һалып алған ҡырыныраҡ.

Ат ярһыған. Сана оса.

Күсер егет, һин самала!..

Толоп кейгән берәү килә,

Берәү килә шул санала.

Ат еленә арҡа ҡуйып,

Юлсы ғәмһеҙ ҡарап бара,

Һикерткән һәр һикәлтәне,

Йөҙөн һытып, һанап бара.

Башын баҫып уйлай үзе:

«Юл азабы - гүр ғазабы,

Ошо тиклем ғазаптарҙың

Булырҙыр бит бер аҙағы...»

Йөрәк ҡағып, аҡбуҙ килә,

Саба-елә, саба-елә.

Көпшәк ҡарҙы яра-яра,

Сана елә, сана елә.

Һис туҡтамай ғүмер баҡый

Шулай саба заман аты,

Берәүҙәрзең данын тейәп,

Берәүҙәрҙең - яманатын.

Эй, замандың ярһыу аты!

Елең бәрһә биттәремә,

Үкенмәмен был донъяға

Килгәнемә-киткәнемә.


© 2010-2022