Урок на тему Р. Нигмати (9класс)

Раздел Другое
Класс 9 класс
Тип Конспекты
Автор
Дата
Формат rar
Изображения Нет
For-Teacher.ru - все для учителя
Поделитесь с коллегами:


1. Мирхәйҙәрова Г.Р.

2.Башҡорт теле

3. 5 класс

4.Башҡорт теле

5. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х.

6.52-се бит

7.Тема: Рәшит гиғмәти "Йәмле Ағиҙел буйҙары

8.Интерактив таҡта, магнитофон, Башкортостан картаһы.


Тема: Рәшит Ниғмәти "Йәмле Ағиҙел буйҙары"

Маҡсат: 1.Р. Ниғмәтиҙең тормош юлы менән танышыуҙы дауам итеү;

2."Йәмле Ағиҙел буйҙары" поэмаһының йөкмәткеһен үҙләштереү;

3.Һүҙлек запастарын байытыу һәм тасуири уҡырға өйрәтеү;

4. Тыуған ергә, Ватанға һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Р. Ниғмәтиҙең портреты, Башҡортостан картаһы, Ағиҙел

йылғаһы һәм тәбиғәт төшөрөлгән картиналар, магнитафон

яҙмаһы ( поэманан өҙөк тыңлау өсөн), интерактив таҡта.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу моменты.

-Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! (иртә, кис)

2. Өй эшен тикшереү.

-Ҡарағыҙ әле уҡыусылар, таҡтала һеҙ кемдең фото рәсемен күрәһегеҙ?

-Уҡыусылар яуабы.

-Эйе, дөрөҫ. Ул Рәшит Ниғмәти.

-Ә кем һуң ул Рәшит Ниғмәти?

-Уҡыусылар яуабы.

-Эйе дөрөҫ.Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Әйҙәгеҙ әле уның тормош юлы менән яҡыныраҡ танышып үтәйек. Һеҙ өйҙә шағирҙың тормош юлы хаҡында докладтар эшләп килергә тейеш инегеҙ, кем әҙер, тыңлайыҡ. (Уҡыусыларҙың докладтары тыңланыла.) Өй эшенә йомғаҡ яһала.

3.Яңы тема. Инеш әңгәмә үткәрелә. Дәрестең маҡсаты әйтелә. Таҡтаға һәм дәфтәрҙәргә число, көн исеме, тема яҙҙырыла.

Таҡтаға Башҡортостан картаһы эленә. Унан Башҡортостанда аҡҡан йылғаларҙы табып күрһәтәләр, тәрбиәүи әңгәмә ойошторола. Йылғалар төшөрөлгән картиналар, һүрәттәр күрһәтелә. (интерактив таҡтанан). Йылға исемдәрен дәфтәрҙәренә яҙып алалар. (Ағиҙел, Ҡариҙел, Һаҡмар, Йүрүҙән, Дим, Әй, Ыҡ, Сәрмәсән һ.б.)

-Ә бына бөгөн беҙ дәрестә Рәшит Ниғмәти ижад иткән бер поэмаһы менән танышып үтәсәкбеҙ. Был поэманың исемен белеү өсөн таҡталағы кроссвордты сисергә кәрәк. Түбәндәге йомаҡтарға дөрөҫ итеп яуап бирһәгеҙ, уртала беҙ үтәсәк поэманың исемен һәм нимә тураһында һүҙ барғанын аңлай алырһығыҙ.

1.Көҙ сисенә, яҙ кейенә.

2.Башы - тауҙа, аяғы - диңгеҙҙә.

3.Аҡ мейескә инеп ята

Йомро-йомро тумалаҡ.

4.Һыуҙа батмай, утта янмай.

5.Энәле, тегенсе түгел.

6.Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым.

АҒАС

ЙЫЛҒА

ИКМӘК

БОҘ

ТЕРПЕ

ЕЛӘК

- Уртала ниндәй һүҙ килеп сыҡты?

-Эйе, дөрөҫ, Ағиҙел һүҙе. Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә Р.Ниғмәтиҙең"Йәмле Ағиҙел буйҙары" тигән поэмаһы менән танышып үтәсәкбеҙ.

Рәшит Ниғмәти был поэмаһын 1939 йылда яҙған. Был поэма - Ватаныбыҙҙың ауыр һәм героик үткәне, бәхетле хәҙерге көнө хаҡындағы оло йыр ул. Р.Ниғмәтиҙең үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, "Ватан ул - Тыуған ил, бына беҙ торған урын…" Ватан төшөнсәһе - Урал һәм Ағиҙел аша кәүҙәләндерелә.Ағиҙел образы поэмала үҙе бер композицион роль уйнай: бөтә ваҡиғалар ошо образ тирәһенә ойоша, ваҡиғалар Ағиҙел тураһында башҡорт халыҡ йырҙары, легендалары, ҡобайырҙары менән оҙатыла бара. Поэманың сюжетын иһә башҡорт халҡының башынан үткән тарихи ваҡиғалар тәшкил итә.

4.Әҫәр өҫтөндә эш

А) -Әйҙәгеҙ, поэманы матур итеп тасуири уҡырға өйрәнеү өсөн, магнитафон яҙмаһынан тыңлап үтәйек. Ә һеҙ уҡыусылар тыңлап, күҙәтеп ултырығыҙ.

Уҡытыусы тағы бер мәртәбә тасуири уҡып күрһәтә. (урыҫ телендә поэманың йөкмәткеһе менән таныштыра.)

Б)Һүҙлек эше.(Һүҙҙәрҙе интерактив таҡтанан күрһәтергә мөмкин.) Дәфтәрҙәренә таныш булмаған һүҙҙәрҙе яҙып алалар:

Ҡаушырыу-сгибать

Кереш-тетива лука

Ҡайрау-точить

Урғыу-бурлить

Туғай-кустарник, урема

Юлсы-путник, прохожий

Быуын-поколение

Ҡартлас-старина

Мәргән-меткий

В)Өлөштәргә бүлеп комментарийлы уҡытыу һәм уларға аңлатма биреү юлы менән алып барыла.

Г)Әңгәмә үткәреү.

Әҫәрҙе уҡыусылар бер бөтөн итеп ҡабул итеү өсөн яңынан үҙ аллы уҡып сығалар һәм әңгәмә үткәрелә. Уны түбәндәге план буйынса ойошторорға мөмкин.

1.Поэма нисәнсе йылдарҙа ижад ителә?

2.Әҫәрҙәге төп образ аша автор нимә аңлатырға теләй?

3.Поэмала халыҡ ижады әҫәрҙәре ни өсөн ҡулланыла?

4.Халыҡтың үткән тормошо нисек күрһәтелә?

5.Үткән менән бөгөнгө нисек сағыштырыла?

6.Поэмала Ағиҙел йылғаһы нисек тасуирлана ?

7.Һеҙҙең Ағиҙел йылғаһы тураһында ниндәй әҫәрҙәр уҡығанығыҙ, йырҙар тыңлағанығыҙ бар?

"Йәмле Ағиҙел буйҙары" тигән Башҡорт халыҡ йырын магнитафон яҙмаһынан тыңлатыу.

Поэма жанрына ҡыҫҡаса аңлатма бирелә . (Рус һәм башҡорт телдәрендә аңлатыу)

5.Физкультминутка эшләтеү.

6.Дәфтәрҙә яҙма эш үткәреү.

Әҫәрҙә ҡулланылған сағыштырыуҙарҙы, йәнләндереүҙәрҙе, эпитеттарҙы табып уҡып күрһәтеү. (Бер нисәһен яҙып алыу.)

7.Дәрескә йомғаҡ яһала. Шулай итеп, был дәресте йомғаҡлап шуны әйтке килә, Р.Ниғмәти Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәре традицияларын үҙенең шиғыр, поэмаларында оҫта ижади үҙләштереүҙең бына тигән үрнәктәрен бирҙе.Башҡорт халыҡ йырҙары, әкиәт, мәҡәл, әйтемдәр "Йәмле Ағиҙел буйҙары" поэмаһының бөтә туҡымаһына шул тиклем оҫта үрелеп бирелгән, уларҙан тыш поэманы күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын кеүек. Шағир халыҡтың үткән михнәтле тарихын кешкеләргә еткереү өсөн Ағиҙел йылғаһы аша күрһәтә алды.Шулай уҡ шағирҙың күңеле үҙ әҫәрҙәре аша бөтә кешеләрҙең дә Тыуған илен яратыуын теләй һәм Ватандың изгелегенә инана.

8.Белемдәрен баһалау. Өйгә эш биреү. Поэманы тасуири уҡырға өйрәнергә, Урал тәбиғәте, йә Ағиҙел йылғаһы һүрәтен эшләп килергә.



© 2010-2022